Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 02:00

Етәкселек әрметтәрҙең зарын ишетте

Редакция коллективының Әрмет яҡтарында йөрөп ҡайтыуына район хакимиәте менән берлектә үткәрелгән граждандар сходына ла сират етте. Халыҡты борсоған нәмәләрҙе хәбәрсе күҙлегенән гәзиткә яҙыу бер булһа, һорауыңды туранан-тура район хакимиәте башлығына биреү, яуаплы ведомство белгесенән шул мәлдә үк аныҡ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге тағы ла шәберәк.

Редакция коллективының Әрмет яҡтарында йөрөп ҡайтыуына район хакимиәте менән берлектә үткәрелгән граждандар сходына ла сират етте. Халыҡты борсоған нәмәләрҙе хәбәрсе күҙлегенән гәзиткә яҙыу бер булһа, һорауыңды туранан-тура район хакимиәте башлығына биреү, яуаплы ведомство белгесенән шул мәлдә үк аныҡ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге тағы ла шәберәк.
Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йорто халыҡты матур концерт менән ҡаршыланы, хакимиәт вәкилдәре һәм төрлө өлкә етәкселәре килеп етеүгә ауылдаштар күмәк йыйылып өлгөргәйне. Был үҙе үк халыҡтың биләмәләге эштәргә битараф булмауын күрһәтә.
Халыҡтың кәйефе, дәрте тормоштоң алға барыуын, ыңғай, матур эштәрҙе үҙ ерендә күреп, тойоп йәшәүенә ныҡ бәйле. Залда яңғыраған һорауҙарҙан сығып, ошолай фекер йөрөткәндә Түбәнге Әрметтә тормош бөгөн уңайлыраҡ, етешерәк тойолғандай. Бында мәҙәниәт йорто балҡып тора, ауыл Советы хакимиәте, китапхана, АТС, полиция участковыйы бүлмәһе ошонда урынлашҡан. Ауыл ҙурыраҡ булғанғамы, биналарҙың ҙурырағы, яңырағы тигәндәй, ошонда урынлашҡан. Үрге әрметтәр иһә егерме йыллап өмөтләндереп килгән ҙур бинаның – ауылдың комплекслы социаль-мәҙәни үҙәге булырға тейешле төҙөлөштөң тамамланыуын көтә бирә.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылға бындай ҙур күләмле төҙөлөштө финанслауға аҡса бүлеү мөмкинлеге юҡ. Проекты бар, эштәр 26 миллион һумға баһаланған. Был мәсьәләне беҙ күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡбыҙ. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, әле бик күп халыҡты хеҙмәтләндергән Петровск участка дауаханаһын капиталь ремонтлауға тотонабыҙ. Бюджет мөмкинлектәре сикле булғанда нимәгәлер өҫтөнлөк бирергә, түҙерлеген көттөрөп торорға тура килә, - тине район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов үрге әрметтәр һорауына. Әлбиттә, өмөттө өҙөргә ярамай. Төҙөлөш хакимиәт иғтибарында, ауыл ерендә мәҙәниәт усаҡтарын күтәреү буйынса программалар эшләй, ошо йүнәлештә мөмкинлектәр табырға кәрәк.
- Петровск участка дауаханаһы ремонт ваҡытына ябыла, шул мәлгә Маҡар участка дауаханаһында стационар урындар булдырыласаҡ. Быны халыҡ күптән һорай. Маҡар участка дауаханаһы тулы көскә эшләп китһә, кире артҡа сигенмәҫкә ине, - тине Азамат Фәрит улы әрметтәрҙең Маҡарға дауаханаға йөрөү күпкә уңайлыраҡ булыуы тураһындағы тәҡдименә.
Халыҡ күңелендәген ярып һала. Үҙәк район дауаханаһы етәкселегенә поликлиникаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың, урта персоналдың ауыл халҡы менән ҡырыҫ һөйләшеүе хаҡында әйтелде. “Маҡарҙа Богданов етәкләгән коллективҡа барып, халыҡ менән мөғәлләмә итергә өйрәнһендәр!” - тип тә ебәрҙеләр.
Ике ауылда ла фельдшер пункттары ҡәнәғәтләнерлек хәлдә түгел. Түбәнгеһендә ремонт талап ителһә, Үрге Әрметтәге үткән быуаттың 60-сы йылдарҙағы төҙөлөшкә уфтанмай ҡарап булмай.
- Үрге Әрметтә 400-гә яҡын кеше йәшәй, халыҡтың уртаса йәше - 45,5. Бындай шарттарҙа халыҡты ҡабул итергә ярамай, ә нимә эшләргә? – тине 40 йылдан ашыу ошо ауылға хеҙмәт иткән фельдшер Валентина Сиражетдинова. – Социаль-мәҙәни усаҡ төҙөләсәк, фельдшер пункты ла шунда буласаҡ тип, өмөтләнеп ҡартайыштыҡ.
Район етәкселеге дөйөм халыҡ зарын ишетте. Ауылдарҙа йәштәр төпләнһен, мәктәпкә барырлыҡ балалар булһын тиһәк, әлбиттә, иң тәүҙә кешесә шарттар тыуҙырылыуға иғтибар булырға тейеш.
Депутаттар һайлау мәлдәрендә бик әүҙем йөрөй бит, ошондай халыҡ йыйылыштарына йышыраҡ килһендәр ине. Сетерекле проблемаларҙы хәл итешеүҙә уларҙың да ярҙамы кәрәк, тип тә урынлы мөрәжәғәт итте әрметтәр.
Биләмә хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев ауылдаштарының юлдарҙы төҙөкләндереүгә бәйле һорауына тулы яуап бирҙе. Республика бюджетынан ошо маҡсатҡа бүленгән 500 мең һум ике ауыл урамдарын төҙөкләндереүгә бер тигеҙ тотоноласаҡ. Техникаға бай әрметтәр был эштәрҙә үҙҙәре лә бергәләп ҡатнашырға әҙер. Быйылғы ҙур эштәрҙән, әлбиттә, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә ике ауылда 22 километрға һуҙылған һыу селтәрҙәренең иң проблемалы участкаларын капиталь ремонтлау буласаҡ.
Ауылда янғын хәүефен арттырған ташландыҡ йортихата, ҡый баҫҡан участкалар хужаларына ҡарата сара күреү, пай ерҙәренең эшкәртелмәй, хужаһыҙ ятыуына бәйле һорауҙар, ауылда сүп-сар өсөн контейнерҙар ҡуйыу заман талабы булыуы хаҡында ла һүҙ барҙы.
- Бөгөн эште ойоштороу ауырлыҡтары ғына беҙҙе туҡтатып ҡалырға тейеш түгел. Сүп-сарҙы йылға буйына, урманға түгел, махсус полигонға сығарыу, эшкәртеү мәҙәниәте яйлап аңыбыҙға һеңәсәк. Ҡайһы бер ауылдарҙа - 35, беҙҙә 70 һум түләү тиһегеҙ – тәүге хаҡ сүпсарҙы сығарыу быйыл ғына ойошторолған биләмәләргә ҡуйылған, - тип аңлатты “Эко-Сити” Төбәк операторы вәкиле.
Осрашып һөйләшеү һөҙөмтәләре халыҡтың көнкүрешендә сағылһын тип теләйек, маҡсаттар, өмөттәр менән бергә, бөгөн тотоп эшләп булғандары оҙаҡҡа һуҙылмаһын.
Фото: автор.
Читайте нас: