Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2019, 02:00

"ЛОТЕРЕЯ" (хикәйә)

Яңы йыл алдынан хыялдар, ысынлап та, тормошҡа аша ла ҡуя икән!Доньяла ике генә байрам бар. Ул - тыуған көн һәм Яңы йыл, тип һанаған Азаматҡа быйыл яратҡан байрамын атаһының тыуған ауылында ҡаршыларға тура килде. Атаһы - Себерҙә вахтала, ә әсәһе көтмәгәндә ауырып китте. Азаматты, әлбиттә, ауылға ебәрҙеләр. Үҙен ауылда берәү ҙә танымаясағы бигерәк тә ҡанатландыра ине бала күңелен. Кейеме лә ниндәйерәк бит әле! Тыуасаҡ йылдың символы - әтәс булып кейенәсәк Азамат. Шыршы байрамына бөтә әйберҙәре лә әҙер булыуына ҡарамаҫтан, кейемен ҡырамаһы ҡырҡ кейеп ҡараны.Ҡартәсәһе

лә ейәненең ыңғайына әле әтәстең ҡойроғон, әле кикереген матурлап маташты. Кисте икәүләп саҡ еткерҙеләр.

Бына, ниһайәт, көткән мәл дә килеп етте. Азамат, башҡалар күрмәгәндә генә, кейенеп алды. Һиҙеп ҡуймаһындар өсөн ҡартәсәһенән алыҫыраҡ бер мөйөшкә барып баҫты.

Яңы йыл байрамы ғәҙәттәгесә башланды. Тәүҙә балалар күмәкләп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡырып алды. Бындай ҡалын әкиәти тауышлы мөһабәт Ҡыш бабайҙы Азамат тәүләп күрә, әллә ысын урмандан килдеме икән тигән уй ҙа инеп сыҡты башына. Шунан һуң Ҡыш бабай серле таяғы менән шыршының уттарын тоҡандырып ебәрҙе. Балалар ҡыуаныштарынан шыршы тирәләй өйөрөлөп йырҙар йырланы, бейене. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сағыу төҫтәге кейемле әтәсте үҙҙәренең эргәһендәрәк тоторға тырышты шикелле. Бер нисә уйынға Азаматты хатта башлап йөрөүсе итеп тә ҡуйҙылар.

Кейемдәргә бүләктәр тапшырғанда әтәсте тәүгеләр рәтендә ҡотланылар,

тик әлегә кем икәнен генә белә алманылар. Жюри ағзалары Азаматтың үҙенән ипләп кенә һорап та ҡараны. Ә ул интриганы тағы ла ҡуйыртып: “Кикирикүүүк!”-тип ҡысҡырыу менән генә сикләнде.

Бүләктәрен һиҙҙермәй генә ҡартәсәһенә тапшырып, шыршы янына килешләй, Азамат иҙәндән тигеҙ генә итеп ҡырҡылған бер ҡағыҙ киҫәге табып алды. Иғтибарлыраҡ итеп ҡараһа, лотерея!

Азаматтың тын алышы йышайып китте. Башында ҡапма-ҡаршылыҡлы

ике фекер көрәшә ине ошо мәлдә. Беренсеһе лотереяны хужаһына ҡайтарып бирергә кәрәк тиһә, икенсеһе, уны бит юғалтҡандар, ә һин табып алдың, тимәк, лотерея һинеке, тип иҫбатлай ине.

Азамат шулай ике ут араһында күпме яныр ине икән, Ҡарһылыуҙың тауышы ҡапыл уны ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Лотерея уйынын үткәрергә ярҙамсы кәрәк, сағыу тауышлы әтәсте номерҙарҙы ҡысҡырып әйтеп тороусы итеп саҡыра икән. Азамат еңел һулап ҡуйҙы.Ҡулын өтөп барған ҡағыҙ киҫәген кеҫәһенә һалды ла,Ҡарһылыу һөйрәп сығарған билеттарҙың номерҙарын ҡысҡырып иғлан итә башланы.

Башта бөтәһе лә һәйбәт кенә барҙы.Тик 83-сө номерлы билетты иғлан ит-

кәйнеләр, яуап биреүсе булманы ла ҡуйҙы. Азамат тағы ла ҡабатлап ҡысҡырҙы. Яуап ҡына юҡ та юҡ. Ипләп кенә кеҫәһендәге билетты сығарып ҡараһа, тап шул! Табышы тураһында ҡысҡырып әйтергә иң уңай мәл дә бит, ниндәйҙер көс тотҡарлап тик тора.

Ул арала Ҡарһылыу киләһе билетты һөйрәп тә сығарҙы. Азаматҡа ла уйынды дауам итеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Бына, ниһайәт, бөтә билеттәр ҙә уйнатылып бөттө.Ҡарһылыу шыршы тирәләй балаларҙы теҙә лә башланы. Кәрзиндә бер Барби ҡурсағы ғына

етемһерәп ятып ҡалды...

Көтмәгәндә Азамат нишләптер илап торған ҡар бөртөгө булып кейенгән

бәләкәй генә ҡыҙыҡайға иғтибар итте һәм шунда уҡ барыһын да аңланы. Бөтәһен дә тертләтеп, әсе тауыш менән: ”Тороп тороғоҙ, зинһар өсөн! Яңы ғына 83-сө номерлы лотерея билеты табылды. Кем билетын юғалтты?”-тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Тик теге ҡыҙыҡай ғына әллә иғланды ишетмәй, әллә аңламай, бер урында тик тора.Ҡарһылыу ҙа күреп ҡалды илап торған Ҡар бөртөгөн. Ҡыҙыҡайҙы йыуата-йыуата әсәһенә табан етәкләп алып китте.

Азамат кеҫәһен өтөп барған билетты баш осона күтәрҙе лә, иғланын тағы ла ҡабатланы.Ҡар бөртөгөн етәкләп килгән апай ғәйепле тауыш менән: ”Мәүлиҙә ҡыҙым билетын юғалтты шул, номерын иҫләмәй. Беҙҙеке булһа ярар ине лә ул” - тине, шикләнеп кенә. #Балалар дәррәү: ”Һеҙҙеке, Мәүлиҙәнеке!» - тип ҡыуанышып ҡысҡырышты.

Азамат, өҫтөнән ҙур йөк төшкәндәй, Ҡар бөртөгөнә Барби ҡурсағын тотторҙо. Етемһерәп ятҡан ҡурсаҡ та йылмайып ебәргәндәй тойолдо Азаматҡа.

Насип Һаҡмаров.





Фото: интернет.



Читайте нас: