Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2019, 02:00

Рәхмәт һеҙгә, янғын һүндереүселәр!

30 апрелдә ер йөҙөндә иң мәрхәмәтле, иң ҡыйыу һөнәр эйәләре – янғын һүндереүселәр көнө билдәләнә. Шул уңайҙан Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар менән бергә янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

30 апрелдә ер йөҙөндә иң мәрхәмәтле, иң ҡыйыу һөнәр эйәләре – янғын һүндереүселәр көнө билдәләнә. Шул уңайҙан Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар менән бергә янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
Балалар янғын һүндереүсе ағайҙарҙың һөнәри байрамдары менән ҡотлап, шиғырҙар һөйләнеләр, иҫтәлеккә үҙҙәре төшөргән һүрәттәрҙе бүләк иттеләр.
Беҙҙең Түбәнге Әрмет ауылында 1930 йылдан алып янғын һүндереүселәр командаһы ойошторолған. Бөгөнгө көнгә хәтлем бөтә көстө янғындарҙы иҫкәртеү эшенә, утты тиҙ арала һүндереүгә, авария-ҡотҡарыу сараларын башҡарыуға йүнәлтә ауылыбыҙ янғын һүндереүселәре. Әбдрәфиҡов Әмир, Горбунов Константин, Ғөбәйҙуллин Фәнис, Хәлитов Минебай - ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ сифаттарын һынландырған һөнәр эйәләре - үҙ эшенә бирелгән кешеләр. Улар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн ҡатмарлы шарттарҙа ла ут менән көрәшкә инергә һәр ваҡыт әҙер. Шуға күрә янғын һүндереүселәр хеҙмәте хөрмәткә һәм һоҡланыуға лайыҡ.
Быйыл, иңдәрендә ғүмерҙәрҙе, мөлкәтте уттан һаҡлап ҡалыу бурысы ятҡан яуаплы һөнәр эйәләрен ҙурлау көнө еткән мәлдә ҡыуаныслы хәбәр алды Әрмет янғын һүндереү командаһы. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Фәрит улы Абдрахманов уларға янғынға ҡаршы профилактик эштәр алып барыуҙа актив эш күрһәткәндәре һәм Рәсәйҙә янғын һағына 370 йыл тулыу айҡанлы рәхмәт хаты тапшырҙы.
Янғын һүндереүсе һөнәре еңелдәрҙән түгел. Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, еңел булмаған, әммә маҡтаулы эшегеҙҙә уңыштар, имен булыуҙарығыҙҙы теләйбеҙ!



Читайте нас: