Тәүгеһен “Экология-21” ғилми производство предприятиеһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (генераль директоры Максим Назаров) тәҡдим итте. Уларҙың эше тирә-яҡты яҡшыртыуға йүнәлтелгән – нефть һәм быраулау шламдарын эшкәртеү, нефть менән бысранған биләмәне таҙартыу буйынса экологик үҙәк төҙөү. Тирә-яҡҡа кире йоғонтоно кәметеүҙе, тупраҡты нефть продукттарынан таҙартыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был эш бөгөн көнүҙәк булып тора һәм ул хуплау тапты. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте һәм “Экология – 21” ғилми-производство предприятиеһы” йәмғиәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Инвестиция сәғәтендә тағы ла бер проект ҡаралды – йомшаҡ мебель етештереүсе һәм һатыусы “Юрматы мебеле” компанияһының эшен киңәйтеү, уның сауҙа әйләнешен арттырыу, улар етештергән мебелде республикала һәм унан ситтә билдәле итеү тураһында һүҙ барҙы. Йәш йүнсел Илнур Ғиниәтуллиндың ниәте лә тормошҡа ашыр – яңы цех, яңы сауҙа бинаһы төҙөлөп, ҡалабыҙ үҫешенә үҙ өлөшөн индерер тигән ышаныстабыҙ.