Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2019, 02:00

Ҡайҙа ла бер үк күренеш: юлһыҙлыҡ, эскелек

Байғужа ауылында үткән йыйылышты халыҡ көткән. Белгестәр эргәһенән кеше өҙөлмәне, дөйөм йыйылыш та ҡыҙыу барҙы.

Байғужа ауылында үткән йыйылышты халыҡ көткән. Белгестәр эргәһенән кеше өҙөлмәне, дөйөм йыйылыш та ҡыҙыу барҙы.
- Тәйрүк йылғаһы яҙғы ташҡын ваҡытында биш урамды баҫа, быйыл ғына һыу күтәрелмәне. Беҙҙе ошо проблема борсой. Шулай уҡ Байғужа ауылы эсендәге юлдарҙың насар булыуы ла күңелде өйкәгән күренештәрҙең береһе, - тип һөйләне Арал урамында йәшәүсе Тәскирә Фәхретдинова.
Был һорау башта айырым белгестәргә төбәлһә, дөйөм йыйылышта ла күтәрелмәй ҡалманы. Юлдарға килгәндә, быйыл Байғужала ике урамға - Совет һәм Күл урамдарына ҡырсынташ түшәү ниәтләнә. Шулай уҡ Кинйәбулат ауылында ла ике урамда ремонт көтөлә. Был эштәр Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге сараларға бүленгән аҡсаға эшләнәсәк.
Юлдар торошо күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы:
- Ҡасан Механизаторҙар урамында юлдар ремонтланасаҡ? – тигән һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Район хакимиәте башлығы Азамат Фәрит улы мөмкинселек булғанда был урамдағы юлдар быйыл уҡ төҙөкләндереләсәген, юҡ икән - киләһе йылға ҡалдырыласағын әйтте. Тәйрүк йылғаһын таҙартыу буйынса һорау ҙа көнүҙәк. Был халыҡты күптән борсоған проблема. Шуға киләһе йылға аныҡ маҡсаттар ҙа билдәләнгән. Ауыл хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы берлектә
Тәйрүк һәм Әсе йылғаларының үҙәндәрен таҙартыу буйынса проектдокументация эштәрен башҡарған. Күләмле ҙур эш 2020-2021 йылдарға тәғәйенләнгән, ул Федераль программанан финансланасаҡ.
Маршрут автобусына ҡағылышлы мәсьәләне лә күтәрҙе ауыл халҡы. Автобус ауыл ситенән түгел, ә эсенә инеп ураһын ине тигән теләк белдерҙе улар. Был һорау транспорт компанияһы менән берлектә ҡараласағын әйттеләр. Шунда уҡ ҡалаға йөрөп уҡыусы балалар күплеген иғтибарға алып, уларҙы айырым мәктәп автобусы менән йөрөтөү юлдары ла ҡаралды.
Кинәт электр һүнеүе, һөҙөмтәлә электр приборҙарының эшлектән сығыуына зарланып сығыш яһаусылар ҙа булды. Бындай осраҡтарҙа халыҡты ла алдан иҫкәртергә кәрәклеген әйттеләр. Үтенес иғтибарҙан ситтә ҡалманы, кеше күп йөрөгән урындарҙа белдереү элергә, ауыл хакимиәте сайтына мәғлүмәт урынлаштырырға тигән тәҡдимдәр яңғыраны. Электр һүнеүенең сәбәбен асыҡлау тураһында ла һүҙ барҙы. Кәрәк икән трансформаторҙы алмаштырыу сараһын күреү мөһимлеге аталды.
Ауылда клуб мөдиренең, художество етәксеһенең булмауына ла халыҡ ризаһыҙлығын белдерҙе. Байрамдар, төрлө саралар үтеп тора, әлбиттә, халыҡты туплап торған мәҙәни усаҡтың хужаһы, төрлө саралар ойоштороусыһы кәрәк. Был проблеманы ла хакимиәт башлығы иғтибарға алды, тиҙҙән уның хәл ителеренә ышаныс ҙур.
Башҡа ауылдарҙағы һымаҡ Байғужала ла сүп-сар сығарыуға ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Ауылда бер нисә урында сүп-сар өсөн контейнер ҡуйыу кәрәклеген берәүҙәр хуплап сығыш яһаһа, икенселәр был күренешкә ҡаршы төштө.
Заман афәтенә әйләнгән эскелеккә ҡаршы сығыштар ҙа көслө яңғыраны. “Насар шөғөлдәрен туҡтатһындар өсөн, эске һатып халыҡты ағыулаусыларҙың һәр береһенә барып һөйләшергә, аңлатырға кәрәк”, - тигән фекерҙәр әйтелде. Халыҡтың һүҙе үткер, дәррәү ҡуҙғалғанда байғужалар ҙа эскелекте тамырынан ҡоротор.
Фото: автор.
Читайте нас: