Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2019, 02:00

"Азат мажаралары" (әкиәт)

Азат тигән бик шуҡ һәм шаян малай булған, ти. Уйындан башҡаны белмәгән дә, һөймәгән дә. Ата-әсәһе эшкә киткәндә уға көн дә йомош ҡуша икән: утын индер, мал ҡара, һыу алып ҡайт. Азат:

- Ярай, әсәй, ярай, - тип көн дә вәғәҙәләр биреп ҡала ҡалыуын, ләкин уйынға мауығып онота ла ҡуя.

Бына бөгөн дә, ғәҙәтенсә, ҡушылған йомоштарҙы үтәмәне. Урамдан өшөп, асығып ҡайтып керҙе лә икмәк ашарға кереште. Телевизор ҡабыҙҙы, диванға тәгәрәне. Үҙе икмәк ашай, үҙе ятып телевизор ҡарай. Өй һалҡын, ҡараңғы төшөп тә бара. Тышта Аҡтырнаҡ шыңшый, ашарға һорай.

«Их, ниңә Аҡтырнаҡ һымаҡ көсөк түгелмен икән, - тип уйлай малай, - бер генә эше лә юҡ бит. Уйнай ҙа уйнай. Бына хәҙер көсөккә әйләнһәм, дәрес әҙерләргә лә кәрәкмәҫ ине.»

Шулай тип уйлауы була, ҡулынан икмәге төшөп китә. Ҡараһа – ҡулы ҡул түгел, көсөк тәпәйе икән. Малай йүгереп көҙгө ҡаршыһына бара. Бәй, көҙгәнән Азат түгел, ә аҡ тәпәйле йәш кенә эт ҡарап тора! Азат-Аҡтырнаҡ, аптырауҙан ни эшләргә белмәй, бәргеләнеп саба башлай. Кәүҙәһе менән ишекте этеп асып, юлға сығып саба.

Күрше йорттан Алғыр тигән оло кәүҙәле овчарка килеп сыға ла йүләрләнеп сабып йөрөгән Азат-Аҡтырнаҡты сыйылдатып талап ташлай. Был ят эткә ауылдың башҡа алабайҙары ла ташлана. Азат-көсөк ҡапҡа аҫтынан ихатаға инеп көскә ҡасып ҡотола.

«Былай бик хөрт икән шул, - тигән уй сағылып үтә мейеһенән.- Ҡалай өшөтә, ашағы килә.»

Ата-әсәһе эштән ҡайтып мейескә яҡҡан, өйҙән итле аш еҫе килә. Атаһы кискелеккә малға ашарға һалып йөрөй. Ят этте күреп ҡалып, һәнәге менән төрткөләп ҡыуып сығарып ебәрә.

Элекке дуҫы Аҡтырнаҡ ҡына баш тартмай унан. Ҡойроғон болғап, күҙҙәрен мөлдөрәтеп бергә йөрөй. Үҙенә тип һалынған аштан да өлөш сығара. Үҙәккә үткән һалҡын төн килә. Ике көсөк бесән күбәһе эсенә инеп ята. Ысын Аҡтырнаҡ бирешмәй, ә малай-Аҡтырнаҡ өшөүенән дер ҡалтырап, илап-шыңшып төн сыға.

Оҙаҡ көттөргән иртә килә. Малай ас, өшөй. «Ни эшләргә инде, ни эшләргә? Урманға китәйем әле. Бәлки, һунар итеп тамағымды туйҙырырмын», - тип уйлай. Урманға саба, ә унда төрлө-төрлө эҙҙәр күп. Тик ҡайһы эҙ ниндәй йәнлектеке икәнен көсөк айырмай. Мәктәптә «Тәбиғәтте өйрәнеү» фәнен насар үҙләштергән була шул. Шулай ҙа бер эҙгә төшөп ала ла, еҫкәнеп бара торғас, ҡыуаҡ аҫтында ял итеп ятҡан бүре өҫтөнә барып сыҡмаһынмы! Ярай әле, бүре туҡ була. Бер өтөк көсөктө оҙаҡ ҡыуып маташмай. Йөрәге ярыла яҙып, йән-фарман сабып ауыл ситенә килеп тәгәрәй был. Тороп ултырып, уйлана башлай: «Юҡ, эт булып йәшәй алмаҫ! Хәҙер йәнә малайға әйләнһә, ни эшләргә белер ине ул. Әсәһен тыңлар, тырышып уҡыр ине… Ауылдың аҡһаҡалы Мөхәмәтша бабайға барайым әле. Ул күп белә, бәлки, ярҙам итер. Уның өйө ауыл осонда ғына. Ана, үҙе, ҡар көрәп йөрөй.»

Аҡтырнаҡ-көсөк бабай алдына килеп ултырып, уға мөлдөрәп ҡарай.

- Бәй, бәй, был көсөккә ни булған һуң? Бар, өйөңә ҡайт, аҙаштыңмы әллә?

- Бабай, аптырама, көсөк түгел мин, ә - Азат. Көсөккә әйләнеп рәхәт йәшәргә уйлағайным да, хәҙер нисек малай булырға белә алмайым.

Бабай күпте күргән кеше булараҡ, аптырап, иҫе китеп бармай.

- Эй, бала, бала! Әгәр ҡылынған ҡылыҡтарың өсөн ысын күңелдән үкенһәң, икенсе улай булмаҫҡа һүҙ бирһәң, малайға әйләнерһең, - ти ул.

Малай-көсөк ҡойроғон күтәреп йортона саба. Ысын күңелдән үкенә, үҙенә-үҙе анттар бирә. Күҙенән ҡайнар йәштәре ҡойола. Оҙаҡ-оҙаҡ илағас, кәүҙәһенә үҙе лә һиҙмәҫтән күҙ һала. Ҡараһа, эт түгел, ә малай баҫып тора! Азат шатлығынан үрле-ҡырлы һикереп өйгә ташлана. Теше-тешкә теймәй ҡалтыранып килеп инә. Әсәһе иртәнге сәй әҙерләп йөрөй. Азаттың башынан ниндәй мажаралар үткәнен күҙ алдына ла килтерә алмай ул. Уны өләсәһенә ҡунырға барған икән, тип кенә уйлай.

- Әйҙә, улым, сәй эсеп ал да, мәктәбеңә йыйын, - ти ул, ғәҙәттәгесә, сабыр ғына итеп.

Азат ҡабалана-ҡабалана ҡоймаҡ ашай, эҫе сәй эсеп ала ла уҡырға китә.

Шул көндән алып Азат уңған, өлгөр малайға әйләнә. Бының серен хәҙер беләбеҙ инде.






Фото: интернет.




Читайте нас: