Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 02:00

АҒЫР ШИШМӘ СЫЛТЫР-СЫЛТЫР

Уҙған шәмбе Һайран ауылында шишмә биләмәһен төҙөкләндереү буйынса күләмле сара үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов та ҡатнашты.

Уҙған шәмбе Һайран ауылында шишмә биләмәһен төҙөкләндереү буйынса күләмле сара үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов та ҡатнашты.


Район хакимиәте белгестәре, Ишембай нефть колледжы, Ишембай һөнәрселек колледжы студенттары, “Маҡар урман хужалығы” коллективы, “Йәш гвардия” партияһының волонтерҙар хәрәкәте ағзалары, һайрандар үҙҙәре - өмәселәр байтаҡ йыйылып китте.


Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың атаһы Фәрит Барый улы заманында ошо ҡойоно ҡаҙытып, төҙөкләндереп, халыҡҡа һыу алырға уңайлы итеп эшләткән булған. Һайрандар өсөн был урын бик ҡәҙерле, әле булһа изгелеген күрәләр – бөгөн дә унан һыу ташып эсәләр. Шишмә биләмәһен матурлап төҙөкләндереү мәсьәләһен иң элек урындағы инициатив төркөм күтәреп сыға һәм ул хуплау таба.


- Бындай сара уҙғарыу тураһында алдан уйлап йөрөнөк. Ошо урында матур ял паркы булдырырға тигән маҡсатыбыҙ бар. “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигәндәй, бына бөгөн эш дәррәү ҡуҙғалды. Киләсәктә ул йәмле төҫ алыр, ололар ял итергә килер, йәштәр туй тантаналарында фотоға төшөр тип ышанабыҙ, - тине үҙе лә инициатив төркөмдә булған ауыл старостаһы Рәжәп Йәнтүрин.


Ҡул көсө генә түгел, ҡеүәтле техника ла эшкә ҡушылды. Шишмәнең тирә-яғы таҙартылды, элекке ағастар ҡырҡылды. Улар урынына “Маҡар урман хужалығы” йәш үҫентеләр килтерҙе. Уның етәксеһе Сәлим Хафизов әйтеүенсә, был биләмәгә генә 80 төп ҙур үҫентеләр килтерелһә, барлығы һигеҙ төрлө ағас урын аласаҡ. Йәһәт кенә кәрәкмәгән ағас ботаҡтары машиналарға тейәлде, тырма, көрәктәр ҙә тик торманы, тырматылғас, тирә-яҡ күҙгә күренеп йәмләнде, яңынан кәртәләү өсөн яңы бағаналар ултыртылды... Район хакимиәте башлығы үҙе лә өмәнең уртаһында ҡайнаны.


Тырышып эшләүселәргә ауыл хакимиәте белгестәре хәстәре менән ризыҡҡа бай ялан кухняһы әҙерләнгәйне. Эшләгән кешеләр йылы аштан, ҡайнар сәйҙән өҙөлмәне. Өмәлә ҡатнашыусылар шишмә һыуын тәмләне, самауыр сәйе менән дә һыйланды.


Һайрандағы өмә ҙур бер ваҡиғаға әүерелде. Ауылдың оло йәштәге инәйҙәре Мәрйәм Иҫәнова, Зәлифә Хөсәйенова, Сабира Баймөхәмәтованың килеүҙәре лә изге эшкә фатиха бирҙе.


- Ҙур эш ҡуҙғатылыуына һөйөнөшөп торабыҙ. Тирә-яҡҡа йәм биреп ултырһын был урын. Фәрит Барый улының халыҡ араһында абруйы ҙур булды, изге эше менән иҫтәлеге ҡалды, - тине 92 йәшлек Мәрйәм Иҫәнова.


Өмә – электән килгән матур йола. Бигерәк тә ауылдарҙа ауыр эштәр башҡарғанда халыҡ һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙамға йөрөгән. Һайрандағы өмә шул осорҙо сағылдырҙы.
















Фото: автор.
Читайте нас: