Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2019, 02:00

Әсәйҙәргә – миҙалдар

Беҙҙең райондан биш бала тәрбиәләүсе ике әсәй “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланасаҡ.

Беҙҙең райондан биш бала тәрбиәләүсе ике әсәй “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланасаҡ.
Улар Биксән ауылынан Гөлназ Аллағужина һәм Бәләкәй Мәҡсүт ауылынан Гөлшат Иҙиәтуллина. Гөлназ ауыл мәктәбендә ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшләһә, Гөлшат - “Авангард” предприятиеһында ашнаҡсы.
Хәтерегеҙгә төшөрбеҙ “Әсәлек даны” миҙалы биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе күп балалы әсәләргә бирелә. Март айында был миҙалға Ҡолғона ауылынан биш бала әсәһе Фәүзирә Ишморатова лайыҡ булғайны.

Фото: интернет.
Читайте нас: