Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2019, 02:00

Яҡшылыҡ ҡылырға ашығайыҡ

Иртәгә изге Рамаҙан айы башлана. Ниндәй ай ул, мосолмандар уны нисек үткәрә? Ишембай районының имаммөхтәсибе Илшат хәҙрәт ХАФИЗОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта барҙы.

Иртәгә изге Рамаҙан айы башлана. Ниндәй ай ул, мосолмандар уны нисек үткәрә? Ишембай районының имаммөхтәсибе Илшат хәҙрәт ХАФИЗОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта барҙы.
- Илшат хәҙрәт, изге ай ҡасан башлана һәм нимәһе менән үҙенсәлекле?
- Мөхтәрәм гәзит уҡыусылар, быйыл 5 май көндө беренсе тәрәүих намаҙына йыйылабыҙ, 6 майҙа ураҙаға инәбеҙ. Рамаҙан айы – Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт айы. Был айҙа ҙур шайтандар бығаулана, шунлыҡтан кеше күңел тыныслығын таба, уның күңел борсоуҙары юғала. Рамаҙан айында изгелектәр ҡылыу, гонаһтарҙан тыйылыу еңелләшә. Мәҫәлән, кемдер тәмәке тартыуын ташларға ниәт итеп йөрөй икән, рамаҙан айында ошо насар ғәҙәтенән арыныу уға еңелерәк бирелә. Был шулай уҡ башҡа насар ғәҙәттәргә лә ҡағыла. Кешелә күңел шомланыуҙары ла рамаҙан айында юҡҡа сыға.
- Ураҙа айын мосолмандар нисек үткәрә?


- Ураҙа тотоусы кеше таңдан алып ҡояш байығансы ашау, эсеү, яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылырға тейеш. Был иң ябай ураҙа тотоусының ураҙаһы. Тәҡүәлерәк мосолмандар ғәйбәт һөйләүҙән, буш һүҙҙәрҙән, йүнһеҙ тапшырыуҙар ҡарауҙан һәм башҡа гонаһтарҙан һаҡлана. Ә тағы ла тәҡүәлерәктәр хәләл булған кәсептәрҙән дә тыйылып, фәҡәт дин, изге ғәмәлдәр менән генә мәшғүл була. Башҡа эштәрен улар ситкә ҡуйып тора.
- Кемдәргә ураҙа тотмаһа ла ярай?
- Ауырыуҙар һауыҡҡансы, мосафирҙар сәфәрҙән ҡайтҡансы ураҙаһын тотмай. Балаға уҙған йәки сабыйын имеҙгән ҡатындарға, хәлһеҙләнгән ҡарттарға ла ураҙа тотмаһа ярай. Кем дә кем ураҙа тота алмай, улар фидиә саҙаҡаһын түләй. Мөфтиәттең фәтүәһе буйынса быйыл фидиә саҙаҡаһы бер кешегә 5220 һум тәшкил итә. Фидиә саҙаҡаһын мәсеттәргә биреп, иман йортонда ауыҙ астырыу хәйерлерәк. Үҙе 30 кешене йыйып, ике тапҡыр ауыҙ астырһа ла була.


Ураҙа тотһа ла, тотмаһа ла ай аҙағында һәр бер кеше фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш. Мөфтиәттең фәтүәһе буйынса быйыл уның күләме түбәндәгесә – ярлылар кеше башына - 50 һум, урта хәллеләр – 150 һум, байҙар 300 һумдан түләй.


Был саҙаҡаны ураҙа ғәйетенә тиклем бирергә кәрәк. Өлгөрмәһәң, һуңынан да мөмкин. Ләкин сауабы аҙыраҡ була. Фитыр саҙаҡаһы мәсеткә, фәҡирҙәргә, етемдәргә, мохтаждарға бирелә.


- Ишембай мосолмандарына изге ай башланыр алдынан ниндәй теләктәр әйтерһегеҙ?


- Аллаһы Тәғәлә барығыҙға ла ураҙаны мөкәммәл рәүештә тотоп, сауаптарына ирешергә насип әйләһен. Белгән, белмәгән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡап, тормошобоҙҙо хәйерле ҡылһын.


Балаларға тәүфиҡ, ололарға хәйерле ҡартлыҡ, түрәләргә миһырбанлыҡ, илгә тыныслыҡ насип итһен.


Барығыҙҙы ла мәсеттәргә тәрәүих намаҙҙарына саҡырабыҙ.






Сәхәр ашағандан һуң, ураҙаға ниәтләү доғаһы:


Бисмилләһир-рахмәәнир-рахим.

“Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамәдаанә минәл-фәджри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәлә”

Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн, таң ваҡытынан башлап ҡояш батҡансы, ихласлыҡ менән Рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым.




Ураҙа тотоп, ауыҙ асҡас уҡыла торған доға:

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахим.

“Аллааһһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыкә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү”

Мәғәнәһе: Йә, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.



Фото: автор.
Читайте нас: