Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 02:00

Изге ғәмәлдәр йәмләй донъяны

Изгелек – ҙур көскә эйә. Рамаҙан айы башланыр алдынан районыбыҙҙың төрлө ауылдарының имам хатиптары Йәнырыҫҡа күркәм сараға йыйылды. Унда Ишембай районының имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов та ҡатнашты.

Изгелек – ҙур көскә эйә. Рамаҙан айы башланыр алдынан районыбыҙҙың төрлө ауылдарының имам хатиптары Йәнырыҫҡа күркәм сараға йыйылды. Унда Ишембай районының имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов та ҡатнашты.
Уның тәүге өлөшө мәҙәниәт йортонда үтте. Халыҡҡа рәхмәт белдереү, уларҙың изге ынтылыштарын хуплау сараһы ине ул. Йәнырыҫ мәсетенең имам-хатибы Рәшит хәҙрәт Фәйзуллиндың сығышында ауылдаштарының берҙәмлегенә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булыуҙарына ҡәнәғәтлек тә, рәхмәт тә сағылды. Зыяратты таҙартыу буйынса өмәләрҙә йәнырыҫтарҙың дәррәү ҡатнашыуы маҡтауға лайыҡ. Бер шәмбелә генә 100-гә яҡын кеше сыҡҡан. Һәр кемдең яҡындары ятҡан изге урынды ошолай таҙалыҡта, бөхтәлектә тотоуҙары үҙе матур күренеш. Мәсеткә ремонт эшләгәндә лә халыҡ ситтә ҡалмаған. Изгелек ҡылырға ынтылып торған, ауыл өсөн яныпкөйгән бик күп йәнырыҫтарға был көндө Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Районыбыҙ имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәттең һүҙҙәрендә лә рухи көсөбөҙҙө нығытырға саҡырыу яңғыраны. Йәмғиәтебеҙ әхлаҡлы булһын өсөн халыҡтың, иман йорттарының, ауыл хакимиәтенең ҡулға-ҡул тотоношоп эшләү мөһимлеге аталды.
Илшат хәҙрәттең һүҙенә ҡеүәт һымаҡ байрамда Йәнырыҫ ауылы хакимиәте башлығы Минияр Маннанов та ҡатнашты. Ул да ауылда иман артыуына ҡәнәғәтлеген белдерҙе, халыҡтың ауыл өмәләренә күпләп сығыуына рәхмәт әйтте.
Ҙур тарихы булған, күркәм Йәнырыҫ ауылының борон хатта дүрт мәсете, мәҙрәсәһе булған. Дини белем биреү, тәрбиә электән көслө булған тимәк. Бөгөн дә иман йорто буш тормай. Бында хатта балалар өсөн дә Ҡөрьән уҡыу дәрестәре ойошторолған. Улар төрлө ярыштарҙа ҡатнашып та үҙҙәренең ғилемен арттыра.
Байрамда сығыш яһаусылар күп булды. Уларҙа әҙәпкә саҡырыу ҙа, һәр ваҡыт берҙәм, дәррәү булыуға өндәү ҙә яңғыраны.
Һөйләнгән һүҙҙәрен тағы ла бер изге эш менән ҡеүәтләп ҡуйҙы был көндө йәнырыҫтар - мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы майҙансыҡҡа имамдар күмәкләшеп йүкә үҫентеләре ултыртты. Киләсәктә был урындың халыҡта “Имамдар аллеяһы” тип аталып кителеүе лә бик мөмкин. Барса ауыл халҡын изгелеккә әйҙәп оҙаҡ йылдар шаулап үҫеп ултырһын киләсәктә йүкә ағастары.
Имам-хатиптарҙың йыйылышы артабан ауыл мәсетендә дауам итте. Унда улар дингә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышты.

Фото: автор.
Читайте нас: