Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 02:00

"Мә, бишем!" (хикәйә)

Гөлшат апай өйҙән сыҡҡанда, Тимур менән Рөстәм урамда шарт та-шорт һуғышып яталар ине. Малайҙар уларҙы түңәрәк уртаһында ҡалдырып, бер-береһенә нығыраҡ һөсләтәләр...

- Был ни тигән эш ? Йәгеҙ әле туҡтағыҙ ! - тип әсә ике һуғыш суҡмарын , ике яҡҡа борҡотоп ебәрҙе.

Тимур:

- Әсәй, кит ҡамасаулама, мин уны хәҙер еңәм !

- Еңмәй тор әле, әйҙә өйгә ин ! Мин һине хәҙер мөйөшкә баҫтырып ҡуям, атайыңа әйтәм.

Әсә улын өйгә һөйрәп тиерлек алып кереп китте.

Ингәс малай үҙ бүлмәһенә бикләнеп, еңә алмағанлыҡ ғәрлегенән, мендәренә ҡапланып бик оҙаҡ иланы. Киске ашты ла ашаманы.

Тимур шулай ике көн өйҙән сыҡмай, әсәһенә үпкәһен онотмай, һөйләшмәҫ булды. Атаһының һөйләшеп ҡарауы ла һөҙөмтә бирмәне.

- Мин йүнһеҙ, ҡурҡаҡ, мин Рөстәмде еңергә тейеш инем. Һин, әсәй, миңә ҡамасауланың. Хәҙер минән малайҙар көләсәк ... - тип Тимур үҙенә йомолдо.

Хәҙер ни эшләргә инде тип әсә уйға ҡалды...

Бер көн иртән поликлиникаға барырға кәрәк ине. Әсәһенең бик оҙаҡ өгөтләүенән һуң ғына юлға сыҡтылар улар. Тышҡы ишекте бикләп торғанда, өҫкө этажда ғына йәшәгән Рөстәм әсәһе менән төшөп киләләр ине. Рөстәм Тимурҙы күргәс :

- Әйҙә, үпкәләшмәйек, дуҫ булайыҡ! - тип бишен бирҙе.

Тимур ҙа бик ҡәнәғәт бишен бирҙе. Ике дуҫ етәкләшеп алдан йүгерҙеләр. Шулай, хәл көтмәгәндә, еңел генә сиселде лә ҡуйҙы.


Әгәр шунда Рөстәм осрамаһа, бишен бирмәһә, был хәл Тимур өсөн нисек бөтөрөн күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын...




Фото: интернет.



Читайте нас: