Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2019, 02:00

ШҮЛГӘН (повесть фэнтэзи)

Әсәһенең ишек уйымына килеп торғанын аңғарғанда һуң ине инде. Ноутбук ҡапҡасын ябып ҡына өлгөрҙө, наушниктары йолҡоноп осто:

– ... әйтергә була!

– ....? – ярһыған әсәһенә ҡарап күҙҙәрен селт-селт иттерә генә алды Усман.

– Мине был өйҙә ишеткән кеше лә юҡ! – шул ҡыҙыулыҡ менән килеп, һаман ябыҡ торған ҡорғандарҙы елтерәтә тартып асты. – Тегеһе ултыра күҙле бүкән шикелле наушникта, нисә әйттем, ҡыйҙы сығар, тип – юҡ! Быныһына ярты сәғәт хәбәр һөйләйем – шул уҡ! Был балларҙан ни фәтеүәлер миңә – белмәйем!

Өйөрмә кеүек булып туҙынып сығып киткән әсәһе артынан тик ҡарап ҡына ултырып ҡала алды. Әгәр хәҙер тиҙ генә ҡыбырламаһа, ысын дауыл ҡубасаҡ. Шул уйы ыңғайына һикереп торҙо, хатта аҫтындағы ултырғысы ҡолап ятып ҡалды. Кухня боролошонда сәскәле халат итәге генә йәлпелдәп ҡалған әсәһенең артынан сапҡанда, бәҙрәф ҡыйын сығарып барған ҡустыһының елкәһенә эләктереп үтте: шуның арҡаһында ҡубып тора был шторм. Юғиһә, “күктә” болот әҫәре юҡ ине. Һәр хәлдә шулай булырға тейеш ине. Бер яҡтан... был ҡатын-ҡыҙҙы аңлап буламы?.. Шулай уйлай башланы хәҙер ул да... ғүмеренең ун туғыҙынсы йомғағын һүткәндә.

Аш бүлмәһенә ингәс тә, бер генә ҡараш һирпеү менән хәл-торошто аңғарып, өҫтәлгә сығарып һалынған тауыҡты ботарларға кереште. Үҙе шул арала әсәһенең кәйефен самаланы. Һөйләшерлек тынысланғанмы-юҡмы? Ҡулындағы һауыт-һабаһын артыҡ шалтыратмауына ҡарағанда – һыуына бара. Тағы бер аҙ көтә биреп, өндәште:

– Нимә тигәйнең, әсәй?

Уныһы ишетмәмеш булып йөрөй бирҙе лә, ахырҙа, ҡулындағы эшен ҡуйып, өҫтәл аръяғындағы ултырғысҡа килеп терәлде. Унан инде асыуы һүрелеп, бойоҡ, уйсан булып ҡалған ҡарашын улына төбәне:

– Атайың тағы аҡса күсермәгән. Баланың сығарылышын нимә тип уйлайҙыр – аптырарһың?

Усман тауыҡты шатырлатып уртаға бүлде, асыуын шунда төшөрҙө:

– Һоранып йөрөмә, тип әйттем дә инде мин һиңә, бирмәҫе билдәле бит инде.

– Кәрәк тә һуң, улым. Инде лә борсомам, тигәйнем дә...

– Ул тиклемде мин дә эшләй алам...

Әсәһе өҙә һуҡты:

– Юҡ! Ҡабат унда аяғыңды баҫмайһың! Тапҡан шөғөл: кеше туҡмап аҡса эшләй берәү.

Ҡатын асыуланғандай тойолһа ла, наҙлы ҡарашы улының ҡырыҫланып киткән йөҙөнән, ярайһы уҡ ирҙәр төҫөндәге киң яурынбаштарынан, көслө беләктәренән үтте. Ғаилә башлығы ла, күҙ терәп торған кәңәшсеһе лә ошо шул әле уның. Ҡарап тороуға мыҡты ғына булһа ла, холҡо сабый әле, ана бит, шундуҡ ирендәре бүлтәйҙе, күҙҙәре ҡыҫылды – үпкәләне булды.

– Ярай, – тине әсәһе улы ҡаршы өндәшмәгәс, - йән биргәнгә йүн биргән, балаларынан йәлләгән аҡсаһы менән байыһын, әйҙә, өләсәңдән алып торорбоҙ тағы ла.

Усман һүҙһеҙ генә эшен белде. Әсәһе картуф әрсеп, ул тураған ит киҫәктәрен нимәләр менәндер бутап, мейескә тығып ебәрҙе. Унан ҡустыһын саҡырып алып, ҡағыҙ-ҡәләм тотоп, сығымдарҙы һанарға ултырҙылар.

Райман ҡустыһы ун берҙе тамамлай. Сығарылышҡа аҡса тултыра алмай яфалана әсәһе. Раймандың үҙенә артығы кәрәкмәй ҙә, уның былай ҙа кисәлә лә ҡатнашҡыһы килмәй, яңы костюм тип тә иҫе китмәй. “Шул костюмды үтекләйем дә кейәм”, – тип ҡул һелтәһә лә, әсәһенә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, балаһының иҫтәлекле көнөндә барыһы ла матур һәм тейешле кимәлдә булыуы мотлаҡ. Ысынында, түләүҙәре лә күп шул. Мәктәпкә бүләк, уҡытыусыларға, директорға, имтихан алыусыларға гөлләмәләр. Яңы костюм, туфли, фото төшөрөүсегә, байрамды алып барыусыға, тағы әллә кемдәргә түләү. Кафеһы үҙе генә лә бер туй хаҡында...

Теҙмәләге ҡайһы бер нәмәләрҙе Райман сыя торҙо, әсәһе, ныҡышып, кире өҫтәтә торҙо. Усман иһә был бәхәскә ҡыҫылмай ғына, ололарса уйсан булып, яҡындарын күҙәтеп ултырҙы. Моңһоҙораҡ кеүек күренһә лә, әсәһенә ҡалайтып ярҙам итеү планын етлектерә ине ул был ваҡытта башында. Нишләргә? Атаһына барып һоранып йөрөй алмаясаҡ, тимәк, бер генә юл ҡала – һуғышҡа яҙылып ҡуйыу. Тик быны нисек тә әсәһе белмәҫлек итеп эшләргә кәрәк. Аҙаҡтан беләсәк, әлбиттә. Яраһыҙ, күгәреүҙәрһеҙ булмаясаҡ бит инде. Ярай, эш үткәс, әрләр-әрләр ҙә ҡуяр. Иң мөһиме, аҡса буласаҡ. Тә-әк, улайһа тренировкаларға бөгөндән көн дә йөрөү кәрәк!

Шул ҡарарға килгәс, Усман бәхәсләшеүселәрҙе тупһыҙ ғына бүлдерҙе:

– Тамаҡ бешмәне шул?

Әсәһе менән ҡустыһы, ҡапылдан уның һорауын аңламай, ҡағыҙҙарынан күтәрелеп ҡаранылар.

– Еҫе сыҡты бит инде! Асыҡтырҙы.

– Ә-ә! – әсәһе өтәләнеп барып духовканы асып ҡараны ла: – Әйҙә, өҫтәл ултыртығыҙ! Икмәк телегеҙ, тәрилкәләр, – тигән бойороҡтарын еткерҙе.

Ике улының талымһыҙ туйыныуын күҙәтеп, һауыттарына әле картуфын, әле итен өҫтәй әсә. Үҙе һаман ҡуйырҙан ҡуймай :

– Усман, сәйнәп йотһаңсы, ҡайҙа ҡабаланаһың?

– Райман, ашап бөт! Тамағың йүнле булмаһа, башың да эшләмәҫ.

– Һыу эсмә, Усман, сәй ҡайнай бит.

Тик Усман, күп ваҡыттағыса, әсәһенең шулай туҡтауһыҙ бимазалап, ҡурсып-өйрәтеп тороуын яуапһыҙ ҡалдырып, крандан бороп бер стакан һыу һемерҙе лә ҡулын йыуып ҡуйҙы. Әсәһе лә уның ҡайҙалыр ҡабаланыуын аңланы.

– Ҡайҙа бараһың?

– Тренировкаға.

– Сессияң ябылмаған, шуға әҙерлән аниһә!

– Өлгөрәм.

– Өлгөрөрһөң инде! Китап тотоп ултырғаныңды күргәнем юҡ! Усман, һиңә әйтәм!..

Бөтөн был ғәйепләүҙәргә яуап булып ишек “шап” итте. Зөлфиә тороп баҫҡан еренән кире ултырҙы һәм, ярҙам эҙләп, кесе улына ҡараны. Тегеһе иҫе китмәй генә ашаныуын белә.

– Мына ла һаң, ағайың сәпсим тыңламай, – ошаҡлашҡан бала хәлендә ине әсә.

Бәләкәйе “йәлп” итеп ҡарап алды:

– Бәйләнмә һуң. Көсләп уҡытаң, тренировкаларынан тыяң...

Зөлфиә ҡыҙып китеп аҡланды:

– Аб-бау! Әсәләре улдарын кеше итәм тип тырыша икән! Тарихтан физкультура яҡшыраҡ буламы? Был факультеттан һуң ул кем булып та эшләй ала – теләһә уҡытыусы, теләһә археолог, теләһә... кем! Ә физкультуранан ни файҙа уға?

Райман башын сайҡап уҡ көлөп ҡуйҙы:

– Уҡытыусы?.. Усман ағаймы?

– Ә нимә? Ағайың, кеше туҡмаусы булғансы, уҡытыусы булһа яҡшыраҡ түгелме ни? Әсәйеңде яҡлашыр урынға, ауыҙ ҡыйшайтып ултыраһың! Марш, әйҙә! Һин дә бер әҙерләнмәйһең имтихандарыңа! Уйыңда компьютер ҙа музыка! ЕГЭ-ларың насар булһа шул компьютерыңды ҡыйлыҡҡа алып барып ташлатам мин һинең!

Әсәһе үҙе сәй ултырта, үҙе тетә генә. Улы торорға ынтылғас, еңенән эләктереп, кире тарты:

– Ҡайҙа бараһың? Эс сәйеңде, чтобы ашамай йөрөмә! Мин һинең чипсы менән туйынғаныңды белмәйем как бутта. Булған ашты ла йылытып ашамайҙар бит улар үҙҙәре, шул хәҙәр атайҙарына оҡшамаҫтар...


Усман спорт залына барырҙан алда төнгө клубҡа һуғылды. Администраторҙы табып, үҙ ауырлығындағы һуғышсылар рәтенә фамилияһын өҫтәтте. Унан ғына, тәүәккәл баҫып, тренировкалар урынына ыңғайланы. Бөгөндән маҡсат өсөн эшләргә!

...Атаһы менән әсәһе айырылышҡан уларҙың, бынан бер алты-ете йыллап инде. Атаһы йәш апайға китеп барҙы. Уртаҡ ҡыҙҙары ла бар, төймә танаулы ҡурсаҡ кеүек кенә. Атайҙары менән әллә ниҙә бер күрешкәндә, бесәй балаһын күҙәткән һымаҡ, ситтән генә күҙәтеп тора уны Усман. Бала, уның иғтибарын йәлеп итергә тырышып, алдында туп-туп баҫып йүгергеләгәндә лә, ҡулына алмай. Яратмағандан, сит күргәндән түгел, ә бындай бәләкәс кенә, йомшаҡ ҡынаға оҡшаған йән эйәһен нимәшләтергә белмәгәнлектән. Ә атаһы уның был һалҡынлығын һеңлеһен тартмау тип ҡабул итә, ахыры. Ҡарап-ҡарап ҡуя ла өндәшмәй.

Әсәһе атаһының ситтәге бәйләнешен дә, ғаиләнән китеүен дә бик ауыр кисерҙе. Әлеге шул ҡыҙыулығы ла, сарбаулап-илаулап барыуы ла шул көйөүҙәре касафаты ул. Элек ул күпкә тынысыраҡ, сабырыраҡ ине. Ошоларҙы атаһына нисек итеп аңлатаһың да, атаһының яңы ғаиләһендә шундай мөхәббәтле булып йәшәп ятыуын әсәһенә нисек төшөндөрәһең инде? Яңы ҡатынына мөкиббән киткән атаһы һуңғы йылда ярҙам итеүен дә юҡ иҫәбенә ҡалдырҙы. Бынан ике йыл элек, әле Усман мәктәп тамамлағанда, аҡсаһын да бирҙе, байрамында ла ҡатнашҡайны. Быйыл ләм-мим – өнө юҡ. Кем белә, бәлки, ҡатыны талабылыр, бәлки, һыуыныуы шулдыр...

Атаһы – ҡурайсы. Бик хисле, күңелсәк әҙәм. Ул шундай матурлыҡты, нәзәкәтлекте ярата. Әсәһе, техник белгес, уның донъяһынан бөтөнләй алыҫ.

Атаһы менән әсәһенең аралары боҙолғандан-боҙола барып, атаһы ситтә юғала, өйҙә әленән-әле тауыш ҡуба башлағанда, Усмандың тап бала ҡоронан сығып, үҫмерлек осорона керә барған мәле ине. Күп йәштәштәре әллә ниндәй эштәр боҙоп, холоҡтарын алға ҡуйып, мәшәҡәттәр тыуҙырып йөрөгәндә, Усман, үҙ-үҙен онотоп, әсәһе менән атаһын күҙ уңында тоторға тырышты. Атаһы башын юғалтып, аҡ-ҡараны айырмай ҡайҙалыр сапҡанда, әсәһе донъяһын онотоп уны эҙәрлекләп маташҡанда, Усман, балаларса иламай-сарбауламай ғына, әммә асырғанып: “Мине уйламаһағыҙ, Райманығыҙҙы, өләсәйҙе уйлағыҙ”, – тине. Ә үҙе, йәнен баҫып алып барған асыуын, сараһыҙлығын нисек итергә белмәй, бокс секцияһына барып яҙылды ла бар донъяға булған асыуын шул һуғышҡа һалды.

Резина суҡмарҙы туҡмағанда, йоҙроҡтарындағы бирсәткәләре кеүек, ауыр уйҙар ҡайнашты боксер егеттең башында.


... Ҡанға туҙҙылар. Үҙе лә, дошманы ла. Ҡашы йыртылыуҙан ағып төшкән ҡан юлағы күҙен ябып ыҙалатты. Уны һөртөп ебәрергә лә әмәле юҡ, ярһыған арғымаҡтай, башын ғына сайҡай ҙа ҡабаттан һөжүмгә күсә. Бер генә секундҡа ла яйларға, бер генә мәлгә лә албырғарға ярамай! Хәле лә самалы ҡалыуын һиҙә. Һуңғы ынтылыш менән бөгөргә кәрәк быны!

Бөгөнгө кистәге өсөнсө алышы, ысынлап әлһерәгән егет. Ошонда өҫкә сыҡһа, үҙ ауырлығында беренселек – уға. Тик ҡаршыһындағы ла көслө һуғышсы – бирешергә теләмәй. Әммә Усмандың еңеүҙән башҡа юлы юҡ. Ул ҡалайтҡанда ла еңергә, тик еңергә генә тейеш бөгөн. Әгәр еңелһә... ҡустыһы... әсәһе... аҡса... Ошо еңеүҙән күп нәмә тора. Быларҙы иҫләү ярһыуын ҡабарта төштө егеттең, беләктәренә көс, йоҙроҡтарына таҫыл өҫтәне. Һәм ул ҡапыл тағы ла нығыраҡ дөрөп, “дошман”ын дөмбәҫләп алып китте. Тегеһе үҙе кеүек үк әлһерәгән һуғышсының уйламаҫтан теремекләнеп, улай ғына ла түгел, ҡөҙрәтләнеп китеүен аңлай алманы. Ул арала эйәк аҫтына эләктергән суҡмар уны салҡартан әйләндереп тә һалды. Торорға итеп башын күтәргәйне, эргә-тирәһе әйләнде, күҙ алды ҡараңғыланғандай булды ла кире һуҙылып төшөп ятты. Судьяның йөҙө тәңгәлендә бармаҡтарын бөкләп һанауы ла, тренерының килеп өгөтләүе лә, залдағыларҙың ер-күк булып үкерешеүе лә барыбер ине уға хәҙер. Хәле юҡ уның, ҡыл өҙөрлөк тә хәле юҡ.


Усман кеҫәһендәге аҡсалар йылыһын тойоп ҡайтып бара. Әллә, аҡсанан бигерәк, эскәне йылытамы? Алыш спонсоры “Маладис, ҡустым!” тип ҡойоп һуҙған коньякты бер генә йотҡайны, атаһы йәшендәге бизнесмен, бокалдың төбөнән бармағы менән этеп, кире ауыҙына йүнәлтте. Бындай кешенең ҡулынан баш тартыу мөмкин булмаған хәл ине, һәм егет ҡандала еҫе сығып торған утлы шыйыҡсаны төп күтәреп ҡуйырға мәжбүр булды. Шул йылыта ахыры рәхәт кенә итеп.

Таксиҙа йәйрәп ултырып, тулыһынса туғарылып килә егетең. Кеҫә телефонындағы әсәһенән килгән ун бишләп шылтыратыу ҙа, хәҙер өйҙә буласаҡ тауыш та борсомай уны әлеге мәлдә. Хатта ҡабырғаһы аҫтындағы сәнсеп ауыртыу ҙа, уң ҡашының яртыһы ҡойҡаһы менән ҡуша ысҡынып тороуы ла, һуғылыуҙан күгәреп-ҡыҙарып сыҡҡан ауыҙ-мороно ла – бер ни түгел. Иң мөһиме, ул был алышты күтәрә алды. Күтәрҙе генә түгел еңде! Бер-бер артлы өс рингка сыҡҡаны юҡ ине бит әле. Уның йәшендәгеләрҙе улай сығармайҙар ҙа. Ә ул ныҡышты, сыҡты һәм еңде лә. Тәүге тапҡыр үҙе менән шулай ирҙәрсә маһайып, ҡәнәғәт булып килә ине Усман. Тик был ҡәнәғәтлек фатир эсендә әллә ҡайҙа булды ла ҡуйҙы.

– А-ай! – ишеккә ҡаршы килгән әсәһе, үҙ тауышынан үҙе ҡурҡып, ауыҙын баҫты.

– Все нормально, – тип мығырланы егет, яурыны аша элгән сумкаһын сискәндә сытырайҙы шулай ҙа.

– Усман! Һин ҡасан мине тыңларға өйрәнәһең? – әсәһенең тауышына уянып, бүлмәнән трусик-майкала ғына ҡустыһы сыҡты ла, килеп, ишек янындағы эскәмйәгә сүгәләгән ағаһына сисенергә булышты. Яҡлашып та маташты әле:

– Әсәй, йә, етәр инде. Күрәһең бит былай ҙа...

– Ә-ә! Шулаймы әле! Етмәгән икән уға, хәҙер еткереп ҡуям! – елпелдәтә баҫып киткән әсә, ҡайҙандыр ҡайыш таба һалып алып килеп, малайҙарының баш осонда һелкетте. – Әсәйҙең әйткәнен белерлек булырһығыҙ! Туҡмап еткермәгәндәрен үҙем өҫтәйем хәҙер! – әллә ысынлап һуҡмаҡ булып яҡын уҡ килде лә, күҙҙәрен шар итеп, артҡа сигенде. – Эскәнһең дәме? Эскәнһең бит! Аңҡып тора! Все! Йөрәгемде ярҙығыҙ! Эт баллары!

Үҙе язалау ҡоралын шатырлатаһынан аяҡ аҫтына ташланы ла, битен ҡаплап, боролоп китте. Иланы. Малайҙары әсенешеп ҡарап ҡалды, тик артынан йүгергән, йыуатҡан кеше генә булманы.

– Йә, тора алаңмы? – Райман ағаһының ҡултыҡ аҫтына инеп, терәтеп алды.

– Ҡабырға һынды микән... – Усман ғәҙәти генә итеп шыбырланы, әйтерһең, көн аша ҡабырғаһы һына.

– Улай ғына булһа ярай ҙа... Берәй ағзаң зарарланып ҡуймаһа... Әллә скорый саҡырайыммы?

– Юҡ. Иртәнсәк үҙем уйлармын әле нишләргә икәнде.

– Уже иртәнсәк инде, миңә торорға ваҡыт.

Яралыны бүлмәгә индереп һалғас, Райман уға текәлеп ҡалды, ҡараштары төпсөнөүҙән дә былайыраҡ ине.

– Булды. – Усман иренен ҡыйшайтып эре генә йылмайҙы. – Ал аҡсаны кеҫәнән.

Ҡустыһы торған урынында һикереп төштө:

– Һин минең өсөн алыштыңмы? Ысын минең өсөнмө? Ысын еңдеңме?! – үҙе ағаһының хәлен онотоп, уны тегеләй-былай әйләндереп, салбар кеҫәләрен ҡапшаны, һаҡһыҙ ҡыланып, аҡсаларҙы ҡутарып сығарҙы. – О-о! Күпме бында? – Унан иҙәнгә йәйеп ебәреп һанарға кереште.

Усман, хәлһеҙ көлөмһөрәп, ҡустыһының туҙҙырағанын йыйған һайын күҙҙәре түңәрәкләнә барғанын күҙәтеп ятты.

– Ҡырҡ ете мең! Ошо хәтлемде бирҙеләрме?!

– Илле ине, бер аҙ егеттәрҙе һыйланым, шунһыҙ булмай.

Сеүәтәлә һыу, дарыуҙар тотоп, әсәләре килеп инде. Илап туйған, күрәһең. Килеп, улы янына ултырҙы, йөҙөнә ентекләп ҡараны, бармаҡ остары менән йыртылған ҡашын баҫҡыланы. Сепрәк һыулап, яңаҡ-муйындарындағы ҡатҡан ҡанын һөрттө. Унан футболкаһын күтәреп, ипләп кенә ҡабырғаларын баҫҡылай башланы. Усман, сытыраймаҫҡа тырышып, тешләнеп ятты. Әсәнең үткер ҡарашы уның һәр ымын тойҙо, һәм ул, шунан самалап, ҡайһы ҡабырға ауыртыуын самаланы.

– Ошоһо һынған, ахыры... – Унан устарын тубыҡтарына ҡуйып: “Йә инде, ҡалайтырға был һеҙҙе”, – тигән ҡиәфәттә икеһенә алмаш-тилмәш ҡарап алды. Шуны ғына көткән Райман артына йәшергән аҡсаларҙы килтереп сығарҙы:

– Зато күпме аҡса бар!

Әсә өлкәненә тағы бер ҡарап алды ла:

– Күҙемә күрһәтмәгеҙ, баламды туҡматып алынған аҡса кәрәк түгел миңә, – тине. Үҙенең күҙҙәренә тағы йәш тулды.

– Ярай, ана, Райманға булһын. Уға кәрәк бит әлеге мәлдә аҡса – әсәһенең ыңғай һөйләшә башлауына ҡыуанған Усманға, табышына күҙ һалмаһа ла, рәхәт булып ҡалды.

– Хәҙер ашап ал да, барып, УЗИ үтәйек, – унан тағы ла улының күҙенә ялбарып ҡараны Зөлфиә. – Аҡса эшләп, эсеп йөрөйһөң инде, ҙурайғанһың атыу...

– Әсәй, ярай инде, бындай аҡсанан саҡ ҡына эсергә лә була, – тип һалмаһынмы шул саҡ Райманы.

Әсәһе ҡулындағы таҫтамалы менән уға һелтәнде:

– Бар, кейен! Аҡыллы хәбәр һөйләп тора берәү! – кесеһе “йәлп” итеп ҡалыуға, әсә ҡабаттан олоһона текәлде:

– Оят түгелме һиңә, улым?..

Усман әсәһенән аша төбәлеп, түбә мөйөшөнә ҡарап ятыуын белде. Шулай ҙа ирендәре ҡымтылды, ҡаштары һынды. Хас атаһы булды ла ҡуйҙы шул саҡ. Был оҡшашлыҡты белә лә Зөлфиә, тик ҙурайған һайын “һуйған да ҡаплаған” була барыуы ғына... әрнетә. Һуң ул тапҡан да һаң был баланы, ул бәпләп кенә үҫтереп килә, уның тәрбиәһендә, һуңғы йылдарҙа атаһына кәрәк тә түгел кеүек... Үҫеп етте лә тас үҙе булды ла ҡуйҙы. Эй, был ҡатын яҙмышы...

Улының инде лә өндәшмәҫен белгән әсә ауыр көрһөндө, уның уҫлаптай ороло маңлайынан һыпырҙы, сәсен һыйпаны:

– Ошолайтып ятыуыңды күреү еңел тейһеңме әллә, балам?.. Төнө буйы йоҡламаным. Исмаһам, ҡустыңа әйтеп китергә булмаймы? Уҡыуыңды бөтөнләй төшөрҙөң, полицияға учетҡа эләктең, бынау һуғыш эсендә тик йөрөйһөң... Аптырайым... Атайһыҙ үҫеү ғәләмәтеме был?.. Әллә мин ҡарап еткермәйемме?..

Усман күҙҙәрен йомдо. Әсәһенең ошондай сағын күрә лә, күтәрә лә алмай ул. Бәләкәс бала кеүек яҡлауһыҙ, ярҙамһыҙ булып ҡалғанын яратмай. Күкрәгенә ҡыҫып йыуатҡыһы, бөтөн ҡайғыларҙан, хәсрәттәрҙән аралап алғыһы килә. Тик нисек шулай эшләргә икәнде генә белмәй. Ә ҡосаҡларға ла, йылы һүҙ әйтергә лә тартына. Теленән бер матур һүҙ сыға белмәй шул. Әле лә стена яғына боролоп, ауыҙ эсенән бупылданы:

– Йоҡлап алам. Һин бар, эшеңә һуңлайһың бит.

Әсәһе уның өҫтөнә ябып, бүлмәнән сыҡты.


“ГАЗель”дә урман юлы буйлап елдерәләр. Өфөнән сыҡҡанда шау-шыулап уйнап-көлөп, хатта йырлап уҡ маташҡан студенттар ауыр юл аҙабынан арыны инде – көлөү түгел, һөйләшмәйҙәр ҙә. Тарих факультетының ботаниктары былар, Усмандың уйынса. Шүлгән мәмерйәһендә эшләүсе археолог ғалимдарға ярҙамға китеп баралар. Уларҙы берәү ҙә мәжбүр итмәгән. Ҡыҙыҡһыныуҙарын, күңел теләген ҡәнәғәтләндереп йөрөүҙәре. Һәм нисек кенә сәйер булмаһын, улар араһында Усман да бар. Ә бына уны мәжбүр иттеләр. Хатта нисегерәк иттеләр әле! Әсәһе улының тәртибен яҡшыртыу маҡсатында, боксынан да айырыу өсөндөр инде, деканына инеп һөйләште лә йәйге археологик экспедицияға алыуҙарын һораны. Декан, әлбиттә, тарих менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмаған, уҡыуға ла иҫе китеп бармаған егеттең бындай теләге булыуына ышанманы, шулай ҙа әсәнең ныҡышмалығына хөрмәт йөҙөнән ғаризаһына ҡул ҡуйҙы, үҙе эстән: “Ярай, ғалимдарға физик ярҙам да кәрәк”, – тип уйлап ҡуйҙы.

Экспедиция етәксеһе Рәүеф Насирович, үҙе ошо яҡ кешеһе, дәрестәрҙә Шүлгән ҡаҙылмалары хаҡында һөйләп, теңкәне ҡорота. Усманға ҡалһа – ул әллә булған, әллә булмаған ҡалдыҡтар тураһында күпме тыҡылдарға булалыр. Әле лә екһенә бергә юлға сыҡҡан төркөмдәштәренән – күҙлектәрен төҙәткеләп, күпме уҡырға була шул саңлы китаптарҙы? Етмәһә, ошолар менән дүрт аҙна урманда ятырға кәрәк. Интернетһыҙ... Бәйләнешһеҙ... Ух, ҡапты бит! Ну, был әсәһе! Ну, был бот-таниктар!

Ә былай тәбиғәт матур икән бында. Атаһы ҡаланыҡы, әсәһе Ырымбур яҡтарынан булғас, был яҡтарға йөрөгәндәре юҡ. Өләсәһенә барғанда ла тик сикһеҙ далаларҙы ғына күреп өйрәнгән. Был яҡтарҙа тау ҙа урман икән. Ҡаялы суғырмаҡтарҙы күҙәтеп барғанда, эх, ошолар буйлап үрмәләп тренировка үтергә ине, тип барҙы. Һәм, ысынлап та, был сәфәрҙең файҙалы яғын да сығарырға була бит. Һәр насар нәмәнең дә ыңғай яғын күрә белергә кәрәк, тип өйрәтә бит интернетта аҡыллы баштар. Шөғөлләнер ул бында. Киноларҙағы һуғышсы геройҙар кеүек, ҡырағай урман төпкөлөнә китеп, саф һауала, цивилизацияһыҙ тормошта... Эйе, тап кинолағы кеүек. Ошо уйы бер аҙ күңелен күтәрҙе егеттең.

Ниһайәт, автобус кескәй ауыл сүрәтенә инеп барған ергә килеп туҡтаны. Ике яҡлы йорттоң бер яғына егеттәрҙе, икенсе яғына ҡыҙҙарҙы урынлаштырҙылар. Эргәләге шундай уҡ торлаҡта Франциянан килгән ғалимдар йәшәй икән. Беренсе көн шулар менән танышыуға, музейҙарҙы ҡарап сығыуға бағышланды. Йәштәштәре, ауыҙҙарын асып, француз тәржемәсеһенең һәр һүҙен йотоп ултырһа, Усман был тел сарлауҙың ҡасан бөтөрөн көттө. Ахырҙа, тренировка мәлендә өйрәтелгәнсә итте: мейеһен эшләүҙән туҡтатты ла эргәләгеләрҙе ишетмәҫ-күрмәҫ булып ял итте.

Икенсе көн ул таңдан торҙо. Алдына алғанын эшләп ҡуя торған кеше бит ул. Спорт уны шулай тәрбиәләгән. Үҙенең еңмешлеге лә бар. Башта Ағиҙелгә төшөп һыу ҡойондо, унан, ашыҡмай ғына һелтәнеп, уны ике ҡабат арҡырыға йөҙөп сыҡты. Унан, һәлмәк кенә ҡыбырлап, юл буйлап йүгереп китте. Юл тауға табан – быныһы үсен баҫты ғына егеттең. Ул хәҙер ошо хәле өсөн үҙенән үс аласаҡ.

Ҡара тиргә батып ҡайтып торған Усманды Рәүеф Насирович өй алдында уҡ ҡаршыланы. Уның ҡыҫыҡ күҙҙәре күҙлеге өлгөһөндәй булғайны. Егетте аңғарып ҡалыуға ҡаршы уҡ килде:

– Усман! Мин һине шылдымы әллә тип, ҡайһы яҡҡа эҙләргә сығырға, тип торам.

Егет, иренен ҡыйшайтып, мыҫҡыллы йылмайҙы ғына.

– Маладис! Ысын спортсмен! Хуплайым был ҡылығыңды. Әйҙә, сайынып кил дә ашарға, – уҡытыусы тынысланып, хатта үтә лә шатланып ҡарап торҙо. Уның үҙен шулай балаларса тотоуынан эстән көлөп, егет тағы Ағиҙелгә юлланды.

Көн оҙоно дымлы, һалҡын мәмерйәнең төпкө бер залында балсыҡ соҡонолар. Кескәй генә көрәктәр менән, ҡалаҡлап бутҡа ашаған кеүек. Уҡытыусы, сантиметрлап үлсәп, ер майҙаны бүлеп бирә лә, шуны соҡоп тик ултыраһың. Был эштән алйый яҙҙы Усман. Был ни мәшәҡәт? Кемгә хәжәт был?

Ян-яғына ҡарап-ҡарап ала – башҡаларға оҡшай ҙа ул был эш! Эргәһендәге Самат атлы егеттең нәҙек муйыны башындағы ауыр каскаһына саҡ көсө етеп ултыра, танауы ебеп төшкән, маңҡаһы мыршылдауында ҡайғыһы юҡ – мөкиббән. Хатта телен сығарып, арҡыры тешләп алған. Хас балалар майҙансығында уйнап ултырған малай. Үҙе, ҡомонан таш киҫәге килеп сыҡһа ла, шуныһын йомшаҡ кисточкаһы менән таҙалап ҡараған була. Хәстрүш! Алтын тапҡанмы ни! Әгәр дүрт аҙна ошолайтып ултырыр булһалар... Ярар, быныһы характер нығытыу тренировкалары булыр.

Киске алтыла килеп сыҡтылар мәмерйә ауыҙынан. Был ваҡытта инде туристар ҙа аҙайған. Төркөмдәштәре арыған, һәлберәшеп барып, махсус кейемдәрен систеләр ҙә, йыуынышып килеп, киске ашты көтә башланылар. Усмандың иһә, киреһенсә, дәрте ташып тора. Ул тиҙ генә өҫтөн алмаштырып, урманға юлланды. Уға әле яйлы ғына урын табаһы, шөғөлләнеү яйланмалары яһайһы бар.

Шырлыҡ йырып барҙы ла барҙы ул. Тик асыҡ урын тапманы һаман. Был урманда әллә берәй аҡлан да юҡмы шул? Ярты сәғәттәй атлағас, саҡ бер ялан ситенә килеп сыҡты. Тик ҡыуанып өлгөрмәне, теге остан уны бер эт аңғарып ҡалды ла өрә-өрә сабып килә башланы. Усман йәһәт кенә һуйыл эҙләп табып, һөжүм итеүсене ҡаршыларға әҙерләнгәйне, этте кемдеңдер тауышы тыйҙы, тыйҙы ғына түгел, бороп алды. Егет шулай ҙа ҡоралын ташламай, алға атланы. Уртаға етәрәк, урманға һыйынып ҡына ултырған ҡыуышты күрҙе, янында берәү ял итеп ултыра икән. Билдән үлән йырып, шуға табан китте.

– Һаумыһығыҙ! – башҡортсаһы йүнле түгел уның, икмәк-тоҙлоҡ ҡына. Тик ауыл кешеһенә, етмәһә, оло бабайға башҡортса өндәшергә икәнде генә белә. Ауылға барғанда әсәһе өләсәһе менән дә тик башҡортса ғына һөйләшеүҙе талап итте.

– Һау әле, һау, – ҡарт, маңлай тәңгәленә усын ҡуйып, аҫтан өҫкә ҡараны. – Ауыл балаһы түгелһеңдер, танымайым. Телең дә саҡ...

Хужаһы эргәһендәге дүңгәләк ҡойроҡло, осло ҡолаҡлы ҡупшы эт, әйтерһең, әле генә һөжүмгә ташланмаған, ә ошолай илгәҙәкләнеп ҡаршы алған, ынтылып уның ҡулын еҫкәне лә ялап уҡ алды.

– Мин бынан, – егет яурын аша лагерь торған яҡҡа һуҡ бармағын төрттө, руссаға күсте. – Һеҙҙең аҡлан ситендә тренировка урыны яһап алырға мөмкинме?

Бабай русса яҡшы аңланы, әммә башҡортса өндәште:

– Уныһы нимә тағы?

– Спорт менән шөғөлләнеү. Тренировка үткәреү өсөн.

Ҡарт ҡаршыһында баҫып торған буйсан егетте тағы бер байҡап алды. Унан көлөмһөрәне:

– Әллә... Сабынды тапамаҫ булһаң, ней, әйҙә. – Унан этенә ҡарап өндәште, әйтерһең, уға әйтте. – Беҙҙең өсөн бесәндән шәп тирнируфка юҡ инде, Ыласын.

Шунда Усман уның ҡарамағына бөтөнләй ҡарт булған кешенең янындағы салғыға иғтибар итте. Бесән сабыуҙың нимә икәнлеген белә ул, үҙе сапҡаны булмаһа ла, бала сағында ауылға барғанда күргәне булды. Ошо ҡарт, ошо салғыны тотоп, бында нимәлер эшләмәк булып килдеме икән ни? Уның күҙ ҡарашы ҡайҙа төшкәнлеген аңғарған ҡарт аңлатып ҡуйҙы:

– Бөгөн генә килдем әле, башлап. Ҡыуыш ҡорҙом бөгөн, ана, баш һалдым.

Егет ярайһы уҡ яҫы булып һуҙылып киткән бакуйҙарҙы, әле яңы башланған оло яланды иңләп алды.

– Тулыһынса сабып алырға уйлайһығыҙмы? Бер үҙегеҙ?

– Уйлайым тип, йыл да сабам инде... Ғүмер буйы, – ҡарт уның икеләнеүенә сәйерһенде. – Атайҙан ҡалған ерҙәр. Мына миңә лә берәйһенә тапшырырға ине, тәләфләп, ташлап ҡуймаҫтайға...

– Сабып ҡарайыммы мин дә? – Усман уның хәбәрен тупһыҙ ғына бүлдереп һораны.

Ерҙәге уға тағы бер күҙ һирпте:

– Әллә... Былай көсөң күп инде. Салғымды һындырып ҡуймаһаң...

Үҙе тороп, салғыһын яныулап, Усманға һуҙҙы. Нисек тоторға икәнде күрһәтте. Ыҙанға баҫҡан егеттең, кроссовки үксәләренә тибә биреп, аяҡтарын киреп баҫтырҙы.

– Йә! Ҡуҙғалып ҡара! – үҙе эйәрә килде. – Аҫтаныраҡ ал. Көслөрәк һелтән. Бөкмә беләгеңде! Кәүҙәңде өйөрөлт! Кәүҙәңде!

Бакуйҙың осона етә алмаҫ һымаҡ ине. Ошо бабай алдында оятҡа ҡалыр... Оятсылыҡ та артыҡ оят булмаҫтай була башлағайны инде. Көсөргәнештән футболкаһы арҡаһына йәбеште, ҡолаҡ арттарынан тир бөрсөктәре йүгерҙе. Барып туҡтағас, яурынбаштары, беләк мускулдары дерелдәп торҙо. Бабай уның буҙарып ҡыҙарған йөҙөнә ҡарап, тешһеҙ ауыҙын йырҙы:

– Шулай ул, улым, бесән тирнируфкаһы. Арыныңмы?

Арығайны Усман, ысынлап, кис буйына груша туҡмаған, турникта күтәрелгән, тренажерҙа шөғөлләнгән кеүек әлһерәгәйне. Ә үҙе был асышынан шаңҡыған. Бына ҡайҙа ул тренировканың ҡатыһы! Бына ҡайҙа ул физкультура!

– Тағы сабайыммы?

Бабай кеткелдәп үк көлдө:

– Оҡшанымы әллә? Мин әле һине ҡурҡытайым ғына, тиһәм! Әйҙә, атыу, кирегә киттек!

Был юлы өндәшмәй генә эйәрҙе ҡарт, бары өҫтәнерәк алғанын аңғарғанда ғына яурынына муйыл сыбығы осо менән эләктереп барҙы. Ҡыуыш тәңгәленә еткәс, ергә ултырҙылар. Усман лыс һыу булған футболкаһын сисеп, елкәһен, битен һөрттө.

– Нисә йәш әле һиңә? – Әйтерһең, бығаса ла уны белгән, ҡыҙыҡ ҡына итеп өндәшә был бабай.

– Ун туғыҙ.

– Ә-ә... Самай салғы һелтәр сағың шул. Көс утырған. Көсөң бар, бар...

Әсәһе һымаҡ итеп “аҡылың ғына юҡ” тип өҫтәр кеүек ине...

– Ҡайҙан килдең?

– Уфанан.

– Өфө малайы атыу, – ҡарт ынтылып, ҡоромло баҡырсанан тимер көрөшкәгә сәй ағыҙҙы ла егеткә һуҙҙы. – Ул ҡалала күптән буғаным юҡ, ситкә сыҡҡаным юҡ инде, бер утыҙ йылдап барҙыр.

Усман һыҙғырып уҡ ебәрҙе:

– Утыҙ йыл ошонда ғына ултыраһығыҙмы?

– Ә кәкже! Ошонда һатта һәйвәт миңә, – хатта ирәйеп, ҡырын төшөп ятып алды үҙе. – Мына бит – сәхрә-ә! Ҡайҙа тағы бындай байманлыҡ бар?

Усман да, уның ҡарашына эйәреп, ян-яҡты байҡаны һәм килешмәй ҙә булдыра алманы:

– Эйе, матур. Тик ҡырағайыраҡ инде...

– Ана шул ҡырағай булғанға ла матур инде ул. Ҡырағайлығын юғалтһа – бөттө, тигән һүҙ.

Аңламаны уны егет, әммә һүҙ көрәштермәне. Әйҙә, нисек теләй, шулай иҫәпләһен. Уға уның сабынлығы ла салғыһы кәрәк.

– Иртәгә лә киләйемме?

– Иртәгә?.. – бабай һаҡалын һыйпай биреп самаланы. – Салғы кәрәк инде һиңә, улайһа.

– Тик һеҙ иртәнсәк килмәгеҙ, йәме, ошолай кис кенә сабайыҡ. Дөрөҫөрәге, мин сабырмын, һеҙ ял итеп ултырығыҙ.

Был хәбәрҙән ҡарт тағы кеткелдәп көлөп алды.

– Ярай, мин үҙемсә һәүетемсә генә йөрөп ятырмын. Килһәң, ней, килерең, бесәнгә өйрәнеүҙән зыян булмаҫ. – Китергә ынтылғанда тағы туҡтатты. – Кем әле исемең?

– Усман.

– Усман?... Уҫманғәле атыу. Ағайым Уҫманғәле ине, минән бер йыл алда алынғайны... Ятып ҡалды шунда, Польша ерендә.

Был хәбәргә ҡаршы Усман бер ни ҙә әйтә алманы, ҡарап тик торҙо.

– Мин Сәйфулла апаң булам. Йә! – “Кит, юлыңда бул” тигәнде аңғартып ҡул һелтәне лә сәйе менән булды.

Рәүеф Насирович уның кәйефле ҡайтып инеүен аңғарҙы, әлбиттә. Шунан файҙаланып, был ҡырыҫ студенты менән аралашып алырға булды, күрәһең.

– Һин былай ныҡлы шөғөлләнеп, үҙеңде йонсотоп ташламаҫһыңмы, Ҡансурин?

Усман баш һелкеп йылмайҙы ғына. Ошо ғалим ишараттары, спортта бер ни аңламаған көйө, ҡыҫылып маташмаһалар ни була икән?

– Киске аштан тороп ҡалдың, бар, кухнянан һорап ал, ҡалдырырға әйткәйнем.

Үҙе егеттең артынан эйәреп, кухняға ла килде, килде генә түгел, аш һалып бирҙе лә ҡаршыһына ултырып алды. Тап әсәһе кеүек. Хәҙер инде уның кеүек игәп ултырырға ғына ҡалды.

– Оҡшаймы бында?

Был көтөлмәгән һорауҙан Усман сәсәй яҙҙы. Ха! Оҡшаймы? Уны көсләп ебәреп, урман төпкөлөнә һалып ҡуйҙылар, етмәһә, көн дә ҡараңғы мәмерйәгә индереп, ни бысағымалыр ер соҡоталар ҙа – “оҡшаймы”, имеш!

Ул уҡытыусыһына бер генә тултырып ҡарап алды. Был ҡараштан Рәүеф Насирович көлөп ебәрҙе:

– Оҡшамаймы әллә? Ҡансурин, күтәр танауыңды, һин бит буласаҡ тарихсы, археолог! Бында килеп тәжрибә туплау мөмкинлеге бөтәһенә лә эләкмәй.

Мәмерйә соҡоп йөрөгәнсе, спортсылар менән икенсе яҡҡа походҡа сығыр ине ул, тейешлеһе менән шөғөлләнер ине. Эх...

– Нимә эҙләйбеҙ ул беҙ, Рәүеф Насирович? Ул балсыҡ араһында нимә булһын? Ҡалаҡ менән тоннель ҡаҙабыҙмы әллә?

Уҡытыусы тағы рәхәтләнеп көлдө. Быға Усмандың тамам йәне көйҙө:

– Мин лучше ауылдыҡыларға бесән сабышам. Унда күңеллерәк тә, файҙалыраҡ та!

– Әйҙә, һауыттарыңды йыуып ҡуй ҙа минең бүлмәгә кил, – Рәүеф Насирович көлөүҙән дымланған күҙлеген сисеп һөртә-һөртә үҙенә ыңғайланы, – Мин һиңә бер нәмә күрһәтәм.

Теләкһеҙ генә инеп торған студентын түргә әйҙүкләне уҡытыусы:

– Үт-үт!Тартынма.

Унан өҫтәл өҫтөнә ҡуйылған сумаҙанды һаҡ ҡына асып, ундағы төргәкте яҙғас, йәтеш кенә баш һөйәге килтереп сығарҙы. Усман һаман да моңһоҙ ғына ҡарап тора бирҙе.

– Бына! Ошондай табылдыҡтарҙы эҙләйбеҙ.

– Һөлдә эҙләйбеҙ инде атыу...

– Эйе. Тик әлегә баш һөйәктәре генә табылды ул залдан. Һөлдәләре ҡайҙа ителгәндер, билгеһеҙ.

– Был баш нимә бирә инде һеҙҙең... беҙҙең... фәнгә?

– Ул залдан ике йәйҙә туғыҙ баш таптыҡ. Барыһы ла 14,16,19 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы. Аңлайһыңмы?

Аңламай ине әле Усман.

– Кеше ашағандармы икән?

– Юҡтыр, ашамағандарҙыр. Ә ҡорбан килтергәндәрҙер, тип уйлайым, – уҡытыусы ҡулындағы һөйәккә ҡарап уйлана биреп торҙо ла уны Усманға һуҙҙы. Егет, артыҡ атлыҡмай ғына, ҡулына алды. – Бына, соңҡаһын әйләндереп ҡара әле, бының шул тәңгәленә һуғылған. Башҡаларында баштың түбәһендә лә, артҡы өлөшөндә лә һөйәк сатнаған йәки йәнселгән. Тимәк, ҡыҙҙарҙы ҡорбан итер алдынан иҫтән яҙҙырғандар...

Усман еңел һөйәкте әйләндереп-әйләндереп ҡараны, йөҙөнә ҡыҙыҡһыныу сығарырға тырышты. Уҡытыусыһын йәлләүҙән генә. Ә ысынында был баш сикәнес ине уға. Тапҡан бит эҙләр нәмә лә.

– Һы, – тиеүҙән уҙа алманы үҙе, ҡомартҡыны кире һоноп.

– Бына, беҙҙең миссия ошондай. Һәр табылған һөйәк сатҡыһы – оло мәғлүмәт. Француз ғалимдарының иҫтәре китә был табылдыҡтарға.

Рәүеф Насирович башты бик ҡәҙерләп кенә киреп төрөп, урынына һалып, бикләп ҡуйҙы. Усман уға тыныс йоҡо теләп сығып китте. Инде лә ятты. Бүлмәләштәре менән артыҡ аралашмай ул, ботаниктар менән ни уртағы булһын? Шуға ла бәхәстәренә лә ҡолаҡ һалмай, ә улары көн дә сәсәгәнсе бәхәсләшә. Ут һүнгәс тә, тынмайҙар әле.

– Мин һинең гипотеза менән риза түгелмен барыбер, Серега. Мәмерйәлә кеше йәшәрлек түгел, үҙебеҙ көн оҙоно туңып ҡатабыҙ. Минеңсә, улар бында икенсе яҡтан ваҡытлыса ғына килгән, – тип һаман өҙмәй ҙә ҡуймай Айҙар тигәне. Ул тарих фанаты инде.

– Ниңә улай? Бында йәшәү өсөн, ҡыш сығыу өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Һыу эстә, хәүефһеҙ...

– Етәр, йоҡлағыҙ! – Усмандың екереүе барыһын да бүлде. – Шул бер әкиәтегеҙ менән...

Ҡаршы өндәшеүсе булманы. Әллә был егеттәр үтә ҡурҡаҡ, әллә үтә тәртипле. Аңлай алмай уларҙы Усман. Әммә һаман шул һөйәктәр, мәмерйә тураһында тыңлай ҙа алмай инде.
Икенсе көн үҙенә яйлыраҡ эш тапты егет. Күптәргә, бигерәк тә ҡыҙҙарға, биҙрәләрендәге ауыр балсыҡты ситкә алып барып түгеүе ауыр. Ә Усманға бер ни тормай, дүрт аяҡлап ер һыйпап ултырғансы, ошолайтып йөрөй ул. Ялланды тегеләргә. Төптәрәк эшләгән ғалимдарҙың һауыттарын да бушатты. Уның башҡаға дәрте юҡлығын аңлаған Рәүеф Насирович та ҡаршы килмәне. Ҡалайтаһың уны, ҡыҙыҡһыныуы булмағас, ярай, исмаһам, ошолай ярҙам итһен.

Алтынан һуң тағы теге яланға юлланды Усман. Бөгөн дә эт, өрөп, бындалыҡтарын иҫкәртте. Тик егет хәҙер унан һаҡланманы, киреһенсә, сабып килеүенә дәрт биреп, һыҙғырып ебәрҙе. Ыласын уға ырғып-һикереп иркәләнде, мороно менән төрткөләне. Әле алға сабып китте, әле кире килеп ураны. Сәйфулла олатай ҙа шул урынында ҡаршыланы. Әйтерһең, кисәгенән бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Башын ҡайыра биреп, тағы ҡул ғына һелтәне ҡарт – йәнәһе, кил, яҡынла.

Әй, юҡ, үҙгәргән икән. Арыуыҡ ҡына ер сабылған.

– Һаумыһығыҙ.

– Шәппеҙ. Кил, сәйләп ултырам, - эргәһенә сүгәләгән егеткә сәй ҡойҙо. – Нисек анда эштәр? Тишеп сыҡманығыҙмы әле мәмерйәне?

Йылмаймай ҙа булдыра алманы Усман, ҡалай йәтеш әйтте.

– Нимә тапмаҡ булағыҙ инде? – бабайҙың ҡыҫыҡ күҙ ситтәре хәйләкәр көлә.

– Әллә... баш һөйәктәре шикелле... Ҡыҙҙарҙыҡы.

Бабай быны ишетмәгән кеүек булып, ҡоротлап сәй шөрпөлдәтеүен белде. Егет тороп, өҫтөн һала башлағас, кире ялғап китте:

– Борон анда баш һөйәктәре күп ятҡан. Бик әүәл инде... Өҫтә ятҡандары ла булған. Ыуаҡ ҡына булған, тейҙәр, шул бисә-сәсә, бала-саға башы кеүек инде. Ней халыҡ ней ғәләмәт ҡыланғандыр – төшөнмәҫһең...

Был ҡарт уҡытыусыһы кеүек кенә түгел, яҡыныраҡ кеүек, шуға ла яуапһыҙ ҡалып рәнйеткеһе килмәне Усмандың. Теленә беренсе килгәнде әйтте, һүҙ ялғау өсөн:

– Мәмерйәне әкиәттә Аҡбуҙаттың һарайы булған, тип яҙалар бит.

Бабай тағы күҙен ҡыҫа төштө:

– Әкиәттә?.. Әкиәттә генә микән?

Ҡабат тағы өндәшмәне. Усман уның салғыһын алып, бакуйға төштө. Был юлы ике рәтте туҡтамай ғына сабып үтте. Унан ял алырға ултырҙы. Бер аҙ хәл йыйғас, тыны тигеҙләнгәс, тағы ике рәт алды. Рәте лә рәт һымаҡмы әле, яландың буйынан буйына. Кире был яҡҡа сыҡҡайны, Сәйфулла ҡарт тыйып ҡуйҙы:

– Етәр, ҡатыуларһың. Сапҡанда улай ҡыҙыуларға ярамай, һәлмәк кенә эшләү кәрәк. Әле һинең ҡабаланыр урының юҡ, етәр бөгөнгә, ултыр.

Тағы сәй эселәр. Үлән сәйе һәләк тәмле була икән ул. Хуш еҫле ҡыуыш ышығында, эргәләге йылға гөрөлдәүен тыңлап, уйланып ултырып сәйләү ҙә бәхет була ла икән.

– Әүәл... һуғыштан алда инде. Минең Уҫманғәле ағай күргән ул Аҡбуҙатты.

Был хәбәрҙән Усман бабайға “ялп” итеп ҡарап алды, йәнәһе, алмашынып китмәгәнме ҡарты? Тегеһе быны аңлап торһа ла, дауам итте:

– Мәмерйәне бындағы халыҡ борон-борондан белде бит инде, ғалимдар һуңлап ҡына асһа ла. Бындағылар анда йөрөүҙе яратмай, боронғолар ҙа тыйған... Шул минең ағай был яҡта ул атты һуңғы күреүсе буғандыр. – Үҙе һаман ҡырға ҡарап сәй уртлай. Уртлай ҙа, һаҡалын һыпырып, үҙенең һөйләгәндәренә үҙе ышанырғамы-юҡмы тип икеләнгәндәй, уйланып ала. – Үҫмер сағы булған уның, мин, ней, анда сәпсим сәпләк. Атай үлгән йыл. Улар әсәй менән ошо яланда бесән эштәгән. Әсәмдең ҡулында бәләкәстәре буғас, кискә ҡайтып китә инде, был ҡала. Ул йылда ошо һыу буйына йыш ҡына айыу төшкән, шуға ағайым анау тау итәгендәге бер ағас ботағына яҫмарт эштәп алып, шунда ҡунып йөрөр буған. Шулай бер көн... бер таң, нимәгәлер тертләп уянған да, шомланып китеп, аҫҡа ҡараған. Айыумы әллә, тигәндер инде, бахырың. Ҡараһа-а! Тау үренән, ағастар араһындағы йомшаҡ ерҙе уйылдыра баҫып, томан ярып Аҡбуҙат төшөп килә, тей! Бөгөнгө аттарҙай икәү бар, тей. Күкрәге... мына, мынауҙай икән, – бабай оҙон ҡулдарын бар хәленсә ике яҡҡа киреп күрһәтә. – Танау тишектәре ярыла яҙып ҡуржырап, быу бөркөп, тау түбәнгә бейеп атлап килә, тей. Ялы менән ҡойроғо ерҙә, ҡанаттары ла ап-аҡ булып үлән һепереп килә, тей...

Усман ишеткәндәрен нисек ҡабул итергә лә белмәй ине. Ҡыҙыҡ та... Әкиәт кеүек тә.

– Анан, тын алыуы дейеүҙеке кеүек икән. Ағайымды шундай ҡурҡыу, шом солғаған, ул тын да ала алмай, өҫтән ҡарап ятып ҡалған. Унан оҙаҡ ҡына яҫмартынан төшә алмай, ҡурҡып ятҡан. Боронғолар һөйләүенсә, әҙәмде күрһә, тапап, иҙеп китә, тей бит ул. Шуны белгән инде ағам да. Анан, – бабай ҡулы менән иҙәп һөйләргә ярата, – тау түбәнгә, мәмерйәгә ыңғайлауы булғандыр. Ғәләмәт ҡурҡыныс, тей бит ул әҙәмгә осраһа, кеше, ен күргән кеүек, йә телдән, йә аҡылдан яҙа ла ҡуя, тей. Үҙе аңғарһа инде, тапай, тей.

– Уның мәмерйәгә ингәнен кем күргән?

– Булған инде күргән кешеләре лә... бер бөгөн генә йәшәмәй бит бында әҙәм. Шул әүәл инде, беҙгә олатайҙар һөйләй торғайны, йылдың ниндәйҙер бер төнөндәме, әллә нисәлер йылға берме, Аҡбуҙат шул мәмерйәнән сығып әйләнә, тип.

– Мәмерйәне арҡырыға-буйға тикшереп ята ғалимдар, унда ҡайҙа ат йәшенә алһын, – Усман көлөмһөрәне.

– Мәмерйә ул үҙе таш ҡыуышы ғына. Тимәк, унда башҡа юлдар бар...

– Ниндәй, мәҫәлән, ҡайҙа китә ул юлдар?

– Мин аныҡ ҡына әйтә алмайым, улым... Беҙгә ололар, Аҡбуҙаттың ҡайҙандыр килеү юлы шул мәмерйәлә, тиҙәр ине.

– Ундай юл булһа, давно асырҙар ине, – егетте был һөйләшеү ялҡыта башланы, буш һүҙ бит һуң?

– Ул юл алай ғына асылмайҙыр шул, эҙләп, уйлап ҡына таба торған нәмә түгел инде...

Артабан ҡарт тынып, өндәшмәй ултырып ҡалды. Усман да, ошонан файҙаланып, хушлашып китеп барҙы.
Тағы бер-ике көндән төшкө аш мәлендә студенттар араһында бәхәс ҡуптарҙы шул тема. Әлеге Сергей ҡайҙандыр нимәлер уҡыған да. Усман ашнаҡсынан бутҡа алып, яндарына килеп ултырғанда, улар һуғышыр сиктә ине инде.

– Шул алхимик портал асылыу мәлен йондоҙҙар буйынса һанап сығарып, ваҡытын самалап килгән һәм дүрт ай ошонда көтөп ятҡан. Төндәрен мәмерйәлә йоҡлар булған. Һәм тап иткән дә! Тик күргәндәренән шундай дәрәжәгә етеп, диуана була яҙып сығып киткән, ти...

– Серега, етәр, фәнде фантастикаға әүерелдермә! – Айгөл, тыңларға теләмәй, ҡолағын баҫа.

– Рәүеф Насирович, ослағыҙ әле бәхәсте!

Сергей һаман үҙенекен ишеттерергә теләй:

– Гитлер бушҡа Уралға ынтылған, тиһегеҙме? Ул ошо порталды эҙләгән!

– Гитлер? Аха-ха!

Уны икенсе бер ҡыҙ яҡлашты:

– Быны кире ҡағып булмай, иптәштәр! Йылҡысыҡҡан күленең төбө лә портал булырға мөмкин. Ҡайҙан унан шунсама йылҡы сыҡҡан, тиһегеҙ? Ә эргә-тирә ауыл халҡы элек-электән бында аждаһа ла, ҙур-ҙур йыландар ҙа күргән. Улар ҡайҙан килһен ул бында?

– Тимәк, ошо тирәлә күсеп йөрөүсе портал бар!

– Рәүеф Насирович!

Тик уҡытыусы бәхәсте өҙөргә ашыҡмай, йылмая биреп, тыңлап ҡына ултыра.

Сергей ҡыҙа ғына:

– Ул портал күсеп үк йөрөмәйҙер. Ә дөйөм ошо территория – мәмерйә, күл буйҙары, тау башы, үҙәндәр – һәр береһе ниндәйҙер мәлдә портал була ала.

– Ә ниңә улай һирәк асыла ул портал? Ниңә бына миңә асылмай?

– Сөнки, һин – ахмаҡ!

– Нимә-ә? Ҡабатла әле әйткәнеңде!

Шул мәл уҡытыусы ла ҡыҫылырға мәжбүр:

– Тә-әк, йәштәр! Һеҙ нимә? Талашмайса бәхәсләшеп өйрәнегеҙ! Ковалев, улай башҡаларҙы кәмһетеп асыш яһамайҙар фәндә, һин дәлилдәр килтереп...

Юҡҡа тыйҙы, тип уйлап ултырҙы Усман. Исмаһам, бер ботаниктарҙың һуғышҡанын ҡарап алыр ине. Тик был ҡәнәғәтлеге оҙаҡҡа барманы, әлеге тиктормаҫ Сергей уға ла һүҙ ташланы:

– Һин нимә көлөп ултырған булаһың, берәй нәмә аңлаған кеүек?

Уның был һорауынан барыһы ла “гөр” итеп ҡалды.

– “Аңлаған кеүек”! Ха-ха-ха!

– Сила есть, ума не надо!

– Спортсмен - ғалим!

– Ысынлап, тупраҡ ташып йөрөргә генә килгән бит ул.

– Ул һөйәктәрҙән ҡурҡалыр ул! Һөлдә килеп сыҡһа, иҫтән яҙыр!

Аб-ба-а! Бынау ботаниктар уны мыҫҡыллаймы әллә? Уны?!

Усман ҡапыл ҡулындағы тәрилкәһен ситкә атты ла, бер ырғыуҙа килеп етеп, шарҡылдап торған Сергейҙың яғаһынан бөрөп тә алды. Бындай уҡты көтмәгән йәштәр ҡапыл шымды. Һағайҙы барыһы ла. Сергейҙың ауыҙы салшайып уҡ китте:

– Һ-һин... нимә?..

– Кем ҡурҡаҡ? Ә? Кем? – тип ыҫылданы уға Усман, ҡатыраҡ бөрөп тотоп.

Рәүеф Насирович уларҙың уртаһына инергә маташты:

– Ҡансурин! Ковалев! Етәр һеҙгә! Усман, ебәр!

Тағы бер нисә секунд Сергейҙың күҙҙәренә секерәйеп торғас ҡына, йоҙроғон яҙҙы Усман. Унан, һинең кеүек бешмәгән менән бысрандым тигән шикелле, ҡулдарын салбар теҙенә һыпырып, китеп барҙы. Сергей муйынын ышҡыны:

– Ну, псих!

– Телеңдән таптың, – тип һығымта яһап ҡуйҙы Айгөл.

Рәүеф Насирович Усман хаҡында күп нәмә белә ине инде, әсәһе барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп, үтенеп ярҙам итеүен һорағайны бит. Әле ыңғай ғына йөрөгән кеүек ине, бына тешен дә күрһәтте. Ҡалайыраҡ яйға һалырға был егетте?

Төштән һуң да барыбер тик тупраҡ ташыу менән генә булышты Усман. Иптәштәренең һаман шыпырт ҡына көлөшөүҙәре лә көрәккә тотондора алманы уны. Әйҙә, көлһөндәр әйҙә. Уларға ғалим булырға. Усманға түгел. Ҡыуһындар әйҙә уҡыуынан да! Армияға китәр. Унда ҡуш ҡуллап аласаҡтар уны.

Кискелек Сәйфулла бабай һигеҙ ыҙан саптырҙы бөгөн. Унан Ағиҙелде ике тапҡыр йөҙөп сығырлыҡ та хәле ҡалды әле. Ҡайтып инеүенә ҡараңғы ҡуйыра башлағайны инде. Бүлмәләгеләр ятмаған икән. Әйтерһең, уны ғына көткәндәр. Килеп инеүе менән, барыһы ла ҡайырылып ҡараны. Күренеп тора, әйтер һүҙҙәре бар.

– Йә, – тине Усман, һәр береһен байҡап сығып. – Кемегеҙ батырыраҡ?

– Батыр бында һин инде, – тип ауыҙ йырҙы әлеге Сергей. – Хәҙер йүгереп кенә барып, аппаратыңды эҙләп алып киләһең.

– Ниндәй аппаратты? Ҡайҙан?

Икенсе егет ғауға сығармайса ғына аңлатырға тырышты:

– Бөтәһе лә аппараттарын тапшырҙы, һинеке юҡ. Моғайын, эшләгән ерҙә ситкә һалып торһаң, онотҡанһыңдыр, тибеҙ.

– Эйе, Усман. Беҙ әле Рәүеф Насировичҡа әйтмәй торҙоҡ, юғиһә, ул борсоласаҡ. Бик ҡиммәтле германский аппараттар, фәндәр үҙәгенән үҙ яуаплылығына ғына яҙҙырып алған. Әгәр юғалһа – хана.

– Шайтан! – Усман шул саҡ, ысынлап, ҡулында һәр ваҡыт ҡамасау булып йөрөгән ер аҫты ятҡылыҡтарын тойоусы аппаратын мәмерйә стенаһындағы бер уйымға һалып тороуын хәтерләне. – Шунда ҡалды ул!

– Хәҙер барып киләһең инде. Ҡарайбыҙ кем ҡурҡаҡ та кем батыр, – был Сергейҙың үс алыу, тантана итеү мәле.

Усман уға бер генә нәфрәтләнеп ҡараны ла, боролоп, тышҡа атылды.

– Ҡансурин!

– Усман!

– Иртәнсәк.

Тик Усман уларҙы тыңламаны. Йүгереп сығып, еңенә йәбешкән төркөмдәше ҡулынан еңел генә ысҡынып, ҡараңғыға атланы:

– Хәҙер, мин тиҙ генә...

Мәмерйәгә илткән һуҡмаҡты әлегә электр уты яҡтырта, ун икенән һуң ғына һүнәсәк ул, сөнки ҡайһы бер төркөм ғалимдары төнөн дә эшләй. Сөнки көндөҙ туристар ҡамасау итә, эргә-тирәлә, беренсе залда халыҡ күп була.

Мәмерйәнең тышында ла, күрәһең, эсендә лә кеше ҡалмаған. Егет ситкә ҡуйылған йәшниктән фонарь алды ла, ҡабаланып, төпкә атланы. Бына беренсе оло залды үтте, уның осона еткәс, сылтыратып әле йоҙаҡ һалынып өлгөрмәгән тимер рәшәткә ишеген асты ла, ҡырҡҡа бөгөлөп, тәпәш кенә ауыҙҙан эскә шылышты. Был яғында тағы ҡалҡып тороп, фонарь уты менән юлын яҡтыртты. Эре таштарға эләгә-һөрөнә, стеналарҙа ҡурҡыныс күләгәләр уйнатып бара бирҙе. Уртаға еткәс, бер аҙ, эшләгән урындарын самалап, тороп алды. Әһә, бына ошо тәңгәлдәрәк булырға тейеш...

Барып та тапты теге аппаратын. Беләгенә элеп алып, сығыуға ыңғайланы. Күңелендә бер шик-шөбһә лә, ҡурҡыу ғәләмәте лә юҡ ине уның. Шул саҡ ҡапыл, дымлы таш өҫтөнә баҫҡан аяғы тайҙы ла күҙ асып йомғансы талпынып тора биреп, салҡан ауҙы. Ҡолаған ыңғайы соңҡаһы эргәләге таш ҡырына бәрелде. Аппараты бер, фонары икенсе яҡҡа осоп, һуңғыһы һауала сальто яһап әйләнеп-әйләнеп стенаға бәрелде лә, селпәрәмә килеп, донъяны ҡараңғылыҡ солғаны...
...Иҫенә килгәс, ҡайҙа, нимә икәнлеген аңлай алмай ятты бер килке Усман. Эйе... Ул бит аппарат артынан килгәйне... Аппарат! Ҡайҙа әле уныһы, ярылмаған булһа ярай ҙа.
Тороп баҫты, шаңҡыңҡырап торған башын борғоланы. Соңҡаһы ҡанаған, ахыры, шул тәңгәлдән сәсе һыу. Күпме ятҡандыр? Һәрмәләнеп фонарен эҙләп ҡарағайны – булманы. Ярай, тип, самалап сығыу юлына китте. Бара биргәс, буҙарып ҡына теге залға сығыусы өң ауыҙы күренде. Тик ул әллә ҡолауҙан, әллә был ерҙән ҡотолоу шатлығынан өңдө көпләп торған тимер рәшәткәләрҙең юҡлығын аңғарманы. Оло зал буйлап атлағанда, инде эске яҡ арыуыҡ таң яҡтыһына мансыла башлаған ерҙә генә, майҙандың буйынан-буйына һалынған плитә һуҡмаҡтың булмауын шәйләп ҡалды. Туҡтап алып, бер был, бер теге яҡты байҡаны. Былайыраҡ барҙы, тегеләйерәк йүнәлде – тик юл юҡ ине. Артына боролоп, өҫкә алып киткән тимер баҫҡыстарҙы аңғарырға итте, тик улары күҙ күреме арала түгел икән. Кире боролоп торғоһо ла килмәй. Етмәһә, таңдың да әле әре-һәре мәле генә.
Мәмерйәнән сыҡҡас, еңел һулап ҡуйҙы Усман. Ҡалай алйот үҙе лә! Нишләп китә инде бында төндә, бер үҙе. Таңдан килеп алһа ла, берәү ҙә белеп өлгөрмәҫ ине.
Килә биреп, йылғаға төртөлгәс, йәйғор булып кирелеп ятҡан күперҙе тапмай йөҙәне. Аҫҡараҡ төштө йылға иңләп, өҫкәрәк менде – был ни ғиллә? Етмәһә, бынау томаны баҫҡан, болот араһында йөрөгән кеүек, үҙәк буйындағы бер нәмә күренмәй. Унан, йәне көйөп, шаптыр-шоптор кисеп сығайым да ҡуяйым, тип төшкәйне, һыу биленә етте лә ҡуйҙы. Ҡайҙан бында ундай тәрәнлек? Һыу күтәрелгәме әллә? Тик ҡайҙан? Инде һыуланырын һыуланғас, кире сығып тормаҫҡа булы, һаман алға барҙы үҙе. Ниһайәт, икенсе ярға килеп төртөлдө. Уныһы ла бейек кенә, үлән тамырҙарына йәбешеп, үрмәләп менде. Арыуыҡ киң генә тойолдо йылға ла. Әллә икенсе йылға ла булғанмы бында, тик нисек ун көндән ашыу йөрөп, ул белмәҫкә мөмкин?.. Шулай баш ватып торғас, ары китәйем тиһә, юлды тапмай. Шул саҡ аңлап ҡалды ул, башы нығыраҡ һуғылған, күрәһең, ҡолағанда. Әллә нимә булған. Алмашынып йөрөүе микән әллә?..
Аптырағас, шырлыҡ йырып инеп китте. Сыйыла-һуғыла муйыл-сатыр араһын сыҡҡайны, унан ары ҡолас еткеһеҙ йыуан имәнле-ҡарағайлы урман башланды. Ул ҡарағайҙарҙың осо күренмәй, болоттарға тоташҡан кеүектәр. Ә имәндәре ғәйрәтле ботаҡтарын тармаҡландырып, оло бер майҙанды биләп, фантастик киноларҙағы оло бәшмәктәр ише ултырышалар. Ошондай уҡ мөһабәт ағастары ла булған икән был яҡтың. Юҡҡа мөғжизәләр иле тимәйҙәрҙер, күрәһең.
Имәндәрҙең аҫтында ҡойолоп ятҡан сәтләүектәр ҙә иғтибарын йәлеп итте уның. Йоҙроҡ ҙурлыҡтар. Кит әле! Бер-икәүһен алып әйләндереп-тулғандырып ҡараны, тешләп маташты, тик теш үтерлек түгел. Туҡта, малайҙарға йыйып алып ҡайтып күрһәтәйем әле тип, дүрт аяҡлап йөрөп эҙләнә башлағанда, ҡаршыһындағы томан пәрҙәһе эсенән ҡап-ҡара ҡабан сусҡаһы бәрәстәре йүгерешеп килеп сыҡмаһынмы! Хайуандар нисек пәйҙә булған булһа, шул хәлдә “шып” туҡтап, ҡаршыларындағы йән эйәһенә төбәлде. Егет нимәлер уйлап өлгөргәнсе, улар артынса – олоһо... О-о! Уныһының ҙурлығы! Керфек елпер мәлдәй генә шуның күҙҙәренә төбәлде Усман. Икеһенең дә шаҡ ҡатыуы булды, ахыры. Тик был хәл бары ярты секундтай ғына ваҡытты алды һәм ҡапыл, ел менән осоролғандай булып, береһе алға, икенсеһе артҡа атылды. Ҡасманы, атылды Усман! Көбәктән ысҡынған пуля ғына шулай осалыр. Артынан ен ҡыуамы ни! Юҡ, ен түгел инде ул, ен булһа, ул ҡәҙәре ҡото алынмаҫ ине. Уның артынан үгеҙ хәҙәре ҡылыс аҙаулы ҡабан төшкән!
Күпме сапҡандыр – япраҡ өҙөлөп төшкәнсеме, әллә тотош бер ғүмерме – кескәй аҡланға сығып барған ерҙә ғифрит уны ҡыуып етте, һаҫыҡ тыны ҡайнар һауа булып елкәһенә бәрелде, тауышы ҡолағын ярҙы. Бына-бына, осло ҡаҙауына эләктерә лә алып ата, тигәндә генә, әллә ни булды – аҫтындағы ер уйылды ла китте.
– А-а-а!!!
...Ҡайҙа төшкән булһа шул ерҙә ята, ҡыбырларлыҡ та хәле юҡ. Сусҡаның ҡап өҫтөндә ята ул. Уныһы хырылдай-хырылдай йән бирә алмай тартыша. Тартышҡан һайын өҫтөндәгеһен дә ҡыбырлата һәм шул һелкенеүҙән, үҙәккә үткәреп, ҡабырға араһын ауырттыра. Торорлоҡ көс юҡ, шулай ҙа ҡулын шылдырып, һәрмәп ҡараны, ниндәйҙер осло нәмә тәнен тишеп ингән – бармағы тейгән ерҙән йылы ҡаны һарҡый.
Нисек тә торор ине, бынау ғифриты үлә һалмай. Шуны көтөп арыуыҡ ятты әле, хәле бөтә, әлһерәй барғанын тойоп. Ахырҙа, аҫта тын алыу тойолмай башлағас, һуңғы көсөн йыйып, ҡырын ятҡан еренән ҡалҡынды. Сәнскенән ысҡынған яра тағы ла көслөрәк ҡанай башланы. Бер усы менән шул ерен баҫып, бөтөн был хәл-торошто аңламаҡсы булды егет. “Е-мое!” Соҡор эсендә яталар бит! Был тап ошо януар өсөн эшләнгән тоҙаҡ. Соҡорҙоң эсенә ағас һөңгөләр ҡуйылған, ҡабан шуға үтәнән-үтә төшкән дә. Ә Усман уның өҫтөнә ҡолап, үтә сыҡҡан һөңгөнөң осона эләккән. Үҙ хәленә үҙе ышанмай, иҫе китеп ултырҙы. Ышанмаҫ та ине, хәле ысынлап бөтә, йоҡоһо килә башлағандай. Ошонда ятып, шулай уҡ йән бирмәҫ борон, нисек тә өҫкә үрмәләргә кәрәк тип, башын үргә күтәрһә... унда уға ике күҙе сынаяҡ аҫтарындай булған бер ҡыҙ ҡарап тора. Ҡапыл ҡыуаныуҙан Усман хатта “Эй, Хоҙайым!” тигән ҡиәфәттә ҡулдарын өҫкә күтәреп ебәрҙе. Ә өҫтәге бер өнһөҙ ҡарап тик тора, әллә ҡурҡып, әллә шаңҡып ҡалыуы – белмәҫһең.
– Миңә ярҙам кәрәк! – тип өндәште уға егет, тауышын көрөрәк сығарырға тырышып.
Тик теге һаман аңшайып торҙо.
– Һеҙ мине ишетәһегеҙме? Ярҙам кәрәк! Мин яралы!
Яуап юҡ.
– Аңламайһығыҙмы әллә? – егет башҡортсаға күсте. – Берәйһе юҡмы янығыҙҙа?
Тик тора. Был әллә берәй иҫәр баламы?
– Саҡыр әле берәйһен! Һин кем менән? Мин ҡолап төштөм, күрәһеңме? Бына, ҡулымда ҡан, яраландым.
Ҡулдарын алға һуҙып, ҡанын күрһәтте. Быны күргән әлеге ҡыҙ китә башламаһынмы! Усмандың тағы ҡото осто:
– Эй-эй-эй! Туҡта! Туҡта әле! – тик китеүсе кире килмәне. – Вот, етешмәгән! Дура!
Бысраҡ ҡулдары менән башын тотто, битен, маңлайын ышҡып бысратып бөттө. Ахырҙа, футболкаһын сисете лә, буйлатып йыртҡас, буйға йыртып, булдыра алған тиклем һыҡтырып, билен уратып бәйләне. Ул алйот ҡыҙға ышанып ултыра алмай бит инде, үҙенә маташтырып ҡарарға кәрәк.
Ҡабан үҙе бер тау шикелле булып ятһа ла, соҡор ҙа һәүетемсә генә тәрән. Үлән тамырҙарына йәбешеп, сығырға тырмашып ҡарауы бушҡа ғына булды. Мәтәлләне лә төштө, мәтәләне лә төштө. Ҡоро хәлен алды, ҡан ағышын шәбәйтте. Эх, ҡалайтырға икән, ошонда ятып үлмәҫ тә инде һуң...
Киренән үлек тауына менеп, хәл алып ултыра ине, өҫтән башына ниндәйҙер ваҡ нәмә ташланылар. Ҡараһа – теге иҫәркәй. Әрләргә тип ауыҙын асҡайны ғына, янында тағы икенсеһе пәйҙә булды. Быныһы ҙур кәүҙәле, ҙур башлы егет. Уныһы ла муйынын һуҙып, Усманды күргәс, теге ҡыҙ хәленә инде – шаҡ ҡатты ла ҡуйҙы. Быларға нимә булған? Асыуы ҡабарҙы Усмандың:
– Һеҙ нимә, миңә бында ҡыҙыҡ икән, тип уйлайһығыҙмы?! Ярҙам итәһегеҙме, юҡмы?
Өҫтәгеләр бер-береһенә ҡарашып алды. Түҙеме бөттө Усмандың. Соҡор тупрағынан сосайып торған бер ташты алды ла ырғытты тегеләргә. Яуап та оҙаҡ көттөрмәне. Эргәһенә генә “шап” итеп... һөңгө килеп ҡаҙалды! Һөңгө шул! Егетең, ауыҙын ябырға онотоп, өҫтәгеләргә ҡараны.
– Эй-эй! Һеҙ нимә?..
Был ни хәл? Әллә эргәлә берәй иҫәрҙәр йорто бармы? Психтармы былар?..
– Иптәштәр... Әйҙәгеҙ, матур ғына итеп һөйләшәбеҙ, – ул нисек тә йомшағыраҡ әйтергә, аңлайышлыраҡ булырға тырышты. – Һеҙ, зинһар өсөн, мине ошо соҡорҙан сығарығыҙ, мин һеҙгә аҡса түләйем. Мин анауында ғына урынлашҡан лагерҙанмын. Унда минең аҡсам бар. Ҡыҫҡаһы, нимә теләйһегеҙ – шул бар. Аңлашыламы?
Тик теге икәүгә аңлашылмай, күрәһең...
Инде быларға өмөтө өҙөлөп, хәле лә тамам бөткән, Усман салҡан ауҙы. Ауҙы ла күҙен йомдо. Үлергә генә ҡала, күрәһең. Нишләптер Хоҙай уға бынау ике алйотто ғына ебәргән. Ыҙалаһын ғына түгел, көйһөн дә, тине микән, үлер алдынан...
Тора-бара, өҫтә күмәк тауыштар ишетелә башлағандай тойолдо, бына улар соҡор янына килеп етте лә тынып ҡалды. Тағы күҙен асты Усман. Был юлы соҡор тирәләй уны бер өйөр кеше күҙәтә ине. Тик береһе лә ярҙам итергә лә, нимәлер өндәшергә лә теләмәй. Юҡтыр! Бындайҙың булыуы мөмкин түгел. Аҡылдан яҙғандыр ул... Күҙенә күренәлер барыһы ла... Һаташалыр... Эх, уянырға ине! Ҡалайтып үҙ хәленә килергә...
Эргәһенә баҫырау төшөрҙөләр. Алйығанда ла йәшәге килә икән ул. Тәнтерәкләп тороп, баҫырау осона йәбеште, тик өҫкә тарта башлағас та, кирегә ҡоланы. Үҙен күтәрерлек хәле ҡалмағайны. Шул саҡ уның янына, “туп-туп” итеп һикерешеп, ике ир кеше төштө. Бите тәңгәленә килеп баҫҡан ялан аяҡтарҙы күреүҙән ҡапыл зиһене асылып киткәндәй булды Усмандың. Ҡалҡынып ҡараны ла... Күргәненән һөйләшер рәте булһа ла, телдән яҙған булыр ине ул. Ирҙәрҙең икеһе лә әллә тире, әллә нимә менән генә ябынып көпләнгән бәһлеүәндәр ине. Ҡул-аяҡ мускулдары бүртеп сыҡҡан, сәстәре маңлай тәңгәленән үреп алынып, артҡа һалынған, биттәре ел-ҡояшта янып-ҡарайып ялтыраған. Ә күҙҙәрендә балаларса бер ҡатлылыҡ, ҡыҙыҡһыныу. Шул ҡараштары булмағанда, эш боҙоп, оятҡа ла ҡалыр ине әле, бәлки, егетең.
Ирҙәр уны ҡултыҡлап торғоҙоп, билен ике ҡат йүкә арҡан менән уранылар ҙа өҫтәгеләргә ишара яһанылар. Бына уны ипләп кенә тартып алдылар. Өҫтә шундай уҡ халыҡ ҡаршы алды. Ике аҙым тирәһе артҡа шылып, бер арауыҡ күҙәтеп торҙолар. Усман да шулай итте. Ҡаршыһында ул шөғөлләнгән клуб боксерҙарын беренсе рингта уҡ дөрөп ташларҙай һуғышсылар төркөмө тора ине. Ҡайҙа был ҡәҙәр мускул үҫтергәндәр, тиерһең. Өҫтәрендә – тәүгеләренеке кеүек япма-фәлән дә, ҡулдарында – ағастан, таштан әтмәләнгән ҡорал.
–Мин... студент. Мин... лагерҙан.
Әйткәнен тәүҙә русса, унан башҡортса, торараҡ инглиз телендә тағы ҡабатланы Усман. Тегеләр аңламай. Ахырҙа, ҡулын һелтәп, ишаралап күрһәтеп маташты. Былар шул яҡҡа ҡарап ала ул, тик төшөнмәйҙәр, күрәһең. Аптырағас, ни булһа ла булыр тип, ҡуҙғалып китергә булды. Бер аҙым атланы – өндәшмәйҙәр. Ике аҙым яһаны – туҡтатҡан кеше юҡ. Боролоп китә үк башланы. Тик торалар ҡарап. “Ярай, улайһа”. Аҡтыҡ көсө менән аҙымдарын ҡыҙыулатҡайны ла, урман ауыҙына еттем тигәндә генә, алдындағы ағастар йөҙөп китеп, күҙ алды ҡараңғыланды ла, быуындары бөгөлөп төштө. “Ҡолама! Ҡолама...” булды һуңғы уйы тәгәрәп ятҡанында.
Таш быуаттың таш өйөндә яңы көн башланды. Яҡтылыҡ менән тәбиғәт уянды, тәбиғәттең бер өлөшө булған кешеләр ҙә шул көнгә эйәреп торҙо, уның ыңғайына йөрөнө лә, көн китеү менән, үҙ урынына инеп боҫто. Ә төнгә тик һунар итеүселәр генә сыҡты.
Май һунар итеүсе түгел, ул – усаҡ һаҡлаусы. Үҙе белгән бар усаҡ һаҡлаусылар кеүек, ул да ағаһы һәм ҡустылары һунарҙа саҡта ошо усаҡты, йәндәй күреп, һүндермәй тота. Утты ярата ул, уның йылылығын, оҙаҡ ҡарап ултырғанда бейешә башлаған осҡондарын ярата. Ә ут ашамһаҡ. Алып килгән бар аҙығын ашап бөтөп тик тора. Тик асыуланмай уға Май, утҡа асыуланырға ярамай. Уны рәнйетеү йәки ҡыйырһытыу оло бәлә алып киләсәк. Утты иркәләп, һыйлап ҡына торорға кәрәк.
Шуға ла тороу менән, иң тәүҙә, таш йорт уртаһындағы йоморо йылға таштары араһында баҙырашып ятҡан ҡуҙҙарҙы өйөп, ниндәйҙер иркә һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, ҡоро сыбыҡ-сатыр менән ҡапланы. Уныһы сытырлап янып китеүгә, эрерәк ағастар һалды ла, кескәй мәмерйә стеналарында ут күләгәһе уйнай башлағас, шуларҙы ҡыуанып күҙәтеп торҙо.
Майға ун ете йәш. Тик ул быны белмәй, әммә нисә ҡыш ҡышлағанын аңлай. Ул инде күптән айырым усаҡ тоторға тейеш. Былтыр, атаһы иҫән саҡта уҡ, башлыҡ был хаҡта иҫкәрткәйне. Тик атаһы үҙенең усаҡ һаҡлаусыһы юҡлығын әйтеп, шул мәсьәләне хәл иткәнсе тип, алып ҡалғайны. Майҙың, ағаһы Заоның һәм игеҙ ҡустылары Дахтарҙың әсәләре бынан ике ҡыш әүәл мәңгелек йоҡоға китте. Ул үҙ эсендә донъяға яралырға теләмәгән йән эйәһен дә алып китте. Әсәһенең ике ҡояш ыңғырашып ятыуын тыңлап өҙгөләнгәйне Май, уға нисек ярҙам итергә белмәй йүгергеләгәйне. Тауҙың үрендәрәк йәшәгән Тари исемле ҡатынды ла саҡырҙы, йылға-тау эйәләре менән һөйләшә белгән Сапу ҡарсыҡты ла елтерәтеп тигәндәй ашыҡтырып алып килде. Улар бисара ауырыуҙы үҙҙәре белгән бар им-том менән дә әтмәләп ҡараны, әммә бала тыуырға теләмәне. Кискә, атаһы һунарҙан ҡайтҡас, усаҡ яҡтыһында берсә һүнеп барған ҡатынына, берсә ҡобараһы осоп ултырған ҡыҙына ҡарап-ҡарап өнһөҙ ултырҙы ла, барып, урынына ауҙы. Берәү ҙә йоҡламаны был төндө. Ағаһы ла, ҡустылары ла, ҡәҙерле кешеләренең һыҙланыуын ишетергә теләмәйме, тышта ултырып таң аттырҙылар. Атаһы ла әйләнде лә тулғанды. Май әсәһенең ҡулын тотоп янында ята ине, таңға ғына баҫылып йоҡлап киткән. Ҡапыл тертләп уянып китеп ҡараһа, ғазаплы ҡараштарын үргә төбәп тынып ҡалған ине әсәһе. Усындағы ҡулы ла һыуынған...
Май белә белгәндән, улар ғаиләһендә ике йәки өс ҡыш һайын балалар тыуып торҙо, тик уларҙы Һыу аллаһы алып торҙо. Атаһы үлгән сабыйҙарҙы Һыу аллаһына алып барып бирҙе. Ә әсәһен, башҡа йоҡоға киткән ололар кеүек үк, Теретауға алып барҙылар. Майҙың ул тауҙы күргәне юҡ. Әсәһен дә Зао менән атаһы ғына алып китте. Ағаһының әйтеүенсә, Теретау ул ғәйәт ҙур, уның эсендә Тау аллаһы йәшәй. Ҡайһы саҡ ул тау ҡыбырлап-ҡыбырлап ала, ауыҙынан ут бөркөп ҡуя. Мәңгелек йоҡоға талғандарҙы тауҙың ауыҙына төшөрәләр, уларҙы Тау аллаһы ҡабул итә.
Әсәһен юғалтҡас, атаһы бик бойоғоп йөрөнө. Зао менән Май нисек тә уның күңелен күрергә тырышһалар ҙа, ул башҡаса йылмайманы. Ә бер көн башлыҡ, йөҙө януарҙарҙың теш-тырнағынан, алыш яраларынан бураҙналанып бөткән ҡарт һунарсы Таши ҡарт, уға йыйындан һуң ҡалырға ҡушты һәм ҡәбиләнән ситтәрәк көн күргән өс бер туғандарҙың кесеһе булған Ҡаһиның Майҙы усаҡ һаҡсыһы итеп һорауын әйтте. Үҙ хәсрәте менән йөрөгән ир бер аҙ аптырап ҡалды. Уның ҡыҙы шулай кемгәлер биреп ебәрерлек булғанмы ни?
–Тай, мин һинең хәлеңде беләм, һинең эсеңдәге кейек яралы... – башлыҡ уның яурынына ҡулын һалды. – Тик Мин Ҡаһиның үтенесен дә кире ҡаға алмайым. Ул – беҙҙең ҡәүемдең иң көслө һуғышсыһы, ул – беҙҙең киләсәк. Әгәр һин уны кире ҡаҡһаң, ул барыбер ҡыҙыңды урлап алып китәсәк. Үҙ һүҙенән кире ҡайта торған түгел, үҙең беләһең.
Тай бер аҙ уйланып торҙо:
–Уйлайһа, әйт Ҡаһиға, мин үҙемә усаҡ һаҡсыһы тапҡансы, бер аҙ ваҡыт бирһен.
– Ярар, был бик ыңғай яуап. Ай тыуып үлгәнсе, һин миңә килерһең.
Тай, ҡайтҡас, балаларына яңы усаҡ һаҡсыһы кәрәклеге тураһында әйтте. Улар бергәләшеп йорттарына алып ҡайтырҙай яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы барлай башланы. Аҙ түгел ине улар, ирҙәре һәләк булған, оло ир балалары булмаған һәм тамаҡ аҫырай алмаған ҡатындар. Ундайҙарҙы башҡа ирҙәр икенсе ҡатынлыҡҡа ла ала. Йәки ир туғандары үҙ ғаиләһенә һыйындыра. Сөнки һунарсыһыҙ, ҡораллы яҡлаусыһыҙ көн итеү мөмкин түгел.
Оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, йылға үрендә торған ике балалы Сая тигән ҡатында туҡтанылар. Май һайланы уны. Йылғаға төшкәндә шул ҡатын уға һәр саҡ йылмайып хәбәр ҡуша, үҙе икенсе яҡтан ошо ир туғанының торлағына күсеп килгән. Ире үткенсе бер ҡәбилә менән бәрелештә һәләк булған. Уларҙың Дахтары йәшендәге ике улы үҫеп килә. Атаһы менән Зао Майҙың кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәренә ҡаршы килә алманы, күнделәр. Э-эй, ҡатын-ҡыҙҙың ҡасан да, бынан миллион йылдар әүәлге таш быуатта ла, ҡатын-ҡыҙ булыуы инде! Май ҙа, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, был икәүҙән арҡан ишеп өйрәнгән. Ә был дәүер ирҙәре, ниндәй генә көслө һәм ғәйрәтле булһалар ҙа, эсенән тере йән сығара алған, уларҙың усағын һаҡлаған һәм нескә генә булыуына ҡарамаҫтан, әллә ниндәй сихри көскә эйә булған ҡатын-ҡыҙ затын тыңлай һәм кәрәк саҡта уға буйһона ла ине.
Тик был көндәрҙе яҙманы күреү уларға ла, атайҙарына ла. Тай һунарға сығып юғалды. Әллә күпме эҙләнеләр уны. Зао башҡа һунарсылар менән алыҫтарға китеп, урман-тауҙарҙы гиҙҙе. Һәм бер көн уның һынған ҡоралын ғына табып алып ҡайттылар. Һунарсылар фаразлауынса, уны Аз – ҡылыс аҙаулы, ғифрит кәүҙәле януар алып киткән. Был януар кешеләр яғына бик һирәк, тау үрендә туҡланыр аҙыҡ бөтөп киткәндә генә төшә. Уның үҙен дә бик һирәктәр генә күргән. Улар ҙа иҫән ҡала алмаған.
Тайҙы балалары бер ҡыш көттө. Һәр өсөһө, бына ул арып ҡайтып инер, бына усаҡ янына ултырыр, бына ашарға һорар тигән өмөт менән йәшәне. Был хәлде башҡа берәү ҙә көттө. Тик уның ниәте башҡа булды. Ҡаһи ине был. Инде көтөп-көтөп тә, Тайҙың ҡайтмаҫын аңлағас, бер көн башлыҡҡа ҡабаттан килде. Башлыҡ шул кис үк Заоны саҡыртып, уға үҙ усағына һаҡсы һайлап алырға һәм унан инде һеңлеһен Ҡаһиға тапшырырға ҡушты.
Бына ошо ғаилә йортонда таң аттырҙы бөгөн Усман. Ул Майҙан алда уҡ иҫенә килеп, был ҡыҙҙың ут тирәләй өйөрөлгөләп, үҙ алдына ҡыуанғанын ҡарап ята. Ни барғанын һаман аңламаһа ла, хәҙер ул был кешеләрҙән ҡурҡмай. Бығаса тере булғас, моғайын, инде үлтермәҫтәр.
Ҡыҙҙың ҡыланғанын күҙәтеп, оҙаҡ ятты егет. Бейей тиер инең, көйө юҡ, табына микән әллә утҡа? Былай килешә үҙенә, кәүҙәһе ҡупшы ғына. Аяҡ-ҡулдары көслө. Хәрәкәттәре баҙыҡ, оҫта.
Бына ҡыҙ ҡыланыуын ҡуйып, мәмерйә таштары араһынан япраҡтар тартып сығарҙы ла уға яҡынлашты. Усман тиҙ генә күҙен йомдо. Йоҡлай йә иҫендә түгел, тип уйлаһын әле. Кем белә был иҫәрҙәрҙең бөгөнгө планын?
Ҡыҙ уның билендәге урауҙы сисеп алды. Яранан кисәге көн һалған япраҡтарын айырғанда ыңғырашмай түҙмәне егет. Ахырҙа, күҙен дә асты. Ниңә яраһын? Бысраҡ индерергә уйлаймы, белмәгән көйө? Ҡыҙ ҡапыл асылған күҙҙәрҙең ярһыулы ҡарашы тотҡононда ҡалды. Унан яралының торорға ла, ҡаршылашырға ла иҫәбе юҡлығын аңлағас, яңынан эшенә тотондо. Шулай ҙа мәмерйәнең икенсе осона күҙ ҡырыйын ғына йүгертеп алды. Быны Усман да һиҙҙе. Тимәк, эргәлә тағы ла кемдәрҙер бар.
Аңын ҡабырғаһын тишеп алып барған ауыртыуҙан ситкәрәк алып китергә тырышып, ул ҡыҙҙың йөҙөнә ныҡ төбәлгән килеш икенсе нәмәләр хаҡында уйларға маташты. Кем икән был? Нишләтмәксе була уны? Былай... матур ғына ҡыҙ ҙа ул. Сәсен... нишләп ипләп йыймай икән?.. Өҫтөндәге алам-һаламы ла... Битен йыуғанда... Ә былай, сырайы яҡты. Ирене бүлтек кенә, танауы ла бәләкәй...
–А-а! Ауырта бит! – аҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды шул саҡ.
Ҡыҙ ҡатып ҡалды, керпектәре “елп-елп” итте. Тауышҡа эргәләренә икенсе берәү килде. Таный уны Усман. Соҡорҙа сағында килгән ҙур башлы егет. Был икәү ҡапыл-ҡапыл нимәлер әйтешеп алды. Усман уларҙың ауыҙҙарына ҡарай, әммә һүҙҙәренән бер генә нәмә лә төшөнә алмай.
Ниһайәт, ҡыҙ уны язалап туйҙы, ахыры. Урап бөтөп, тыныслыҡта ҡалдырҙы. Ҡаршыһындағы егет ултыра бирҙе уны күҙәтеп. Усман уға хәбәр ҡушты:
–Ҡарале... Мин, әлбиттә, һеҙҙең бында ни эшләп йөрөгәнегеҙҙе белмәйем... һәм белергә лә теләмәйем... Был һеҙҙең тормош. Әммә миңә ҡайтырға кәрәк, аңлайһыңмы? Өйҙә минең әсәйем бар, ҡустым. Улар мине юғалтасаҡ...
Суҡмар баш, үҙ сиратында, нимәлер аңлатып маташты. Тик уның теленән ысҡынған ауаздар баланың мөьмөлдәүе һымаҡ ҡына. Бер яҡтан, интонациялары нимәлер хәбәр иткән дә кеүек. Ә бар – төшөнөп ҡара!
–Полицияға еткергәндәрҙер, барыбер эҙләп табасаҡтар. Һеҙгә зыян итергә уйламайым. Хәҙер инде үҙем дә китә алам. Һин мине юлға ғына төшөрөп ебәр, йәме?
Тик торорға тип ынтылыуы бушҡа ғына булды. Ултырырға ла эшкинмәне, башы әйләнеп, кире артына ауҙы. Ҡанды күп юғалтҡан, күрәһең. Эх, ҡалайтырға һуң?!
Ул арала теге ҡыҙ ҡайтып инде. Ҡулындағы батмус кеүек ағаста – ит киҫәктәре. Тиреһенә ҡарағанда, кисәге ҡабандың ите. Ул быны ағаһының янына алып килеп ҡуйғайны, тегеһе бысаҡҡа оҡшаған бер нәмә алып, йәһәт кенә ваҡ киҫәктәргә бүлгеләп ташланы. Яңы йоҡонан тороп ултырған ун өс-ун дүрт йәштәрҙәге ике малай үҙҙәренә һуҙылған киҫәктәрҙе ала һалып, тәмләп тороп ашарға кереште. Ололары бер өлөштө ҡыҙға ла һуҙҙы. Ул да итте ауыҙына илтте. Усман уға, “ашар микән ни?” тигәндәй ҡарап ҡуйҙы. Ашаны! Ирендәрен ялай-ялай, сей итте сәйнәп йотоп ҡуйҙы. Теге егет тә шул эшкә тотондо. Быларҙы хайран ҡалып күҙәтеп ултырған Усман уҡшыны ла ебәрҙе. Шул саҡ былар, ашауҙан туҡтап, уға ҡарап ҡатты. Ә ул уҡшый ҙа уҡшый, туҡтай ғына алһасы! Ҡыҙ ағаһына нимәлер әйтте, унан егет Усманға ла ит киҫәге һуҙҙы.
–Юҡ! Юҡ, – ике ҡулын алға һуҙып башын сайҡаны ул. – Рәхмәт! Рәхмәт... Үҙегеҙ генә... ашағыҙ.
Уның баш сайҡауын аңлаған тегеләр ҡабаттан тыныс ҡына ашауҙарын дауам итте. Исмаһам, бер нәмәлә аңлаштыҡ, тип уйланы Усман. Тик хәҙер инде уны икенсе уй быуып алды: кемдәр ул былар? Ниндәй халыҡ? Ҡайҙан килеп сыҡҡандар бында? Был ниндәй ужастик фантастика?
Үҙенең бер нәмә лә эшләй алмаҫын аңлағайны инде Усман. Әлеге мәлгә тик һуҙылып төшөп ята ғына ала. Хәл ингәнен, яраһы тартылғанын көтмәй сара юҡ. Шунлыҡтан ҡыҙҙың ауырттыра-ауырттыра яраһына ниндәйҙер үләндәр япҡанын да, өҫтөнән балсыҡ менән һылап ҡуйыуын да тыныс кисерергә тырышып, өнһөҙ булып ята бирҙе. Ярай әле, һыу һорап ала алды. Ауыҙына ҡулын терәп, эскән булып күрһәткәйне, ҡыҙ йүгерә һалып барып, бер һауыт менән һыу алып килеп эсерҙе. Һауытын ҡыҙыҡ күреп ҡарап ятты. Ташты тамсы тамып, тишеп уйған, күрәһең. Ул кәсәгә оҡшап ҡалған. Хәҙер Усман һауытты һуҙған һайын ҡыҙ уға эсергә алып килә. Тик һыу менән генә тамаҡ туймай. Тәүге көндәре ауырыуы үҙе аш булһа, торараҡ ашҡаҙаны ашарға таптырып һыҙлай башланы. Эсе арҡаһына йәбеште, һиҙеп тора, сикәләре лә эскә батты. Ҡырынмағанлыҡтан яңаҡтарын төк баҫты.
Өсөнсө көн тигәндә ул ҡыҙҙан: “Ашарға башҡа нәмә юҡмы?” – тип, ауыҙына күрһәтте. Ҡыҙ уның ҡул хәрәкәттәрен текәлеп күҙәтеп тора бирҙе лә, нимәлер аңлаған кеүек баш һелкеп, сығып китте. “Аңланы инде берәү, – тип уйланы Усман, – хәҙер тағы сей ит тотоп килер әле”. Тик күпмелер ваҡыттан һуң теге оло япраҡта өймәләм итеп еләк индерҙе. Шатлығының сиге булманы егеттең. Күҙҙәренә йәш тулды хатта. Япраҡты устарына алып, еләктәрҙе еҫкәп торҙо. Был бит уның тормошонан бер таныш нәмә. Тимәк, аҡылдан яҙмаған әле, был ерҙә ул белгән нәмәләр бар. Унан үҙе лә был ҡырағайҙарҙан ҡалышманы: еләктәрҙе шул ятҡан еренән, ауыҙы менән ялмап-ялмап ашаны ла бөтөрҙө. Япрағын ялап уҡ ҡуйҙы аҙаҡ. Ҡыҙ уның ашағанына ҡыуанды. Шулайтып, был еләк хәҙер уға астан үлмәүҙең берҙән-бер сараһы булып ҡалды.
Аҙна тирәһе аунағандан һуң, үҙендә тороп йөрөрлөк хәл тойғандай булды Усман. Етәр, ҡайтыу юлын эҙләргә кәрәк. Юғиһә бынау ҙур башлы егеттең көн аша ниндәйҙер кейек тотоп алып ҡайтып һуйыуын, шул һуйылған итте быларының көтөп ултырып алып, өлөшләп ашауын күҙәтә, йылы ҡан еҫенә уҡшый, ҡыҙҙың көн дә таңдан ут тирәләй сихырсылай ҡыланып әйләнеүҙәрен аңдый, үҙ-ара өҙөк-йортоҡ һөйләшкән өн-ауаздарын аңларға тырышып баш вата торғас, үҙен дә ошоларҙың береһе итеп тоя башланы. Ололарының йоҡонан торғанын көттө. Инде ун көнләп ятып, был ғаилә башлығы шул ҙур башлы егет икәнлеген аңланы ул. Теге ҡыҙ уның һеңлеһе булырға тейеш. Барыһының да йөҙ-һыҙаттарында ниндәйҙер оҡшашлыҡтар бар. Ата-әсәләре юҡтыр, күрәһең. Бер-ике тапҡыр теге оло ҡарт ҡына инеп, уға тексәйеп ҡарап ултырып сыҡты, башҡалар күренмәне.
Ғаилә башлығы үҙенән күп булһа бер нисә йәшкә генә оло булырға тейеш. Исемен дә аңлап алды. Уға бәләкәстәре Зао тигән атама менән өндәшә. Ҡыҙҙы Май тиҙәр. Тик нишләптер игеҙәктәрҙең икеһен дә Дах тип бер үк ҡушамат менән атайҙар. Шуныһы ҡыҙыҡ. Улар икәү ҙә инде, ә исемдәре берәү.
Май уға эстә таянып йөрөүгә таяҡ әтмәләп биргәйне, шуға таянып, яйлап ҡына тышҡа сыҡты һәм Заоның уяныуын мәмерйә ауыҙынан ситтәрәк, тау битендәге үләнгә ултырып көтә башланы. Әлбиттә, Май уның тороп сығыуын ағаһына еткерҙе лә, күп тә үтмәй, Зао сығып баҫты. Усман үҙенсә аңлатырға кереште:
–Рәхмәт һеҙгә, миңә күптән ҡайтырға ваҡыт. Мин китәм, – ул тау аҫтындағы урман аша йылға яғына ҡулын иҙәне.
Зао уның ҡулы артынан шул яҡҡа ҡарап алды һәм, “Ярай” тигәнде аңғартып, баш ҡаҡты. Уның янына Май сығып торҙо. Ул ағаһына нимәлер һөйләп маташа, тик тегенеһенең артыҡ иҫе китмәй. Ахырҙа, килә килеп, Усмандың яра бәйләмен аса башламаһынмы! “Әле йүнәлмәгән, китмәһен, ебәрмә”, – тип әйтергә һәм шуны иҫбатларға теләне, шикелле. Усман, тота килеп, үҙен дауалаған кешене этеп тә ебәрә алмай, әммә бәйләмен асырға ла бирмәҫкә итеп, ҡыҙҙың ҡулдарын тотоп алды. Тегеһе, “Ебәр!” тигәнде аңлатып, уға яндырып ҡараны, тартыша уҡ башланы. Ебәрһә, хәҙер тағы бәйләменә йәбешәсәк. Көслө генә үҙе, елтерәтеп алып бара. Ахырҙа, Усман, “Ни эшләйем?” тигән ҡиәфәттә көлөмһөрәп, һораулы ҡарашын Заоға күтәрҙе. Һеңлеһе менән һуғышырға бирмәҫ тә инде, моғайын. Зао ҡаты ғына итеп ниҙер тип екерҙе. Май шундуҡ йыуашайып, кире урынына барып баҫты. Ул әллә асыуҙан, әллә башҡа тойғонан башын эйеп, егеттәрҙең икеһенә лә ҡарамай ине инде.
Ҡуҙғалып өлгөрмәне Усман, ул китә торған һуҡмаҡтан уларға ҡарай кемдеңдер килгәне күренде. Яҡыная бара, уның бик ҙур кеше икәнлеген аңғарҙы. Ярайһы уҡ бейек булып һаналған Усмандан, хатта бынау әзмәүер Заонан ике баш аша ҡарап торалыр. Етмәһә, яурынбаштары ҡолас еткеһеҙ. Ана шул яурындарын, ауыр беләктәрен кәүҙәһе тота алмаған шикелле булып, алға көмөрәйә төшкән. Арҡа-түштәре ҡап-ҡара йөн менән ҡапланған. Ҡырҙан ҡарағанда, ҙур горилла килгән кеүек күренде Усманға. Сәстәре, бындағы бөтә ирҙәрҙеке кеүек үк, маңлайҙан ишеп, артҡа һалынған. Бите шаҡмаҡ таш һымаҡ, күҙҙәре төптә булып, бер-береһенә яҡын ғына урынлашҡан. Ауыҙы ҙур һәм осло һары тештәрен күрһәтә биреп асылып тора. Ҡарашы, атлап йөрөшө һәм бындағыларҙың уны аңғарыу менән тынысһыҙланып китеүҙәренә ҡарағанда, был ысынлап ҡурҡырлыҡ кешелер, күрәһең. Ана бит, Май шундуҡ ағаһының артынараҡ шылып баҫты.
Ирҙәр үҙ-ара, ҡулдарын муйын тәңгәленә терәй биреп, сәләмләште. Унан “горилла” тамаҡ төбөнән сыҡҡан ғырылдаҡ тауыш менән, ҡулын һелтәй-һелтәй, ҡырҡыу тонда нимәләрҙер әйтте. Зао уға ҡаршы шулай уҡ ҡыйыу ғына итеп яуапланы. Уның яуабынан һуң, ғифрит, ҡапыл ынтылып, Майҙы беләгенән эләктереп алды ла йәшенгән еренән тартып сығарҙы. Тик Зао уның икенсе беләгенән тотоп өлгөрҙө. Улар ҡапыл-ҡапыл шулай ҡыҙҙы ике яҡҡа елтерәтеп тартҡылап алды. Май уртала “сай-сой” итте. Шул саҡ Усманға әллә ни булды, ул, үҙе лә аңғармаҫтан, ҡыҙға ярҙам итмәксе булып, алға ынтылды, әммә әле генә эләгешергә торған теге икәүҙең аптыраулы ҡарашынан туҡтап ҡалды. Икеһе лә уға төбәлеп тора торғас, “ҡунаҡ” ҡыҙҙы ысҡындырып, тағы ла ниҙер әйтеп, китеп барҙы. Май шундуҡ өйгә ҡасты. Усман иһә үҙ ҡылығынан үҙе уңайһыҙланды. Нимә тип ынтылған булды инде? Әйтерһең, шул әҙәмгә көсө етә? Уға түгел, бынау Заоға ла һөжүм итеү үлем менән тиң. Ҡайҙа ул, әлеге хәле менән теге ике сәпләк тә йығып һаласаҡ үҙен. Шулай ҙа... нимә теләй икән ул әҙәм?..
Усманды Зао урман ауыҙына тиклем оҙатып ҡалды. Ҡулындағы таяғын алып, урынына һөңгө тотторҙо. Ярай, тип уйланы егет, файҙаһы тейер, бәлки.
***
Майҙың кәйефе юҡ. Усағын да иркәләй алманы бөгөн, шым ғына ултырып дөрләтте лә, шуға ҡарап, уйға ҡалды. Яралының был йорттан сығып китеүенә ике тәүлек. Ике тәүлек уға тынғы юҡ. Әйтерһең, ошо тәңгәлендә генә бер нәмә янып тик тора. Әсәһе шундай саҡта, эстәге йәнлек ауырый, ти торғайны. Нилектән ауырый икән уның йәнлеге? Яралы Алла киткәнгәме, әллә Ҡаһиның килеүенәме? Үҙе лә аңлай алмай әлегә Май.
Башлыҡ Таши ҡабан соҡоронда, улай ғына ла түгел, тап ғәййәр Кафтың үҙенең өҫтөндә ятҡан был табылдыҡ йән эйәһенең кем һәм нимә икәнлеген йүнләп аңлата ла, үҙе лә төшөнә алманы. Ул башта уны Һунар аллаһы тип уйланы. Сөнки нисә йылдар эргә-тирәләге әллә нисә ҡәбиләне ҡурҡыу аҫтында тотҡан Кафтың өҫтөндә Һунар аллаһының үҙенән башҡа берәү ҙә ултырырға мөмкин түгел. Был ҡабандың тешенән һунарсылар, еләк-емеш артынан йөрөгән бала-саға, ҡатын-ҡыҙ аҙ һәләк булмаған. Күпме ау ҡороп, нисек кенә һунар итеп ҡараманылар уға. Ҡарт ҡабан бик хәйләкәр һәм мәкерле ине. Ул үҙе үк аусыларҙы аңдып тора, уйламаған ерҙән ҡапыл килеп сыға һәм көтөлмәгән яҡтан һөжүм итә белде. Ә инде йүгереү тиҙлеген һәм ағастарҙы тамыры менән аҡтарып һелтәрлек көсөн әйтеп тораһы ла юҡ. Уның менән хатта Аз да бәйләнеп тормаҫ ине ул. Көсөндә йә таҫыллығында икеләнер ине. Һәм ана шул Кафтың өҫтөндә ап-аҡ тәнле хәлһеҙ генә берәү ултырһын әле? Нисек итеп ҡоралһыҙ-ниһеҙ ул әле йоҡоға ла китеп бөтмәгән ҡабандың өҫтөндә була ала? Һәм нисек итеп ул Кафты бында алып килеп төшөргән? Нисек көсө еткән? Тоҙаҡ бит Каф өсөн әҙерләнмәгән, уға һунар итергә бында берәүҙең дә башы ике түгел. Соҡор, кисеү тирәһенә төшөп, ҡатын-ҡыҙҙы ҡурҡытҡан, йылғала балыҡ менән һыйланырға яратҡан Яайға – тайыштабанға төбәп ҡаҙылған.
Ҡабан өҫтөндә табылғанды башта Һунар аллаһы тип атағайнылар, тик бик оҙаҡ әлһерәп, сабый балалай ярҙамһыҙ булып ятыуын күҙәтә торғас, был уйҙарынан киреп ҡайттылар, әммә атап ҡына исем бирә алманылар. Ҡалай ҙа, урманды ғифрит Кафтан ҡотҡарған өсөн уға хөрмәт менән ҡаранылар һәм, һауыҡҡас, үҙе теләгән яҡҡа китһен, тигән ҡарар сығарҙылар. Әлбиттә, был ҡарар хаҡында Усман белмәне лә һиҙмәне лә, әммә уны Зао һәм уның ғаиләһе белде. Улар был серле әҙәмде, яҡшы итеп ҡарап, аяҡҡа баҫтырырға ла үҙе теләгән яҡҡа ебәрергә тейеш ине. Шулай иттеләр ҙә.
Май ҡабат-ҡабат тәүге осрашҡан көндәрен, был сәйер йән эйәһен табып алған сағын хәтерләне. Ул көн ҡыҙ иртә менән һыуға юлланған ине. Кафтың ер ярып сыйнап ебәргәнен ишетеп, йөрәге туңа яҙҙы. Ҡулындағыларын ергә бәрҙе лә кире үргә ҡарай йүгерҙе. Ә януарҙың тауышы урман өҫтөндә һаман да яңғырап торҙо. Нимә булырға мөмкин унда? Каф үҙе кеүек оло кейек менән алышамы? Ниндәй йәнлек уға ҡаршы барырға мөмкин бында? Әллә, Ҡаһилар кеүек, ул да үҙ алдына енләнеп, урманды ботарлаймы?
Бына бер мәл тауыштар тынып ҡалды. Әммә унан һуң да кире һыу яғына төшмәне әле Май. Был тирәлә көн иткән башҡа ғаилә ағзалары ла ул яҡҡа барманы. Кафтың үҙ эйәрсәндәре менән был тирәлә бары тик иртәнге ваҡытта ғына булыуын беләләр. Төшкә ҡарай ул тауҙың икенсе һыртына – күләгәле урындарға шыла. Ҡояш күтәрелә биргәнен көтөп алып, ҡабаттан һыу буйына юлланды ҡыҙ һәм айыуға тип ҡоролған тоҙаҡтың емерелгәнлеген аңғарҙы. Һаҡ ҡына барып күҙ һалмаҡсы ине, соҡорҙағы Кафты һәм уның өҫтөндә ятҡан берәүҙе күреп, шаҡ ҡатты.
Унан уйҙары бөгөнгөгә килеп ялғана ла, тағы ла борсолоп китә ҡыҙ. Башлыҡ ағаһына усаҡ һаҡсыһы тәҡдим иткән. Зао үҙенә һайлау биреүҙе үтенгән. Башлыҡ рөхсәт иткән. Хәҙер ул, ошо ай тыуып үлгәнсе, был йортҡа усаҡ һаҡсыһы алып ҡайтырға тейеш. Ул ваҡытта Майҙы Ҡаһи килеп аласаҡ. Ошоларҙы уйлаһа, эсендәге кейеге тағы ла нығыраҡ ауырып киткәндәй. Ҡаһилар ғаиләһенең нисек йәшәгәнлеген бындағыларҙың береһе лә белмәй. Был бер туған өс ағай-эне өсөһө лә томһа, башҡалар менән ҡатышмай. Ҡәбиләнән алыҫ урынлашҡандар, һунарға ла айырым йөрөйҙәр, табыштарын бүлешмәйҙәр. Ҡәбилә йыйындарына ғаилә ағзаларын алып килмәйҙәр. Уларҙың усаҡ һаҡсылары урман-ҡырҙа килеп осрағанда ла, бик ҡурҡынған, йонсоғандай күренә Майға. Улар һөйләшмәй, тиҙ генә үтеп китеү яғын ҡарай. Ҡаһиларҙы бик һуғышсан, уҫал һунарсылар, тиҙәр. Бәлки, шул уҫаллыҡ ғаилә ағзаларына ла төшәлер.
Ҡаһиның уны һорауы, бер яҡтан, һәйбәт тә кеүек. Ул иң көслө, иң ғәййәр һунарсыға барасаҡ. Берәүҙән дә, бер нәмәнән дә ҡурҡмай йәшәй аласаҡ. Тик... уның теге мәл үҙенә бик ҡаты тотоноуы, юлда килеп осрағанда ашарҙай булып ҡарауы, бер тапҡыр ҙа тешен күрһәтеп, сырайын яҡтыртмауы эсен бошора. Ул бит өшөр ундай кеше янында, усаҡ эргәһендә ултырып та туңыр. Атаһы бит әсәһенә улай булманы, йыш ҡына тубығына башын һалып ятыр, усаҡ тирәһендә оҙаҡ һөйләшеп ултырырҙар ине. Ҡаһи уның менән шулай итмәҫме ни икән?
Зао ла йоҡлай алмай ята. Уны һеңлеһенең дә, үҙенең дә яҙмышы борсой. Майҙы Ҡаһи һорағанын атаһы үткән ҡыш уҡ әйткәйне. Атаһы ла борсола ине быға. Ҡаһиға ҡаршы тора алмаҫ инде улар. Бирмәһәләр, урлар йәки, килеп, алыш менән алып китер. Башлыҡ та ана шуны уйлап риза булғандыр инде. Тайҙың ҡыҙы бит уның күҙ алдында үҫте. Һомғол буйлы көслө ҡыҙ. “Ыһ” та итмәй, яурынында атаһы атҡан илекте күтәреп алып ҡайта, йылғаны ҡолас ташлап йөҙөп сыға, әллә нисә саҡрымдарҙы ялһыҙ үтә ала торған усаҡ һаҡсыһы. Уны һәр йәш һунарсы үҙенеке итергә теләр ине. Һәм теләүселәрҙең иң беренсеһе Ҡаһи булып сыҡты.
Ҡаһиларҙың ғаиләһендә усаҡ һаҡсылары йыш алмашынғанын да белә Зао. Кемдәрелер үлеп тора, кемдәрелер ҡаса ла, шикелле. Берәүһе ҡасып барғанында, Ҡаһиның бер ағаһы ҡыуып етеп, быуып та үлтергән, тиҙәр. Ҡәбиләнән ҡатын алмай ине әле улар, икенсе ҡәүемдәрҙән барып урлап алып ҡайталар ине. Бынау Ҡаһи нимәһен Майға күҙ һалды икән?.. Унда һеңлеһе менән ни булырын, нимә көтәһен дә белмәй ул. Әммә яҡшы булмаҫ, яҡшы булмаҫ кеүек.
***
Был йөрөүендә инде бер илле саҡрым ер үткәндер Усман. Шул имклем арауыҡта, моғайын, берәй ауыл йәки юл осрарға тейеш ине лә һуң? Йәки саҡ ҡына булһа ла бында ысын кешеләр барлығын белдереүсе берәй тамға. Электр, телефон бағанаһы, сымдар, урмандарҙа ҡуйыла торған билгеләр, урмансыларҙың билгеләре... Юҡ, бер нәмә лә юҡ. Хатта арып йығылғанында ла күҙҙәре талғансы күкте күҙәтеп ятты: самолет-фәлән күренмәҫме?
Төндө бер йыуан ағас ҡыуышында үткәрҙе. Йоҡо тигән нәмә булманы инде. Нисек кенә арыған, ҡабырғаһы ҡуҙғып һыҙлауҙан миктәгән булһа ла, күҙ ҙә элмәне. Сөнки урман төпкөлөндә әллә ниндәй януарҙарҙың олоуын, сыйнап-ырылдап теш шаҡылдатыуҙарын, көлгән кеүек яңғырауыҡлы ауаздар тыңлап ултырып, был донъяға ҡайҙан тыуған көнгә төшкәйне. “Ниткән туҡтамай торған ҡурҡыныстар булды ла китте әле? Ниңә быларҙың ахыры юҡ”, – тип уйланы. Кинәт әсәһен иҫенә төшөрҙө. Илар ине шул саҡ, әгәр илап өйрәнгән булһа. Тик үҙенән оялды. Урманда аҙашып, ҡурҡып илап ултырағанын аҙаҡ иҫләй ҙә алмаҫ. Сығыр ҙа инде ул был ҡырағай урмандан бер килеп. Сығыр, әлбиттә, сығыр!
Әммә шул уҡ көндө, төштән һуң, был уйынан дүнергә тура килде Усманға. Бер тау итәгендә ултырып ял итмәксе ине, ҡапыл үҙе ултырған тау битенә күктән атылып төшөп килгән күләгәне шәйләп, һауаға ҡарап ҡатты. Ниндәйҙер ҙур ҡара шәүлә тап уға төбәлеп етеп килә ине. Күҙен асыбыраҡ ҡараһа – дәү бер ҡош! Шыҡыйып, ракета ише төшөп килә! Ни эшләргә белмәй, сиҙәмгә ятты ла башын ҡапланы. Ҡасып ҡотолор ваҡыты ла, көсө лә юҡ. Унан үрҙән шаптыр-шоптор таштар тәгәрәште, ҡоштоң “саңҡ-саңҡ” ҡысҡырғаны ишетелде. Усман ипләп кенә башын күтәреп ҡараһа, ни күрә: унан бер аҙ өҫтәрәк, тау битендә, йөк машинаһы дәүмәллек бөркөт бүрәнә һымаҡ йыланды өҙгөләй. Быларҙы күреүҙән егеттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ошо йылан унан саҡ ҡына өҫтәрәк ятҡанмы әллә уны эләктермәксе булып шыуышҡанмы?
Йылан да йыртҡыс ҡошҡа еңел генә бирешергә теләмәй. Бетон торбалай ауыр ҡойроғон, һауала шыйылдатып килтереп, һөжүм итеүсеһенә төшөрөп кенә тора. Тик бөркөт үҙ эшен яҡшы белә, күрәһең, мәлғүндең тап башына ғына ултырып алған да, ярты тау битен ҡаплап ятҡан ҡанаттарына терәлеп, башын суҡып суҡый. Бер аҙҙан бөркөт, йыланды әллә үлтереп, әллә иҫәнгерәтеп, шаулап һауаға күтәрелде. Аҫтында ел-буран уйнап ҡалды. Усман шул ятҡан ерендә ергә һеңеп, тырнаҡтарында ҡот осҡос оҙон быуарҙы бәүелтеп, ғүмерҙә күрелмәгән һәм ишетелмәгән ҙурлыҡтағы бөркөт алыҫайғандан-алыҫайып, бер нөктәгә әүерелеп, күҙҙән юйылғансы текәлеп ятты. Шул саҡ ул үҙенең археологик тикшеренеүҙәргә килгән ерҙә түгеллеген аңларлыҡ хәлгә етте. Юҡ, был ул килгән ерҙәр, ул килгән район һәм... был бөтөнләй ул йәшәгән планета түгел! Ҡайҙа ул? Ҡайҙа килеп эләкте? Туҡта, әйҙә, яйлап ҡына уйлайыҡ әле...
Ул мәмерйәгә инде... Аппаратты тапты. Кире сығыуға китте. Шул уң яҡтан стенаға тотоноп атланы... Тайып йығылды... Күпме ятҡандыр – белмәй. Унан тороп сыҡты. Сыҡты... Сыҡҡанда... туҡта! Сыҡҡанда урталағы зал менән холл залын бүлеп тороусы тимер ишек юҡ ине бит. Юҡ ине шул! Ҡайҙа булырға мөмкин ул шул арала? Ә юл һуң, беренсе залдағы плитә юл? Ул да юҡ ине! Өҫкә алып китеүсе тимер баҫҡыстарҙы ла күрмәне, булһа улар ялтырап күренеп тә торор ине. Тә-әк... Ары... сыҡты. Тимәк, ул сит планетала була алмай, ул шул уҡ мәмерйәнән сыҡты, шул урынға. Унан... күпер булманы. Һыу, бәләкәй генә шарлауыҡ ҙур йылға һымаҡ ине, биленән итеп кисеп сыҡты. Юлды тапманы... Ә урман, ағастарҙың, үҫемлектәрҙең эрелеге... Анау ҡабан... кешеләр... Аһ! Кешеләр һуң!Ул нимә... таш быуаттамы әллә?..
Ошоларҙы тип уйланы ла өмөтһөҙлөктөң сигенә етте егет. Нисек? Бындайҙың булыуы мөмки түгел! Галлюцинациялыр был? Кеше башы менән ныҡ бәрелһә, ошондай Хоҙай ҡушмаған нәмәләрҙе үҙе уйлап сығара, тип яҙалар ҙа һуң? Усман да шундай халәттә йөрөй. Бөтөн был күргәндәре бары – уның үҙ уйҙары, үҙ фантазиялары ғыналыр.
Оҙаҡ ятты ул шул тау битендә. Уйлап уйлап та, бер фекергә лә килә алманы. Нисек уйлаһа ла, үҙенә-үҙе ышанманы. Шулай ҙа бер нәмәлә аңы хәл-ваҡиғалар ағышы менән килеште. Уға кешеләр янына барырға кәрәк. Юғиһә был ҡабандар, йыландар һәм бөркөттәр (унда тағы әллә нимәләр барҙыр әле!) араһында тере ҡала алмаясаҡ. Әлеге мәлдә алйотланғанмы ул, аҙашҡанмы, икенсе донъяламы – йәшәргә кәрәк. Ә был ерҙә йәшәү өсөн бергә булыу фарыз. Яңғыҙ һин бында бер кем дә түгел, һәр бөжәккә, һәр кейеккә ем булырға тораһың.
Шундай һығымта яһағас, тау үренәрәк менеп, тирә-яҡты байҡап алды ла, һөңгөһөнә таяна биреп, кире килгән яғына ыңғайланы. Бик ҡыҙыҡ күренеш ине ул был: тәүтормош ҡырағай урманының тапалмаған ере буйлап “Adidas” фирмалы кроссовка, модалы спорт трикоһы кейгән егет атлай. Билдән өҫтө яланғас, футболкаһы йыртҡыланып, ҡабырға тәңгәленә бәйләнгән. Ҡулында һөңгө. Үҙе хәлһеҙ, ас, эсе арҡаһына йәбешкән. Тик уның әлеге мәл бер генә ҡайғыһы. Ул, бөтөнләй икенсе дәүер кешеһе, килеп эләккән дәүерендә йәшәргә, тереклек итергә теләй. Ул ниндәй дәүерҙә лә үҙенә өрөлгән йәнен һаҡларға, уны ҡурсаларға бурыслы.
Тай был кескәй таш ҡыуышлығын килеп тапҡанда, ул бәләкәй генә ине. Эсендә ярғанаттар ояһы. Тауҙың күтәрелә башлаған асыҡ яғындағы ялан да, йылға ла күҙ алдында. Уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә урын. Ҡәбиләнең башҡа вәкилдәре лә үҙ ғаиләләре өсөн урын эҙләне, кемдәрелер ағастар араһына, кемдәрелер, Тай кеүек, тау араһына, өсөнсөләр йылға буйынараҡ ултырышты, ҡыуыштар, япмалар әтмәләне.
Тай мәмерйәнең төп яҡ стенаһын һуҡҡылап ҡараны, ташы йомшаҡ, ыуалып төшөп тора. Унан ул, таш кәлйә менән аҙна тирәһе шул стеналарҙы емереп, өңдө киңәйтте, бейегәйтте. Тора-бара, иркен генә бушлыҡ яһап алды.
Ҡәбиләнең ата-бабалары ҡасандыр был ерҙәрҙә йәшәп, унан күсеп китеп, тиҫтәләгән йылдарҙан һуң был яҡтарға кире килгән ине. Оҙайлы юл үтте улар. Ҡыш буйына хәрәкәттә булдылар. Әллә күпме халыҡ ҡырылды юлда. Ниһайәт, ер ҡарҙан асыла башлағанда ошо урынға юлыҡтылар һәм, кәңәш ҡорғас, тау ҡыҙырымына ултырырға булдылар.
Йәшәрлек урын яһап алғас, Тай, күптән үҙ ата-әсәһенән айырылған йәш ир, башлыҡтан ҡәбиләһендәге Руми исемле ҡыҙҙы барып һораны. Руминың атаһы юлда мәңгелек йоҡоға китте, әсәһе лә саҡ килеп етте. Әле улар торлаҡһыҙ ҡалған йәки торлаҡ төҙөр ир-егеттәре булмаған төркөм эсендәләр. Башлыҡтың ризалығы менән ул ҡыҙҙы әсәһе менән үҙ мөйөшөнә алып ҡайтты. Ошо мәмерйәлә Зао донъяға килде. Башҡа балалар ҙа ошонда тыуҙы.
Әле шул тыуған йорто алдындағы ташта моңайып ултырғанда, тау итәгенә көскә күтәрелеп килгән юлсыны аңғарып ҡалды Май.
– Рау! Рау! – тип, һикереп килеп торҙо ҡыҙ. Унан мәмерйә ауыҙына башын һоноп ҡысҡырҙы – Зао! Рау килә!
Һунарҙан ҡайтып, тамаҡ туйҙырғандан һуң, алдағы көндәре хаҡында уйланып ятып, ойоп барған Зао һикереп торҙо. Ул да һеңлеһе янына баҫып, килеүсене көтә башланы. Бына ул яндарына тигеҙләнде.
– Һаумыһығыҙ! – Усман быларҙан күреп өйрәнгәнсә, усын муйыны тәңгәленә ҡуйып, хатта бер аҙ баш эйә биреп тә ҡуйҙы. Аңлаһындар, йәнәһе лә, кемдәр араһындаһың, шуларса олойһоң инде, тип йыуатты үҙ-үҙен.
Зао ҡаушаңҡырап, Май үтә лә шатланып сәләмде ҡабул иттеләр. Усманға хәҙер кире килеү сәбәбен аңлатырға ине. Ҡабаттан ҡунаҡҡа килдем әле, оҡшап ҡалды, тип әйтә алмай бит инде. Хәйер, нимә тиһә лә, аңламаясаҡтар. Тик нисек итеп бынау әзмәүерҙе үҙен аҫырап тороуға күндерергә икән? Шулай ҙа әйтеп ҡарарға булды:
– Зао... минең барыр урын юҡ, дуҫ. Мин һиңә йәшәргә килдем. Аңлайым, артыҡ тамаҡ, әммә миңә үлмәҫ өсөн һин һәм һинең йортоң кәрәк. Хәлемдән килгән эштәрҙе эшләрмен... Нисек тә... үәт... ошолайыраҡ.
Һөйләп бөткәс, ҡулы менән мәмерйә эсенә иҙәп үк күрһәтте, йәнәһе, бына ошонда йәшәргә теләйем. Зао бер эскә, бер уға ҡараны. Майға ла ҡарап алды. Май ашығып баш һелкте лә, Усманды төрткөләп, эскә этте. Әллә аңлай инде? Ул бынау туңбашҡа төшөндөрөп маташа, ә быныһы күпкә зирәгерәк, ахыры.
Инеп, элекке урынына ултырғас, тирә-яҡҡа ҡаранып, ашарға яраҡлы берәй нәмә эҙләне Усман. Унан үҙен күҙәтеп ултырған Майҙың ҡараштары менән осрашты ла ашаған хәрәкәттәр яһап күрһәтте. Май һикереп тороп, теге таш ҡыуышлығынан ит киҫәктәре килтереп сығарҙы. Усман үҙен хас та әкиәттәге үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш мәскәй ҡартҡа оҡшатты. Йортҡа ныҡышып кер, етмәһә, ашарға һора.
Ҡыҙ биргән ит киҫәктәрен турау өсөн ул хәҙер Заоға мөрәжәғәт итте. Ҡулы менән туҡмас киҫкән хәрәкәттәр яһап күрһәткәйне, Зао ятҡан түшәге аҫтынан хәнйәр кеүек бер нәмә алып һуҙҙы. Ниндәйҙер ҡаты таштың ҡырҡма яғын юнып эшләп алған икән. Ҡырҡырлыҡ та түгел, тупаҫ. Зао бысаҡты унан алып, итте үҙе етеҙ генә бүлгеләп тә ташланы. Оҫтарып бөткән икән. Улай тиһәң, ул уның әсәһенең ит турай торған йөҙ төрлө ҡулайламаларын күргәнме ни? Белгәне менән генә эш итеп өйрәнгән.
Хәҙер инде Усман, сығып, сей ағас сыбыҡтары әрсеп индерҙе. Унан уларҙы ит аша үткәреп, ҙур булмаған шеш теҙҙе лә, усаҡтың ҡуҙланған яғын тарта биреп, ике таш өҫтөнә арҡырылай һалды. Усаҡ тирәһендәгеләр уның ни ҡыланғанын аңлай алмай, шым ғына күҙәтеп ултыралар. Сей иттең һүле, майы, ҡуҙҙарға тамып, унан әсе еҫ тарала башлағас, Зао, танауын сирып, бер аҙ ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе белдереүен, әммә Усман уға: “Хәҙер, хәҙер, дуҫ, саҡ ҡына сабыр ит”, – тигәс, аңлағандай булып, кире һуҙылып төшөп ятты.
Сабырлығы еткән тиклем өттө итен Усман, бешеп үк етмәһә лә, моғайын, сей килеп ашағандай булмаҫ тип, өйөрөлтә бирҙе. Ауыҙ һыуҙары аҡты үҙенең. Ошо хәлгә ҡалмаһа, былайтып таш тишегендә билдәһеҙ кейек итенә зар-интизар булып ултырыр инеме? Әсәһе өйҙә булмағанда гамбургер йә чебурек һатып алып та ашай ине. Бында бит улар юҡ.
Әҙерләгән тамағы ашарлыҡ ине. Ҡаты, әммә сәйнәп йоторлоҡ. Нимә ите икәнлеген уйламағанда һәм башҡа гигиена, санитар нормаларҙы баштан алып ташлағанда, ашҡаҙанды алдап була. Ике шешлек ит ҡурып ашаны ул. Тегеләргә лә һуҙғайны, Зао шундуҡ баш тартты, Май бер киҫәкте алып еҫкәп, унан ялап ҡараны ла шым ғына кире һалды. Ҡыҫтап та торманы артыҡ уларҙы Усман, бер үҙе һыпырып ҡуйып, йылғаға барып, ятып һыу эсеп килде лә, тегеләр кеүек үк, һуҙылып ятты. Бер яҡтан, тормоштары хөрриәт бит быларҙың. Уҡырға барырға кәрәкмәй, эшләргә түгел, аҡса тигән нәмә юҡ. Тамаҡ туйҙыраһың да – ятаһың, ашайһың да ятаһың... Шулай ҙа эс боша...
... Бында йәшәгәненә лә аҙна тирәһе булды. Зао ҡыумай былай, әммә артыҡ яҡынлатмай ҙа. Хәҙер инде яраһы бөтөнләй бимазаламай тигәндәй. Зао һунарға эйәртмәһә лә, Майға утын-фәлән алып килеп, тотолған йәнлек-ҡоштарҙы һуйышып, хужалыҡта булышып йөрөй. Бер көн көрмәкләшеп уйнаған игеҙәктәрҙе күҙәтеп торҙо ла, уларҙы тартып айырғас, берәүһенә самбо алымын ҡулланып күрһәтте. Күҙ асып йомғансы, егеттең яурыны аша алып ырғытылған малайҙың күҙҙәре түңәрәкләнде. Ул тороп, кире килде, Усман уны тағы ла алып атты. Икенсеһе ҡарап тора торғас, шулай уҡ килеп йәбеште. Уныһы ла осто. Малайҙарға был уйын оҡшап ҡалды. Унан Усман был икәүҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, шул алымды өйрәтергә кереште. Әлбиттә, күнекмәләр бик ауыр һәм яй барҙы, был ике наҙан бер нәмәне лә ота ла, төшөнә лә алмаҫ кеүек ине. Әммә тәбиғәт уларҙы кеше итеп яралтҡан һәм мейе лә һалғандыр бит, моғайын, тип уйланы Усман, һаман ныҡышып ҡабатлатҡанда. Ҡайһы саҡ, асыуына түҙмәй, быларҙың елкә төптәренә эләктереп ебәрергә лә тартынманы, ҡарышманы малайҙар, баштарын баҫып, ҡушҡанды үтәй бирҙеләр. Ике-өс көн бер хәрәкәттәрҙе ҡабатлай торғас, ниһайәт, Дахиларҙың береһе икенсеһен алып атты. Атты ла, арыҫланды еңгәндәй булып, күкрәген киреп баҫып торҙо. Йәнәһе, бына мин – күр! Әйтәндәй, игеҙәктәрҙең, ысынлап та, икеһенә бер исем ине. Әллә берәүһенең үлерен көткәндәрме, әллә үҙҙәренең тәртибе шулаймы, бахырҙарға бер исем тороп ҡалған. Былай улар “кил” тиһәң дә, “кит” тиһәң дә, бер оя көсөктәре кеүек, икеһе бергә йүгереп килә, бергә йүгереп китә.
Артабан Усман тәрбиәләнеүселәрен бокс алымдарына өйрәтә башланы. Тик малайҙар йоҙроҡлап һуғышыуҙы бөтөнләй тоймай. Улар бар көстәрен яурын, беләк аша ғына сығара ине. Уларға тартышып, шаҡарып, быуып еңергә кәрәк. Етеҙлек, хәйлә, ҡырҡыу хәрәкәттәр ҡуллана белмәй икән улар алышта. Быныһы килеп сыҡмағас, ул малайҙарға ҡайһы бер үҙе белгән ҡулайламаларҙы өйрәтергә булды. “Ҡайһы бер” тип, ул белгән һәм улар белмәгән нәмә донъя тулы инде. Шулай ҙа уҡтан башларға булды егет. Иң кәрәкле ҡоралдарҙың береһе.
Башта, йылға буйҙарын ҡыҙырып, көнө буйы, муйыл ағасы эҙләнеләр. Муйылға оҡшаған нимәләрҙер бар, әммә муйылдың үҙен табыу мәшәҡәтле булды. Тапҡас, тигеҙ йыуанлыҡтағы ботаҡтарын ҡырҡып алыу ҙа бер эш ине. Усман быларҙың ҡырҡҡыһын бөтөнләй ҡуллана белмәй. Ярай әле, Дахтар сапсан: килгән ерен ҡырҡҡылары, килмәгәнен тештәре менән ҡайырып тигәндәй, өс-дүрт янлыҡ, иллеләп уҡлыҡ һуйыл-сыбыҡтар йыйып алып ҡайттылар. Ары Усман йүкә һәм тиреләрҙән еп эшләп тарттырып, һуйылдарын әрсеп, киреп ҡуйҙы. Улары кипкәнсе, йылға буйында ултырып, талдан мурҙа үреп ҡарарға булды. Үргәне лә, үргәнде күргәне лә юҡ, әммә шулай эшләргә мөмкинлеген белә, телевизорҙан ҡараған. Әллә нисә көн мәшәҡәтләнгәндән һуң, бер көбөгә оҡшаш һауыт килтереп сығарҙы. Унан уны йылғаның тарайып шаршыланған еренә генә нығытып бәйләп һалды. Тик баштағы өс-дүрт мурҙаһы һыу һурыу менән таралып аптыратты. Унан саҡ яйын белеп ҡалды: ҡыҫыбыраҡ ишеп, ҡайһы ерҙәрен йүкә менән нығытып бәйләп сыҡты. Оҙаҡ көттөрмәне уңышы. Көн аҙағында ул Майға олонан өс суртан, тағы ла вағыраҡ бер нисә балыҡ алып ҡайтып тотторҙо. Һикереп төшөп ҡыуанды ҡыҙ. Дахтар иһә, бығаса һөңгөләре менән йылға өҫтөн һағалап тороп ҡына балыҡ тотоп өйрәнгәнлектән, был алымға хайран ҡалды. Зао ла иғтибар итте. Ул көбөнө әйләндереп-тулғандырып, һыуға бер тығып, бер алып ҡараны. Унан үҙе урынлаштырып, балыҡ ингәнен күҙәтеп торғас ҡына тынысланды. Башына һыймай ине уның, күрәһең, был асыш. Шулай ҙа ҡырыҫ һунарсының йөҙөндә ҡәнәғәтлек сатҡылары күренеп ҡалды.
Башҡалар балыҡты рәхәтләнеп, тәмләп тороп сей килеш ашаһа, Усман яҫы дымлы япраҡтарға төрөп, эҫе көл аҫтында төнәтеп алды. Телде йоторлоҡ булып килеп сыҡты улары. Хуш еҫле үлән таты ғына һеңгән, үҙ һутында быҡҡан, ылйырап ҡына торалар. Ашап бөтөп, бармаҡтарын ялап ҡуйҙы. Бына, бөгөн ул тәүге тапҡыр был ғаиләнең тамағын туйҙырҙы. Хәҙер ул тик әрәмтамаҡ ҡына түгел. Шуны уйлағас, ипләп кенә Майға ҡараш һалды. Ҡыҙ ҙа уға рәхмәтле йылмайып ҡарай ине. Әлбиттә, был ҡараштар һиҙгер Заоның күҙенән йәшенә алмай. Ул шулай һәр ваҡыт уяу һәм күҙәтеүсән.
Яндар кипкәс, уларға тартҡанда өҙөлмәҫлек ныҡлы кереш табыу өсөн оҙаҡ эҙләнде Усман. Был көндәрҙә ул тотош тире эшкәртеү технологияһын үҙләштерә яҙҙы. Тирене өҙөлмәҫлек һығылмалыҡҡа еткереү өсөн, нисек кенә итеп киптереп, ышҡып, игәп ҡараманы. Унан уртаһына тире ебе, уны уратып, йүкә ҡылдары тарттырып бер ян яһаны. Уҡтары ла әҙер булғас, башта, арығансы, үҙе булашты. Ул бит әле үҙе лә белмәй был шөғөлдө. Шулай уҡ телевизорҙа ғына күргән. Көндән-көн оҫтарҙы ул, көндән-көн таҫылланды. Торараҡ, ҡыйыулыҡ йыйып, урманға юлланды ла ҡапыл баш осона пырылдап күтәрелгән бер ҡошто атты ла төшөрҙө. Йән бирә алмай ерҙә “зыр” әйләнгән ҡошто барып тапҡас, ҡурҡа төштө хатта. Уның бит әле былайтып бер йән эйәһен дә үлтергәне юҡ. Өләсәһе бәләкәйҙән рогатканан турғай атыуҙы тыйҙы. “Бөжәкте лә үлтерергә ярамай, улар ҙа йәшәргә хаҡлы”, – ти торғайны ул. “Эх, өләс... белһәң икән хәҙерге хәлемде... Мин бында тик үлем ҡоралын ғына уйлап табыусы”.
Ҡоштоң йөнөн йолҡа белмәне. Быны Май ҙа белмәй булып сыҡты. Ул йөнө менән тотошлай ботарларға уйлағайны, Усман тартып алып өлгөрҙө. Унан эсен ярып таҙаланы ла, тышҡа ут сығарып тоҡандырғас, йөнө-фәләне менән өттө лә ҡуйҙы. Ҡап-ҡара булып ҡоромланған ҡош итен йылғаға алып төшөп, ҡом менән ышҡып йыуғас, кескәй генә соҡор ҡаҙып, төбөнә үлән түшәне лә өҫтөнә итен һалды. Унан шуны тағы ла япраҡ менән ябып, бер ҡат нәҙек тупраҡ ҡатламы менән ҡаплағас, өҫтөнә ут күсерҙе. Сәғәттән ашыу утын үртәгәндән һуң, усағын һүндереп, күмгәнен кире ҡаҙып алды. Был алымды ла һунарсы каналында күргәйне ул. Сәйерһенеп ҡарап ултырғайны ул саҡ. Бына бит, үҙе ҡулланып йөрөй. Әл дә шул канал булған!
Был юлы бешкән итте Майға ла тәмләтеп ҡараны. Артыҡ теләге булмаһа ла, ҡыҙ, егеттең һыйлауына ҡаршы килә алмай, ҡабып ебәрҙе. Хатта бер киҫәкте сәйнәп йотто. Үҙе көсәнеп кенә йылмайған булды. Усман иһә үҙе бер ултырып һыйланып алды. Бына шулай, үҙен үҙе аҫырай башланы ҡырағай һунарсы.
Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда бер көн Зао юлға әҙерләнде. Артыҡ бер ни ҙә әҙерләмәне ул ысынында, шул уҡ һөңгөһөн, шул суҡмарын тотто. Кистән Май менән ут эргәһендә тын ғына ниҙер һөйләштеләр. Икеһе лә уйсан, ҡыҙҙың йөҙө хәүефле ине. Уларҙың был ҡиәфәтенән иртәгә ниҙер көтөлгәнен аңғарҙы Усман. Шунлыҡтан, ни булһа ла Заоға эйәрергә хәл итеп, йоҡоға талды.
Таңға Май шул уҡ ут тирәләй әйләнә торған күбәләк бейеүен башҡарҙы, ашарға әҙерләне лә ағаһын уятты. Усман күптән быларҙы күҙәтеп ята. Зао ашарға ултырғас, ул да тороп, кистән ҡыҙҙырып, таш араһына тығып ҡуйған һалҡын итен алып кимерҙе. Тышҡа сыҡҡанда ла былар уны, Заоны оҙата ғыналыр тип, аңланы. Тик атлай башлаған Заоға эйәргәс, Май уны туҡтарырға тип талпынды, ә Зао боролоп, аптырап ҡараны. “Нимә киләһең һаман?” – ти ине уның ҡарашы.
– Мин дә барам! – тине тауышын күтәрә төшөп Усман. – Ярай, ҡаңғырма, нимә тиһәң дә, эйәрәм инде. Етәр өйҙә бала-саға менән ятырға!
Зао уны күкрәгенә төртөп туҡтатты. Ҡаты ғына эләктерҙе ул. Тик Усман һаман эйәреүен белде. Икенсе тапҡыр юлына һөңгөһөн арҡыры ҡуйҙы. Юлдашы туҡтай биреп ҡалһа ла, кире ҡаҡмаҫлыҡ бер нәмә күрһәтте: тотто ла Заоның һөңгө осон үҙенең күкрәгенә терәне, йәнәһе, әйҙә, эйәртергә теләмәһәң, сәнсеп кит ошонда! Зао ҡаушап ҡалды. Май “ах” итеп, ауыҙын ҡапланы. Ахырҙа, Зао ҡоралын тартып алды ла ары китте. Усман йылмайып, Майға ҡул болғаны һәм дуҫының эргәһенән юрғаланы.
Вәт, был сәйәхәт ине! Килеп шәп атлай Зао, үҙе арымай. Көнөнә нисәшәр саҡрым үткәндәрҙер, һанай торған прибор ғына юҡ. Тәүге көн төнгә туҡтаған ерҙә нисек ҡолап йоҡлап киткәнен дә хәтерләмәй Усман. Ҡайҙан эйәргән көнгә төштө иртәнсәк, аяҡ мускулдарын яҙып алғансы. Төнгә лә кире әйләнеп ҡайтмағас, ҡайҙа барабыҙ икән һуң беҙ, тип уйланы үҙе. Әммә хәлде барып етмәйенсә белеп булмаясаҡ барыбер. Зао менән аңлашыуы ауыр, ул хатта икеһе бер телдә һөйләшкәндә лә артыҡ һүҙсәнләнеп бармаҫ.
Юлдары бит яғы яланғас булып ҡояшта ялтыраған, түбәһе томанға сорналған тауҙарға килеп төртөлдө. Уға үрмәләп менә башланылар. Бер артмағын менеп етһәләр, тигеҙлек кеүек булып алдаштыра ла, икенсе артмағы башлана. Кәүҙәһе ауыр булһа ла, көсө күп бынау ҡырағайҙың, ошондай тормош менән йәшәгәс, туҡтауһыҙ урман-тауҙар гиҙеп, йәнлек аулап йөрөп, таҫылланып бөткән. Ә Усмандың аҙнаһына өс тренировка, унда шөғөлләнгәндәре иһә бындағы бер көнгә лә торошло булмаҫ. Бында бит көс йыйыу өсөн түгел, йәшәү өсөн көрәшәһең.
Икенсе көн эңергә ҡарай тауҙың бер артмағындағы таш ҡыуышына юлыҡтылар. Ят тау башында асыҡ ерҙә йоҡлауға ҡарағанда, бындай оя табылыуға шатланышып, ятыр ерҙәрен ҡаты-ҡотонан таҙалаштырып урынлашты егеттәр. Өтөп алып сыҡҡан ите бөткәс, бөгөн Усманға ла уҡшый-уҡшый булһа ла сей ит сәйнәргә тура килде. Күпме генә маташһа ла, ут сығара алмай әлегә. Таш туҡмап, ағас сереген ышҡып, бармаҡтары күперсеп сыҡты инде. Зао ғына уның был аҙаптарын да, нимә башҡара алмай енләнеүен дә төшөнмәй, ялға туҡтағанда, ҡапыл ғына ситкә китеп, нимәлер сәнсеп алып килә лә, шул ерҙә ботарлап туйынып, ята ла йоҡлай. Үәт, рәхәт уға!
Төндә ауырып уянды Усман. Сей итте ашҡаҙаны эшкәртә алманы, ахыры, кире сығарыуҙы һорай. Йүгереп сығып, саҡ өлгөрөп ҡалды. Үкертеп ҡоҫҡас, хәле бөтөп, оҙонса йәлпәк таш өҫтөнә һуҙылып ятты. Шул ерендә серем итеп тә барғандай ине, нимәнеңдер “тыш-тыш” тын алып килгәнен ишетеп, кинәт йоҡоһо осто. “Нимә был?” Шундуҡ таштар араһына шыуып төшөп, ай яҡтыһында тирә-яҡты күрергә тырышып, муйынын һуҙҙы... һәм күрҙе лә. Тауҙың ағаслы яғынан “һәлп-һөлп” баҫып, үсеккән үгеҙ ажарлығында ҡуршып тын алып, тауҙай айыу килеп сыҡты. Сыҡты ла туп-тура егеттәр ятҡан мәмерйәгә ыңғайланы. Бик тыныс, хас үҙенә ҡайтып килгәндәй был. Үҙенә, тип... һуң үҙенә киләлер шул. Айыуҙың өңө, тимәк, был таш ҡыуышы! А-а! Унда бит Зао!
Усман нимәлер уйлап-ҡылып өлгөргәнсе, айыу ҙа йортонда саҡырылмаған ҡунаҡтар барлығын һиҙҙе. Башта һауаны, унан ерҙе еҫкәне. Унан аяҡ аҫтындағы таш ҡатламын сапсып, тамаҡ төбөнән ғырылдаҡ тауыштар сығарҙы. Был тауышты ишеткән һаҡ Зао мәмерйәнән атылып килеп тә сыҡты. Әммә айыу уны шәйләгәйне инде. Ул, дәү кәүҙәһен еңел ҡуҙғытып, ҡапыл алға һикерҙе лә ер емертеп үкереп ебәрҙе. Шул арала Зао ҙур булмаған ҡаяташ артына ҡасты. Айыу – уның артынан. Һунарсы ҡая тишегенән ҡыҫылып сығып, был яҡтағы таштар артына сапты. Айыуға таштарҙы урарға тура килә. Бынау кәүҙәһе менән оло таштар өҫтөнән йөрөй алмай, ә кеше тейен кеүек һикерә генә. Тик былайтып ҡына был януарҙан ҡотолоп булырмы?
Айыу тамам енләнде, ҡоторҙо. Ул хәҙер таштарҙы урап ҡына ҡалмай, енләнеүҙең сигенә етеп ярһып уларға башын бәрә, алғы тәпәйҙәре менән килтереп һуға торғас, ауыҙ-моронон ҡанатып бөттө. Сираттағы таш суғырмағына һикергәндә, арттан килгән айыу шундай ярһыу менән ынтылды, һуҙылған тәпәйенең ике тырнағы, үҙ сиратында, икенсе ташҡа ырғыған Заоның янбашына бәйләнгән япмаға эләкте. Был тотҡарлыҡ һунарсыға ниәт иткән еренә барып етеүгә ҡамасауланы. Ул һикергән ерҙән ҡолап, аҫҡа тәгәрәп китте. Ҡолаған ыңғайы, һөңгөһө бер яҡ ситкә осто. Үҙе инде ары ҡаса алмаҫын аңлап, артындағы ташҡа һырынып ултырҙы ла сытырлатып күҙҙәрен йомдо.
Бөтөн был хәлде күҙ алмаларын ғына йөрөтөп күҙәтеп, тауыш-тынһыҙ ятҡан Усман шул мәл үҙен-үҙе тота алманы. Ҡапыл һикереп тороп, янына килеп төшкән һөңгөнө эләктереп алып, Заоға ярҙамға ташланды. Нисек ярҙам итерен дә, айыуға ҡалайтып ҡаршы торорон да белмәй ине ул. Тик дуҫын йыртҡыс тырнағына биреп өҙгөләтә лә алмай!
Айыу менән Усман икеһе тап бер секундта килеп етте Зао янына. Усман иптәше эргәһенә ҡоланы ла артҡы аяҡтарына тороп уҡ өҫтәренә ырғыған йәнлеккә ҡаршы һөңгөһөн күтәрҙе. Айыу ябырылды. Һөңгө һабы ерҙе һөрөп барып арттарындағы ташҡа терәлеп, бөтә көсө менән өҫтәренә ятҡан йыртҡыстың күкрәген тишеп инеп китеп, тап йөрәген үтә сыҡты. Айыу оҙон тәпәйе менән әлеге ташты ҡуша ҡосаҡлап, уны ҡайыра сапсый-сапсый, быларҙы баҫҡан килеш йән бирҙе. Егеттәр әлеге халәттәренән сыға ла, айыу аҫтынан ҡотола ла алмай бер килке яттылар әле. Беренсе булып Зао иҫенә килде. Ни тиһәң дә, ул бит – ошо донъя кешеһе. Айыуҙы ла тәүгә генә күреүе түгелдер.
Үҙе шыуышып сыҡҡас, бармағын да ҡыбырлатыр хәле ҡалмаған Усманды ла аяғынан һөйрәп сығарып, шунда һуҙып һалып ҡуйҙы. Ятҡан еренән айыуға боролоп ҡараны егет. Аяғүрә тигәндәй, ташты ҡосоп үлеп тора ине ул. Ҡот осҡос күренеш! Һәм ҡот осҡос хәл! А-ай, нисек тере ҡалды улар? Нисек былай килеп сыҡты?..
Шул мәл әллә нишләп көлкөһө килде Усмандың. Ул башта һыңҡылдап, унан тауышланып, тора-бара шарҡылдап уҡ көлә башланы. Зао башта сәйерһенеп ҡарап ултырҙы ла, тора-бара гөрһөлдәк ҡалын тауыш менән үҙе лә ҡушылды. Ай яҡтыһында үткән алыш яланында, баштан аяҡ айыу ҡанына ҡойонған ике һунарсы, яҡын-тирә ҡаяларҙы яңғыратып, әле оҙаҡ хахылданы. Был уларҙың еңеү ораны ине булһа кәрәк.
Аҙна самаһы дауам итте юлы егеттәрҙең. Ҡайҙа юлланғанын да белмәһә лә, Усмандың күңеле тыныс. Ул Заоға ышана. Моғайын, маҡсатһыҙ йөрөмәй бит инде, тип уйлай. Ғаиләһен, яҡлауһыҙ һеңлеһен, ҡустыларын ҡалдырып, бынау сама алыҫлыҡҡа буштан-бушҡа ғына ыңғайламағандыр. Мотлаҡ бер ҙур сәбәп бар бында.
Бер ергә килеп еткәс, Зао уға бармағын ирендәренә терәп, шауламаҫҡа ҡушып киҫәтте лә, үҙе шым ғына шырлыҡты йырып инеп китте. Усман да шулай итеп уның артынан эйәрҙе. Күпмелер ваҡыттан сыбыҡ-сатыр аша ниндәйҙер ҡәбилә урынлашҡан аҡлан күренде. Бында халыҡ Заолар кеүек түгел, ә оҙонса өсмөйөш ҡыуыштар ҡороп урынлашҡан. Ҡыуыштар араһында бала-саға, ҡатын-ҡыҙ сорлашып йөрөй. Ара-тирә ирҙәр ҙә күренеп ҡала. Оҙаҡ ҡына күҙәтте уларҙы дуҫы. Усман иһә аптырауға төштө. Был нимә, Зао бер үҙе һуғышҡа килгәнме әллә? Ул ошо һорауына яуап табырға, дуҫының уйын белергә теләп, уның һағайып аңдыған ҡараштарын тоторға тырышты. Шыбырламай ҙа түҙмәне:
– Һин нимә?.. Башың ике түгелдер ул. Ни кәрәк беҙгә бында?
Тик Зао өндәшмәй. Ул, бик һаҡ ҡына күсеп йөрөп, нимәлер эҙләй, күҙәтеү урынын сәғәттәр буйы ташламай.
Ике көн аңдынылар улар был ҡәбилә халҡын. Ай-һай, беҙ разведкаға килгәнбеҙҙер, тип тынысланды хәҙер Усман. Заоны, тимәк, был ҡәүем хаҡында мәғлүмәт табып алып ҡайтырға ебәргәндәр. Ярай, улай булһа, бата.
Бер мәл Зао, инде күҙәтеүҙәрҙән ялҡып, ағас төбөндә бөгәрләнеп йоҡлап ятҡан юлдашының арҡаһына тупаҫ ҡына итеп типте лә, ашығып, эйелә-эйелә йылға яры буйлап йүгерҙе. Усман һикереп торҙо ла уның артынан эйәрҙе. Бара бирҙеләр ҙә тағы туҡтап ултырҙылар, унан алға киттеләр. Улар менән параллель рәүештә, ағаслыҡтың теге яғында кемдәрҙер шулай уҡ йәнәш атлай ине. Бына күренмәгән төркөм һыуға төшөп китте лә сыр-сыу килеп һыу инә башланы. Усман, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, сатырҙы айырып ҡараһа – ҡыҙҙар икән. Алты-ете йәш ҡыҙ һыуһылыуҙай булып йылғаға төшкән. Ысынлап илаһи күренеш ине был! Нәҙекәй, һомғол ғыналар. Һарыраҡ тәнле, йәтеш кәүҙәле, ҡап-ҡара оҙон сәсле ҡыҙҙар, беҙҙең замандың японкаларына оҡшашыраҡ йөҙ-һыҙатлы икәндәр, тип уйлап, дуҫына боролоп, күҙ ҡыҫты Усман. Зао иһә бер ҙә илһамланмай, күрәһең, киреһенсә, сәсе кеүек үк ҡалын көрән ҡаштарын һындырып, нимәлер ниәтләп тора. Усман уның күҙ ҡарашына эйәреп, һунарсының тик бер ҡыҙҙы ғына күҙәткәнен аңлап алды. Турғай тибергә йыйынған ҡарсыға кеүек бары берәүһен генә эҙәрлекләй ине уның күҙҙәре. Әһә! Тимәк, беҙ ошо ҡыҙ артынан килгәнбеҙ. Тик... Китсәле, ошо ҡыҙҙарға һөжүм итергә уйламайҙыр ҙа инде уның дуҫы... Уйлай икән шул!
Кинәт Зао, йәшенгән еренән атылып сығып, һыу эсендәге ҡыҙҙарға ташланды. Бер-ике һикереүҙә, сарылдашып төрлө яҡҡа һибелгән оҙонсәстәр араһынан үҙенә кәрәген тотоп яурыны аша ташланы ла, иңендә йөк барлығын да тоймай, кирегә һыпыртты. Усман устары менән башын тотто:
– Во, алйот! Ужас! Нимә эшләйһең һин?
Әммә дуҫы артынан сабыуҙан башҡа сараһы ла юҡ. Үҙе йүгерә, үҙе берсә Заоның яурынбашын төйгән, яр һалып тулаған ҡыҙға, берсә артына ҡарай. Хәҙер ҡыуа төшәсәктәр, хәҙер тотоп аҫалар икеһен дә! Аҫып ҡына ҡалмаҫтар, бешереп тә ашарҙар әле! Үҙе туҡтауһыҙ ҡысҡыра:
– Зао, придурок, ҡалдыр ҡыҙҙы! Ташлап кит ошонда! Үҙебеҙҙә ҡыҙҙар юҡмы һуң? Үлгең киләме, ишәк?
Тик ҡырағай һунарсының бер нәмәлә лә эше юҡ. Ул табышын ҡыҫып тотоп, алға ҡарай елдерә генә.
Был көндө кискәсә оҙайлы ялға туҡтаманылар. Хәл алырға ғына ултырғанда ла, Зао табышын ҡулынан ысҡындырманы. Хәҙер инде ҡыҙ ҡысҡырмай, әммә ҡырағай бесәй ише тешләшә, ыҫылдай, сапсыша. Дуҫының бит-яурындары ҡанға туҙған. Айыуҙан таланмағанды, бынау ҡыҙҙан туҡмалып бөттө тип, әсенеп уйлай Усман. Ни бысағыма кәрәк уға был ҡырағай? Улай тиһәң... дуҫы үҙе лә ҡырығай инде. Тимәк... Тимәк, Зао был ҡыҙҙы бығаса белгән йәки күргән булған. Күҙ һалып ҡуйған микән? Оҡшатҡан булмаһа, аҙналыҡ юл үтеп, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ошолай бурлыҡ менән булашып йөрөр инеме?
Ҡыуа төшөүселәр яҙа йөрөнөмө (ә уларҙың булыуына шик юҡ), әллә ҡасыусылар алыҫ китеп өлгөрҙөмө, тауыш-тын ишетелмәне. Төнгә туҡтанылар. Ҡыҙ ашауҙан баш тартты. Инде уның уҫаллығы бөткән. Алышҡа ташланмай. Буҙлап илауға күсте. Әммә был хәл егеттәрҙе нығыраҡ сараһыҙландырҙы. Ҡатын-ҡыҙ илағанда, икеһе лә ни эшләргә белмәй икән. Ишетмәү, иғтибар итмәү ҙә мөмкин түгел, тик йыуата, әүрәтә белмәйҙәр. Зао һауаға ҡарап ята, йондоҙҙарҙы күҙәтә, үҙенең йоҙроҡтары шытырлап йомарланған. Борсола, күрәһең. Усман иһә уны әрләп үсен ҡандыра:
– Олоғанын тыңлап ултырабыҙ инде хәҙер. Әйттем бит, ташлап кит, тип. Ошо ҡырағай ипкә килер тиһеңме? Бисура бит был! Муйынды сәйнәр әле төндә! – унан бөтөнләй мәғәнәһеҙ итеп өҫтәп ҡуя: – Һинең арҡала мин йөрөйөм енәйәт юлында.
... Ике-өс көндән тотҡондары иламай башланы. Арығандыр йәки быларҙан ҡотолоу юлы булмаҫын аңлағандыр. Бер аҙ ашап алды. Зао уның эргәһендә орсоҡтай өйөрөлә. Һунарға ла уғын тоттороп Усманды ебәрә, үҙе һаҡта ҡала. Был тәңгәлдә уға ла ышанмай, күрәһең. Ҡасып китер, тиҙер.
Ятыр алдынан, тауҙа тунап алған айыу тиреһен түшәп тотҡонға урын әҙерләгәндә, инде ҡул-аяҡтары ысҡындырылған ҡыҙҙың, ипләп кенә Заоны күҙәткәнен аңғара Усман. Иламағас, төкөрөп-ыҫылдап һуғышмағас, ул хәтле бисура ла түгел икән үҙе. Кәүҙәгә Майға ҡарағанда тәпәшәгерәк. Түңәрәк аҡһыл-һарғылт йөҙөндә ҡыҫығыраҡ ҡара күҙҙәре дымлы муйыл кеүек ялтырай. Сәсе лә ҡап-ҡара, шыма. Заоларҙың ҡәбилә ҡатын-ҡыҙының сәсе көрәнһыу ҙа, тулҡынланып, ҡабарып тора. Йөҙ һыҙаттары эрерәк, үҙҙәре лә бейек. Ә бының танауы ла, ауыҙы ла, ҡулдары ла бәләкәс кенә. Дөйөм алғанда, ысынлап японкаға оҡшай төшә. Һы, тип көлөмһөрәй Усман, алпауыт дуҫының һөйгәне ошолай ҡурсаҡ кеүек кенәлер тип, кем уйлаған?
Ҡыҙ уның ҡарашын аңғарғас, көрһөнгән кеүек ауаз сығарып ҡуйҙы. Йәл булып китте ул Усманға. Үҙе йәшендәге генә бер ҡыҙҙы вәхшиҙәрсә урлап, ғаиләһенән айырып, аяҡ-ҡулын бәйләп, тотҡон итеп алып китеп баралар. Шунан нисек ҡырағай кешеләр булмаһын инде улар? Ҡырағайҙың да ҡырағайы!
Шулай ҙа ҡыҙға ул үҙенсә һүҙ ҡушты:
– Һин... нәмә... Артыҡ ҡайғырма. Минең дуҫ насар кеше түгел ул. Ҡарап тороуға ғына уҫал күренә, былай, ней, ул... һәйбәт, – унан дуҫының тырналып, ҡанға, тупраҡҡа буялған йөҙөнә ҡарап өҫтәп ҡуя: – Битен йыуһа, матурыраҡ та булып китер әле.
Уларҙы күреүгә Май шатлығынан һикереп-һикереп төштө. Өтәләнеп йөрөп, ашарға әҙерләне. Хатта, шешкә ит теҙеп, ҡуҙға ҡуйып ебәрҙе. Уның был оҫталығын күреп көлдө Усман:
– Прогресс!
Күңелле генә итеп ултырып ашап алдылар. Хас та ҙур, татыу ғаилә булып. Усман үҙен бындағыларҙың “Рау” тип атағанын аңланы.
– Минме Рау? – ул үҙенә төртөп күрһәтеп көлдө. - Минме?
– Рау! Рау! – тиеште ике Дахи.
– Ни өсөн Рау? – ул был атаманың Һунар аллаһы икәнлеген аңламай. Һәм аңлатыусы булмаясаҡ та. – Ярай һуң, Рау дык Рау.
Тамаҡ туйғас, Зао тотҡонон башлыҡҡа алып китте. Башлыҡ уға, төҫ-башына, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, Таки тигән исем бирҙе. “Бәләкәс” тигән һүҙ ине был.
Заоның табышын ҡарарға бар ҡәбилә ҡатын-ҡыҙы йыйылды. Башлыҡ уға был ҡыҙҙы усаҡ һаҡсыһы итеп алырға рөхсәт итте. Хәҙер инде был ят халыҡ араһында башҡа яҡлар кешеһе булмағас, Таки Заоның беләгенә сат йәбешкән, унан бер тотам ҡалмай.
Кискә Ҙур ут янында Зао айыу менән булған мажаралағы Усмандың, уларса Рауҙың, батырлығын бәйән итте. Ҡәүемдекеләр уны тын да алмай ҡараны. Айыу тиреһен ябынып, шуның кеүек хәрәкәт итеп, үкереп, унан үҙе үк үҙенең дә, Усман ролен дә башҡарып, тулы бер тамаша ҡороп ташланы. Дуҫының әртислегенән көлөүсе лә ул ғына булғандыр. Йыйылғандар, бигерәк тә ҡыҙ-ҡырҡын, һоҡланып, әҫәрләнеп ҡарай ине. Шул мәл Усман Майҙың ҡарашы менән осрашты. Ул күҙҙәрен киң асып төбәлгән. Ҡарашынан шундай йылылыҡ бөркөлә – хатта егет уңайһыҙланып китте. Был мәл был ике йәш йөрәк, бер-береһенә мөкиббән булып, үҙҙәрен тағы ла бер пар күҙҙең күҙәткәнен генә аңғарманы. Халыҡ араһында Ҡаһи ла бар ине бөгөн. Ул Майҙың Рауға ылығыуын һиҙеп, ҡара янды.
Усман-Рауҙың һуңғы көндәрҙә бер минут буш ваҡыты юҡ. Үҙенең был йәшәйешен, ҡайҙа, ни эшләп йөрөүен уйлап өҙөгөләнеү ҙә онотола төштө. Зао менән улар мәмерйәне киңәйтә, стенаның йомшаҡ ташын кәйлә менән туҡмап онтай, тышҡа ташып түгә баралар. Уның араһында Дахтр менән йүкә эҙләп йөрөп киләләр. Шуны ауҙарып, таҙалап, түңгәктәргә бүлгеләү ҙә оҙайлы мәшәҡәт булды. Түңгәктәрҙе таш араларына киптерергә ҡуйып сыҡты һәм кипкәндәренән, соҡоп, һауыт-һаба яһаны. Әлбиттә, уның таш бысаҡ менән юнып эшләгәндәре лә шул таш быуат ижады ғына ине, әммә ҡул аҫтында иң кәрәкле әйберҙәр булып сыҡты. Хәҙер Май менән Таки ул әтмәләгән батман менән һыу ташый, итте ағас батмусҡа һалалар, ағас сүместән эсәләр. Дахилар хәҙер уҡ-янды үҙҙәре лә эшләп өйрәнде, атыуға ла оҫтарҙылар. Уларҙың был яңылығын ҡәбиләнең башҡа ир-егеттәре лә ҡабул итте, уҡ-ян тотоп йөрөгәндәр күренә башланы.
Барыһы ла һәүетемсә генә барған кеүек ине. Әммә бәхет тигән нәмәне һәр саҡ бәхетһеҙлек һағалап ҡына йөрөй бит. Был хәҡиҡәт әле шул заманда уҡ булған икән. Киске аш мәлендә башлыҡ килеп инде. Хужалар һикерешеп торҙо. Бер-береһен кеселекле сәләмләгәс, Таши түргә үтте. Бер аҙ һөйәк кимергәс, ул Зао һуҙған ағас кәсәләге һыуҙы ҡабул итеп, һауытын хайран ҡалып ҡарай-ҡарай эсте лә ҡул һырты менән ауыҙын һөртөп ҡуйҙы.
– Зао, иртән Майҙы Ҡаһи килеп алыр. Ул, килешелгәнсә, һинең сәйәхәттән йөрөп килеүеңде көттө.
Хәҙер инде былар телен апаруҡ төшөнә башлаған Рау ҙа ни хаҡында һүҙ барғанлығын аңланы. Зао, ауырлыҡ менән булһа ла, ризалығын белдереп баш һелкте. Был ишаранан ҡәнәғәт булған башлыҡ тағы бер аҙ ултырҙы ла ҡайтып китте. Уның артынса уҡ Май ҙа сыҡты. Таки, аңламай, Заоның ауыҙына текәлеп ҡалған. Уныһы булдыра алған тиклем ишаралап һөйләй, сөнки. Такиның да теле башҡа ине. Был өйҙә тағы бер сит телле әҙәм барлыҡҡа килгәйне. Бөтөнләй интернациональ ғаиләгә әйләнделәр.
Рау Майҙы йылға ярында эҙләп тапты. Һыуға төбәлеп ҡалған. Егет йәнәш ултырҙы. Нимәлер тип әйтергә тейештер бит һуң, иртәгә был яҡын кешеһе... күңеленә инеп өлгөргән кешеһе, икенсе йортҡа, бөтөнләй икенсе яҡҡа күсәсәк. Ҡаһиның уны ҡабаттан бында ебәрере лә, уларға күрһәтере лә икеле.
– Май.
Ҡыҙ уға күтәрелеп баҡты ла, ҡарап ҡалды.
– Барғың киләме һуң уға? – ҡулы менән Ҡаһилар йәшәгән яҡҡа төрттө.
– Юҡ, – ҡыҙҙың күҙҙәренә йәш тула.
– Һуң... теләмәгәс, әйҙә, баш тартайыҡ.
– Булмай. Ҡаһи ағайҙары менән килеп, барыбыҙҙы ла туҙҙырасаҡ һәм барыбер алып китәсәк. Улар теләгәнен шулай ала.
Аптырамай быға ла Рау. Кемдә көс – шул ҡөҙрәтле, көсһөҙҙәр көслөгә буйһона, уның талаптарын үтәй бында. Ни эшләргә? Ҡорал күтәреп, Ҡаһиға ҡаршы барып булмай бит инде. Ҡәбилә лә уға ҡаршы күтәрелмәйәсәк, һәр кемгә үҙ йәне, ғаиләһе ғәзиз. Башлыҡ та бер ҡыҙ өсөн ҡәүем эсендә янъял сығартмаясаҡ. Ун ҡыҙ өсөн дә сығартмаясаҡ ул. Артыҡ кеше ҡәҙере юҡ, бигерәк тә һунар итә, һуғыша алмаған ҡатын-ҡыҙ ҡәҙере.
Бер нисек тә йыуата алмай, ҡыҙҙың ҡулын ҡыҫып тотоп алды Рау. Улар шулай етәкләшкән килеш ҡараңғы ҡуйырғансы ултырҙы. Хушлашыуы ла, күңелдәренең һүҙһеҙ генә аңлашыуы ла ине был уларҙың. Ә баш осонда, иртәгәһе көндө һөрөмләргә ашыҡҡандай, ғәҙәти булмаған тиҙлектә болоттар ҡуйырҙы, ҡапыл көслө ел сығып, йәштәрҙе ышыҡҡа ҡыуҙы.
Һәр кем үҙ хәсрәте, үҙ уйы ҡосағында ятып киткәйне, төндә ҡупҡан ғәрәсәт барыһын да хәсрәттә уятты. Был теләк – тере ҡалыу. Дауыл өйөрөлә ине тыштаә Ямғыр күнәкләп ҡоя. Елдә баҫып торғоһоҙ. Бөтөн үҙәнде һыу баҫҡан, аҫтағы кешеләр, ҡасышып, өҫкә күтәрелә. Ябыуһыҙ мәмерйә ауыҙына тыштан туҡтауһыҙ һыу бөркә торғас, нисек кенә һаҡларға тырышыуҙарына ҡарамаҫтан, ут һүнде. Ышыҡ эҙләп, уларға ла ырыуҙаштары килеп тулды. Зао менән Рау, ғәрәсәт эсендә йөрөп, аҫтан килеүселәргә ярҙам итте. Кемдәрҙер балаһын, кемдәрҙер ишен юғалтып ҡысҡырышты. Күк йыртып, ялағай уйнаны, тау һелкетеп, йәшен гөрһөлдәне. Ә дауыл тынманы ла тынманы.
Иртәнсәккә ел баҫыла төшһә лә, ямғыр ҡойоуынан туҡтаманы. Тау үрендә өймәкләшкән халыҡ ырыуҙаштарын барланы, юғалтҡан туғандары өсөн илашты, балаларын таба алмаған әсәләр ергә ятып буҙланы.
Тағы ла бер тәүлектән һуң ғына туҡтаны рәхимһеҙ Сау – Ямғыр аллаһы, һәм Ра, болоттар араһынан күренеп, донъяны йылы нурына мансыны. Кешеләр тубыҡланып Раға табынды, уның ҡабат ташлап китмәүен, бәләләрҙән ҡурсыуын ялбарҙы. Рау улар рәтенә тормаһа ла, ҡояштың, ниһайәт, күренеүенә шат. Унһыҙ көҙгө көндә был урман-тауҙар араһында, ысынлап та, һалҡын, ауыҙҙан быу бөркөлөп тора.
Ҡәбиләнең тағы ла бер хәсрәте артты – ут һүнгән. Бер кем дә утты һаҡлап алып ҡала алмаған. Ә утһыҙ көн юҡ уларға. Әле көҙ түҙеп торғоһоҙ, ҡыш бөтөнләй туңып бөтәсәктәр. Ныҡлы һалҡындарға тиклем ут табырға кәрәк.
Ҡәбилә кәңәшкә йыйылды. Иң көслө һуғышсылар ут эҙләргә китергә тейеш. Барыһы ла, әлбиттә, күҙ терәп Ҡаһиға һәм уның ағайҙарына ҡараны. Таши был эште уларға йөкмәтте. Ут алыҫта буҙарып күренеп, башы монар менән ҡапланған Теретауҙа бар икән. Тик ул тауға Аз хужа. Аз – ҡылыс аҙаулы ғифрит кәүҙәле мәмерйә арыҫланы.
Ҡаһи менән уның ике ағаһы, шулай уҡ әҙмәүерҙәй ике йәш ир уртаға сығып баҫты. Улар ут артынан китәсәк. Әгәр был эште уңышлы атҡара алһалар, ырыуға бөтөнләй хужа булып аласаҡтар тигән һүҙ. Ул ваҡытта Ташиның ғәҙел тәртиптәре лә бер ни тормаясаҡ. Сөнки Ҡаһилар бары тик тупаҫ көс, кейек инстинкттары менән генә йәшәй. Уларҙың аңы, ниңәлер, күптәрҙекенә ҡарағанда насарыраҡ үҫешкән, булмыштары бары тик үлтереү, буйһондороуға ғына көйләнгән ине.
“Бынау тупойҙар киткәндә, мин нишләп ҡалам әле”, – тип сәмләнде ҡапыл Рау. Шул сәме ғәйрәт менән алға этәрҙе:
– Мин дә барам!
Барыһы ла уға ҡарап ҡалды. Уйнар мәлме?
– Ут эҙләргә мине лә сығарығыҙ! Сығармаһағыҙ ҙа, китәм! - шулай тине лә, Зао эргәһендә күшегеп торған Майҙы етәкләп, алға тартты. – Ут алып килһәм, Майҙы миңә бирәһеңме? – тип һораулы ҡарашын Ташиға төбәне.
Көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты. Ҡаһи күҙ алдында буҙарҙып-күгәрҙе. Хәҙер-хәҙер анау суҡмары менән иҙә һуғасаҡ. Тик Таши өлгөрөп ҡалды:
– Утты кем алып килә, Май – шуға! Был – минең һүҙем!
Рау менән Ҡаһи уртала секерәйеп ҡарашып ҡалды. Был икәү тәүге тапҡыр шулай асыҡтан-асыҡ бер-береһенә дошманлығын күрһәтте. Инде хәҙер артҡа юл ябылды, хәҙер икеһенең береһе мәңгелек йоҡоға талмай тороп, уларға тыныслыҡ булмаясаҡ. Быны егеттәр ҙә, Зао ла, Май ҙа, Таши ла – барыһы ла яҡшы белә. Халыҡ тауыш-тынһыҙ таралышты.
– Рау! Ни эшләнең һин, Рау? – тип өҙгөләнде ҡайтҡас Зао. – Был ҡылығың өсөн Ҡаһи һине ут алып килһәң-килмәһәң дә үлтерәсәк.
– Улар кем ул хәтлем? Ниңә һин унан ҡурҡаһың? – тип ҡыҙҙы Рау ҙа.
– Ҡурҡмайым, әммә ҡаршы тора алмаҫымды беләм. Улар ике ҡыш элек өсәүләшеп тотош бер ҡәбиләне һуйып сыҡтылар. Үҙебеҙҙәге әллә күпме һуғышсыларҙы үлтерҙеләр, уларҙың өйҙәрен, ҡатындарын тартып алдылар. Улар Ҡафтан да, Яайҙан да ҡанһыҙыраҡ, ҡурҡынысыраҡ. Мин генә һине яҡлай алмаясаҡмын.
– Миңә яҡлау кәрәкмәй! – шул һүҙҙәрен ташлап, мәмерйәнән сыҡты ла томан булып өҫкә күтәрелгән ямғыр быуы эсенә инеп китте Рау. Зао дуҫына эйәрә алмағанына өҙгөләнеп тороп ҡалды. Ҡәбилә тәртибе буйынса, бындай шарт менән алышҡа ингән кеше бер үҙе булырға тейеш.
Һуңғы ваҡыттағы хәлдәр шауҡымынан, ишетелгән-күрелгәндән юғалып ҡалған Май, ауыҙ асып, һүҙ ҙә ҡушып өлгөрмәне. Тирә-яҡты баҫып килгән томан пәрҙәһе йәшереп тә ҡуйҙы һуғышсыны. Шул уҡ мәлдә, икенсе яҡҡа, өс бәһлеүән дә юл алды. Ярыш башланды.
Ғәйрәтләнеп сығып киткән булһа ла, ярты көн тирәһе атлағас, һыуынды Рау-Усман. Ҡылған ҡылығын айыҡ аҡыл менән уйлап-үлсәп алды. Юҡ, нисек кенә булғанда ла, ут таба алһа-алмаһа ла, Майҙы Ҡаһиға бирмәйәсәк! Был ҡотһоҙ донъяның бар йәме лә тик шул Май ғына түгелме һуң?
