Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2019, 02:00

Мәңге хөрмәт һиңә, ветеран!

Түбәнге Әрмет ауылы китапханаһы һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар менән ауылдың берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдрафиҡов Рәшит Хәким улының йортона осрашыуға барҙы.

Түбәнге Әрмет ауылы китапханаһы һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре иң актив китап уҡыусылар - Рәхимҡолова Аделина, Мансурова Эльвина, Рәхимҡолов Денислам, Мансуров Илнур менән ауылдың берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдрафиҡов Рәшит Хәким улының йортона осрашыуға барҙы.


Балалар ветеран бабайыбыҙға шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап ишеттерҙе. Һуғыш ветераны Рәшит Хәким улының ҡыҙы Кәримә апай балалар биргән һорауҙарға бик ихлас яуап ҡайтарҙы. Ветераныбыҙ балаларҙың килеүенә ҡәнәғәт булып, уларға уҡыуҙарында уңыштар теләп ҡалды.



Читайте нас: