Әлеге мәҡәләм, уйымса, былайыраҡ башланырға тейеш ине: “2017 йылдың 27 декабре VIII класс уҡыусыһы Ирек Үмәрбаевтың тормошон икегә бүлде. Быға тиклем ул башҡаларҙан артыҡ айырылмаған ҡәҙимге генә мәктәп уҡыусыһы булһа, был көн уның тормошон ҡырҡа үҙгәртте, һәм ул ысын геройға әйләнде...” Ләкин үҫмерҙең үҙе менән осрашҡас, был уйым селпәрәмә килде. Һы, ул көндән һуң Ирек бер ниндәй ҙә геройға әйләнмәгән дә, ғорурланып, ҡупайып та йөрөмәй икән... Барыһы тураһында ла ентекләберәк һөйләйек.
Хәл 2017 йылдың һуңғы көндәрендә Ишембай районының Этҡол ауылында була. Әйткәндәй, 27 декабрь – Иректең тыуған көнө. Дәрестәре бөтөп, ҡыуанып өйөнә ҡайтып килгән үҫмер күршеһендә яңғыҙы ғына йәшәгән әбейҙең өйөнән йән әрнеткес әсе тауыш ишетеп ҡала. Шунда уҡ төтөн дә күренә. Нимә булғанын ныҡлап аңларға ла өлгөрмәгән Ирек сумкаһын ташлай ҙа күршеһенә йүгерә.
Баҡһаң, яңғыҙы йәшәгән әбей газ плитәһен яндырған саҡта ут күлдәгенә эләгә лә яна башлай. Ҡурҡҡан ҡатын соланға йүгереп сыға һәм йығылып китә. Инәйҙең кейемен ут ялмап ала, өй эсе төтөн менән тула, ҡорғандар, иҙәндәге синтетик балаҫ та яна башлай.
Ирек килеп етеп, ишекте тартыуға, эстән бикле булыуы асыҡлана. Спорт менән шөғөлләнгән үҫмер баҙап ҡалмай, уны емерергә көсө етә. Инеү менән тиҙ генә инәйҙең янған кейемдәрен сисеп ырғыта ла, төтөнгә тонсоға башлаған әбейҙе ҡултыҡ аҫтынан тотоп, һөйрәп тигәндәй, тышҡа, саф һауаға алып сыға. Кире йүгереп инә лә, янған балаҫты бер осонан тартып ихатаға сығарып, тиҙ генә ҡарға һалып тапай.
Уларҙың ҡысҡырышҡандарын ишетеп, Иректең атаһы Илһам Үмәрбаев килеп сыға һәм, улы менән бергә тиҙ арала ҡар ташлап, һыу һибеп өйҙәге янғынды һүндереүгә өлгәшә. Үҙҙәре шунда уҡ ауыл дауаханаһына шылтырата һәм ауыл советына янғын тураһында хәбәр итә һала. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, уларға эш тә ҡалмай. Аталы-уллы утты һүндереп өлгөргән булалар.
– Янғын ваҡытында үҙеңде нисек тоторға, әбейҙе сисендереп тышҡа алып сығырға кәрәк икәнлеген ҡайҙан белдең? – тип һорайым Иректән.
– Әлләсе, белмәнем. Дөрөҫөн әйткәндә, нимә булғанын аҙаҡ ҡына аңланым мин, – тип яурын һикертә үҫмер.
Ауыл магазинында эшләгән әсәһе Светлана был хәл тураһында барыһы ла тамамланғас ҡына ишетеп ҡала һәм “Балам иҫәнме?” тип күкрәгенә йәбешә.
– Әлдә өйҙә булмағанмын, алдан күрмәгәнмен, улым өсөн ҡурҡып йөрәкһеҙ ҡала инем. Ә Ирек иһә миңә бер ни булмағандай итеп һөйләп тынысландырҙы, – ти әсәһе.
Ҙур батырлыҡ ҡылған Ирек иһә үҙен бөтөнләй батыр тип һанамай.
– Минең урында кем булһа ла шулай уҡ эшләр, инәйгә ярҙам итер ине, – ти ул.
Күкрәгендә балҡый миҙалдары
Әллә балалығы, әллә ябайлығы менәнме, ул ысынлап та үҙенең ҡаһарманлыҡ ҡылғанын танымай. Ә бына уны юғары кимәлдә күрәләр һәм батырлығын баһалайҙар. Тәүҙә ауыл хакимиәтенән янғынды туҡтатҡан өсөн Рәхмәт хаты ала. Аҙағыраҡ Ишембай ҡалаһы һәм районының ҡатын-ҡыҙҙар советы малайға ҡыйыулығы өсөн велосипед бүләк итә.
Артабан Иректе Өфөгә саҡырып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов “Янғындағы ҡыйыулығы өсөн” миҙалы менән бүләкләй. Күп тә үтмәй, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә герой балаларҙы йыйып аралаша. Улар араһында Ирек тә була. Уға “Ҡотҡарыуҙағы батырлығы өсөн” миҙалын тапшыралар.
Бының менән генә лә бөтмәй әле үҫмерҙе данлау. Ул Өфөгә тағы бер нисә тапҡыр килеп, мәртәбәле сараларҙа ҡатнаша, төбәк етәксеһе менән тағы бер тапҡыр осраша. “Бәләкәй геройҙар форумы”нда була. Күптән түгел генә “Бирешмә!” беренсе балалар премияһы лауреаты булыуға өлгәште. Ул “Бирешмә! Ярҙам ит!” номинацияһында еңеп сыҡты.
– Радий Хәбировты яҡындан күреүе, уның менән аралашыуы, унан бүләк алыуы бик тулҡынландырҙы. Әммә ул үҙе шундай ябай ғына, гел йылмайып торҙо, – тип малай тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Уйлап ҡараһаң, маһайыр, ғорурланыр урын бар кеүек. 14 кенә йәшеңдә күкрәгендә ике миҙал балҡып торһон әле! Тик юҡ, Ирек ундай булмай сыҡты. Уның тормошо бер нисек тә тиерлек үҙгәрмәгән, һәүетемсә дауам итә. Ул мәктәпкә бара, уҡый, дәрестәрен әҙерләй.. Өй, йорт-ҡура эштәрен башҡара, тиҫтерҙәре менән футбол, волейбол уйнай. Уҡытыусыларының “миҙалдарыңды килтер, башҡалар алдында линейкала әйтеп күрһәтербеҙ” тигән тәҡдименән дә баш тарта ул.
– Әлбиттә, баш ҡалаға барып, награда-бүләктәр алыуы оҡшай улыма. Кемгә оҡшамаһын инде!? Тик ул быны ниндәйҙер мәртәбә тип иҫәпләмәй. Бәләкәйҙән шулай баҫалҡы, тыңлаусан, тыныс холоҡло улым, – ти әсәһе уның тураһында.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ай үткәндән һуң, ул ҡотҡарған 83 йәшлек инәй вафат булған. Дауаханаға уны ваҡытында алып барһалар ҙа, инәй шәкәр диабеты менән сирләү сәбәпле, йәрәхәттәре төҙәлә алмай. Малай өсөн был бик ҙур фажиғә була. Ул оҙаҡ ваҡыт ҡайғырып та йөрөй.
Әлеге мәлдә Ирек бар көсөн һалып сығарылыш имтихандарына әҙерләнә. Быйыл ул туғыҙынсы класты тамамлай.
– Кем булырға хыялланаһың?
– МЧС-ник, – ти ул, бер минут та уйланып тормай. – Элек был һөнәр тураһында уйланғаным юҡ ине. Хәҙер, ошо ваҡиғанан һуң, ныҡлап хәл иттем. Ҡотҡарыусы булғым килә. Янғын һүндереүсе булып ҡына сикләнгем килмәй. Кешеләрҙе төрлө бәләләрҙән араларға, ярҙам итергә теләйем.
Ҡотҡарыусы булыр өсөн көслө, сәләмәт булырға кәрәк икәнлеген яҡшы белә Ирек, шуға күрә мәктәптәге барлыҡ спорт түңәрәктәренә йөрөй, айырыуса футбол уйнарға ярата. Атаһынан турник ҡуйҙырып алып, шунда шөғөлләнә. Был һөнәргә Башҡортостандан ситтә йә Санкт-Петербургта, йә Ҡазанда уҡырға мөмкин булыуын да белешкәндәр.
– Улығыҙҙы ситкә ебәрергә, хәүефле һөнәргә уҡытырға йәл түгелме һуң?
– Үҙе теләй бит. Мин уға ҡаршы килмәйем, киреһенсә, һәр башланғысында ярҙам итергә тырышам. Әлбиттә, әсә йөрәге балаһы өсөн һәр ваҡыт борсолоп торасаҡ. Шул уҡ ваҡытта уның ниәте изге – кешеләргә ауыр ваҡытта ярҙам итеү. Был уҡыу йорттарына индерергә тырышып ҡараясаҡбыҙ, – ти Светлана.
Бына шундай ҡыйыу, әммә күп һүҙ һөйләргә яратмаған тыйнаҡ егет йәшәй Этҡолда. Киләсәктә хыялдары тормошҡа ашып, ҡотҡарыусы һөнәренә эйә булыуын теләйбеҙ уға.
Фото: Ирек Үмәрбаевтың шәхси архивынан.