Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2019, 02:00

Ишембайҙар Москалевтан үс ала

20 апрелдә өфөләр судья Владимир Москалевтың эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Шунан алып тәнҡит кәмемәне, киреһенсә, көсәйә генә.

20 апрелдә өфөләр судья Владимир Москалевтың эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Шунан алып тәнҡит кәмемәне, киреһенсә, көсәйә генә.


“Өфө” – “Арсенал” футбол командалары араһындағы матчта эшләгән баш арбитрҙы беҙҙең көйәрмәндәр ҙә, клуб етәкселеге лә ғәҙелһеҙлектә ғәйепләгәйне. Хатта “Өфө” сәйханаһы хеҙмәткәрҙәре “Москалевса өс бармаҡ” тип атап, халыҡҡа һарыҡ итенән яңы ризыҡ та тәҡдим иткәйне.


“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, әле килеп Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылындағы ҡыйлыҡҡа махсус ҡарар нигеҙендә Рәсәй Премьер-лигаһы судьяһы Владимир Москалевтың исеме бирелгән. Был хаҡта ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әмир Сафиуллин хәбәр иткән.


“Беҙ бөтә ауыл менән уның башбаштаҡлығына ныҡ асыуландыҡ. Сүп-сар полигонын нисек атарға белмәй инек, Өфө көйәрмәндәре сайтта ошо тәҡдимде индерҙе”, – тип мәғлүмәт агентлығы етәксенең һүҙҙәрен килтерә.


Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА

Читайте нас: