Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 02:00

Ҡыңғырау сәскә (әкиәт)

Ҡалын ҡара урман уртаһындағы аҡланда зәп-зәңгәр эре ҡыңғырау сәскәләр үҫкән. Бында кеше аяғы һирәк баҫҡан. Аяҡ баҫыусыһы ла шул урмандың именлеген һаҡлаусы йәш, матур егет булған. Егет һирәкләп был аҡланға килеп сыҡҡан һайын, сәскәләр уға иҫ киткес мөләйем йылмайғандар, сөнки үҙҙәрен һаҡлаусыны бик яратҡандар, ти, шул. Егет был аҡланды уҙғанда, сәскәләргә баҫмаҫҡа тырышып, ҡараштары менән иркәләп, һыйпап уҙыр булған.

Сәскәләр, һүҙ юҡ, бик матурҙар, араларында берәүһе бигерәк сибәр, ҡупшы, ти. Ул үҙенең тиҫтерҙәренән бер башҡа оҙон, төҫкә лә сағыуыраҡ, тағы ла ҙур, һабағы ла йыуан булған. Гүзәл ҡыңғырау сәскә башҡаларҙан өҫтөнлөгөн тиҙ тойған: уны бал ҡорттары, күбәләктәр башҡаларҙан артыҡ күреп, уға йышыраҡ ҡунып иркәләп, һөйөп китер булған.

Сәскәләр гел бер урындағына йәшәгән: уларға урмандан башҡа ер юҡ, бөтә донъя ошо аҡлан менән сикләнгән төҫлө, ти. Муйыл ботағына ҡунып, талпынып һайраған һандуғас бер көн сәскәләргә ҙур яңылыҡ асҡан:

- Донъя шундай ҙур, иркен ул, - тип башлаған ул һүҙен. – Был урман аръяғында бик матур ҙур ҡала бар. Унда бик күп кешеләр йәшәй. Кешене күргәнегеҙ барҙыр бит? Кешеләр ике төрлө була: бер яртыһы ир-егет затынан, ә икенсеһе – ҡатын-ҡыҙ. Йәш ҡыҙҙарҙы сәскәгә тиңләйҙәр. Улар, ысынлап та, һеҙҙе хәтерләтә. Үҙҙәре сәскә күрһәләр, өҙмәй түҙә алмайҙар.

Ҡалала ҙур баҡсалар бар. Улар – кешеләр ултыртҡан урман төҫлө. Баҡсаларҙа сәскә түтәлдәре күп, ә сәскәләре иҫәпһеҙ-һанһыҙ.

- Сәскәләрҙе өҙөп ни эшләтәләр һуң? – тип түҙемһеҙләнеп һорай гүзәл Ҡыңғырау сәскә.

- Өҙгәс, һыулы һауытҡа тығып, өҫтәлгә ҡуялар.

- Аһ, минең дә урманда түгел, матур һауытта ултырғым килә! – тип ҡысҡырып ебәрә һылыуҡай сәскә. Башҡа сәскәләр ҡурҡып, шомланып китә, юҡ, уларҙың үҙ урмандарынан айырылғылары килмәй.

Бер көн урман хужаһы егеттең көр тауышы ишетелә. Сәскәләр шатланып балҡый башлай. Ул үҙе генә түгел, янында тағы бер кеше лә бар, ти. Тик ул төптө башҡа төрлө. Ысынлап та сәскә һымаҡ үҙе. Сәсе бәпембә төҫлө алтын һары, ә күҙҙәре бына тап ҡыңғырау төҫөндә.

- Аһ, ҡыңғырауҙар, - тип сәпәкәй итә ҡыҙ. – Ағай, ағай, йыйырға яраймы уларҙы?

- Юҡ, ярамай, бик теләһәң, берәүһен генә ал.

«Их, мине алһын ине»,- тип теләй Ҡыңғырау сәскә.

«Уй, яңылыш берәйебеҙҙе өҙөп ала инде», - тип шомлана башҡа сәскәләр.

«Мине алыр ул, мине, сөнки мин бөтәһенән дә матурыраҡмын, ҙурыраҡмын да», - тип түҙемһеҙләнә аҡылын юғалтҡан Ҡыҙғырау сәскә, ҡалтырана башлап.

- Уй, бынауһын алам, бынауһын, - тип сыңлай көмөш тауыш. Башҡаларын һаҡһыҙ тапап, гүзәл ҡыңғырау сәскәне өҙөп тә ала.

«Аһ…аһ… аяғым нисек ауырта, - тип һыҙлана Тыуған аҡланынан айырылған сәскә. – Мин бит улай булыр тип уйламағайным. Нишләрмен һуң былай булғас?!»

Ҡыҙ уны өйөнә алып ҡайта, гәлсәр вазаға ҡуя. Вазаға ҡуйғас, сәскә бигерәк ҡупшы, ғорур ҡиәфәткә инеп китә. «Һалҡын һыуҙа ҡайһылай рәхәт, - тип уйлай ул.- Их, иптәштәрем күрһә, һуштан яҙырҙар ине», - тип тәккәберләнеп тә ала. Шунан ҡараңғы төшә, сәскә йоҡлап китә.

Иртән уянып китһә, шул тиклем тажы ауырта, һабағы ут кеүек яна. Хәле бөткәндән-бөтөп, тамам шиңеп төшә. «Ә унда, аҡланда, иптәштәрем һөйөнөп, һандуғас тауышын тыңлап, рәхәтләнеп ултыра. Көҙгә емештәре бешеп ергә ҡойолор, ә минең… Илем дә йыраҡ, емешем дә булмаясаҡ. Ә минең емешемдән ниндәй матур, эре сәскәләр үҫер ине», - тип уйлап өлгөрә ул. Иркә ҡыҙ уянһа, сәскә шиңгән, бер матурлығы ла ҡалмаған. Өй йыйыштырғанда ҡыҙ уны сүп һауытына ырғыта.

Сибәрлегең менән маһайып, сәскә хәленә төшөүҙән һаҡлан, һылыуым!




Фото: интернет.




Читайте нас: