Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2019, 02:00

Ғүмәрҙә яңы ФАП буласаҡ

Ғүмәрҙәр янына район етәкселеге икенсегә килде. Ауылда февраль баштарында ла ошондай йыйылыш булып үткәйне.

Ғүмәрҙәр янына район етәкселеге икенсегә килде. Ауылда февраль баштарында ла ошондай йыйылыш булып үткәйне.


Азамат Фәрит улы иң элек шул ваҡытта күтәрелгән мәсьәләләр буйынса нимәләр эшләнеүенә байҡау яһаны. Уларҙың ҡайһылары хәл ителгән, ҡайһылары эшләнеү өҫтөндә. Мәҫәлән, хакимиәт башлығы быйыл ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәге хаҡында хәбәр итте, эргәһенә туҡталыш эшләү ҙә билдәләнгән. Клубҡа ултырғыстар талап ителгән булһа, был килеүгә 30 өҫтәмә ултырғыс килтерелгәйне инде. Электр көсөргәнеше түбән булыуы ла был ауыл өсөн ҙур проблема, уның да тиҙҙән хәл ителәсәге, трансформатор алмаштырыласағы әйтелде.


Залдан теләктәр менән бергә, рәхмәт һүҙҙәре лә яңғыраны:


- Васильевкаға уҡырға йөрөүсе балалар автобус көткәндә ышыҡта торһон өсөн яңы туҡталыш эшләнде, бының өсөн рәхмәтлебеҙ, - тине Гөлфинә Вәхитова. - Тағы ла бер үтенес:


- Ишембайҙан килгән маршрут автобусы әле ауыл осонан кире борола, яңы туҡталышҡа тиклем барып етеп әйләнһә, халыҡҡа бик уңайлы булыр ине.


Ә бына Алмалы – Ғүмәр араһына асфальт һалыу теләге быйыл ғына килеп сыҡмай, киләһе йыл ҡарарға тигән бурыс ҡуйылды.


Башҡа мөһим яңылыҡтар ҙа әйтелде. Петровск участка дауаханаһында ремонт башланыу сәбәпле, ваҡытлыса Маҡарға йөрөргә тура килеүе аңлатылды. Күп функциялы үҙәктең Петровскиҙа бүлексәһе эшләй башлаясағы ла халыҡ өсөн ыңғай яңылыҡ булғандыр.


Йәйге осорҙа янғын хәүефһеҙлеге яғынан хәл ҡатмарлана, шуға ғүмәрҙәргә һыу өсөн цистерна бүленәсәге тураһында хәбәр ителде, ләкин уны һаҡлау өсөн ауылда йылытылған урын хәстәрләү бурысы тора. Кеҫә телефоны бәйләнеше лә был төбәктә хәл ителмәгән мәсьәлә. Бөгөнгө көндә уны яйға һалыуҙың төрлө юлдары ҡарала. Ғүмәрҙәр тауҙарының яҙмышы тураһында ла һорауҙарын бирмәй ҡалманы. “Тауға теймәйәсәкбеҙ”, – тигән яуап халыҡтың дәррәү алҡыштарына күмелде.


Ауыл күперҙәрен ремонтлау кәрәклеге хаҡында ла белдерҙеләр, быны комиссия менән барып ҡарау маҡсаты ҡуйылды.


Өҫтәмә рәүештә байтаҡ һорауҙар яңғыраны. Мөһим проблемалар ҙа күтәрелде, шул уҡ ваҡытта халыҡтың үҙенең көсө етерҙәй вағыраҡтары ла яңғыраны.


Ә бына күп ауылдарҙағы аяныслы күренеш - эскелек проблемаһы, ҡыуанысҡа күрә, Ғүмәрҙә булмай сыҡты. Зәһәр спиртлы эсемлек һатыусыларҙың булғандары ла яман шөғөлөн туҡтатҡан. Тимәк, ғүмәрҙәр бөгөнгө көндә ҙур бер проблеманан ҡотолған. Ауылдарын ҡәҙерләп, уның тағы ла яҡшыраҡ булыуын хәстәрләп йәшәгән халыҡтың киләсәккә барлыҡ өмөттәре аҡланһын.



Фото: автор.
Читайте нас: