Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2019, 02:00

Килешеп эшләүгә ни етә

Район ауылдарында йыйылыштар тамамланыуға ҡала биләмәләренә ҡарағандарында халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә.

Район ауылдарында йыйылыштар тамамланыуға ҡала биләмәләренә ҡарағандарында халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә.
Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахмановты һәм уның командаһын смаҡайҙар ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды.
Был боронғо башҡорт ауылына Юрматы ырыуы аҫабалары 1690 йылда нигеҙ һалған. Территориаль йәмәғәт үҙидаралығын төҙөү ихтыяжы юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Ҡала биҫтәһенә әйләнгән Смаҡай халҡы үҙ ихатаһы булған шәхси өйҙәрендә йәшәй. Ҡала яны тип иҫәпләнһә лә, ауыл айырым йәшәп, үҙ көнөн үҙе күрә. Бында мең ярым самаһы кеше ғүмер итә, ауылса мал аҫырайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, үҙ эшен асып, бына тигән итеп эшләп йөрөгән эшҡыуарҙар ҙа етерлек. Халыҡтың күпселеге ҡалала эшләй. 11 йыллыҡ мәктәптә әлеге көндә 130 бала уҡый, уларға 18 уҡытыусы белем бирә. Мәктәпкәсә төркөмгә 23 бала йөрөй. Ҡыҫҡаһы, ябай ауыл халҡынан бер нимәһе менән дә айырылмай Смаҡай кешеләре. Әнүәр Хөснулла улы Шәнгәрәев Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып территориаль йәмәғәт үҙидаралығы төҙөү өсөн күп көс һәм тырышлыҡ һала һәм хәҙер ҙә, уның рәйесе булараҡ, барлыҡ ойоштороу эштәренең башында тора. Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт палатаһы ағзаһы, уҡытыусы, хеҙмәт ветераны ең һыҙғанып, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй.
Смаҡайҙа клуб 50-се йылдарҙа уҡ бөтөрөлгән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында барлыҡ халыҡ йолаларын да башҡаралар, байрамдар үткәрәләр. Ағинәйҙәр ойошмаһы һуңғы йылдарҙа ауылдар тормошонда барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултыра.
Башҡа ауылдарҙағы кеүек Смаҡай ауылында ла проблемалар етерлек. Шуларҙың иң ҙуры - Смаҡай менән Алебастр ҡасабаһы араһында электр лампаларының бөтөнләй булмауы. Балалар мәктәпкә ҡараңғыла йөрөргә мәжбүр. Урамдарҙа тротуарҙың юҡлығы ла ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра. Бигерәк тә ҡыш көндәрендә ауыл урамдары юлдарға һалған көрттән тарая, балалар мәктәпкә оло юлдан йөрөргә мәжбүр була. Был уларҙың ғүмере өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра. Партизан, Загорный урамдарында юл юҡлығына зарлана смаҡайҙар. Яҙын-көҙөн тубыҡтан батҡаҡ кисеп йөрөргә мәжбүр халыҡ. Тормош булғас, мәшәҡәттәре, әле теге, әле был мәсьәләләре булып торор. Иң мөһиме, уларҙы бергәләп, кәңәшләшеп хәл итеү кәрәк.
- Һорауҙар күп, эшләйһе эштәр тағы ла күберәк. Эшләргә кәрәк. Барыһын да бер юлы башҡарып сығып булмай, ләкин ҡайһылыр мәсьәләләрҙе беренсе сиратта хәл итергә, ҡайһыларын аҙаҡҡараҡ ҡалдырырға тура киләсәк. Һәр нәмә үҙ ваҡыты менән булыр, - тине район башлығы Азамат Абдрахманов йыйылыш аҙағында.

Фото: автор.
Читайте нас: