Артынан ишекте япты. Башҡаса асырға теләмәгәндәй күн япмаға арҡаһы менән терәлә биреп тә торҙо. «Инер ишегеңде ҡаты япма», тиҙәр бит, ә ул бөгәсә рәнйе-гән күңелен иңрәтеп кире ҡайтмаҫҡа хәл итте. Һыҙылып өлгөрмәгән таң ҡараңғы-лығында күтәрмәлә таш балбалдай биниһая ваҡыт һерәйгәс, бөксәңдәп, төртәлә-нә-төртәләнә бейек тупһанан төштө, ҡараңғылыҡ шаршауын бөркәнеп йоҡлаған тын урамға сыҡты. Ҡартайыуы еткән йоҡоһоҙ Аҡтырнаҡ һаҡ ҡына килеп аяғына һыйынды ла ялағайланып, ҡойроғон болғай-болғай һырпаланырға тотондо. Ошо һунар этен кейәүе көсөк кенә сағында күрше Михайловка ауылындағы ҡатышып йәшәгән белешенән ике һарыҡҡа алмашып алғайны.Ҡиммәттән һалдырып ҡар-шы төшөп маташҡайны ла Фәриҙә, тоҡомло зат арзандан булмай ул, тип кейәүе ҡуйырҙан да ҡуймай апҡайтты барыбер, бер генә ҡулға өйрәтеп үҙе ҡарап үҫтер-ҙе, урман-ҡырҙарҙы ҡыҙырғанда артынан ҡалдырманы.Ҡарыулы, алғыр сағында дан һунар эте ине, хужаһы менән ҡош-кейекһеҙ ҡайтманылар, хәҙер йорт-ҡура тирәһен һаҡлауҙан арыға эшкинмәй. Һаҡлай, тип әйтеү ҙә үтә шартлы инде, тоҡ-омло йән эйәһе булғанғамы үҙен тыныс, сабыр тота, сәүек эттәр ише ерле юҡҡа сарғаланып бармай, көн тимәй, төн тимәй күләгәләй ҡымғырлап йөрөп ятыуы. Ҡымтылған йоҡа ирендәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ яҙып шыбырҙаны: «Тынғы белмәҫ тоғро мәхлүк, минең ише һинең дә хәжәтең ҡалмаһа ла һаман һаҡтаһыңмы ни әле? Һиңә бит һуңғы көндәреңә саҡлы бында йәшәргә. Бар!..» Бурҙайҙың ялбыр йө-нөнән һыйпаны, муйынсаһынан эләктереп ишек алдына йүнәлтте лә артында шар асыҡ ҡалған бәләкәй ҡапҡаны үҙенә ҡарай тартып келәһен элде. Ауырлыҡ менән ҡайырылып утлы тәҙрәләргә төңөлөүле баҡты, ҡорған аша ялпылдаған шә-үләләрҙе сәйерһенеп күҙәтте. «Әллә һуғышалар инде?.. Кем олоһо кем кесеһе йә-шендәләр, әҙерәк оялһаларсы! Хәйер, кемдән тартынһындар, түлһеҙ зарығып икәүҙән-икәү генә көн итәләр бит ғүмерҙәре буйы, балаһыҙ өйҙән ҡот та, әҙәп тә, тәртип тә ҡаса шул шулайтып …» Эстәге иреш-талаш хатта бында ишетелеп тор-ғандай. Ул барҙа әрләшеүҙән, ғауға ҡуптарыуҙан нисек тә тыйылалар ине, әле бы-на сығыуы булды ҡаныҡҡандай бер-береһенең муйынына барып йәбештеләр шик-елле. Фәриҙә ҡыҙының сеңләп илауы ҡолағына салынды. Ошо ерҙә һиҫкәнеүле те-ртләп китте. Тыуғас та барлығын иҫбатлап яр һалған сабыйының тәүге өнөн ишет-кән саҡта һыҙланыу аша йылмайып оҙаҡ көсөргәнеүҙән еүешләнгән башын түрб-аш яғына ҡайырғайны түгелме?. Барса ауылдың балаларын яҡты донъяға ҡабул
иткән кендек инәһе Ҡыҙбикә ҡарсыҡ ҡыҙыл йоморосайҙы һәлмәкләп һикертеп, юғары күтәреп, һөйөнсөләгәндәй уға күрһәткәйне: «Сөбхәналла, Гөлбикә килен, осло күҙ тейә генә күрмәһен берүк, туп-тумалаҡ, бынамын тигән ҡыҙың бар! Ауы-рлығы ла сап-самай, үҙенә етмәле, ағзалары ла теүәл. Сарғаланып мыжыуы ҡыҙ затынан икәнлеген иҫбатлап наҙланыуы ғына …» Уңғансы, урындыҡтың шаршау менән бүленгән яғына яҡынламаһа ла йылымыс һыу, таҫтамал хәстәрләп, башҡа мәшәҡәттәрҙә кендек әбейенә булашып йүгергеләгән бейеме кәсә менән ҡоротло һурпа индереп бирҙе, уны ауыҙ иткәс тулғаҡ тотоуҙан йонсоған тәненә хәл кереп киткәндәй итте. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң апһыны аҡ биләүгә төрөлгән сабый-ын эргәһенә индереп һалды ла белекле төҫтә аҡыл өйрәтте: «Мә, бәпесеңдән имс-әгеңде еңелсә генә алдыр ҙа кире бир, ыуыҙыңды артыҡ һурһа эсенең ауыртыуы бар!» «Бәпес, бала?!. Минең бит ҡыҙым бар, мин әсәй!» Шул уйынан ҡояштай бал-ҡып китте лә эргә-тирәһендә тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ураланыуға ҡарамаҫтан һөт-тән тирткән түшен тартына-тартына күлдәк иҙеүен ҡайырып сығарып имсәк осон уймаҡ ауыҙға ҡаптырҙы.Теләр-теләмәҫ кенә ирендәрен сәпелдәткән ҡыҙы һөт тәм-ен тәтегәс талпандай ҡаҙалып, ҡомһоҙланып имергә кереште. Тәнен кинәт, ошоға-са кисереп ҡарамаған ҡытыҡты килтергес ләззәт солғап алды, булмышы гөлтләп тоҡанды, балаһы менән айырылғыһыҙ булып береккән йәне шатлыҡ-ҡыуаныстан йондоҙло асманға сойорғоно… Хәҙер ана, йәш яғынан уны ҡыуалатып, пенсияға етеп килгән ҡыҙы сеңләп илай. Әсә өсөн балаһының илауын ишетеүҙән дә ауыр ғазап бармы икән был донъяла? Юҡтыр.
Ваҡыт-ваҡыт ҡабатланған талаш-тартыш, ерле юҡтан яралған тәмһеҙләшеү, асы-ҡтан-асыҡ, ярып әйтмәһәләр ҙә фәҡәт уның өсөн генә сыға ине шикелле. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул бында, Хәлфетдин кейәүе менән Фәриҙәнең йортонда артыҡ тамаҡ. Хәйер, бында ғынамы икән? Фәриҙәһенең: «Ике уртала нисек тә йәшәрһең әле, бер ай миндә, бер ай Сәғиҙәлә, яңғыҙ әсәләрен дә ҡарарға эшкинмәйҙәр, тиг-ән ғәйбәтте ишетеүе беҙгә лә еңелдән түгел» тигән шыма әүрәтеүенә ымһынды. Мәңгелеккә күҙҙәрен йомған Хәтмуллаһының ҡырҡы үткәнсе уның өйөндә йәшә-не лә мәлендә Мөхәммәте, балалары менән көн иткән, инде нисә йыл буш торған төп торлағына күсенеп сыҡты, шунан күп тә тормай уның да тәҙрәләренә иҫке-мо-ҫҡо таҡта ҡаттырҙы, араталы ел ҡапҡаһын йүкә бау менән сырманы һәм берҙән бер ҡаралтыһы - ағас ҡумталы сәғәтен ҡултығына ҡыҫып ауылдың урта төшөндәге Фәриҙәһенә йүнәлде. Уларҙың алты мөйөшлө ҡарағай өйө, ишек алдында теҙелеп китеп шифер ҡыйыҡлы һарайға барып терәлгән усаҡлыҡты, келәтте, мунсаны эсе-нә алған хужалығы ян-тирәгә йәм биреп ауылдың ҡалҡыу ерендә урынлашҡан. Оҫталыҡ шөғөлөнә сымры кейәүе өйҙөң эс яҡ стеналарын сутлап*, урталыҡты йү-кә таҡталар менән килешле һәм күркәм итеп бүлмәләп бүлеп сыҡҡан, уларҙы тө-ҫһөҙ лакка ҡатырған, иҙән-түбә сағыу, ялтыр буяҡ менән шалланған. Бөтә урында тәртип һәм таҙалыҡ. Уны ишек төбөндә өҫ кейемен элеү өсөн ҡулайлаштырылған, әлеге мәлдә артыҡ әйберҙәр менән тыңҡыслап тултырылған бер карауат ҡына һы-ймалы тәҙрәһеҙ өкәлтәккә урынлаштырҙылар. Һушты алырлыҡ хан һарайы кәрә-кмәй ҙә инде хәҙер, ошоноһо ла баштан ашҡан, иң мөһиме яңғыҙ түгелмен, тип шөкөрәна ҡылды. Ишек алдына сығып тауыҡ-ҡаҙҙарға ем һибеп, мал-тыуарға күҙ-
ҡолаҡ булғандан һуң инеп бүлмәһенең ишеген ябып ятып торһа өйҙә барлығы бе-ленмәй ҙә. Хәлбүки һүҙ менән түгел, ҡырыҫ ҡараш, өнһөҙ мөнәсәбәт менән еткер-елгән тарһыныуҙы тәүге көндән үк тойҙо: аш бүлмәһенә инһә Фәриҙәһе һауыт-һабаны ғәҙәттәгенән нығыраҡ шауҙырлатырға тотона, өҫтәл артына ултырһа, ҡаш-тарын төйгән кейәүе тәғәмләнеүен бүлеп, ауыҙына ҡапҡан ризығын сәйнәй-сәйн-әй шарт та шорт баҫып сығып китә. Бында һанламайҙар, һөйләшеү, оло кеше бул-араҡ кәрәк саҡта кәңәш ҡороу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Былайтып, күҙгә төшкән сүп-тәй итеп күргәстәре ни сәбәптән урынынан ҡуҙғаттылар икән, һыртынан ҡарап тороуҙарына ла риза ине бит. Уны, артыҡ ҡалаҡты береһе икенсеһенә һылап ҡуй-ырға ниәтләгәндәрҙер күрәһең, кесеһе өлкәне алып ҡарар тип өмөтләнгән, быны-һы киреһенсә. Фәриҙәлә йәшәргә тейеш айын тултыра алманы, артыҡлығын той-оп, кейенер-сисенерен үҙе менән алып Сәғиҙәләренә китте. Унда ла төйөнсөгөн эргәһенә ҡуйып ишек төбөндәге тар ағас карауатта урынлашты. Был йорт Фәриҙә-ләрҙеке ише түгел, алты мөйөшлө булһа ла ҡыҫынҡы, түшәме тәпәш, йәнә эсенд-әге һәммәһенә урта ҡул кеше ҡағылғанлығы һиҙелә, бар нимәлә күҙгә бәрелеп ба-рмаған әрпешлек тойомлана, бер һүҙ менән әйткәндә эшләп еткермәгән ир һума-лтырлығына, ҡатын заты йәм, бөхтәлек өҫтәй алмаған. Ә бит Сәғиҙәһен бәләкәйҙ-ән эшкә өйрәтеп үҫтергәйне, бына бит, йылдар үтеү менән кешелекһеҙ кейәүенең кимәленә, көй-яйына төштө лә ҡуйҙы, дәрт-теләк һүрелеүме был, нәҫ баҫыумы? Белмәҫһең. Армиянан ҡайтып һаман да өйләнергә йыйынмаған Гранит ейәненең аҙып-туҙыуы ла ғаиләгә тынғылыҡ бирмәй. Хаяһыҙ* Ришат кейәүенең тупаҫ мөғә-мәләһенә, эт ашамаҫ һүгенеүҙәренә аҙна-ун көн самаһы ғына түҙҙе, сыҙаны. Хәҙер бына тибелгән туптай ике уртала йөрөп ятыуы. Бер ҡыҙынан икенсеһенә эңер мә-лендә, кеше аяғы һил саҡта күсенә, күсенеүе лә шартлы, һәммәһе үҙе менән. Бара ла һаҡ ҡына тупһа янындағы тәҙрәгә ҡағыла, уның был сиртеүен балалары танып бөткән, һауындан, көҙ ырҙын табағынан һуңлап ҡайтҡанда шулай итә торғайны. Бәләкәстәре кем икәнлекте һорамайынса ишекте асалар ҙа ҡосағына һыйыналар, йәне тынысланып, кәйефе күтәрелеп китә ине шул саҡта. Хәҙер ҡыҙҙары ҡаты баҫ-ып килеп келәне ысҡындыралар ҙа, бимазаланың, йонсоттоң да баһа, тигәндәй ҡырт боролоп инеп китәләр, кейәүҙәре, ейәне бер тапҡыр ҙа асып алғандары юҡ. Хәтмуллаһының йортона түгел, төп торлағына ҡайта алмауына сәбәп - ул күсенеп сығыу менән аяғына эләккән һәр нимәне яҙа ебәрмәүсе өлкән кейәүе мейесте еме-реп кирбестәрен ташып алды ла, усаҡлығы нигеҙенә тығып, тыш яҡтан цемент ме-нән ҡатырып ҡуйҙы. Шунан күп тә тормай Сатан Зәбиргә һатты өйҙө, күпмегә са-уҙалашҡандыр инде, һәр хәлдә уның менән кәңәшләшеүҙе кәрәк тапманы.
Ярайһы уҡ ҡыҙмасаланып алған Хәлфетдин кейәүе төн уртаһын ауҙарып ишек шаҡыны. Иренең күренеүен түҙемһеҙләнеп, талағы ташып көткән Фәриҙәһе тегегә ҡуйырҙан-ҡуймай бәйләнә башланы. Шайма-шай* ҡайтарылған кәзекләшеү бәхәс-кә ялғанды, бәхәс ғауғаға олғашты. Ыҙғыш ни сәбәптән һуңға ҡалып ҡайтып инеү-гә килеп терәлгәйне кейәүе йәшереп-боҫормай тураһын бәрҙе: «Әсәйеңдең һыҡ-раһын еҫкәп ятмаҫ өсөн өйгә һуңға ҡалып ҡайтам, шуны ла һиҙмәйһеңме ни? Бик беләһең килһә, - ул ус ҡыры менән боғаҙын арҡыры һыҙып салыу хәрәкәте яһаны,
- наҙайыл миңә был йәшәү! Өңөн ҡайғыртып сабыулаған көшөл* ише донъя ҡыу-ған бажа һатты өйҙө, шуның аҡсаһын уртаҡ бүлһә беҙҙең эсте тишер инеме? Үҙҙә-ре әүеш-теүеш итеп әжерен алдан алғастары ҡарсыҡты ла ҡараһындар! Йә әпсәң-де Сәғиҙә балдыҙға оҙатаһың, йә мин йорттан бөтөнләйгә сығып китәм, морон тө-ртөр ерем юҡ түгел…» Йоҡламай ятҡанлыҡтан бөтәһен дә асыҡ ишетте, ишетте һәм тәне өшөгәндәгеләй ҡалтыранып ҡуйҙы: «Бына нисек? Белде ниһайәт дөрөҫ-өн…» Һеңгәҙәгәндәй ҡымғырлап ҡалҡты ла ҡурайҙай ҡаҡ аяҡтарын иҙәнгә һалы-ндырып карауатында ҡарасҡылай бер аҙ һерәйгәс һиҙгерлеген юғалта барған ҡу-лдарын килешһеҙ хәрәкәтләндереп кейенә башланы. Ир менән ҡатын кинәт шым-ып ҡалдылар, ингәндән алып тыныслана алмай уҫал лауылдаған кейәүе лә артығ-ыраҡ ысҡындырыуын төшөнөп, уңайһыҙланғандай башын баҫҡан. Барлы-юҡлы әйберҙәрен төйнәп бөткәс, ашыҡмай ғына яулығын яҙып ябынды, ҡулына таяғын алды ла түргә үтеп, стенаға эленгән ҡумталы сәғәттең ишеген асып, түңәрәк маят-нигына ҡулын тигеҙеп туҡтатты, шунан ялтыр ураталағы һандарға, ҡара уҡтарға оҙаҡ ҡына текәлеп торғас, ишек яғына йүнәлде. Әсәһенең буш ҡул менән сығырға йыйыныуын күргән Фәриҙәһе бының тикмәгә түгеллеген һиҙенеп һенағастай ҡат-ып артынан ҡарап ҡалды…
– Ярай, имен-аман ғына итеп, үҙегеҙсә йәшәгеҙ, балалар… - Тәҙрәләргә һир-пелеп фатиха биргәндәй үҙ алдына шулай һөйләнде лә аяҡтарын көскә һөйрәп, ҡулындағы таяғы менән юлды ҡыуалатып соҡор-саҡырлы, дөм ҡараңғы урам буй-лап атланы.
Сәғиҙәләре тапҡырына туҡтаны. Тәҙрәләренә ауыр ҡорғандар тартылған өйҙә ым-тым тойолмай. Апаруҡ иҫкергән торлаҡ сәхәр тынлығында иҙерәп йоҡлай тө-ҫлө. Сәғиҙәһе Фәриҙәнән, Сәғиттән ҡала өсөнсө бала, төпсөктәре Фәрит ир бала булғанғамы иркәләү күберәк уртансыға эләкте. Бөтә матур кейемде, тәм-томдо үҙенән арттыра белмәгән, ҡарап, маҡтап һоҡланып тороуҙарына күнеккән ҡыҙ үҙ-һүҙле һәм тәкәббер булып үҫте, ғәйебен танып ғәфү үтенә белмәне.
Айыт байрамындағы бер ваҡиға хәтерендә уйылып ҡалған. Был изге һәм яҡты көндә һәр кем ҡунаҡ саҡыра, хәленә һәм самаһына ҡарап һыйын, тәмле-татлы-һын өҫтәленә ҡуя, әйенселәүсе балаларҙы ла ҡоро итмәй ҡулдарына күстәнәс-маҙ-ар тоттороп, йә бутҡа менән һыйлап сығаралар. Мөхәммәте ауырып киткәнлектән балтаһы һыуға төшөп йөрөй ине, бешереп-төшөрөргә лә, күрше-тирәне сәйгә йы-йып алырға ла ҡулы барманы. Айыт тағы ҡабатланыр, Мөхәммәте төҙәлеп аяғына баҫыр, шул сағында ҡунаҡ йыйырға ла, өйгә май еҫе таратырға ла форсат сығыр, тип йыуатты үҙен-үҙе. Байрам көндө йорт мәшәҡәттәре менән булашыу яҙыҡ иҫә-пләнһә лә колхоз эштәренән бушап ҡайтып инмәгәнлектән ҡул тейгәндә, тип өй-ҙө йыйыштырырға керешеп китте, уны ослағас кер йыуып алырға йыйынды. Төш мәле яҡынлашҡас ни ғиллә менәндер, күршеләре Шатморат менән Ғәшиә парла-шып һуғылдылар, бер аҙҙан урта төштә көн иткән Зәбихә ҡарсыҡ, ауыл осонан Йомағәле бабай әбейе Вәлимәне эйәртеп килеп инде, ҡапҡа ауыҙында урам аша йәшәгән Һылыубикә, Хәкимә ҡарсыҡтар күренде. Көллөһө байрамса кейенеп ал-ған, һәммәһе йәүкәләп саҡырылғандай түргә үтеп ултырып биттәрен һыпырып доға ҡыла ла иркенләп оҙон хәбәргә күсә. Тимәк, һәр береһе үҙен саҡырылғанға
иҫәпләй. Тик кем йыйған һуң уларҙы? Мәктәптән ҡайтып ингән Сәғит менән Фәр-иҙә сумкаларын ҡалдырҙылар ҙа, тышҡа, мал ҡарарға сыҡтылар. Сәғиҙә генә күр-енмәне. Инеп-сығыусыларға инселәп тары бутҡаһы бешергәйне, шуны ҡош табаҡ-ҡа бушатып, уртаһына бер ҡалаҡ башы май һалып ҡунаҡтары алдына ҡуйҙы, ҙур эсле еҙ самауырына һыу тултырып, үҙәгенә ҡуҙ төшөрөп терелтеп күтәрмәгә сыға-рҙы.Үҙ хәле үҙенә саҡ Мөхәммәт тә ятҡан урынын йыйыштырып ауылдаштарын-ың күңелен күрергә тотондо. Табын оҙон көнгә һуҙылды, ҡунаҡтарҙы оҙатҡас та әле һайманды* йыуып урынлаштырғансы эңер төштө. Кәртә-ҡура тирәһен ҡара-штырғандан һуң уйнарға сығып шылған Сәғит менән Фәриҙә ҡайтып инеп китап-дәфтәрҙәрен сығарып дәрес әҙерләргә керешеп киттеләр. Ишек ауыҙында Сәғиҙә күренде лә сисенеп ҡурсаҡтары менән уйнай башланы, йәнәһе өйҙә нимә булған-лығын күрмәгән дә, белмәй ҙә. Киске сәйгә ултырғас аҡыл керә башлаған Фәриҙә һеңлеһен ҡыҙҙырып ташланы: «Атай ауырып ятҡанда ҡунаҡ ҡайғыһы бармы?» «Дөрөҫ эшләне ҡыҙым, күрше-тирәне йыйғас, хәл инеп, йәшәгеләр килеп китте әле…» Мөхәммәте һүрәнке йылмайҙы, ә һүҙен-һүҙ итеп өйрәнгән Сәғиҙә танта-налы йылмайып ҡаш аҫтынан ҡарап ҡуйыу менән генә сикләнде. Шул саҡ ҡыҙы хаҡлы инеме, әллә хата ебәрҙеме, әле хәҙер ҙә аңлата алмай. Юғары уҡыу йортон тамамлағас елғыуар Ришатҡа кейәүгә сыҡты Сәғиҙә, хәҙер ана, йонсоп көн итә, кө-нитмештәренең шыпа ғына ла рәте күренмәй…
Ә был йорт уларҙыҡы. Өйләнешеүҙәренә ике йыл тигәндә Мөхәммәт менән күтәрҙеләр уны. Рәшәткәһенә ҡағылғайны, сәләмен алған ел ҡапҡаһы күңелле шығырлап ҡуйҙы. Тәҙрәләре таҡта менән ҡаҙаҡланған йорт ҡына күҙҙәре бәйлән-гән кешеләй бер нимә лә һиҙмәй һерәйгән. Бәләкәй ҡапҡаны асып ишек алдына үтте лә итәген кипкән үлән һәрпенделәре тартҡылай башлағас туҡтап ҡалды, ур-ынында тапанды. Торлаҡ ташландыҡ харабаға әүерелеп бара, кәртә бағаналары сереп аушайған, солан ҡыйығы сереп тишелеп эс яҡҡа бүҫелергә тора, ишек алд-ын бил быуарҙан кесерткән япҡан. Бар донъяһын бер юлы сәләмләгәндәй ишете-лер-ишетелмәҫ итеп: «Нисек йәшәп ятаһығыҙ?», тине. Ишек алдындағы баҡсалағы ҡарт алмағас таныш тауышты ишетеүенә ҡыуанғандай япраҡтарын ҡыштырҙат-ты. Беләк буйы үҫентене өй күтәреп сыҡҡан йылы Мөхәммәте райондағы йәрмин-кәнән алып ҡайтҡайны. Ауылда иң беренсе ултыртылған емеш ағасы ине ул. Өсө-нсө йылына ҡыҫыр сәскә атҡайны, ары өс бөртөк алмаға тумаланды. Шул төймәл-әй генә йәшел нәмәләрҙең өлгөрөүен көтөп, ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп йөрөгән ине бит балалары!
Мөхәммәткә кейәүгә лә һөйөү, ғишыҡ тотоу тойғоһон кисермәй генә, яусы еб-әреп әйттереү, бата уҡытыу йолаһын атҡарғандан һуң сыҡты. Ул саҡта яңы ун ал-тыһы тулған, буйға ҡатма, түштәре һиҙелер-һиҙелмәҫ тиртеп беленә башлаған, аяҡ сираҡтары сиңерткәнекеләй ҡаҡ үҫмер ине, мәгәр ана шул сәскәгә тумаланған гөлдөң алдағы көндәрҙә балҡып сәскә атыуын тоҫмаллаған әсәһе йыш ҡына: «мат-урҡайым минең», тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп ярата торғайны. Аҡ йөҙө, ҡыйғас ҡаштары, йоморосай бит алмалары, биленә төшкән ҡалын сәстәре, текә һыны уны башҡа әхирәттәренән айырым итеп күрһәтә, шуғалырмы һәр шөғөлдә баһаһын, самаһын белеп ҡылана. Быны күргән тиңдәштәре: «эрекәй, ханбикә», тип турһаялар ине ҡайһы саҡ.
Буласаҡ иренә килгәндә уның инде бар ҡиәфәте, күҙгә бәрелмәгән, урталыҡтан ары китмәгән ҡарасман, фиғеленә килгәндә барлығы ла юҡлығы ла тойолмай, тик шул йыуашлығын ҡайһы ваҡыт көтөлмәгән яндырайлыҡ тоҡандырып ебәрһә хә-рәкәттәре тилберләнә, күҙҙәре осҡонланып яна. Шул саҡта күрмәлекле, һөйкөм-лө, мөләйемгә әүерелә. Нисек кенә булмаһын ҡәһәрле һуғыш ҡаҡҡылап-һуҡҡы-лап, ауыр эш менән сыныҡтырып иртә өлгөрттө уларҙы. Селлә үткәс әйттереү йолаһын үткәрергә килеште аталары, мәле еткәйне, әмәлгә баҡҡандай ил башлы-ғы Сталин үлеп китте. Тотош ауыл фажиғә кимәлендәге ҡайғынан сеңләгәндә өй-ләнешеү ҡайғыһымы инде, тағы көҙгәсә кисектерҙеләр. Шулай итеп яҙмыштарын баштан алып аҙағынаса ата-әсәләре хәл итте.
Атаһы менән ҡайныһы элекке дуҫтар, утты-һыуҙы кисеп ауыр һуғышты иңдәр-ендә татыған, ҡайтҡас дүрт йыл буйына ир ҡулы ҡағылмағанлыҡтан миктәгән кол-хозды аяҡҡа баҫтырыусы, ауылдың нигеҙ ҡотон тотоусы уҙамандар ине. Ҡатышып йәшәгән ике ғаилә береһенең улы, икенсеһенең ҡыҙы тыуғас мәжлес мәлендә ҡол-аҡтарын тешләткәндәр йәнәһе лә. Атаһы һуғышҡа киткәнде хәтерләмәй ҙә тиерл-ек, һарылған муйындан айырылғыһы килмәй шарылдап илауы, йәнә ағастарҙан тирелеп, донъяны ябып һап-һары япраҡ яуыуы ғына аңында уйылып ҡалған. Мө-хәммәттең атаһының 44-се йылдың ҡышында ауыр яраланып һыңар аяҡта, атаһ-ының 46-сы йылдың ҡара көҙөндә сәстәренә сал йүгеретеп ауылға әйләнеп ҡайты-уы бөгөнгөләй күҙ алдында. Осрашыу-күрешеү шатлығынан албырғаған атаһы өҫ кейемен һалып та өлгөрмәгәйне, аҡһап-туҡһап Хисбулла ағай килеп инде һәм тар өйҙө тултырып шат һөрәнләп тә ебәрҙе: «Һо-о-о, ҡайттыңмы, ҡоҙа, ызнашит бергәләп йәшәйһеләребеҙ бар икән әле, знамы бар!» «Атайымды ҡоҙа тисе, уның исеме бит Дәүләтбай», тип уйлап ҡуйғайны бала аҡылы менән, баҡтиһәң Хисбул-ла ағай теге ҡолаҡ тешләтеүҙе һаман онотмаған булып сыҡты. Үҫеп буйға еткәс тә уға йәрәшелгән кәләшкә ҡарағандай ҡаранылар, кискеһен клубтағы уйындарҙан һуң ҡайтҡанында артынан оҙатырға тырышыусы ла булманы. Мөхәммәт тә уға ҡа-рата тыныс, хатта ҡайһылыр кимәлдә битараф мөнәсәбәттә ине, һаҡлап-ҡурсып, кәрәк саҡта яҡлап йөрөмәне, бер ҡайҙа ла ҡасмаҫ йәнәһе лә, ине, тамғаһы һалын-ған. Әйттереү ҙә, бата уҡытыу ҙа һәүетемсә, һин дә мин үтте. Ирен дә Хоҙай яҙға-ны, яҙмыш ҡушҡаны һымаҡ ҡабул итте.Тик кәләште йәшергәндән һуң буласаҡ ке-йәүҙе йортҡа йыртыш йыртып индереп, йоланы еренә еткереп үтәгәндән аҙаҡ ең-гәләрҙең ҡабартып һалған түшәгендә ҡушылған төндә ҡыҙ сағынан ҡатынлыҡ осо-рона күскеһе килмәй түгелеп иланы. Өйләнешкәс ҡайны йортона оҙатылып бар-ҙы. Һалам башлы, сыйырсыҡ ояһылай ыҡсым ғына йорт ине ул. Өйҙөң һулаҡай яртыһын мейес, оҙон урындыҡ, ҡалған өлөшөн ҡулдан эшләнгән һауыт-һаба шка-фы, уртаны ҙур өҫтәл, ике-өс артлы ултырғыс биләгән бәләкәй генә майҙансыҡта өйҙәш көн итеүе еңелдән түгел ине. Сымылдыҡ менән бүленгән урындыҡтың тәҙ-рә яҡ ҡырында йоҡлап йөрөнөләр, бер-береңә тартылып һөйөшөү, иркәләшеү ҡайҙа, һаҡһыҙ ҡымғырлаһаң да аҫтағы ҡаҡ таҡта әсе сыйнап шығырларға әҙер. Шул уҡ шаршау артына боҫоп өҫтөн алмаштыра, кейенә-сисенә. Кейәүгә сығыу-ының тәүге айҙарында юҡ юҡ та күңеле болоҡһоп, йәне елкенеп ҡуя ине уның, йәш, дыуамал йөрәге ҡайҙалыр ашҡына, йә тиктомалға үҙенә урын таба алмай ыҙалана. Айырым, үҙ аллы тормош көткөһө килеүҙәндер былар, тигән һығымта-
ға килде. Ҡайны-ҡәйнәһе менән арҡа терәп тиерлек йоҡлап йөрөп, былай көндә-рҙә лә һипһенеп, тартынып көн иткәнгәлер оҙаҡ ҡына ауырға ла ҡала алманы. Үҙ мөйөштәрен хәстәрләп айырым йәшәү тураһында һүҙ араһында ғына иренә тум-бытҡайны, тегеһе шул хәбәрҙе генә көткән тиерһең, дәртләнеп тотондо ла китте, ҡайны-ҡәйнәһе лә ҡаршы килмәне. Лесничествонан уҫаҡ яҙҙыртып алып ҙур бул-маған бура бураттылар, уны күтәреп, нигеҙен Олотауҙан ат арбаһына тейәп таш-ыған таш менән тығып, башын арыш һаламы менән япҡайнылар ҡалған эш ың-ғай ғына, үҙ яйына алға тәгәрәне, сөнки торлаҡ яйлап, берәмтәләп, тәфсирләп йы-йыла, шуның өсөн дә өй бер урынға өйөү һүҙенән алынған да инде. Күсеп сығыу-ҙарына бер йыл тигәндә Фәриҙәһе тыуҙы, ары Сәғит, Сәғиҙә. Шулай итеп айыр-ымланғандан һуң да һүрелмәгән, үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәгән талпыныулы хистәрен балалары баҫты, илаһилыҡҡа илтер хыял ҡошо тормош даръяһында аҙ-ашты, хис-теләге яйлап-яйлап көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелде…
Бейек, ҡыйыҡланып эшләнгән урыҫ ҡапҡаһына килеп төртөлдө, мәгәр эскә үтм-әне, урынында ҡалды. Бына был, ауыл осондағы уларҙан өй аша һалынған ҡаҡла-ндағы йорт - Хәтмулланыҡы. Таҡта ҡойма менән уратылғанға, ишек алды урам яҡ-тан күренмәй тиерлек. Йорт хужаһы ла тойғоларын башҡаларға тиҙ генә асып ба-рмаусан, йомоғораҡ кеше ине, тик шул йомоҡлоҡ эсенә бай хис, ихласлыҡ, эскер-һеҙлек, йомартлыҡ йәшеренгәйне.
Хәтмулла сиҙәм күтәргән осорҙа ағас сумаҙанын күтәреп, юл моҡсайын артмаҡл-ап, район үҙәгенә барған ылауға һағып килеп төшкәйне, ҡайтмаҫҡа булғандыр ни-әте, Ҡыпсаҡ ауылында бөтөнләйгә төпләнде. Ул колхоз рәйесендә йомошон йомо-шлап кәнсәнән сығып килә ине, үҙәк усадьбанан почта ташыған Сәйфетдин ҡарт-тың аты баҡса рәшәткәһенә төртөлөп килеп туҡтаны ла йәш бесән һалынған оҙон арбанан хәрби кейем кейгән, мыҡты кәүҙәле, таныш түгел егет һикереп төштө:
– Һаумы, һылыу, колхоз идараһы ошонда урынлашҡанмы? - Теге тигеҙ аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайҙы.
Тәүбашта сәбәпһеҙгә ауыҙ йырған егет оҡшаманы, әммә илтифат* менән һирп-елгәйне, йөрәге сабырһыҙ тулап китте. «Китсе, бығаса улайтып юғалып ҡалғаны булманысы бер тапҡыр ҙа, ҡарап тороуға башҡаларҙан бер яғы менән дә алға китмәгән…» Кисерештәрен еңергә теләгәнгәлер ҡаш аҫтынан ҡарап уҫал яуапл-аны:
– Сәйфетдин олатай туралап алып килгәс, ошондалыр!
– Ул хаҡта һорап өлгөрөлмәне шул. - Хәрби ас яңаҡлы, йәмшек танаулы йөҙөн етдиләндереп ыҫмалалай бөҙрә сәстәрен һыпырҙы, көйәҙләнеп бил ҡай-ышын төҙәтте, галифе салбарын тартыштырҙы.
– Һин ҡустым, был ҡырыҫ ҡыланған һеңлекәш һөйкөмһөҙ икән, тип уй-лама, беҙҙең иң сибәрҙәребеҙҙең береһе, һауынсы булып эшләй, Мөхәммәт ҡуст-ының ҡатыны, ҡурсаҡтай ҡыҙ үҫтереп яталар. - Һалпыш мыйығының остарын се-меткеләп хәбәрен теҙгән Сәйфетдин ҡарт тәфсирләүен ҡуйып уны шелтәләп алы-рға ла онотманы. - Ә һин, һеңлекәш, алыҫтан килгән ҡунаҡҡа ҡунаҡсыллыҡ күрһ-әтеп өйрән. Ҡунаҡ та түгел әле ул, беләһең килһә, сиҙәм күтәрергә, тип беҙгә тоҫ-ҡап килгән. - Хәрби яғына ҡайырылды. - Идара ошонда була, ҡустым, бар ин, рә-
йес тә моғайын урынындалыр. Ә мин пуштыны ҡалдырайым да, ҡайтып Бибик-амал инәйеңә әйтеп сәй хәстәрләтә торайым. Беҙ, а-а-а-нау ҡабыҡ ҡыйыҡлы өйҙә йәшәйбеҙ. - Йүкәнән ишелгән сыбыртҡыһын төртөп күрһәтте.
Һөйләшеүҙе тыңлап бөтмәй китеп барҙы. Һуңынан һөйкөмлө юлаусыға төрпө ҡаҙалыуына оялып, үкенеп тә йөрөнө. Ипле һүҙле Сәйфетдин ҡарттың да әйткән -дәрен оҡшатманы: «Сибәр, тип әйткәс, ниңә Мөхәммәттең ҡатыны, йәнә балаһы бар, тип өҫтәргә?..»
Ауылда таралған урыҡ-һурыҡ хәбәргә ҡарағанда хәрби кейемдәге егет балалар йо-ртонда тәрбиәләнгән, өс йыл Армия сафында кесе командир дәрәжәһендә хеҙмәт иткән һәм партияның ҡушыуы буйынса бында килгән. Хәрби хеҙмәттән тура бын-да юлланыуы раҫтыр, өҫтөнән төшөрмәй кейгәне лә яурындары уңа төшкән гимн-астерка ла кирза итектәр, билендә теге һары ҡайыш. Гелән етеҙ, ышаныслы, эре аҙымлаған егет торғаны менән һалдат, погондар ғына етешмәй! Сиҙәм күтәреү ка-мпанияһы осоронда бүлексәлә тракторсылар бригадаһының етәксеһе, ары ситтән тороп ауыл хужалығы техникумын тамамлағас бүлексәнең ҡырсылыҡ эштәре бри-гадиры вазифаларында йөрөнө. Ошо ергә йорт ҡалҡытты. Башҡалар ише әйләнә-тирәһен сәүел шаҡарма менән түгел, район үҙәгенән таҡта ташытып шуның менән уратты, һалам башлы ауылда тәүгеләрҙән булып өйөнөң түбәһен транса менән ҡыйыҡланы. Шулайтып донъяһын нығытты, мәгәр өйләнергә ашыҡманы, яңғыҙаҡ тормош көтөүен дауам итте. Моңһоу йөҙлө, ныҡ кәүҙәле егет уны тап ит-кәндә, тәү осратҡандағы кеүек күҙҙәренә тура ҡарап йылмая биреп иҫәнләшеп уҙа торғайны. Ул да уны осратһа юғала ла ҡала, башы әйләнә, тулҡынланыуын һиҙҙе-рмәҫ өсөн ғәйепле кешеләй аяҡ остарына текәлеп йүгерә-атлай үтеп китергә ашы-ға. Шунан ошо мәлдең ҡабатланыуын түҙемһеҙләнеп көтә башлай. Ир ҡатыны бу-ла тороп бындай аҙғын теләкте теләргә ярамағанлыҡты ла белә лә һуң, тик ҡайһы-лай итһен, айыҡ аҡылына ҡайтырлыҡ, хистәрен йүгәнләрлек ихтыяр көсө генә юҡ.
Фәриҙәһе тыуған йылы өсәүләшеп ауылдан саҡрым ярым тирәһе ситтә, баҫыу ҡырындағы ҡайын сауҡалығында үткән һабантуйға барҙылар. Тәү тапҡыр бергәл-әп ҡатнашҡан йыйындары ине; үҙешмәкәр артистарҙың концертын ҡарап кинән-деләр, шунан мауығып ат сабышын күҙәттеләр. Фәриҙә томраны яратмай тызылд-арға тотонғас ҡайтыу яғына йүнәлгәйнеләр, ҡайын күләгәһендә табын ҡорған ата-әсәләрен тап иттеләр. Улар менән әҙерәк һыйланғандан һуң урман эсенә инеп ба-лаһын имеҙеп алғайны, тегеһе тамағы туйып һалҡынса күләгәне тойғанғамы йоҡ-лап та китте. Өлкәндәр ейәнсәрҙе үҙҙәре менән алып ҡалырға иткәйнеләр, Мөхәм-мәте көрәш майҙанына ашыҡты, уға ла теләр-теләмәҫ кенә эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Мөхәммәт кәүҙәгә ҡатма, әммә ҡатҡыл мускул-тарамыштарға сырмал-ған сыныҡҡан һынлы. Кәбән ҡойғанда ла оһолло ҡыланып өс саталы күкрәк һәнә-генә оло күбәне тотошлайы менән сәнсеп алып юғарыға бырғыта, уны тотошлайы менән күтәремгә күмә лә шунан ҡыҙыҡ табып рәхәтләнеп көлә. Бирешмәй йөрөп ятһа ла ире ни сәбәптәндер иртә яҙҙан муйыл сәскәһен ҡойғансы йүтәлләп ҡан тө-көрә башлай, ана шул өйәнәге мөҙөртә лә инде. Йәйге осорҙа кәзә һөтөн эсереп, ҡымыҙ менән дауалап әҙәм итеп алалар. Быйыл яҙ шул сырхау ни сәбәптәндер ситләп үтте, шуға ирәйеп, дәртләнеп йөрөп ятыуы. Көрәш сәме еңгәнгәме Мөх-
әммәт башта бер яҡ ҡырҙан күҙәтте, ары халыҡты йырып иң алға сығып баҫты. Ҡомары тоҡанғанғалыр күҙҙәре осҡонланып янып киткән, бил һынашыусыларға эйәреп йә сүгәләп китә, йә көсөргәнеп тороп баҫа. Сиҙәмсе Хәтмулла ла оҫта көр-әшсе икән, уртаға сыҡҡан береһен уңлы-һуллы елгәрә генә. Сираттағы бер нисәү-ҙе бер-бер артлы әйләндереп һалғас уны ла көслөләр рәтенә ял итергә ултыртты-лар. Бер аҙҙан Хәтмулла эргәһендәге ике бәһлеүәнде бер-бер артлы башынан аша алып осорҙо. Бына ул еңеүсе ҡиәфәтендә аяҡтарын киреп майҙан уртаһына баҫты ла, ҡарашы менән уны эҙләп тапҡас тағы ла арбатҡыс йылмайҙы. Оялышынан ал-дына баҫҡандарҙың артына боҫто. Ошо күҙ асып йомғансы ғына булып алған текә-шеүҙе күреп ҡалған Мөхәммәтенең йөҙө үҙгәреп китте, фиғелендә теге яндырай-лығы, алабарманлығы тоҡанғанлығы һиҙелә. Муйынына бер нисә таҫтамал һалып алған элекке оҫта көрәшсе, хәҙер судья вазифаһын башҡарыусы Фәтхулла ҡарт Хә-тмулланы етәкләп майҙанды урап сыҡҡас йыйылыусыларға мөрәжәғәт итте: «Йә, уртаға сығыр батыр бармы? Табылһа, рәхим итһен! - Башҡаса көрәшергә баҙнат итеүселәрҙең булмаҫына инанғанғамы тантаналы һәм көр тауышланып ҡысҡыра. - Әләйһә, хәҙер еңеүсене иғлан итәм. Йә, бармы?» «Бар!» Мөхәммәт өтәләнеп алға ынтылды. Ҡорт күселәй геүләгән халыҡ бер аҙға ғына шымып ҡалды, ҡыҙыҡһын-ыулы ҡараштар уға ҡаҙалды. Күптәр ҡаҡса кәүҙәле Мөхәммәттең унан бер башҡа бейегерәк Хәтмулланы еңеренә шикләнеп ҡараны. Һүҙ рәтен белмәгән Данир мы-ҫҡыллы хихылдап та ебәрҙе: «Нимәгә ынтылаһың, хөрәсән, һөйәктәреңде тоҡҡа тултырып ҡайтырғамы иҫәбең?» Быларҙы асыҡ ишеткән Мөхәммәтең сикә муску-лдары бейешеп ҡуйһа ла ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай урынында ҡалды. «Ир-егет көс менән түгел, иң әүәл теләк менән алдыра, тәүәккәллә, әләйгәс! Һин бит беҙҙең билбир-мәҫтәр тоҡомонан!» Туғанлыҡҡа һуҡтырып көрәшсене дәртләндерергә теләгән Фәтхулла ҡарт муйынындағы таҫтамалдарҙың береһен алып Мөхәммәткә тоттор-ҙо, тегеһе уны шундуҡ ҡулына ураны. Былар береһе икенсеһен һынағандай текәлә биреп торҙолар ҙа ҡоластарын йәйеп билдәрен аймашҡас китте көрмәкләшеү, китте алыш. Ҡарап тороуға йоҡа ғына күренһә лә ире шыпа ла бирешергә теләм-әй, еңел еңеүгә иҫәп тотоп илке-һалҡы ҡыланған Хәтмулланың ҡабырғаларының аҫтынан бөрөп алып ҡаты ғына һелкеп ебәргәйне, тегеһе лә эштең етдилеген сама-лап ысынтылап тотоноп китте. Хуплау, дәртләндереү ауаздары аҫтында бил бире-ргә теләмәгән икәү йомғаҡтай тәгәрәп майҙанды бер нисә тапҡыр әйләнеп сыҡты, Хәтмулла дуғаланған билдән ҡармай алмағас таҫтамалын тубыҡтар аҫтынан эл-әктереп Мөхәммәтте башынан аша елгәрергә йәтәхәнләнгәйне генә тегеһе шуны ғына көткәндәй быны бер яҡҡа һелтәп тә һалды. Йыйылыусылар гөж итеп ҡалды, әммә этйығышлыҡҡа юл ҡуймай бәхәсһеҙ еңеүҙе талап иткән Фәтхулла ҡарт көр-әште дауам итергә саҡырып ҡоласын ғына йәйҙе. Булмышын аҙағынаса төшөнөп бөтмәгән сәйер хис биләп алды, ике ир фәҡәт уның өсөн генә йәнтәслим айҡаша-лар һымаҡ тойолдо. Тик береһенә лә өҫтөнлөк биргеһе килмәне; Мөхәммәте балаларының атаһы, өй хужаһы, хәләл ире, ә Хәтмулла… йәнен уттай тоҡандыр-ып, йөрәген көтмәгәндә тертләтеп ебәрергә мәжбүр иткән кеше, әгәр ул көн аша, йә аҙнаһына бер тапҡыр юлында осрап тормаһа тормошо төҫһөҙләнеп, йәшәү мәғәнәһе бүҫкәреп ҡалыр ине. Уға ҡалһа Мөхәммәт менән Хәтмулла ошо ерҙә та-ҫтамалдарын уртаға ырғытып икеһе ике яҡҡа китеп барһалар ҙа риза булыр ине.
Йәне ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-теләктән тартҡылаша, әйтерһең мир алдына сыҡ-ҡан да ҡайһы тарафҡа ташланырға белмәй икеләнеп бәүелә. Намыҫ һәм сәм һал-ынған көрәште ары күргеһе килмәгәнгә китеү яғына йүнәлгәйне генә, тағы гөж ит-еп ҡалдылар. «Кемеһе еңде! Мин кемдеке булырмын?» Үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәгән иләҫ-миләҫ уй мейеһен ярып үтте. Боролдо. Фәтхулла ҡарт Мөхәммәттең ҡулын юғарыға сөйгәйне. Бер аҙҙан һабантуйҙың төп бүләген уның елкәһенә килт-ереп йөкмәттеләр. Ире йыйылғандарға мөрәжәғәт итте: «Таралмағыҙ, ағай-эне, тә-кәне, хәҙер үк ошонда һуям, һыйыбыҙҙан ауыҙ итегеҙ!» Ҡайтып әҙер һалмаһын, башҡа аҙыҡ-түлек, кәрәк ярағын тотоп килеүгә итте ҡаҙанға һалғандар ине инде. Ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе лә табынды хәстәрләп йүгермәләйҙәр, Хәтмулла ла үҙ-енең еңелеүенә бошонмағандай Мөхәммәткә ихлас ярҙамлаша. Апаруҡ һуҡмыш, һыйлы табындан ҡоро ҡалырға теләмәгән Данир ҙа: «Еңереңә баштан уҡ ышанға-йным, бирешмәнең бит ҡорлаш, үҙеңдә лә көс, ҡарыу бар шул!», тип бер үк маҡт-ауын тыҡый. Табын хәстәрләнгәс ҙур түңәрәк яһап сирәмгә ултырҙылар. Фәтхулла ҡарт мәжлескә йәм өҫтәп ойоҫҡотоп ҡурайын тартып ебәрҙе, күкрәк төбөнән сыҡ-ҡан әһаңлы тауышы менән пушты Сәйфетдин йыр башланы. Ҡунаҡтың тыйнаҡ булырға тейешлеген иҫендә тотоптор, Хәтмулла уға иғтибар итмәгәндәй, һауынсы Нәйләгә ҡыҙыҡ һөйләй, ә теге ҡыйшаңдаҡҡа шул ғына кәрәк тә, башын артҡа та-шлап шарҡылдап көлә. Тәүге тапҡыр көнләште, ят ирҙе ят ҡыҙға ҡаратҡыһы кил-мәй көнләште. Ә кис өйгә ҡайтҡас Мөхәммәт ҡапыл хәлһеҙләнеп китеүен әйтеп түшәккә ятты, ирендәре ситенән алһыу ҡан һығылып сыҡты. Хафаланып: «Хәле-ңде белә күрә ҡырталашаһың, үҙеңде йәлләмәгәнгә күрә беҙҙең хаҡта уйлаһаңсы», тигәйне, «бөгөн шул майҙанда ятып үлһәм дә еңергә тейеш инем», тине ире ситкә ҡарап. Саҡырыуға килгән фельдшер Зарифа әйләндереп-тулғандырып тыңлап ҡа-раны ла Мөхәммәтте шундуҡ участка дауаханаһына ҡыуаланы, уға унда бер ай са-маһы ятып сығырға тура килде. Ғүмере буйы яңғыҙы көн итә алмай бит инде, көҙ етеп уңышты йыйып алғас, артыҡ шаулатып туй-маҙар үткәрмәй генә Хәтмулла Нәйләгә өйләнде, хәлбүки оҙатыу шартына тап килтерелгәйне: егелгән ҡара айғы-рҙың көмөш төймәләре йылтыраған сбруйы өҫтөнә ҡыҙыл туҡыма ябылған, дуға-һына көмөш ҡыңғырау, ҡолаҡбауҙарға сәскәле яулыҡтар тағылғайны, крандас та рәйестең район кәңәшмәләренә генә тотонғаны. Тормошо кинәт төҫһөҙләнеп ҡал-ды, шул ҡыҫыр мөхәббәте йәшәтә ине бит уны, тормошона йәм һәм мәғәнә бирә ине. Ҡайғы-хәсрәт яңғыҙы йөрөмәй, тиеүҙәре раҫтыр, һин дә мин, теттереп донъя көтөп ятҡан атаһы менән әсәһе көтмәгәндә мунсала еҫ тейҙереп бер төптән үлеп киттеләр.
Мөхәммәттең төҙәлмәҫ сире йылдар үтеү менән йыш ҡабатлана торҙо, ул тәрә-нәйә, еңә барған һайын йоҡа кәүҙә ҡаҡланып, йоҡарып ҡорҙай ғына булып ҡалды, ошоғаса әйләнә-тирәгә ҡыҙыҡһыныусан ҡараған теремек күҙҙәр йәшәү сатҡыһын һүндереп күгелйемләнгән соҡорҙар эсенә батты. Ире йонсоу көндәрҙә быуылып йүтәлләп кенә ҡалмай, төнө буйы тәне уттай янып сыға. Яҙғыһын сәсеүгә сыға ал-май түшәккә лыпын ятты. Хәле ыңғайға ғына китеп бара ине һымаҡ, бер көн кис ишек ауыҙында бригадир ярҙамсыһы Фазылйән күренде. Ипле һүҙле, шул ынды-йлығы менән йомошон йомошлата белә торған оҫталығы бар уның. Был юлы ла инде лә инәлгәндәй, үтенгәндәй ҡиәфәттә ә ҡоласын йә
ололап өндәште, - ҡыуғын бригадаһына башлыҡ таба алмай ҡаңғырабыҙ. Мәҫтәк һыртында йәйгеһен мал аҙбары төҙөү өс-өн уҫаҡ йыҡтырғайныҡ. Үҙең беләһең, ундағы ҡабраға йәйәү, йә һыбай ғына бары-рлыҡ, техника менән үтеп булмай. Ағасты эшкәртеп аттар ярҙамында Һаҡмар яр-ына тартҡайныҡ, шуны юллы ергә ҡәҙәр ағыҙырға кәрәк, бер аҙна тирәһендә, та-шҡын шәп саҡта өлгөрөп ҡалмаһаҡ бүрәнәләр шунда тағы ла бер йылға ятып ҡа-лды, тигән һүҙ. Ә бында, фермала, малға урын етмәй. Тегендәге төп бурыс – егет-тәргә күҙ-ҡолаҡ булыу, йәштәрҙең тинтәклеге билдәле, берәй хилафлыҡ ҡылып ҡуйыуҙары бар. Йәнә һине сәсеүҙә туҙан йоттороп йөрөтөп тә булмай, өйгә лә һа-лып ҡуя алмайбыҙ, район үҙәгенән упалнамущынный килде, бөтә колхозсыларҙы тәүлек әйләнәһенә эшләргә ҡушып ҡырға, сәсеүгә ҡыуа. Тегендә саф һауа, мәшә-ҡәте лә бер-ике көнлөк кенә» «Гөлбикә, бармаһам килешмәҫ, ҡайһылайтып уттай ҡыҙыу осорҙа йә баҫыуға сыға алмай, йә хужалар ҡушҡанынан баш тартып өйҙә ятмаҡ кәрәк» Шул китеүенән ат арбаһына тейәп алып ҡайттылар. Егеттәр ише сая, алабарманыраҡ холоҡло Нәйлә лә кеше юҡлыҡтан ҡыуғынға кашауар булып барырға ризалашҡан, уны-быны абайламай яр ситенә барып баҫҡан да иреп, ҡум-шып шыуған яр менән бүрәнәләр тыйлығып аҡҡан боҙло һыуға ҡолап төшкән. Уны ҡотҡарам, тип Мөхәммәт артынан һикергән. Нәйләнең кәүҙәһен ике көн үт-кәс кенә Ҡәрйән туғайында, йылғаның ағышы әкеренәйгән ерҙә, яр ҡырында тап-тылар, ә тал ҡыуағына һағып сығып өлгөргән ире түшәккә башҡаса тормаҫ өсөн ятты, боҙло һыу сырхау кәүҙәне үтәнән-үтә һуғып өлгөргәйне. Хәленең шәптән тү-геллеген тойомлап, бының нимә менән барып бөтөрөн самалап әллә дауаханаға барыуҙан ҡырҡа баш тартты, эргәмдә йөрөгән һиңә, балаларыма ҡарап ятырға рөхсәт кенә ит, тине, быуылып йүтәлләйһе урынға буҙарып, ҡара тиргә батып, дерелдәп, һауа етмәгәндәй ауыҙын асып түшәмгә текәлеп ята башланы, сәләмәт-леге арҡа биреп, көнләп түгел сәғәтләп кирегә тәгәрәне. Иртәгә һабантуй, тигән көнө зыяратта ҡара түмәләс ҡалҡып сыҡты, Мөхәммәтте һуңғы юлға тотош ауыл оҙатырға сыҡты. Күҙгә бәрелмәй йәшәп ятҡан кеше китеп барғас ҡына уны юҡһ-ындылар шикелле ауыл халҡы; ир-ат хәсрәттән башын баҫты, ҡатын-ҡыҙ сарғала-нмай ғына быш-быш илап яулыҡ осона йәшен һөрттө, ә уның өсөн йәйге сыуаҡ көн төҫһөҙләнде, аяҡтары аҫтында ер убылдымы ни!
Иренең ҡырҡы үткәнсе шаңҡып, ни ҡылырға белмәй бәргеләнде, ары нисек тә йәшәргә, балаларҙы үҫтерергә кәрәк бит, тештәрен ҡыҫып эшендә лә өйөндә лә өлгөрөргә тырышты. Бала ҡайғыһы ни ҡуйһын: башта ағас аяғы менән көскә ҡым-ғырлап йөрөгән ҡайныһы, шунан ҡәйнәһе мәрхүм булдылар. Ни тиклем генә до-нъя мәшәҡәте баҫһа ла йылдар үтеү менән һөйөргә-һөйөлөргә теләү тойғоһо өҫ-кә ҡалҡты, йүгәнләй, ауыҙлыҡлай алмаған ҡатын-ҡыҙ теләге ташты, йәш тәне ир танһыҡланы. Гөнаһлы нәфсене ҡандырыу өсөн ирҙәр табылыр ҙа, йән тартҡаны Хәтмулла ғына. Ул да осраған һайын элеккеләй йылмайып ҡарап уҙа башланы, мәгәр ауылдың ҡайһы бер йөрөмтәл ирҙәре ише оятһыҙланманы, төндә ишеген ҡағып маҙаһыҙламаны. Ә ул уны теләй һәм көтә, тәҙрә сиртеүенән танып ҡоса-ғына сумып онотолорға әҙер. Ә бер кис һауындан ҡайтышлай Хәтмулланың уты һүнгән өйөнә аяҡтары үҙҙәренән үҙҙәре тарттылар…
Хәтерләүҙәренең ошо еренә еткәс өшөгәндәй тәне ҡалтыранып ҡуйҙы. Был ике ваҡиғаны оноторға тырышһа ла йәненә яғылған ҡара тапмы ни, уны яҙмышына яҙған йылдар ҙа, шул йылдарға һыйған һанһыҙ ваҡиғалар теҙмәһе лә юя, онотто-ра алмай. Ошо ике ваҡиға берегеп тыуған сабыйҙарҙай айырылғыһыҙ, иҫенә төш-һә йәне тертләп китә.
Бер көн Хәтмулла Әлмөхәмәт туғайындағы һауынсылар йәйләүенә һуғылды. Һауындың бөтөүен көтөп бер яҡ ситтә өйкөлөшкән ир-аттың янына барып ике ҡу-лын һоноп күреште, түш кеҫәһенән папирос сығарып өләште лә ялан кәртәләге һыйырҙары араһында йүгергеләгән һауынсылар менән ҡысҡырып иҫәнләшкәс ферма мөдиренең ҡайҙалығын белеште. Ул да һауып башлаған һыйырын һауып бөтөрмәйенсә кәртә ситендәрәк торғанының аҫтына барып сүгәләне. Ҡабалан күҙ атып шуны сырамытты, баһыуға һөйәлеп тәмәке тоҡандырған ҡырсылыҡ бригад-ирының йомошо ферма мөдирендә түгел унда ине. Бер мәлгә генә күҙҙәр осраш-ты: ирҙең ҡарашында тыйып торғоһоҙ дәрт һәм сабырһыҙланыу ярылып ята. Хәт-мулла крандасына ултырып ауыл яғына елдереп киткәнендә һиҙҙе, ул уның ҡайтыуын Баланлы Үҙәк сауҡалығында көтәсәк, элекке көн дә эңер төшкәс шунда осрашҡандар ине бит. Һыйырҙарын ашыҡ-бошоҡ һауып бөтөрҙө лә уны үлсәтеп тапшырғас ҡабаланып ҡайтырға йыйына башланы. Әхирәте Зәлифә бергә атлай-ыҡтан һалдырып эйәрергә иткәйне, юл ыңғайы көтөүҙән тороп ҡалған һыйырҙы эҙләйем, тип алдашты, тегеһе: «Ул аҙғынды тапҡан ереңдә үк тамсы ла һутын ҡа-лдырмай эйендекләп ҡайтар!» тип мәғәнәле йылмайып ҡуйыу менән сикләнде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәйлә менән алдырыу ҡайҙа - белеп бөтөрмәһәләр ҙә, күҙгә бәр-еп төпсөнмәһәләр ҙә һиҙәләр шикелле уларҙың йәшерен осрашыуҙарын, шуға яйы сыҡҡан һайын төртмә телләнәләр. Хәтмулла ысынлап та колхоз айғырын му-йыл ҡыуағына төртөп ҡамтарған да шунда көтә ине. Бик оҙаҡ айырылышып тор-ғандар тиерһең, өҫтәге кейемдәренән нисек етте шулай ҡотолғас бер-береһенең ҡосағына ташландылар. Һөйөп-иркәләшә торғас ҡояш ҡыҙарып алыҫтағы тауҙар киртләсенә һаҡты ла, яланғас ир менән ҡатынды башҡаса күҙләргә оялғандай таб-аҡтай битен яртылаш офоҡҡа батырҙы. Эңер төшөүе уларҙың һиҙгерлеген алды шикелле, көтмәгәндә өҫтәренә Фәриҙә килеп сыҡты, ул кисәге ҡайтмаған тананы эҙләп йөрөй ине булһа кәрәк. Хәтмулла эргәләге ҡапрыҡ артына шыуышты, ә ул ҡулдары менән түштәрен ҡаплап, аяҡтарын ишеп сатын боҫормалап урынында ҡалды. Ҡыҙы көтөлмәгән осрашыуҙан тетрәнеп, шаңҡып, асҡан ауыҙын да йомор-ға онотоп ҡатып ҡалды, шунан устары менән йөҙөн ҡушуслап биниһая ваҡыт һең-гәҙәп торҙо ла ҡымтылған ирендәренән иңрәүле өн һығып сығарҙы: «Оят, мәсхәрә, әсәй түгелһең, уйнашсыһың, ә мин һиңә ышанған булдым…» Эләгә-йығыла ауыл яғына ҡарай йүгерҙе. Ул да эргәһенә ятҡан эске кейемдәрен ашыҡ-бошоҡ, нисек етте шулай кейеп, күлдәген ҡулына эләктереп Фәриҙәнең артынан йүгерҙе: «Бал-ам, тороп тор, дөрөҫ аңла, туҡта бер минутҡа ғына… Мин… мин бит әсәй генә түг-ел, ҡатын кеше лә, үҫкәс аңларһың…» Ҡоралайҙай йүгергән үҫмерҙе, бар, ҡыуып етеп ҡара! Фәриҙәһе йоҡларға ҡайтманы, ә ул уны эҙләп төн үткәрҙе лә иртәнсәк баҡса ултырғысына һағып төнәгәйне, иртә таң менән кемдер яурынбашына ҡағы-лды. Янында Фәриҙә тора ине. Бер төн эсендә йөҙө тартылып киткән. «Бына ҡайт-тым. - Әсәй, һүҙен ҡушманы. - Үҙенә үҙе ҡул һалып ҡуймаһын был, тип шөр ебә-
рҙеңме? Яңылышаһың, минән улай еңел генә ҡотола алмаҫһың…» Тағы ла бер аҙ-на үтеүгә, Фәриҙәһенең асыуы бер аҙ һүрелә төшкәйне, әсәй, һүҙен ҡушып өндә-шә башланы, мәгәр ул кәрәк булған өсөн генә әйтелә ине булһа кәрәк, донъялары-на күҙгә күренмәҫ һалҡынлыҡ бәреп инде, араларын аңлашмаусанлыҡ шаршауы бүлде. Ана шул сәйер мөнәсәбәт яйлап-яйлап Сәғиткә, Сәғиҙәһенә күсте, бындай кире тәрбиәнең башында кем торғанлығы һүҙһеҙ ҙә аңлашыла ине. Ауылда – арт-ыҡлап беленмәһә лә мәктәпте тамалап медучилищеға уҡырға ингәс ҡыҙының хол-ҡо насар яҡҡа үҙгәрҙе, эргәһенә егет-еләнде эйәләтә башланы. Йәйгеһен ауылға ҡайтҡанында ла уның ҡаршылыҡһыҙ икәнлеген бер-береһенән ишетеп өлгөргән егеттәр, егеттәр генә түгел, йәш ирҙәр эргәһендә йыш урала торғайнылар.
Бер көн ырҙын табағынан ҡайтышлай кисә йыуынғандан ҡалған һыу менән иген туҙанын сайырға теләп мунсаға инде, һәрмәнеп мейес ауыҙында ятҡан шырпыны табып ултырмалы һуҡыр шәмде тоҡандырҙы һәм… ҡурҡышынан тертләп ишеккә тартылды. Эләүкәлә сыр яланғас ир менән ниндәйҙер ҡатын ята ине. Күҙҙәре ҡар-аңғыға өйрәнә төшкәс таныны, әзмәүерҙәй ир кәүҙәһе менән боҫормалап йәшер-ергә тырышҡан һын Фәриҙәһе ине. Көтөлмәгән күренеш шаңҡытты, телдән ҡал-ды, мейеһен бәйләнешһеҙ уйҙар йыбырлатты: «Нисек инде, ун һигеҙе лә тулмаған ҡыҙы ир уртаһы кеше менән… Булмаҫ! Ул бит әле бала ғына, һәр хәлдә уның өсөн бала…» Һенағастай тора бирҙе лә иҫенә килеп, ҡапыл үрелеп эләктереп ирҙең ар-ҡаһына тас менән тондорҙо, ыңғайы бер ярһып, ят тауыш менән аҡырып ебәрҙе: «Һинең бит ике балаң, ҡатының бар, ни эшләп минең ҡыҙыма йоғонаһың, ауылда башҡа тол бисәләр бөткәнме! Мә һиңә, мә, оятһыҙ, ер бит, һаҫыҡ кәзә тәкәһе!» Үҙе аяуһыҙ һелтәнә, үҙе аҡылдан шашҡан кешеләй һамаҡлап илай. Ир иҙәндәге кейемен нисек етте шулай һәрмәп алып сығып шылғайны, тасты таңғырҙатып эл-әүкә яғына елгәрҙе лә быуынһыҙланып бөгөлөп төштө һәм хәле бөтөп бышылда-ны:
– Балам, нимә ҡыланаһың һин, ә?.. Ул бит ғаиләле ир, һине ҡыуалатып үҫеп килгән ҡыҙы бар!
Фәриҙә тырпырап ятҡан еренән тороп ултырҙы ла үҙенә тартып ике тубығын ҡосаҡланы, шунда башын һалды. Һалынып төшкән сәстәре йөҙөндәге кисерештә-рҙе тойомларға ирек бирмәй.
– Ниңә өндәшмәйһең, ишетәһеңме мине, балам?
– Ишетәм. Нишләп ишетмәй тигән, һаңрауланмағанмын әлегә. - Тауыш үтә лә тыныс, баҙҙан килгәндәй тоноҡ ишетелә.
– Был кем? - Ир сығып киткән яҡҡа, ҡоромло ишеккә төрттө. - Ҡасандан би-рле уның менән сыуалаһың?
– Кем булһын - ир. Ҡасандан алып сыуалһам да һиңә барыбер түгелме ни?
– Түгел! - Ҡолаҡтарын томалап бөгөлөп төшөп тынып ҡалды, шунан иңрәү-ле шыбырҙап ары дауам итте. - Кейәүгә сыҡма, тимәйем, уҡып бөтөр башта, шун-ан йәнең тартҡанын һайла, тик былай итеп мине мәсхәрәгә ҡалдырма берүк! Ир ҡуйынына инеүҙең эҙемтәләрен беләһең, уҡып бөтөрмәҫ борон атаһыҙ бала ҡоса-ҡлап ултырырға яйың бармы? Зинһар тыңла балам, аҡылыңды юйма, үтенәм…
– Аңлайым. Бригадир һәм уның һөйөклө ҡатынының ауыл кимәлендә абр-уйы төшә. Ай, ни тиклем аяныс! - Яланғас ҡыҙы, кейенергә ашыҡмай, һамаҡлауҙы
тыңлап ултыра биргәс мыҫҡыллы йылмайҙы. - Бригадир Хәтмулла тигәндәй, уның менән булған мөхәббәтеңде, дөрөҫөрәге уйнашыңды иҫеңә төшөр әле?
– Етте, балам… - Шулай тине лә артығын тыйыр рәте ҡалмағас тынып ҡал- ды.
– Юҡ, етмәне, башлағас аҙағынаса асыҡлап ҡуяйыҡ. Хәтереңдәме муйыл са-уҡалығы? Мин шунда һеҙҙе тап иткәндә әле һин кисергән тойғоно кисерҙем. Бәл-ки үҫмер аңы өсөн ул күренеш бындағына ҡарағанда күпкә аяныслыраҡ та булға-ндыр, бәлки. Һеҙҙең эргәгеҙҙән гөнаһ ояһынан өрккәндәй ҡастым; үҙем эләгеп йы-һылып китәм, тағы тороп йүгерәм, өҫтөм үлән онтағына, юл туҙанына буялып бөттө, ташлы ергә һөрлөгөүҙән тубыҡтарым үҙәккә үтеп ауыртты, тубылғы һыҙ-ырған балтырҙарым быуланы. Иҫемә килгәндә Һаҡмар ярында ултыра инем. Белә-һең бит теге сөңгөлдө? Унда батҡандар бит кире сыҡмай. Минең дә шунда йотол-оп үлгем килде. Ҡая сусағында таң һыҙылғансы ултырҙым. Донъя менән бәхиллә-шеп бөткәс күҙҙәрем алдына ҡустым һәм һеңлем килде. Китеп барһам кемгә ҡала улар, шул хаҡта уйланым… Хыянатҡа һәләтле әсә кеше ҡустым менән һеңлемде ҡарармы, ҡурсырмы, тинем…
– Минме… хыянатсы? Ни һөйләйһең һин, балам?
– Мин дә хыянатсы, һин дә хыянатсы! Атайымдың күҙҙәре йомолмаҫ элек үк шул Хәтмулла, тип күҙҙәрең тона ине бит, уны мин генә түгел күптәр белә ине. Шул иҫәптә атайым да.
– Атайыңа, хыянат иткәнем булманы балам, Хоҙай шаһит!
– Иреңде яратмай йәшәү гөнаһ түгелме ни? Ошонан аҙаҡ, яуап бир, мөхәб-бәтһеҙ өйҙә мөхәббәтле балалар тәрбиәләү мөмкинме? Шуға ла ерҙә мөхәббәт ба-рлығына ышанмайым мин, ышанмайым, һәм бөттө китте. Ә бөгөнгө ир менән ҡа-тын уйынына килгәндә алма бит ағасынан алыҫ төшмәй, мин һиңә оҡшағанмын, әсәй!..Ҡономдо ҡайтарам, бары шул ғына, тыйма һәм ҡурҡытма, янама ла, файҙа-һы булмаясаҡ! Бар, Хәтмуллаңа ҡайтып ошаҡлаш, бәлки ул берәй йүнлерәк кәң-әш бирер!»
Нәфрәтенә быуылып, һүҙһеҙ ҡалып ситкә ҡарап ҡуйыу менән сикләнде, әйтелгә-ндәрҙе инҡар итерлек дәлилдәре юҡ ине шул. Аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡайтып йығ-ылды. Нимә булды, ауырып киттеңме әллә, тип Хәтмулланың хафаланыуына ла яуап ҡайтарырлыҡ хәлдә түгел ине. Төнө буйы сөңгөл менән алышып һаташып сыҡты, буръяҡлы һыу төбөнә батып китә, кире өҫкә ҡалҡып сыға, ә Фәриҙәһе яр ситенә баҫҡан да ҡулдарын ҡаушырған, таш һымаҡ ҡатҡан йөҙөндә аяу ҙа, йәлләү ҙә юҡ. Ҡара таңда тиргә батып уянып китте. Тормош сөңгөлө фанилыҡтағынан күпкә тәрән һәм аяуһыҙыраҡ шул.
Фәриҙә училищеның һуңғы курсында ауырға ҡалып, уға әйтеп, кәңәшләшеп тә тормай аборт яһатты һәм ҡылған хилафлыҡтарынан айнып киткәндәй ҡапыл аҙ-ғынлығынан туҡталды һәм Хәлфетдингә кейәүгә сыҡты. Тик бәхетле ғаилә ҡора алманылар барыбер, беренсе балаһын алдырыу эҙһеҙ үтмәне, ҡыҙы ҡыу ағас ише емешһеҙ ҡалды.
… Хәтмулла менән осрашыуҙары ярты йыл самаһы дауам иткәс беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмаған кеүек ауылда ла ауыҙҙан-ауыҙға хәбәр таралды, ул үҙе лә ваҡыт үтеү менән кәүҙәгә ауырайып киткәнлеген тойҙо. Икәүләп һөйләшкән-аңлашҡан-
дан һуң бергә йәшәргә ҡарар иттеләр. Тик ғорур Хәтмулла баштан уҡ берҙән-бер, әммә ҡәтғи, кире ҡаҡҡыһыҙ талабын ҡуйҙы: «Донъям ныҡ, өй ҙә иркен, миңә кү-сеп килегеҙ!» «Балалар бит, тегендә өйрәнгән, һәр береһенең үҙе ултырған, ятҡан урыны, мөйөшө бар, тигәндәй, әллә һин үҙең…» «Юҡ, Гөлбикә, ҡатындың өйөнә оҙатылып барған ирҙе өнәп бөтөрмәйҙәр, быны яҡшы беләһең. Килегеҙ, барығыҙ-ҙы ла теләп ҡабул итәм» Шулай хәл иттеләр ҙә бит, әммә ләкин күсенеп сығыу ба-лалар тарафынан илау-һыҡтау аша ҡабул ителде, ә Фәриҙә беренсе көндән үк үгәй атаһына яратмай, ятһынып ҡарап эсенә йомолдо, Сәғите бынан ары ла тик әсәйе-мде генә еҫкәп йоҡлаясаҡмын, тип аяҡ терәп ҡырталашып түшәккә талашты, Сәғ-иҙәһе лә уйнарға үҙҙәренең ишек алдына китә, ашарға, йоҡларға ғына ҡайта, ул сағында ла бар нимәнән ситләшә, күршегә йомошҡа, ҡуҙ алырға ингән тиерһең. Төпсөгө Фәрит тыуҙы. Тик икенсе атанан булғанғамы уны балалары ятһынып ҡаб-ул иттеләр, илаһа сәңгелдәге эргәһенә килеп бәүетеүсе, уйынсығы төшөп китһә алып биреүсе булманы, ә яһил, аҫтыртын холоҡло Сәғиҙә яйы сыҡҡанда бороп се-мтеп алыуҙан да тартынманы.
Алыҫтағы офоҡҡа һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡтылыҡ ойотҡоһо ҡунған, яртылаш урм-ан ҡуйынына һыйынған ауыл да әкеренләп йоҡоһонан уяна: кемдеңдер әтәсе һуҙ-ып ҡысҡырып ҡуйҙы, ләүкелдәп эт өрөп алды, һыйыр мөңгөрәне. Ҡатҡан билен ҡушуслап ығырлап-шығырлап ҡалҡынды. «Былайтып ҡарасҡылай урам ҡыҙыры-уымды күреп ҡалһалар әллә ни уйлауҙары бар… Ҡайтайым… Тик ҡайҙа?..» Үҙ һорауына үҙе яуап эҙләгәндәй ян-яғына ҡаранды. Хәтмулланың өйөнөң ҡапҡаһы асмаҫлыҡ итеп тимер сыбыҡ менән сырмалған. Нисә йыл ошо өйҙә татыу, берҙәм, бер-береһен аңлап, күтәрмәләп көн иттеләр. Юҡ, юҡ, Мөхәммәте менән дә бәхет-һеҙ йәшәмәне. Бергә уйнап, күҙ алдында үҫкән иренә тәүге осорҙа ихтирам менән ҡараны, шунан сире көсәйеп киткәс уны йөрәге һыҙып ҡыҙғана ине. Ҡатын-ҡыҙ-ҙың булмышы көслө затҡа буйһоноу, унан яҡлау һәм һаҡлау өмөт итеү, ә йәлләү мөхәббәт тойғоһон уята алмай. Ә Хәтмулла йәлләүҙе ҡабул итмәгән, был йәһәттә хатта ҡырыҫыраҡ та зат ине. Яҙмышына ике ир яҙғайны, береһен ихтирам итте, икенсеһен яратты, әммә шул яратыуы көндәрен, айҙарын, йылдарын ҡәҙерле һәм мәғәнәле итте. Тән генә түгел, йән һыйыныр кеше менән ғүмер кисереү ерҙең сыу-аҡлыраҡ, йылыраҡ, яҡтыраҡ яғында йәшәүгә бәрәбәр.
Был торлаҡ уға ҡәҙерле һәм яҡын, тик уныҡы түгел. Төп өйөнөң мейесен еме-реп ташыған мәлдә Хәлфетдин кейәүе уны үҙләштерергә яҫҡынғайны ла: «Оронма кейәү, сереп ергә һеңгәнсә ул бары Хәтмулланыҡы ғына булып ҡаласаҡ!», тип өҙә әйтте.
«Сәғиҙәгә барайым, бер аҙ унда йәшәһәм асыуын онотҡан Фәриҙәһе үҙе үк ки-ре йүгереп килеп етер. Шунан һәүетемсә йәшәп алыр ҙа китерҙәр. Балаларынан нимәгә саманан артыҡ иғтибар талап итергә, уларҙың һәр береһенең үҙ донъяһы, үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте… » Шулай ҡайтымһаҡ уйын уйлағансы Сәғиҙәләргә кил-еп етте, һаҡ ҡына итеп ишек ҡаҡты. Өй эсенән ым да тым да ишетелмәй. Тағы ҡа-ҡты, тағы…
Бына өй ишеге асылды, яланаяҡ шапылдап атлаған аяҡ тауыштары соланға сыҡ-ты: «Йоҡларға бирмәйҙәр, инәңде эт әмәлләгер… Кем?» Тамаҡ төбөнән ҡарлығып сыҡҡан тауыш ярайһы уҡ тупаҫ яңғыраны. «Мин кейәү… Ас…» «Һинме ни әле
был, убыр?.. Башҡаса килеп йөрөмә, забудь сюда дарогу! Ишетәһеңме, ике аяғың-дың береһен баҫма! Өйөңдө кем приватизировал, шунда йәшә, вон, ҡортҡа!» Иҫе-рек янауҙың һүгенеүле яғы ябылған ишектә бүленде.
Ҡапыл башы әйләнеп китте, хәлһеҙләнеп таҡта стенаға һөйәлде. Оҙаҡ ҡына шул хәлдә торғас сығыу яғына йүнәлде. Аяҡтары атламай, тотош кәүҙәһе ҡалсылдап таралып бара. Иң тәүҙә үҙ өйөнөң ҡапҡаһына барып терәлде, ары Хәтмуллаһын-ыҡына. Мейеһен ошоғаса ике ятып бер уйына инмәгән хәтәр уй ярып үтте: «Была-йтып йәшәгәнсе китә лә барайым…Улай тиһәң барыр ерем, батып үлер күлем юҡ…» Уйындағы күлде күрергә теләгәндәй тоҙ төҫөнә ингән күҙҙәрен юғарыға сө-йҙө. Яҡтырып килгән күк йөҙөнөң үҙәгендә әйләнеп ятҡан сөңгөлдө хәтерләтеп ҡарағусҡыл болот ҡатҡан. Тотош ауыл, ауылға терәлеп тиерлек ҡалҡҡан урман, урман эргәһендәге аҡлан, хатта ул ғына ла түгел, тотош Ер шары ана шул Йыһан сөңгөлөнөң үҙәгенә тартылып әйләнә-әйләнә йотолор, һеңер һымаҡ. Аңы төпкөл-өнә йәшеренгән, онотола барған уйы яңырҙы: « Һуң теге сөңгөл бар ҙа баһа… Теге сөңгөл… Хәҙер тартып алыр уны…» Унан ике тапҡыр ҡотолоп ҡалды. Тәүгеһендә арлы-бирле генә яр ситендә сәпелдәй белгәнендә батырлығын күрһәтергә теләп тура шул яҡҡа ҡарай йөҙҙө. Тәрән урынға етте лә ҡурайҙай ғына беләктәренең ар-ыуын тойҙо, аяҡтары тыңламаны. Сәүек көсөктәй ярҙамға өмөт итеп урынында әйләнгеләне лә башҡа һыу өҫтөндә ҡалҡып торорлоҡ рәте ҡалмағас бырхылдап һыу төбөнә китте. Бер ике уртлам һыу йотҡас өҫкә ҡалҡты, билдәһеҙ көс ҡабаттан һыу төбөнә тартты. Өсөнсөгә сәсәй-сәсәй ҡалҡып сыҡҡанында сусаҡ ҡаянан һыуға һикергән атаһын күрҙе. Ары күҙ алдары тамам ҡараңғыланды, иҫен йыйғанда ул яр ситендә ятып уҡшый-уҡшый ҡоҫа ине. Өйгә ҡайтҡас ҡатынын эйәртеп Хисбул-ла ағай килеп етте, өлкәндәр, күлдәге менән тыуғандыр был бала, тип ҡыуанышт-ылар. Эйе, сөңгөл менән айҡашыр һәм еңер өсөн тыуғандыр ул, икенсе тапҡыр ҙа бирешмәне бит уға. Бына хәҙер өсөнсөгә… Икеләнеүле уйын еңергә теләгәндәй таяғын эргәһенә ҡуйып сүгеп төштө. «Әллә йәшәп ҡарарғамы … Тик нисек? Кем-гә кәрәге бар уның был рәхимһеҙ донъяла? Әҙәм балаһы һөйөүҙән ҡөҙрәт алып йәшәй, уға ҡарата ана шул йылы мөнәсәбәт кәмеһә, йә бөтһә тамырһыҙ ҡалған ағ-астай кибә, юҡҡа сыға ә ул ҡулланыуы үткән тауарҙай туҙҙы, бәлйерәне…» «Былайтып йәшәгәнсе, етте, түҙҙем ошоғаса!..» Ҡәтғи уйы уның быуындарына ды-уамал ҡеүәт өҫтәне. Тик унда, Һаҡмарға саҡлы ике саҡрымдан ашыу ара ята, мөс-һөҙ аяҡтары менән барып етә алырмы? Етер, нисек тә етер, ҡабаланып китер ергә бармай. Ҡалҡыу түңдән хушлашҡандай ауылды күҙҙән үткәрҙе, ҡарашын оҙаҡ ит-еп үҙ өйөндә, шунан Хәтмуллаһыныҡында туҡтатты. Хәтере ҡалыуы Фәриҙә менән Сәғиҙәнең өйҙәренә ҡарарға ирек бирмәне. Берләм һуҡмаҡҡа төштө лә һаҡ ҡына баҫып Һаҡмар йылғаһы яғына ҡарай атланы. Алыҫтан таныш сыйнауҙы ишетте. Аҡтырнаҡ уның ҡарарын һиҙеп, әсенгәндәй олой ине. «Әҙәм балаһына ҡарағанда кейектең кейеге мәрхәмәтлерәк, һиҙгерерәк барыбер…»
Һаҡмар туғайына ултыра-тора, мөштөрҙәп килеп еткәнсе ҡояш ҡалҡып ты-шау буйы күтәрелергә өлгөрҙө. Гөлбикә ҡарсыҡ яр ҡырында ятҡан, төбөнән аҡ-тарылып ауған, ҡарт өйәңке өҫтөнә килеп ултырҙы. Үҙәк тамыры һынһа ла ергә ҡаҙалған вағыраҡ тамырҙарҙан әҙләп һут килгәнлектән ағас бирешергә теләмәй йәшәргә тырышып ятҡан көнө: олондоң ос яғы кибеп юҡҡа сыҡҡан, әммә аҫҡы өл-өштә япраҡтар елберҙәгән бер нисә сибек ботаҡ тырпайып күренә. «Кемдең яҡты донъянан тиҙ генә киткеһе килһен…» Дымланған маңлайын яулығының осо менән ҡоротто.
Көн яңы ғына тыуып торһа ла кисәге баҫылып өлгөрмәгән ипкен ҡайнарығына бөгөнгө томра өҫтәлгәс ер өҫтө ҡыҙған табаны хәтерләтә. Йыл аша тиерлек ҡабат-ланып килгән ҡоролоҡ быйыл уғата аяуһыҙ, яҙ башынан тәбиғәт ямғыр төҫөн күр-гәне юҡ, үлән-ҡыяҡ кибеп бөттө, бөжәк ябырылған ағас-ҡыуаҡтар ҙа иҫке-моҫҡо кейемле асарбаҡтай ярым-яланғасланып, ҡойтоланып ҡалған. Элгәре бәрҙеһе һи-кереп уйнаған, таҙа, тештәргә үтмәле һалҡын һыулы Тиләк йылғаһы ла ер йотҡа-ндай юҡҡа сыҡҡан, тимәк Һаҡмарҙың сафлығы ла күпкә ҡайтышланғандыр. Тәб-иғәттең хозурлығы ла замандың мәғәнәһеҙ йәшәйеше ише кирегә тәгәрәй. Ҡулын-дағы таяғына эйәген терәп тынып ҡалды. Ауылда сығарған яндырай ҡарары ыҙа-лай-йонсой бында килеп еткәнсе һүрелеп, булмышын бөләңгерт битарафлыҡ би-ләгәйне. Һе, был уй тигәнеңдең осо ла ҡырыйы ла юҡ икән дә баһа, ә сал сәсле ба-шы сырмалған, урын-урыны менән ялғанған уйҙар йомғағылай. Оҙаҡ суҡайҙы Гөл-бикә әбей ҡарт өйәңке өҫтөндә, оҙаҡ. Ашыҡмай ғына һүткән иҫтәлектәр ебенең осо ла ҡырыйы ла күренмәй. Ғәжәп, был донъяла етмеш биш йылдан ашыу йәш-әп тә ташлаған, ә ғүмер инеше кисә генә башланғандай. Күргәне, кисергәне берә-мтәләп яҙмыш тиҫбеһенә теҙелгән, барсаһы иҫтә, барсаһы ҡәҙерле, барсаһы яҡ-ын. Тегендә әхирәткә күскәс ир затына өс һорау бирерҙәр ти: үҙ ғүмереңдә өй һал-дыңмы, ағас ултырттыңмы, нәҫелеңде дауам итерлек малайың бармы? Ошо һора-уға яуапты Аллаһы Тәғәлә моғайын унан да алыр, сөнки Мөхәммәте үлеп киткәс балаларына бер юлы әсәй ҙә атай ҙа хөкөмөндә йөрөнө ләһә. Йорт һалыуға килгә-ндә уны күтәргән мәлдә ире бүрәнәнең бер осонан тотһа, икенсе яғына ул барып йәбеште. Шулайтып колхоз мәшәҡәттәренән арынған арала ваҡыт табып, икәүләп бөтөрөп инделәр йортто. Арымауҙарын әйт, күршеләре лә былар ендәрен ҡушып эшләтәләрҙер, тип иҫтәре китеп аптырай торғайны. Яҙғыһын башлаған йортто Октябрь байрамына бөтөрөп тә инделәр. Икенсе аҙнаһында өй туйлағанда ҡунаҡ-тарҙы балаҫ түшәп иҙәндә һыйланылар, ата-әсәләр алдан һөйләшеп ҡуйғандарҙ-ыр, үҙҙәре менән һарыҡ эйәртеп, бер пар ҡаҙ, әтәсе менән тауыҡтар тотоп килеп инделәр, колхоз идараһы йомартлыҡ күрһәтеп еленле тана бүләк итте. Әсегән ба-лдан ауыҙ итеп күңеле күтәрелгән ҡайныһы протез аяғын көйлө шығырлатып ҡа-йһылай ҙа дәртләнеп бейегәйне! Ағастар тиһеңме? Һи-и-и! Яҙ һайын сәсеүгә төш-кәнгә ҡәҙәр лесничествоға ағас ултыртыуға йөрөп күпме ҡыялды? Ер соҡоғос махс-ус кәйлә менән кәҫ аҡтара-аҡтара устары ҡабарып бөтә ине. Ул ултыртҡан ҡарағай үҫентеләре бөгөн урман булып шаулай Һары Тай буйында. Улдарына килгәндә Сәғите ҡалала йәшәй, институтты бөтөргәс тә шул уҡ уҡыу йортонда хеҙмәтен да-уам иткәйне , тырыша торғас ҡала ситендә ике ҡатлы йорт бөтөрөп, шунда уҡ ем-еш-еләк баҡсаһы үҫтереп тамам ҡала кешеһенә әүерелде, йыл һайын ярҙам итер-
гә түгел, ирәүәнләп ял итергә ҡайтып әйләнә. Төпсөгө Фәрит Армияла флотта хеҙ-мәт иткәйне, шунда ҡалды ла әле диңгеҙ тулҡындар ярып илдәр гиҙә, донъяның ҡайһы ғына илендә булмаған да, ниндәй генә халыҡтар менән осрашмаған, ана шул илгиҙәрлегенән йәм, тәм, мәғәнә таба. Балаларын әҙәм итеүе еңелдән булған тиһеңме? Уларҙың һәммәһенә тән йылыһы ғына түгел, йән йылыһы ла биреп үҫ-терергә кәрәк бит әле. Һәр әсә балаларын ҡәҙерләй, ҡурсый инде, ҡайһы бармаҡ-ты тешләһәң дә ауырта. Ҡартайған көнөндә дүрт тарафынан игелек күреп, хәстәр тойоп, йән ҡәнәғәтлегенә, күңел байманлығына ирәйеп көн итер һымаҡ ине лә ғү-мер баҡый… Ә улары әллә кемгә оҡшап миһырбанһыҙ, ҡаты бәғерле булып үҫте-ләр. Сәбәбе ниҙә, ҡайһы ерҙә үҙенән балаларын ситләшерлек хата ебәрҙе? Икенсе-гә кейәүгә сығыуын ҡабул итмәнеләр шул, һуң ҡайһылай итһен, йәш ине бит әле, тағы Хәтмулланы ярата ине, ә балалары бер яҡлы яратыуҙы талап иттеләр, уны ят ир менән бүлешергә теләмәнеләр. Үгәй атай йортона күсенгәс балалары үҙҙәрен икенсе, ят мөхиткә барып ингәндәй тоттолар. Һуң шулай булмай тағы, йәй сыҡһа-лар яҙ төйәгенә ҡайтҡан ҡоштар ише үҙҙәренең төп өйөнә ашыға торғандар ине бит, көҙ еткәнсе шунда йоҡлап йөрөйҙәр. Үҙҙәре генә, өсәүләшеп йәшәйҙәр, хатта бәләкәй ҡустыларын да эйәртергә теләмәйҙәр, ни тиһәң дә ул икенсе ҡандан ярал-ған. Хәтмулла ла теләктәренә ҡаршы килмәне, хәйер нимә тип кенә әйтһен инде? Ул йәй буйы балаларына ашарға ташый, кейемдәрен алып ҡайтып йыуып килте-рә. Был ҡылыҡтары йылдар үтеү менән үтер, тип өмөтләнде. Ҡайҙа инде, былар тағы ла, уҡыуға ингәс тә, йәйге каникул осоронда тыуған нигеҙҙәренә ҡайттылар, кейәүгә сығып өйләнгәндә лә һүҙ ҡуйышҡандай тантаналы мәлдәрен йәй уртаһы-нда билдәләп туйҙы шунда үткәрҙеләр. Һүҙгә ипле, балаларға ҡатырғана белмәүсе Хәтмулланы ят бауыр күреп ҡабул итмәнеләр, «бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай» шул. Һуң үлгән артынан үлеп булмай, баштан уҡ аймылыш китк-ән яҙмыштарын бергә ҡушырға, олоғайған көндәрендә бәхетте тәтеп ҡарарға хаҡ-лы инеләр бит. Ә балалары аңламанылар, аңларға теләмәнеләр…
Йәнә замана башҡа, заң башҡа, тигәндәй хәҙерге көнитмеш кире йоғонто яһа-ны фиғелдәренә, байлыҡ, аҡса, тип күҙҙәре тона, сикәләре ҡыҫыҡ, күңелдәре тар. Улай тип әйтергә хатта теле лә әйләнмәй, ни тиһәң дә йөрәген ярып сыҡҡан, йән-ен иңрәтеп үҫкән ғәзиздәре. Белмәйҙәр әле улар әсәне юғалтыу хәсрәтен, тоймай-ҙар әле икенсе тапҡыр кендек киҫелеүҙең ни тиклем дә аяныслы икәнлеген, әсә ян-да йөрөгәндә генә тормош бөтөн була, ул күҙҙәрен мәңгелеккә йомдомо, булмыш-ты бушлыҡ биләй, йәнде хәсрәт баҫа. Шул саҡта ғына юҡһынып иларһығыҙ, мин генә кире ҡайтмам, мин генә булмам… Һай, боларҙы бит йәшәйеш, төпһөҙ сөңгөл һымаҡ өйрөлә генә: буштан-бушҡа Ер шары әйләнә, кеше яҙмыштары әйләнә… Тарих та юҡ, киләсәк тә… Бары бөгөнгө көн генә бар. Шул вайран килеп ҡыйрал-ып ятҡан арауыҡта әҙәми заттар нимәнелер бүлешә алмай талаша-тартыша, ур-лай-талай, ватылмай ҡалғанды емерә, көллө юҡҡа ғүмерҙәр ҡыйыла… Балалары-на үпкәләне, тик яратамы һуң уларҙы, әллә рәнйешле хәтере генә ҡалдымы, йәне боҙҙай ҡаттымы? Рәнйеш ҡарғыштан яман тиҙәр. Ярата, әүәлгеләй ярата, Хоҙай шаһит! Ауыл менән хушлашҡанында ҡыҙҙары йәшәгән яҡҡа ҡарарға теләмәүе бала ҡылтайыуына оҡшағайны, шул мәлдә икеһенең береһе сығып тауыш бирһә лә үпкәһен онотоп ҡайырылыр ине моғайын.Ҡайһы әсә балаларын насар итеп
күрергә теләһен, уларҙан ваз кисһен, ҡарғаһын, бәддоға уҡыһын? Дүртәүһенең береһенән йылы хәбәр килһә, йә улар хаҡында маҡтау ишетһә һары майҙай ире-ргә әҙер!
«Сәғит, Сәғиҙә! Әйҙә ҡайтайыҡ!» Сәрелдәк ҡыҙ тауышы ҡолаҡты ярҙы. Таныш, ҡәҙерле исемдәрҙе ишеткән Гөлбикә ҡарсыҡ ҡапыл һиҫкәнгәндәй итте, һыу инеп ҡайтыу яғына йүнәлгән балалар икәнлеген шәйләгәс төҫһөҙ күҙҙәрен ҡыҫып баш-ын аҫҡа эйҙе лә йоҡомһорағандай тынып ҡалды, хәлбүки ғәме кескәйҙәрҙә ине, нимә эшләрҙәр былар? Терәлеп тиерлек үттеләр, сәләм биреүсе, уға иғтибар ит-еүсе табылманы. «Ахрызаман балалары! Сәләмләй ҙә белмәйҙәр исмаһам. Мәкт-әптә нимәгә өйрәтәләрҙер…» Мәктәп, тигәндәй Сәғиҙә үткәндә барғанында зарла-нып ултырҙы: «Сей елкәгә тейҙе ошо мәктәп, екһендем, ус яларлыҡ аҡса ла түләм-әгәстәре уҡытҡым килмәй шыпа. Ярты мәшәҡәт артыңдан эйәреп ҡайта, ултыр инде ярты төн ауғансы иртәнге көнгә план яҙып, дәрес әҙерләп, дәфтәрҙәр тикше-реп.Тағы, сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй балалар аҙҙы, йә йүнләп уҡымайҙар, йә тә-ртиптәре тәртәгә һыймай, алкаш, бер килке әтрәгәләм ғаиләләренән ни көтәһең?! Йыйын һыу мейеләр йыйылған инде, хәлемдән килһә, көнө-төнө мейе серетеп, китаптарға күмелеп ултырғансы, коммерсантлыҡҡа китер инем. Исмаһам алып-һатарҙар әҙәмсә көн итә, иреклеләр, кейенәләр, аҡсаһыҙ ҙа йонсомайҙар » «Аҡсаға бәйле ерҙә ирек булмай ул, ҡыҙым» «Коммерсанттар, минең ише, ҡойроғо боҙға туңған бүре хәлендә түгелдәр инде һәр хәлдә» «Теләкһеҙ башҡарған шөғөлдән ҡы-йын нимә юҡ, баланы яратмай тороп уға нисек ғилем һеңдермәксеһең? Үҙеңде, башҡаларҙы алдап йөрөгәнсе, ауырымаған яғыңа ят, ҡыҙым», тигәйне. Яуап тағы ла Сәғиҙәһенә оҡшаманы, үпкәләгәндәй һыртын ҡуйҙы ла аҙаҡтан бер ни тиклем ваҡыт тырҫ та бырҫ йөрөнө. Аңламаҫһың, ыңғайға һыпырыуҙы ла ҡабул итмәй хә-ҙерге йәштәр, кирегә ҡайырып әйтһәң дә оҡшамай. Бынау, әле эргәнән терәлеп үткән балалар, ябай әҙәпте белмәгәстәр, шул йөкмәтелгән вазифаһын минән кит-кәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип башҡарған мөғәллим тәрбиәләгән уҡыусыларҙыр. Хә-йер, күрмәһә күрмәйҙәрҙер: тамыры аҡтарылған ағас менән кипкән әбейҙең кемгә хәжәте бар? Уларға кәмит кәрәк, мөғжизә кәрәк!
Тиҙҙән был яҡ йылға буйы бушап, тынып ҡалды, теге ярҙа ла ситтән килеп ял итеүселәр күренмәй. Шуны ғына көткән Гөлбикә ҡарсыҡ бөксәңдәп ҡалҡты ла та-ғы ла бер тапҡыр шау һөйәк бармаҡтары менән өйәңкенең ҡайрылары ҡалтайған олонон һыйпаны. Әллә хушлашыуы булды, әллә бәхилләшеүе… Башындағы яҙып ябынған һарғылт сәскәле яулығын төҙәтештерҙе, ҡулына шымарып бөткән имән таяғын алды. Теүәлләп бөттө шикелле бар мөлкәтен, инде ҡуҙғалһа ла була.
Был күрмәлекһеҙ яулыҡты үткән йыл Ришат кейәүе баҙарҙан алып ҡайтып япҡа-йны. Әллә һуҡмышлығынан шулай эшләне, әллә күңеленә аҡлыҡ килде. Кейәүе алып ҡайтҡанын йомарлап уның алдына быраҡтырҙы ла ситтәренә эрен ҡатҡан шешмәк ҡабаҡлы күҙҙәрен секрәйтте: «Мә, түщщә, паҙарык! Күр кейәүеңдең йом-артлығын! « Фәритең бүләк биреү түгел нисә йыл ҡайтып күренгәне лә юҡ, зимаг-ор. Сәғиҙә Мөхәммәтовнаны ла, мине лә ихтирам итмәй, әҙәмгә хисапламай йәнә-һе, ҡыутомшоҡ! Ни тиһәң дә икенсе батянан шул, икенсе ҡан, икенсе йән… Әйт-кәндәй, кәнтәй бит һинең ҡыҙың, холҡо йәш саҡтағы ҡайынбикәгә тартҡан, әгәр мин тотоп килмәһәм әллә ҡасан директоры аҫтына ятып, уның менән һөйрәлеп
йөрөр ине.Тучныһын әйткәндә, мин генә тотам хәзәйствоны, һинең йыбытҡың тү-гел, вот… Граниттан да йүн сыҡманы сәбәкә, урам ҡыҙыра, һантыйланып. Биғәй-бә, күп лыбырҙайым шикелле, короче, мин һиңә һуңғы тиндәрҙе йыйып паҙарык алып ҡайттым, ә һин пинсиәңде алғас байрам итеп, тамаҡ сылатып алырлыҡ аҡса тамыҙырға онотма!» Ҡиммәткә төштө ул бүләк, бер эсә башлаһа бер-ике яртыға мөрхәтһенеп туҡталамы һуң кейәүе?.. Одеколондан башлап тәҙрә таҙартҡыс шы-йыҡсаға ҡәҙәр ҡуймай, улары бөтһә ауылдаштарҙың теңкәһенә тейеп урам буйл-ап теләнселәй, хәйерселәй, оялмағанын әйт.Тормозы ысҡынһа өйҙә лә тынғылыҡ бөтә. Бер көн ярһып ҡайтып инде лә, айыҡтың уйында, иҫеректең телендә тигәнд-әре раҫтыр, теге мәктәп директорын иҫенә төшөрөп ғауға ҡуптарҙы. Сәғиҙәһе ху-жаһын яҡлап һүҙ әйткәйне, тегегә етә ҡалды, ҡатынының яғына суйын сүместе ал-ып елгәрҙе. Ҡаҡ маңлайға барып эләкте теге нәмә. Баш тиреһе ныҡ ҡанай бит ул, сәсрәп ҡан атылды. Гранит ҡойроғон бот араһына ҡыҫҡан ҡурҡаҡ эттәй сығып һыҙҙы. Ә ул илай-илай яулығын һыпырып ҡыҙының яраһына баҫты. Яҡлашыуҙы яратмаған кейәүе ҡоторған үгеҙҙәй уның өҫтөнә ябрылып килә башлағайны, кинәт аяғөҫтө баҫып ҡулына таяғын эләктерҙе: «Етте, кейәү! Кәрәк саҡта беҙ ҙә елле, буй-тлы итеп, һеңдергәнсе тондора беләбеҙ! Тағы ла бер аҙым яһаһаң - бынау таяҡ ме-нән мейеңде сәсрәтәм, билләһи! Инде бынан бүтән баламды рәнйетергә бирмәм, мин йәшәремде йәшәгәнмен, ғүмеремде ҡурсып ҡурҡыр ерем юҡ! Йә, яҡынла!» Бындай тәүәккәл ҡаршылыҡты көтмәгән кейәүе баҙап ҡалды башта, шунан:«Ҡот-орған мәскәй, булыр һинән!..» тип мығырҙанып урынында тапанды ла асыуына сыҙаша алмай ишек төбөндә торған бысраҡ һыулы биҙрәне осора тибеп сығып китте. Ғәҙәт ҡаламы, ошо сәкәләшеүҙән аҙаҡ енләнһә енләнде, мәгәр уның алдын-да Сәғиҙәһенә башҡаса ҡул күтәрергә йөрьәт итмәне. Шунан бирле башынан һал-ғаны юҡ ошо яулыҡты. Ни тиһәң дә ҡыҙының ҡаны һеңгән нәмә бит ул!
Гөлбикә ҡабаланмай ғына, абайлап баҫып атлай. Тубыҡ быуындары ҡатты шул һуңғы ике йылда, шул арҡала аҫҡаҡҡа әүерелде, һыҙланыуы теләйме-юҡмы, та-яҡҡа таяндырҙы, ә ауырыуының сәбәбе - һауынсы булып эшләү касафатылыр, ҡыш буйы иҙәнһеҙ, һалҡын һарайҙа резина итек кейеп шыйыҡ тиҙәк кисеү ни ҡу-йһын! Ҡайтарырға ине лә һуң элекке өтә баҫып йөрөгән йылдарҙы, мөмкин түгел. Атлауы етеҙ булған хәлдә лә ҡайҙа ашығырға, ҡыуанып сабыр ергә йыйынмай. Те-ге йылды Һаҡмарҙың боролошон үҙгәртеп, тар урынына күпер һалырға тырыш-ып күпме ҡыялдылар, һөйләүҙәренә ҡарағанда һанһыҙ аҡса, бихисап сығымлы хеҙмәт түгелгән, ә ул ни борғаланырға теләмәй үҙенең ғүмер баҡый һалған ташлы һуҡмағын буйлатып аға бирә. Тик шуныһы - ҡан баҫымы кәмеп тәнгә һеңеп батҡ-ан нәҙек тамыр ише әүәле алҡынып ятҡан йүгерек тулҡындар һиҙелеп үҙәнгә тар-тылған, ике яҡ ярға, элек һыу төбө булған ергә тумалаҡ таштар түшәлгән. Кесерә-йгән, мөсһөҙләнгән йылға. Уның бында килеп урамағанына ла байтаҡ йылдар үтте шул. Һауынсы булып эшләгәнендә Әлмөхәмәт туғайында йәй буйы ҡыуышта йә-шәйҙәр, ауылға ла ике-өс көнгә бер ҡайтып күренә, кәртә-ҡураны байҡап, мал-ты-уарҙы теүәлләп, балаларының ашарына хәстәрләп китергә кәрәк. Ярай өс баланы ҡул араһына ингән Фәриҙәһе ҡараны, былай булһа ҡайһылайтып йөрөмәк. Хәтм-улла менән йәшәй башлағас, Фәрите тыуғас кантораны йыйыштырып эшләп алды бер аҙ, барыбер был шөғөл йәненә ятманы, ауыр булһа ла өйрәнгән һөнәр
еһен йәйләүҙә ҡуна ятып эшләү мөмкин түгел ине, ауыл менән йәйләү араһында йүгермәләп өлгөрөргә ты-рышты, сөнки йорт тирәһенә генә түгел, кескәй Фәриткә лә күҙ-ҡолаҡ булырға кә-рәк бит әле. Хәтмуллаһы ни эшенә ҡара таңдан сығып китә, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инә, ә яҙлы-көҙлө тәүлек әйләнәһенә баҫыуҙарҙа йөрөй. Арҡырыға-буйға ҡыҙырҙы был ерҙәрҙе, һәр туғайын, һәр ағасын яттан белә, аяҡтарында көс барҙа туғайҙарында йәйен еләк, бөрлөгән, көҙөн муйыл, балан тирҙе. Һыу буйлатып ту-ранан тартһаң Муйыллы Туғайға барып сығаһың, уңға ҡайырылып бер һыуһын ер китһәң Баланлы Үҙәк, Сейәле Түң, ары Ат Сапҡан.
Уйланып килә торғас сөңгөлгә килеп төртөлгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Килде лә көтөлмәгәнлектән ҡатты ла ҡалды, йоҡа иренле тешһеҙ ауыҙынан: «Ләхәүлә… ки-тсе… булмаҫ!..» тигән өн һығылып сыҡты. Борон-борондан бар әҙәмдең ҡотон ал-ып ятҡан төпһөҙ ятыу булыр-булмаҫ быуаны хәтерләтә ине. Теге саҡта утынлы са-наһы һаҡҡан тал ҡыуағының тапҡыры хәҙер лапыланып йылғанан был яҡҡа ҡар-ай хәтһеҙ ара шылған, ә тауыҡ кисмәле генә һыу йәйелгән яр буйын яҫы япраҡлы ҡапырыҡ, өйкөмләнеп күренгән ҡамыш ҡаплаған. Бар ине бит был сөңгөлдөң дә ҡеүәтле, ажарлы саҡтары! Күпме кешенең, мал тыуарҙың башына етте. Асмәйел дә булды үҙе, бер ҙә ҡорбанын кикереп кире өҫкә ҡалҡытманы, осто-гүҙе йотто. Мал юғалһа сөңгөл алғандыр, тип эҙләмәнеләр ҙә, кеше ғәйеп булһа һырғый һа-йғау менән, рәт сыҡмаҫын белә-күрә, сараһыҙлыҡтан, һыу төбөн көргөп мәшәҡә-тләнделәр. Аптырағас әпкилеп әсетеп бешерелгән икмәк йөҙҙөргән булалар. Йән-әһе лә сөңгөл икмәкте өйрөлтөп йота ла батҡан мәйетте сығара инде. Ҡайҙа ул, тере йәнде йоторға һәләтле ятыу түтәрәм икмәккә мөрхәтһенәме! Юҡҡамы ни ун-ың эргәһенән ҡурҡыныс нимәнән һипһенгәндәй ситләтеп үтә торғайнылар. Уйл-ап ҡараһаң бәләкәй йылғаның да шундай хәтәр урындары булыуы ғәжәп, бында ла бит өҫ яҡтан көтөү арғы туғайға сығып йөрөмәле ер бар, ә аҫ яҡта, Ҡаулан туғ-айына сыҡҡан ерҙә, ҡырсынташлы ярға оло юл килеп төртөлгән кисеү.
Онға ҡытлыҡ башланды бер осор, ни сәбәптәндер күрше Ивановка утарындағы тирмәнде лә туҡтаттылар, бар халыҡ кибеттәгенә ҡарап ҡалды. Унда ебәргәндәре лә размол: бойҙайға ҡушылған кукуруза, борсаҡ, арыш ҡатнашмаһы. Күрше Бай-ғужа ауылында магазинда эшләгән әхирәте һинең өсөн бер тоҡ ҡалдырҙым, тигәс, ферма мөдиренән рөхсәт алып, киске һауынға урынына кеше ҡалдырып, ҡул сана-һын һөйрәп шунда китте. Хәтмулла атына ултыртып, һә тигәнсе елдереп кенә ал-ып барып килер ҙә ине, ғорурлығына барып, уның ихатаһында егеүле атты күрһә лә өндәшеп торманы. Яңы ғына ҡырпаҡ ҡар ятҡан ноябрь башы, атлауға еңел бул-һа ла кире боролғансы эңер төштө, шуға тиҙерәк ҡайтырға теләп кисеүҙән түгел, туранан тартты ла, әллә көҙгөләй ялтыр боҙҙоң ныҡлығына ышанып, әллә яһил-лығына барып ятыуҙан аша тартты. Был ниндәй әрһеҙ, тигәндер, ғәйрәтле сөңгөл боҙ ҡоршауын сатнатып асып шундуҡ уның ярты кәүҙәһен һоғона ла һалды. Ай-һай, ҡайһылайыраҡ алышҡайнылар ике еңмеш, бәйелһеҙ упҡын уны еңел генә йоторға итә, йәш, беше кәүҙә бирешергә теләмәй. Өҫтөнә кейгән кейеме тиҙ генә һыу һеңдереп таштай ауырға әйләнде, шуға нисек етте шулай, аяҡтары ярҙамын-да быймаларын систе, шунан тырыша торғас фуфайка, дебет шәленән ҡотолдо. Кәүҙәһе күпкә еңеләйҙе, әммә боҙло һыу һалҡынлығы менән тәнде өтә, ҡорош-
тора, бындай шартта 10-15 минутҡа ғына сыҙаясаҡ, тимәк уларҙың алышына ла шул саҡлы ваҡыт бүленгән, йә ул ятыуҙы еңә, йә ул мәңгегә сөңгөл төбөнә китә. Ҡапыл ғына күҙ алдына Мөхәммәтенең һабантуйҙағы көрәше килеп баҫты: нис-егерәк алышҡайны бит ул, беләгендәге көсөнән бигерәк рух көсө менән алдырғай-ны, бына хәҙер уға ла сират етте. Башын юғарыға сөйөп йондоҙҙар емелдәшә баш-лаған күк йөҙөнә ҡараны, ошоғаса иғтибар ҙа итмәгән, сикһеҙ Йыһан үҙе төпһөҙ упҡынға оҡшаған икән дә баһа, ана шул ҡарағусҡыл зәңгәрлеккә сумырға теләмә-гән йондоҙҙар Йыһан битенә һаҡҡандар. Юҡ, ул да бирешергә тейеш түгел, йәш-әү өсөн көрәшергә, еңергә, балалары хаҡына булһа ла йәшәргә тейеш! Бар көсөнә, алдындағы боҙ ҡатлауын ярып алға ынтылды, тағы, тағы… Яр ситендәге һыуға эй-елгән тал һәрпендеһенә лә етергә күп ҡалманы, ул бер үк ваҡытта үрелеп алмалы ғына, бер үк ваҡытта һонолоп етмәҫлек алыҫ. Тал сыбығы фанилыҡ менән баҡый-лыҡ араһына сират күпереләй тартылған, уға йәбешеп өлгөргән хәлдә генә ул тере ҡаласаҡ. Аҡтыҡ көсөн йыйып ынтылды һәм ҡулына үҙенән үҙе йомшаҡ ҡайыш килеп йомарланды. Гөлбикә Хәтмулланың күреп ҡалып яҡынлауын да, уға бил ҡайышын һоноуын да абайламаған. Бригадирҙың бында эңер мәлендә тороуы бер ҙә осраҡлы булмаған, уны юғалтып ғауғалашҡан балаларҙан белешкән дә ҡаршы-һына елдергән. Ир уны ауырлыҡһыҙ ғына һыуҙан тартып алды ла тиҙ генә санала-ғы толопҡа төрөп ауыл яғына ҡарай елдерҙе. Манма һыу булып ҡайтып ингәс ни-сегерәк үрһәләнеп сеңләгәйнеләр кескәйҙәре. Хәтмулла тиҙ генә мунса яғып ебәр-еп уны бөтөрҙө лә йәнә бала ише күтәреп шунда алып барҙы, уның йыуыныуын соланда көтөп ултырып торҙо. Өйгә алып ҡайтҡас балаларҙың аптыраулы ҡара-шына ла иғтибар итмәй, бер шешә араҡыны боҙоп шуның менән уның аяҡ табан-дарын ыуырға керешеп китте. Бирешмәне алай ҙа, аҙна самаһы еңелсә тымауланы ғына. Иртәгеһен Хәтмулла ферманан ҡайтышлай тап булды ла: «Хәлдәрең нис-ек?», тип әҙәпле йылмайып ҡуйыу менән сикләнде. Үҙен шул минутта, шул тикл-ем дә бәхетле итеп тойҙо: «Уны ялаусы, һаҡлаусы, ҡурсыусы кеше бар бит был до-нъяла!» Шул кистә тыңлауһыҙ аяҡтары Хәтмулланың өйөнә ҡарай тарттылар, тәҙ-рәләрҙә ут һүнһә лә ул уны көткәндәй ишегенә бик һалмағайны. Кисәге боҙло һы-уҙа тулғанған кәүҙәһе шул кистә ялҡынлы, арбатҡыс, һуштан яҙҙырғыс ҡосаҡҡа сумды, тормош тигәнен бер боҙға, бер ялҡынлы утҡа ырғыта шул шулайтып.
Хәтмулла ярҙам итмәһә үлемесле ятыуҙан ҡотолор инеме икән? Һуңынан ошо хаҡта ҡат-ҡат уйланды. Тере ҡалыр ине, һис шикһеҙ тере ҡалыр ине. Өс балаһын яҙмыш һынауына ташлап уның үлеп ҡалыуы мөмкин инеме һуң! Балаларының ихлас, эскерһеҙ теләге әрсәләп алып ҡалды әжәлдән, уларҙың һөйөүе ҡотҡарҙы. Хәҙер күргеләре лә килмәй, ҡыуалап унда-бында тинтерәтәләр… Әҙәмде мөхәббәт йәшәтәлер был донъяла, һөйөү уны кеше итәлер, мөхәббәттән мәхрүм ҡалғандар ҡартая һәм үләлер. Һалҡын мөнәсәбәт уны бер нисә йылда бәлйерәгән әбейгә әү-ерелдерҙе, быуынын алды, йөҙөнә юйылмаҫ хәсрәт тамғаһын һалды. Күреп йөрөй бит, 80 йәштән уҙғандар ҙа уға ҡарағанда күпкә теремегерәк күренә, сөнки күҙҙәр-ендә өмөт осҡоно яна. Ә уның йөҙөндәге нур һүнде, киләсәккә ышанысы һүрелде. Һәр кем, ғүмере буйы, бәхетенә илткән һуҡмағын бүлгән даръяларҙы еңергә теләп хыялынан күпер төҙөй, ә ул ҡом һарайҙай ишелә. Бирешергә теләмәй кеше, аҡт-ыҡҡы көсөн йыйып тағы йәбешә башлаған шөғөлөнә, тағы, тағы… Бик һирәктәр
генә ирешә моратына. Бик һирәктәр. Күптәр ғүмере ахырында ярыҡ ялғаш алды-нда һемәйеп тороп ҡала. Ул да шундайҙар ҡоронда. Хәҙер бына үҙ теләге менән сөңгөлдөң ҡосағына ташланырға килде. Был ятыуға бирешмәй тере ҡалған берҙән-бер тере йән ине бит әле ул! Әзмәүерҙәй ир-ат ҡотола алманы, ә ул ҡотолдо һәм тере! Әйҙә йотһон сөңгөл, был юлы үҙе теләп еңелә. Теге саҡтағылай ҡаршылаш-маҫ, тыпырсынмаҫ, зәңгәр күккә төбәлеп талпынып бағып яҡты донъя менән бә-хилләшер ҙә һыу төбөнә китер. Тик сөңгөлдөң айбарлығы күренмәй бит әле, уны йоторлоҡ рәте тойолмай.
Гөлбикә әбей ятыу һыртындағы ҡалҡыу урынға улай-былай итеп менде лә, бер аҙ хәл алырға тип яр ситенә ултырҙы. Хәҙер башындағы яулығын һыпырыр, имән таяғын эргәһенә һалыр, ҡабаланмай ғына үҙенә ясин сығыр, шунан ғына сөңгөл өҫтөндә ҡалҡҡан таш сусаҡҡа яҡынлар…
… Ярай, һыуға ташланып үҙ йәнен үҙе алды ла икән ти, аҙаҡтан нимә булыр? Медпунктҡа үкелгә, дарыуға тип барғандар йөҙөнә бәреп әйтеп Фәриҙәһенең кү-ҙен дә асырмаҫтар бит, ә Сәғиҙәһе ниндәй дәлилдәр килтереп аҡланыр икән? Ул бит ни тиһәң дә мөғәллимә кеше, балалары алдында ни йөҙ менән баҫып торор, һорауҙарына нимә тип яуап бирер? Ҡартайғайны шул, аҡылға һайыға башлағай-ны, шуға шундай аҙымға барған, тип яуаплар микән? Хәбәр Өфөгә барып олғаш-ыр, Сәғите эшләгән уҡыу йортона ишетелер. Әллә ниндәй дәрәжә яҡлайым, тип йөрөй ине бит ул. Уларҙа йәшәгәнендә ваҡыты тығыҙлыҡтан эргәһенә ултырып һөйләшергә лә форсат тапманы, әйтерен дә сүселдәк бисәһе аша еткерә ине. Хәб-әр Сәғиттең етәкселәренә барып ишетелһә уға ынтылған дәрәжәһен бирмәүҙәре бик тә ихтимал. Тимәк улының артабанғы яҙмышына кәртә ҡуя түгелме уның был аҙымы? Фәритенә лә хәбәр итерҙәр, итмәй ҡалмаҫтар. Алыҫ тарафтарҙа йөҙөүҙә йөрөһә ҡайта алмаҫ та әле. Кинйә булғанғамы Фәрите уға нишләптер яҡынынраҡ, ул да уны үҙ күрә шикелле. Анау йылды теге түлһеҙ мәрйәһен эйәртеп ҡайтып ауылда ике аҙна самаһы ял иткәйнеләр, шул саҡта Фәрите эргәһенә ултырып: «Мам, ты такая хорошая, добрая, живи долго… А мы каждый раз будем приезж-ать!» тигәйне. Теге, гелән ярым-яланғас йөрөргә яратҡан, тыу бейәләй уйнаҡлап торған, буяҡтан ғына хасил йөҙлө, ерән бөҙрә сәсле мәрйәһе лә үтә алсаҡ. Нимә тигәйне әле: «Бабушка не горюй, вот твой сын выйдет на пенсию, угомонится, мы тебя обязательно заберем в город, будешь жить у нас!» тигәйне. Улының пенсияға сығырына ла байтаҡ ҡына ваҡыт булһа ла, ярай, әйтеүҙәренә рәхмәт, тип ҡыуанғ-айны шул саҡ. Төпсөгөм алып китәм, тип ныҡыша, бармаҫҡа булдым, ят тарафты, ғүмерҙә күрмәгән диңгеҙ ярын үҙһенә буламмы, тип маҡтанып әхирәттәренә һө-йләп тә йөрөгәйне. Шул Фәрите ҡайтып төшөр, ауылдаштарының йөҙөнә нисек ҡарар? Оялыр. Ояты ни тора, әлегә әбей-һәбейҙең ошондай юл менән яҡты донъя-нан киткәнен ишеткәне юҡ әле. Араҡынан баштары маңҡортланған, йәшәү мәғән-әһен юғалтҡан йәштәр саҡ ҡына уйлап ҡарамай баштарын боғалаҡҡа тығалар бө-гөн. Аптырарһың уларға, йәшәй ҙә башламағандар, ә көн итергә, тормош көтөргә тырышып сәбәп ҡылырға теләмәйҙәр. Ауылдарынан ике йөҙҙән ашыу ир-ат фро-нтҡа, ил һаҡларға китте. Шуларҙың яртыһынан күбе яу ҡырында, сит яҡтарҙа ят-ып ҡалды, исемдәре ауыл Советының эргәһенә ҡуйылған обелискыға уйылған. Ә бит, эсеп, йә үҙ-үҙҙәренә ҡул һалғандарҙың һаны уларҙан ике-өс тапҡырға артып
китте. Унан ҡалһа анау Кавказ яғынан ҡурғаш табуттар ҙа килгеләп тора. Аңлама-ҫһың бөгөнгөнө, үләт төштөмө икән әллә йәшәйешкә?
Йәш-елкенсәк даланан маҡсатһыҙ тәгәрәгән ҡамғаҡ ише аңҡы-тиңке килеп йөр-өй-йөрөй ҙә бер килкеһе ҡалаға китеп олаға, ҡалғандарының яҙмышы бер иш - йә араҡыға янып, ағыуланып һәләк була, йә баяғылай ҡыланалар. Өйләнеп әҙәмсә тормош көтөргә теләүселәре һирәк, һәүеректәр инде, һәүеректәр, тоҡом ҡалдыр-ырыға хәлдәренән килмәгән, өйөр тарафынан ситкә тибәрелгән, етлекмәгән айғы-рҙар! Әүәле ирмен тигән ир йә кәләшлеккә ҡыҙ, һис юғында ат урлаған. Ә был-ар… Ниңә алыҫтан эҙләйһе, Фәриҙәнең өлкән малайы Гранит нимә ҡылана һуң! Исемен дә тапҡандар бит әле, йә башҡорт түгел, йә урыҫ түгел, тигәндәй. Исем ататыр алдынан малайға Искәндәр, тип ҡушайыҡ, тип күпме әйтте, тыңламаныл-ар. Иҫкергән исем, тигән булдылар. Хәҙер исеменә есеме тап килә, йә белеме юҡ бының, йә ҡулынан ҡул ярыһы эш килмәй, ҡоҡана* инде, торғаны ҡоҡана! Иртәнсәк сығып китә лә кис ҡараңғы төшкәс лаяҡыл иҫерек ҡайтып инеп ауа. Ата-һына ҡушылып кәйеф-сафа ҡороуға хирес. Ҡырағаһыҙ былай, ҡаты таш исемен йөрөтһә лә боламыҡ бер йән эйәһе шунда. Эсеп алһа күлдәген һалып Чечняла янған арҡаһын күрһәтеп иларға тотона: «Тәнемде генә түгел, йәнемде лә шул ҡә-һәрле һуғыш яндырҙы! Ҡәҙимге йәшәгеһе, ҡатын иркәләгеһе, бала һөйгөһө кил-мәй бының, тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ, мин дә кеше, минең дә әҙәмсә көн иткем килә!..» Бер тапҡыр бәҙрәфкә бикләнеп аҫылынып та маташты. Ваҡыт-ында абайлап ҡалып төшөрөп алдылар. Байтаҡ ҡына эленеп торғандыр күрәһең, хәҙер иҫе лә инәле-сығалы булып һантыйланып ҡалды. Шул бәләнән һуң да улар хаҡында бер килке геү килеп ғәйбәт һатҡайнылар ауыл бисәләре. Инде ул шулай-тып, ҡартайған көнөндә һыу мейеләй ҡыланып яҡындарының йөҙөнә ҡара яҡһы-нмы?.. Ярамаған хилаф ҡылыҡ был! Уларҙың быуыны бит икенсе ҡамырҙан әүәл-әнгән, хәҙергеләр ише шыйыҡ, тотанаҡһыҙҙар затынан түгел. Яҙмыш алдына бих-исап һынауҙар ҡуйҙы, һыуыҡта ҡороштороп, эҫелә ҡатырып, иңдәренә ауыр хеҙ-мәт һалып һынаны. Шул заманда бирешмәгәнен, инде килеп еңелеп ятырғамы? Юҡ, тағы ла бер тапҡыр юҡ! Ә ары нисек йәшәргә? Нисек?! Ҡарттар йортона бар-ырғамы әләйгәс?
Гөлбикә ҡарсыҡ хәтһеҙ ваҡыт ойоғандай, онотолғандай ултырҙы ла кинәт зи-һенен йыбырлатҡан өмөтлө уйҙан тертләп китте: «Нишләп ошо аҡыл бығаса баш-ына килмәгән?! Ә ул тотошлайы менән гөнаһҡа батырға самалай!..» Һуң бит уның һатылған өйө буш тора ла! Теге Сатан Зәбирҙең арҡыры ятҡанды буйға һалырға эшкинмәгән төпсөгө Әхмәҙей мейесһеҙ өйҙә йәйге осорҙа ғына йәшәне лә көҙ һа-лҡындар төшкәс тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡталар ҡағып, ғаиләһен алып ҡалаға китеп олаҡты. Ҡайтып күренгәне лә юҡ, шунда ятаҡҡа урынлашып ҡарауылда эшләп йөрөй ти. Зәбир ҙә ул йорт хаҡында бөтөнләй онотто шикелле, сөнки ҡайт-анан һатырлығы ҡалмаған уның. Яртылаш ергә һеңгән, таҡта ҡыйығы иҫкереп ҡа-райып урын-урыны менән күгәреп бәшмәк төшкән хараба бигерәк күрмәлекһеҙ шул. Ошондай хәлдә кемдең күҙенә эләгер тиһең, ауылда бынамын тигән тиҫтәгә яҡын өй һатылмай тора. Хәҙер бит бөтәһе лә рәхәткә, ҡалаға ынтыла, уйлап та то-рмай нигеҙҙәрен ташлайҙар ҙа китәләр. Бындай барыш менән барһа бер ун-ун
биш йылдан ауылдың урыны ғына тороп ҡаласаҡ. Ауылдар бөтһә кем туйындыр-ыр икән халыҡты? Шул торлағы уның ғүмеренә етер ине әле, аҙмы-күпме йәшәре ҡалған. Иртәгә барып шул хаҡта силсәүит рәйесенә әйтер ҙә ябыныр-яҫтанырын алып күсенер ҙә сығыр, ә теге бүҫелгән солан ҡыйығын моғайын Хәлфетдин кейә-үе төҙәтеп бирер. Рөхсәт итмәһәләр ҙә күсенер, хәләл көсөн түгеп Мөхәммәте мен-ән һалған өйө! Үҙаллы йәшәй башлаһа бәлки балаларының да уға ҡарата мөнәсә-бәте үҙгәрер. Инә ҡорт умартаны ташлап китһә башҡа ҡорттар ҙа тырым-тырағай таралып бөтәләр түгелме? Ҡайтһын әле үҙ йортона, тәҙрәләрен иртәнге ҡояшҡа асып ебәрһен, хәҙер йәмләнеп китер тормошо. Йәнә теге ҡумталы сәғәтен эшләт-еп ебәрер, әйҙә күңелле, өмөтлө итеп хисаплаһын ваҡыт ағышын. Ҡот, йәм ҡай-тыр шул саҡта тупһаһына. Ишетеп ҡалһа әллә ҡайҙа ил гиҙгән Фәрите ҡайтып төшөр, бәлки. Яңғыҙ ҡалмай ҙа, һыртынан ҡарап торорға Фәриҙәһе, Сәғиҙәһе ҡы-уанып риза булырҙар. Йәй һайын Сәғите ғаиләһен эйәртеп Фәриҙәгә ял итергә ҡайтҡан була. Ни тиһәң дә ят донъя бит, аҙна самаһы ғына булалар ауылда. Ә бы-нда бит үҙ өйҙәре, миңә тимәһә йәй буйы тотҡарланһындар, уның өсөн дә ҡыуа-ныс ҡына буласаҡ. Силсәүит менән колхоз бүлексәһе моғайын утынһыҙ итмәҫ. Уның шайы ғына булашыуҙан баш тартмаҫтар, заманында колхозды күтәрәм, тип ни һан «таяҡҡа» эшләп йөрөнө. Шул таяҡтарҙы әйҙә бөгөн утынлата ҡайтарһын-дар, хатта уның менән генә лә хисаплаша алмаҫтар әле.
Башына килгән иҫ китмәле фекерҙән дәртләнгән ҡарсыҡ кинәт урынынан ҡа-лҡты ла башын ҡайтыр яҡҡа ҡайҡайтты, ҡарашын юлдың уң яғында ағарып күр-енгән Аҡбейек ҡаяһына йүнәлтте. Матур ҡая, мәғрур ҡая! Әллә ҡайҙан күренеп, бар-тирә яҡты йәмләп күктәргә олғашҡан! Тормош матурлығына дан йырлаған тәбиғәт һәйкәле! Уның башына Мөхәммәте менән өйләнешкән йылы менгәйне-ләр. Ауырыумын тимәй ире алдан төшөп алған булды, ул арттан көлә-йылмая эй-әрә. Баш осонда бәхет ҡояшы нурҙарын бөркә…
Гөлбикә ҡарсыҡ ҡайтыр юлынан янтайып уң яҡҡа ҡайырылды ла Аҡбейеккә ҡа-рай йүнәлде. Ыҙаланһа ыҙаланды апаруҡ текә түбәгә менеп етте тәки. Һоҡланыу-лы ҡарашын ян-яҡҡа атты. Ана, түбәндә уны еңә алмаған сөңгөл ята. Бейектән ҡа-рағанда ул ҡойто ғына һоро буҫтау киҫәген хәтеләтә. Ҡая өҫтөндә яулығы, таяғы онотолоп ҡалған. Ауыл яғындағы һуҡмаҡтан өс-дүрт кешенең былай табан йүге-рә-атлай килеүҙәре күренде. Таныны: Хәлфетдин кейәүе, Фәриҙә, Сәғиҙә, Гранит ейәне… Бынан улар себендәй, бахыр бөжәктәрҙәй генә булып күренәләр. Йыбыр-лай-йыбырлай сөңгөлгә ҡарай йүгерҙеләр. Фәриҙәһе яулыҡты, таяҡты ҡулында алды ла ятыу яғына төртөп күрһәтте. Әсәйем батып үлгән, тип сәрелдәйҙер әле. «Яңылышаһың, ҡыҙым, әсәйеңде һин белеп бөтөрмәйһең әле!.. Минең ҡояшым байымаған, уға байырға иртәрәк!»
Бына улар бер юлы ҡая яғына әйләнеп баҡтылар ҙа йәшен атҡандай ҡаттылар ҙа ҡалдылар. Гөлбикә ҡарсыҡ та ҡалҡынды, уның ирендәре ситенә һиҙелер-һиҙе-лмәҫ йылмайыу сатҡыһы ҡунды. Шул мәл ел иҫеп ебәреп күлдәк итәктәрен ялп-ылдатты. Ул ситтән ҡарағанда күпте күргән инә бөркөттө хәтерләтә ине.