Тынысланғас, тауҙың ҡоро битенә үрмәләп, төрлө ысулдар менән ут сығарға маташты. Ташты ташҡа ла һуҡты, ағастарҙы бер-береһенә ышҡыны, кроссовки бауын ағасҡа өйөрөлтөп тартты... Тик былар бөтәһе лә бары ваҡыт үткәреү генә булды. Тимәк, Теретауҙы эҙләп табырға ғына ҡала. Ә Аз – ут йәшеренгән Теретау һаҡсыһы хаҡында, Зао күп һөйләне инде уға. Һунарға сыҡҡан һайын, был данлыҡлы мәмерйә арыҫланына бәйле береһенән-береһе шомло тарихтар ишетте лә, бары күҙ алдына ғына килтерә алманы уны егет.
Өс көн рәттән тау битен ҡыялап, йылға үренә бара торғас, уйламаҫтан... Шүлгәнгә килеп сыҡты... Шул, шул!
– Шүлгән! – урынындағы уҡ-яндарын атып бәреп, мәмерйә ауыҙынаса йүгерҙе Усман. Үҙе тау яңғыратып ҡысҡырҙы, – Урра!! Был бит Шүлгән!!!
Әйтерһең, мәмерйә уны таный ҙа, ҡосаҡлап ала. Хәленән килһә, ул үҙе был тау-таштарҙы күкрәгенә ҡыҫыр ине.
Эскә үткән һайын, ҡараңғылыҡ ҡуйыра барҙы. Үҙе бынан бер нисә ай самаһы элек сыҡҡан Шүлгән инее был. Эскә үтә торған юл да, тимер баҫҡыстар, ҡапҡалар ҙа юҡ. Аяҡ аҫтындағы батҡаҡ иҙелеп ята. Унда ла ара-тирә йәнлек-кейек эҙҙәре генә. Кеше еҫе лә юҡ бында.
Шулай ҙа һәрмәләнеп барып, икенсе залға үтте. Стена буйлатып, ҡул һуҙымы арала тотона-тотона китте. Атлағанда әленән-әле ниндәйҙер йоморо шыма таштарға баҫты, яңылыш тибеп ебәргәндә улары еңел генә осоп та киткеләне. Нимәләр һуң былар тип, шуларҙың береһен эйелеп алды ла, инде тамам өшөгәнсе йөрөгәс, кире сығыуға китте. Яҡтыға етеп, ҡулындағын ҡарағас, сәбәләнеп ырғытып ебәрҙе. Унан, һаман ышанмай, килеп эйелеп ҡараны. Эйе, был баш һөйәге ине. Ап-аҡ булып буҙарып ятҡан йәтеш кенә баш һөйәге. Әгәр ҙә аяғына эләккән, өҫтөнә баҫҡан баяғы еңел таштарҙың барыһы ла баш һөйәге булған булһа, улар унда һанһыҙ. Тимәк, бында... мәмерйә арыҫланы! Уҡ-һаҙағын алды ла һыпыртты Усман. Артынан мәмерйә арыҫланы ҡыуа төшкәндәй булды.
Әҙәм аяғы баҫмаған урмандар буйлап атлай ул. Матур тип әйтеү генә аҙ. Ҡурҡыныс матур, тиер ине ул, был хаҡта әйтер кешеһе булһа. Шуға уйлай ғына. Һуңғы ваҡытта тик башҡортса ғына уйлай ул, нишләптер. Заолар менән һөйләшкәндә лә башта башҡортса һөйләне. Аңламаҫтарын белһә лә, шулай иткәндә үҙенә еңелерәк кеүек булғанға ғына. Элек бит, тегендә... теге донъяла теле лә, фекерләүе лә руссаға әйләнеп бөткәйне. Әсәһе: “Туған телде оноттоғоҙ”, – тип әрләгәндә лә артыҡ иҫе китмәй ине. Әле бына башҡортсаға күсте лә бит... Үҙ телендә һөйләшһә үҙен нисектер яҡлаулы, ҡурсыулы тойғандай. Хәҙер уларса ла һупалай инде, һәр хәлдә аңлата ала.
Тәбиғәттең әҙәм аяғы баҫмаған ерҙәрендә йөрөй, буғай. Көҙҙөң ерҙе алтынлы-һарылы төҫкә төрөп ойоторға тырышҡаны. Ағастарҙан талғын осоп төшкән япраҡтар ошо урындарына меңенсе ҡат төшә торған булһа ла, уларҙы әҙәм күҙе күрмәгән дә, тапамаған да, моғайын, тип фекерләй әле Усман. Ә ул шул мөғжизәгә шаһит булып йөрөй. Әгәр ҙә, был донъяла бөтөнләй ҡалырға, ҡартайып үлгәнсе... йәки берәйһе ҡулынан һәләк булғансы йәшәргә тура килһә, уның ошо ғүмерен берәү ҙә белмәйәсәк тә. Хас шул япраҡтар кеүек ғүмер ағасында бәүелеп торор-торор ҙа, бер кем белмәгән, күрмәгән ергә осоп төшөр. Ҡалай күңелһеҙ...
Төндәрен ҡурҡыныс. Шунлыҡтан төнлөктө яҡты күҙҙә үк әҙерләп, ҡайғыртып ҡуйырға кәрәк. Ҡоро ерҙә ятып ҡалыу үлем менән бер. Йәнлеге лә, ҡошо ла, һөйрәлеүселәре лә мыжғып тора. Үткән көн тау башынан бүреләрҙең болан көтөүен ҡыуғанын, өйөр башлығының нисек улар менән тиңһеҙ алышҡанын, иң ахыр, бахырҙы, ҡамап алып барып, һаҙлыҡҡа төшөргәндәрен күҙәтеп торҙо. Йәлләнес баҡыра-баҡыра батты малҡай. Ә теге яуыздар башлыҡтың мөгөҙҙәре төшөп юғалғанынса ҡарап ултырҙы ла яҡлауһыҙ ҡалған өйөрөн юллап китте.
Тауға үрләй биреп төнлөк эҙләй Усман. Тау итәгендә хәүефһеҙерәк тә, тау-таш араһында йәшеренеү ҙә уңайлы. Унда-бында төртөлөп йөрөй торғас, ҙур булмаған өңгә юлыҡты. Сусайып торған таш аҫтында – бер кеше һыймалыҡ ҡына уйым. Эсенә ҡойолған япраҡтар түшәп, аяҡ яғын эрерәк таштар менән көпләп ҡуйҙы. Берәй йыртҡыс килеп бәйләнер булһа-фәлән, аяғынан ала алмаһын, йәнәһе. Инеп ятҡас, йөҙ төрлө уй уйлап ятып, йоҡлап киткән. Төшөндә өйөн күрҙе. Ул ҡалала, фатирында йоҡлап ята ла, кемдер килеп ишеген шаҡый икән. Ҡыҙыҡ ҡына итеп шаҡый үҙе: “Дөп-дөп-дөп”, – тип ишетелә туҡылатыуы. Әйтерһең, ауыр йоҙороҡ менән Усмандың башын тондора һуғып тик тора.
– Дөп! Дөп-дөп! Дөп!
Ҡапыл һаташып уянып, ҡайҙалығын аңлай алмай ятты. Ә ҡолағында теге тауыш тынманы:
– Дөп-дөп! Дөп!
– Фрррр! Фррр! Иһһи-һи-һиии!
“Бәтәш! Ат кешәнәй ҙә!” – тип уйлауы булды, бите тәңгәлендәге генә өң өҫтөнән иҙә баҫып ат тояғы үтте. Ҡалын ер ҡатламы аша ла уның һеңдерә баҫҡаны, нимәгәлер ярһып, ҡуржырап килгәнлеге тойолдо. Әллә нишләне лә ҡуйҙы Усман, күңелен аңлата алмаҫлыҡ шом баҫты. Аттың өҫтөнән ашыҡмай ғына бейеп атлап үткәнен тойоп, тын алырға ла ҡурҡып ятты.
Бына ер уйымынан аттың артҡы тояҡтары күренде. Муйынын һоноп, ҡарашы менән аяҡтары буйлап өҫкә китте. Бейеклеге! Ә быныһы... нимә?.. Ҡанат түгелме? Ҡанат шул... Йә, Аллаһ! Бына килеп ошо һүҙҙе лә әйтте Усман. Әсәһе нимәлер планлаштырған һайын: “Аллаһ бирһә”, – тип әйт тип, “Аллаһ” исемен әйттерә алмай ине. Әле килеп, теленән үҙенән-үҙе ысҡынды.
Һаташһа ла, күҙенә күренһә лә, Аҡбуҙат ине был. Ҡанатлы бәһлеүән, эргә-тирәһен шомға күмер, серле көсө менән бар тереклекте ҡурҡыуға һалыр йән эйәһе.
Ат тау түбәнгә төшә бара, ҡанаттарын йыя барып, яйлап улары бөтөнләй юҡ булды. Унан, тау үҙәне буйлап, кисә ул килгән яҡҡа – мәмерйәгә юртып китте. Елгәнендә йылға ярындағы ағастар бөгөлә-һығыла бәүелешеп ултырып, тауҙан таштар тәгәрәшеп ҡалды. Был – Аҡбуҙат ине! Ысын!
Тәбҫораттарынан арына алмай оҙаҡ ятты шул өңөндә Усман. Хәҙер уның был донъяла күрмәгәне ҡалмағандыр. Тик ул атты күрҙем йәки күрмәнем тип, иҫбатлар кешеһе генә юҡ. Бары үҙе генә инанды барлығына. Теге мәл, әй... теге заманда, бесән сабырға өйрәткән бабай дөрөҫтө һөйләгән икән. Ята-ята тағы ҡабатланы: “Йә, Аллаһ!”
Ике аҙналай һәлпәнләгәс кенә, инде өмөтө өҙөлгәс, хас ҡырағай кешеләрсә, ҡайыра тешләп сей өйрәк ботон сәйнәп ултырғанда, йылғаның теге яҡ яры буйлап килеүсе өс әзмәүерҙе шәйләп ҡалды Усман. Шундуҡ ергә лыпын ятты. Быларға бергә тап булмаҫҡа кәрәк, тапап һалырҙар. Уларҙы нисек тә берәм-берәм тотоп алышып ҡарау уйында. Әлбиттә, былар бары уйында ғына. Тормошта булырмы ул хәл, әллә шул уйҙа ғына ҡалып дөмөгөрмө – билгеһеҙ.
Ҡалған көндәре ул йәшеренеп кенә эйәрҙе “юлдаштарына”. Сәфәрҙәре тыныс булды бер туғандарҙың. Артыҡ ашыҡманылар, ярты көн атланылар ҙа ашаны ла йоҡланылар, ашаны ла йоҡланылар. Уларҙы көтә-көтә ялҡҡан Усман, алға үтеп китеп, әллә күпме ер-һыу кисеп килде, унан тағы туҡтап көтәүелләне. Шулайтып, тағы ла ике аҙна самаһынан Теретау тирәһендәге ваҡ ҡаялар рәтенә еттеләр. Был юлы ул бер туғандарҙы алдан ебәрҙе. Юлда ниндәй генә ҡаршылыҡ осрамаҫҡа мөмкин. Ул яңғыҙы, ә улар өсәү.
Таш быуат һунарсыларынан күҙ күреме арала ла хәрәкәт итеп булмай. Улар ел ыңғайы еҫеңдән дә һиҙергә мөмкиндәр. Ә инде күҙҙәренең үткерлеген, ишетеү, тойоу һәләттәренең нисек үҫешкәнлеге хаҡында һөйләп тороу ҙа аҙ. Ҡырағай кейек нисек тәбиғәттең бер өлөшө булһа, улар ҙа шулай, хатта күпкә аңлыраҡ һәм хәйләкәрерәктәр.
Ярты көн тирәһенә һуңыраҡ ҡуҙғалды бөгөн улар артынан Усман. Унда ла ҡабаланмай, бик һаҡ эйәрҙе. Һунарсылар былай ҙа уның ҡайҙалыр ошо тирәлә булырын белә, көтөп килә. Аңғарып ҡалыуҙары ғына бурыс, аулап йөрөп, тотоп быуасаҡтар. Ошоно уйлап, ул тау башына хәрәкәт итеүселәрҙән йә уң, йә һул яҡ ситтәнерәк барҙы. Йүнәлешен үҙгәртә төшөп, йөрөп тә килгеләне. Был уның хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк ине. Сөнки бер туғандарҙың берәүһе, ғәҙәттә, башҡа икәүһе менән бергә булмай. Тимәк, ул Усманды эҙләү менән мәшғүл.
Тауҙың ярты төшөнә еткән ерҙә, эргә-тирә күҙ алдында булһын өсөн, ҡалҡыуыраҡ бер ергә менеп етеп, баяраҡ ҡына атып алған ҡуянының тиреһен тунай башланы. Үҙе, алаҡанлап, һаман ҡаранды. Ҡан еҫе сығарып сей ит бүлгеләп маташҡан саҡта, ҡайҙандыр, аяҡ аҫтынан килгәндәй, ҡолағына ғырылдаҡ ауаздар салынды. Ултырған урынына лыпын ҡолап, ҡалҡыулыҡтың ҡаялы ситенәрәк шыуышып, аҫты ҡараны. Күҙ күреме арала бер кем юҡ. Аҙығы эргәһенә имгәкләп кире шылды. Инде тотонайым тиһә, тағы шул ауаз. Ҡайҙан килә ул? Ер аҫтынанмы әллә? Усман ергә ҡолағын терәне. Туҡта! Аҫта бит кемдер бар... Егет дүрт аяҡлап йөрөп, ерҙең төрлө урындарын тыңланы һәм аҫта ысынлап кемдеңдер хәрәкәт итеүен, шуның ниндәйҙер тереклек билгеләре сығарыуын аңланы.
Ҙур булмаған тупайсыҡтың ҡырҡҡы таштар менән сусайып торған ҡабырғаларын ҡарап сыҡты һәм, оҙаҡ та китмәй, тәҙрә ҙурлығындай тишеккә тап булды ла. Уйым янына ятып, ипләп кенә эскә ынтылды. Аҫта мәмерйә икән. Ошондай уҡ “тәҙрәләр” тағы ике ерҙән төшә һәм аҫты ярайһы уҡ яҡты итә. Тик кем йәшәргә мөмкин бындай соҡорҙа?
– Э-й, кем унда? – һаҡлыҡты онотоп уҡ ебәрҙе ул. Тауышы эстә яңғырап китте лә, ҡайтауаз булып, өҫкә ҡалҡты. Унан киләһе хәлдән саҡ эскә ҡолап төшмәне. Уның өндәшеүе лә булды, аҫтан, ҡот осҡос ҙурлыҡтағы йәнлек, мәмерйәнең әллә ҡайһы ҡараңғы мөйөшөнән килеп сығып, ер тетрәтеп ажғырып та ебәрҙе. Был йән өшөткөс тауыштан тертләгән Усман, торҙо ла ҡасты. Хәле бөткәнсе сапты түбәнгә. Шул мәл Ҡаһи үҙе килеп осраһа ла, туҡтата алмаҫ ине уны. Ярай әле, эләгеп йығылып, тәгәрәп барып, оло ташҡа бәрелеп туҡтаны. Йыш-йыш тын алып ятҡанда ла ҡабаланып уйланы: нимә булды ул?
Ҡабаттан ул юлынан үтә алмай ине инде хәҙер һунарсы. Уңғараҡ тартып, был тирәне ураңҡырап юлланмаҡсы булып, аҙ ғына ҡалҡынғайны, бая ғына ул ултырған түбә башында йөрөгән өс бәһлеүән һынды күреп, тағы боҫто. Нисек күреп ҡалманылар икән уны? Нимәлер менән мәшғүл улар, шуға ғына аңғарманылар, шикелле. Саҡ ҡына иртәрәк килгән булһалар, эләгә лә ине. Тимәк, улар уны эҙләп килгән. Йәки... теге аҫтағының тауышын ишетеп. Эйе, шул тауышты ишеткәндәрҙер улар. Һәм... Усмандың шунда булғанын да аңланылар инде. Тиреһе һыҙырылған ҡуяны менән уҡтары ятып ҡалды бит. Ай, ишәк!..
Бына, бер туғандар аҫҡа ҡараған тәҙрәне тапты, буғай. Баяғы тауыш тағы ла ҡабатланды. Тик улар уның кеүек артына ҡарамай ҡасманы. Ә киреһенсә, уйымдан аҫҡа һөңгөләрен осорҙо. Ул да булмай, суҡмар башындай таштар алып та елгәрҙеләр. Унан йәмһеҙ тауыштар сығарып, ғарҡылдап көлдөләр, ҡысҡырып һөйләштеләр. Күпмелер шулай булашҡас, ялҡыпмы, китеп барҙылар.
Улар китһә лә, ул көн кире барырға ҡыйманы Усман. Кем белә, бәлки, һунарсылар шул тирәлә йәшеренеп ултыралыр, бәлки, кире килеп баҫырҙар. Икенсе көн таң менән генә сыҡты боҫҡан еренән. Бер туғандарҙың иртәнсәк үлек кеүек йоҡларын белә ул, күҙәтә торғас ҡылыҡ-ғәҙәттәрен төшөнөп бөтөп бара инде.
Барып етеп, теге өлгөгә етәрәк тағы ла шыуышып ҡына килеп, аҫҡа ҡараны. Был юлы тауышланмаҫҡа булды. Шул саҡ уның күҙ алдында шундай күренеш асылды: әҙәм күҙе күрмәгән ҙурлыҡтағы... арыҫлан... шул. Эйе, арыҫлан, хәлһеҙ генә хәрәкәт итеп килеп, мәмерйә ерендәге күләүек ситенә ятты ла ла, “сәп-сәп” итеп һыу яланы. Унан, мин һинең бындалығыңды беләм, тигән шикелле, моронон сөйә биреп ебәреп, туп-тура өҫкә ҡараны.
– А-а... – арыҫлан ауыҙынан ыржайып сығып торған ике ап-аҡ аҙау теште аңғарыуҙан тамам хайран ҡалды Усман. – Был бит ҡылыс тешле арыҫлан...
Бөгөн... бөгөн тип... теге заманда саҡта инде, ҡасандыр әллә булған, әллә булмаған тигән януар бит был. Аҡбуҙатты күргәндән һуң, был донъяла инде уны хайран итер нәмә булмаҫ тип, уйлағайны. Ғәжәп! Был серле ерҙең әле әҙәм күрмәгәндәре бар икән...
Күҙе талғансы күҙәтте егет януарҙы. Тегеһенең иһә кешелә артыҡ эше булманы. Кисәге кеүек ярһыманы ла, ажғырманы ла. Хәлһеҙ булып, алаптай башын алғы тәпәйҙәренә һалып, бойоғоп тик ятты. Яралағанмы әллә быны теге өсәү? Былай, яралы кеүек түгел. Шулай ҙа бында ниндәйҙер хикмәт бар.
Усман мәмерйәне өҫтән яҡтыртҡан икенсе өлгөләргә йүгерҙе. Аҫты башҡа яҡтан да ҡарамаҡсы булды. Һәм аңланы ла. Был яҡтан ҡарағанда, мәмерйәнең тышҡа алып сыға торған ауыҙын өй ҙурлыҡ таш ябып ята икән. Таш эргәһен арыҫлан ҡаҙғылап та ҡараған, күрәһең, унда ташлы-тупраҡлы өйөмдәр бар. Тик ул ҡаҙған һайын, таш та аҫҡараҡ баҫылған һәм януарҙың тырышлығы бушҡа ғына киткән.
Ниңә улай бикле ҡалды икән? Кешеләр эшеме был, әллә тәбиғәттең шаяртыуымы? Шулай ҙа кеше быны башҡара алмаҫ ине, тигән һығымтаға килде һунарсы. Әҙәмдең был тирәгә яҡын килеүе лә икеле, икенсенән, килгән хәлдә лә, арыҫлан уны шундуҡ һиҙер һәм таш шылдырып йөрөрлөк форсат биреп ҡуймаҫ ине. Хатта ул ташты өҫтән, ҡая башынан этеп төшөргән осраҡта ла. Улай булғас, был ҙурлыҡтағы таш, бары тик ер һелкенеү, тетрәү барышында ҡаршылағы, өҫтәрәк торған тауҙар битенән ысҡынып тәгәрәп килгән һәм уйым ғына булып торған мәмерйә ауыҙын томалағандыр. Һе... ҡалай ҡыҙыҡ.
Хәленә ҡарағанда януарҙың тотҡонлоҡта ятыуына ла арыуыҡтыр. Ябығып, ҡабырғалары беленгән, йонсоуҙан күҙе тонған. Ерҙә ямғыр-фәләндән ағып төшкән һыу күләүектәре булмаһа, бәлки, күптән аяҡ һуҙған да булыр ине. Кисә үкереп ебәреүе лә бары тик ҡан еҫен тойоуҙан ғыналыр. Бөгөн барыһына битараф. Кисә, етмәһә, уны теге өс ҡанһыҙ бәргеләп тә маташты.
Ҡарап ята торғас, йәлләне януарҙы Усман. Бындай ғифриттың ошонда ятып дөмөгөүе лә хәйерҙер инде, әммә үҙ көндәренә бары тик риүәйәт булып ҡына килеп еткән тере йәндең күҙ алдында аслыҡтан үлерен күтәрә алманы. Ҡапыл ғына бер ҡарарға килеп, кисә тегеләр ситкә алып ырғытҡан уҡ-яндарын эҙләп тапты ла тауҙың ике сикәһен ҡаплап торған ағаслыҡтарға юлланды.
Оҙаҡ эҙләнмәне ул. Беренсе ағастан уҡ башта бер тейенде, унан, бара биргәс, бурһыҡҡа оҡшаш бер йөнтәҫте атып алды. Хатта кире килешләй, таш өҫтөндә ҡыҙынып ятҡан ҙур ялпаҡ кеҫәрткене лә иҫәңгерәтә һуҡты. Әлеге мәлдә, аслыҡты сигендереү өсөн, нимә лә ярай.
Аҙау тешле арыҫлан, алдына бер-бер артлы килеп төшкән емдән, башта ҡапыл тертләп, тайшанып маташты. Унан, ынтылып еҫкәй биреп торғас, ҡапыл ырғып, ҡарһаланып, өсөһөн дә бер-бер артлы ялмап йотто. Унан, был ни хәл булды әле тигәндәй, өҫкә төбәлеп, көтөп ҡалды. Ә өҫтәге уға ҡул болғаны:
– Йә, нисек? Үлге килмәйме?
Оҙаҡ ҡына ҡарашып торҙо улар. Икеһе ике донъяның, ике быуаттың, осраҡлы ғына бер мәлгә тура килеп осрашҡан йән эйәләре. Бер-береһен һынап, ғәжәп итеп, самалап ҡараны. Ни генә булғанда ла, дошманлыҡ юҡ ине уларҙың ҡарашында, ҡурҡыу ҙа, хәүеф тә салынмай.
– Әлегә – шул, – тип ҡуйҙы ахыр һөйләшә белгәне. – Кискәрәк, килеп булһа, тағы берәй нәмә менән һыйлармын.
Ошо хәл менән тотҡарланып йөрөп, тегеләрен күҙ уңынан ысҡындырҙы ла ҡуйҙы. Нисек кенә эҙләһә лә, таба алманы. Шулай оҫта йәшенделәрме, әллә йөрөштәрен тиҙләттеләрме – аңламаҫһың. Бик борсолдо быға егет. Уларҙы юғалтыу – яртылаш еңелеү тигән һүҙ. Хәҙер ниндәй уй менән йөрөүҙәрен дә белә алмаясаҡ. Дөйөм пландарын белә ул. Ошо оло тау башындағы янартауҙан ут алмаҡсы улар. Заоның аңлатыуын үҙенсә – тау башында бары тик тере вулкан инеше генә булырға мөмкин тип, фаразлағайны. Башҡа ҡайҙан ут алһын улар? Тау түбәһен ҡаплаған томандың да ана шул вулкандан күтәрелгән пар йәки төтөн икәнлеген төшөндө инде.
Аҙашҡанда ла буш йөрөмәне, ике ҡуян атып алды. Төнгә әлеге убаһына кире килде. Ул бит хәҙер яңғыҙ түгел, уны бында көткән берәү бар. Һәм ысынлап та, көткән икән, уйымға килеп эйелеүе булды, мәмерйә уртаһында баҫып уҡ өҫкә ҡарап торған арыҫланды күрҙе.
– Ә-ә! Таныйһыңмы? – януарҙың ярайһы уҡ теремекләнә төшкәненә ихлас ҡыуанды егет. Һыйҙы был юлы ашыҡмай ғына йолҡҡолап ашауын күҙәтеп, үҙе лә тамаҡ ялғап алды.
– Бына инде, дуҫ, мин дә һинең кеүек сей ит ашарға өйрәндем. Һин дә тотҡонда, мин дә...
Арыҫлан, алдындағыһын йотоп бөтөп, уны аңлаған кеүек, моронон өҫкә сөйә биреп тыңлап ята.
–Мин китһәм, һин бында оҙаҡҡа бармаҫһың микән?.. Ә миңә анауы алпауыттарҙан ҡотолорға кәрәк... Нисек итергә лә белмәйем, дуҫ...
Унан икеһе лә тынып, киске тау тереклегенә ҡолаҡ һалып ултырҙы. Ҡайҙандыр олоған, сыйылдашҡан, ухылдаған тауыштар килеп етте. Был ауаздар төрлө яҡлап теҙелешкән ҡаяларға бәрелеш ҡаҡлыҡты ла икенсе яҡтарға ҡайтауаз булып осто. Ошоларҙы тыңлап ятып, йоҡлап китте Усман.
Икенсе көн ахырында ғына эҙҙәренә төштө тегеләрҙең. Тау үре текәләнә башлағас, ҡыялатып уң яҡҡа тартҡандар икән. Урау һуҡмаҡтарҙы беләләр, тимәк. Усман, уларҙың, суҡмар хәтлек һөйәктәр кимереп, нимәгәлер бик ҡыҙыу бәхәсләшеп ултырғандарын күҙәтеп ятты. Бына, араларындағы иң дәүе, нимәгәлер ҡаты асыуланып китеп, эргәһендәген тибеп ҡолатты. Тегеһе лә бирешмәне, тора килеп, быныһына ябырылды. Ахырҙа, өсөнсөләре тороп, теге икәүһен айырып алды. “Былар ни, үҙ-ара ла бүреләр кеүек икән”, – тип екһенеп ҡарап торҙо ла алыҫ булһа ла, тотҡон дуҫы янында төнләргә булып, килгән юлынан кире китте.
Ер аҫты мәмерйәһенә килеп еткәндә ҡараңғы төшкәйне инде. Табышы ла булманы һунарсының. Яйһыҙ хәлгә ҡалды арыҫлан алдында. Һыйһыҙ нишләп килде инде бында?
–Үпкәләмә, дуҫ, бөгөн грамм ваҡыт булманы.
Иртәрәк тороп, тегеләр уянғансы, яндарында булайым тип, саҡ ҡына аҫтараҡ сылтыраған тау шишмәһенә төшөп барһа, һыулауҙа тарбаҡ мөгөҙлө йәш болан тора. Элек булһа, һоҡланып иҫе китер ине егеттең, әле ул шым ғына боролдо ла һөңгөһө артынан сапты.
Таштар араһынан йәшеренеп яҡынлағанда, болан һынлы боландың йәнен алырҙай көсө бармы-юҡмы, был эште дөрөҫ башҡара аламы-алмаймы икәнен дә уйламаны. Уға әлеге мәлдә ит кәрәк, күп ит кәрәк.
Ҡаршыһына ҡапыл пәйҙә булған һунарсынан өрккән кейек ҡасырға итеп талпынды ла шишмә ҡырындағы дымлы таштарға баҫып тайып ҡоланы, әммә шундуҡ ырғып тороп, ағас араһына йомолмаҡсы ине – көслө беләк ажарлығы менән һелтәнгән һөңгө нәфис муйынына үтәнән-үтә килеп тә ҡаҙалды. Болан тәгәрәп китеп, бер-ике әйләнеп тыпырсынды ла, йән дә бирҙе. Тик һунарсы ғына уның янына бер килке яҡынлай алмай торҙо. Үҙенең ошондай ҡанһыҙлығына ышана алмай ине ул, күрәһең. Килгәс тә, ошо хәлендә лә илаһи матурлыҡ билгеһе булып ятҡан кейектең әле йылы тәненә усын ҡуйып уйланып ултырҙы. Зао эре йәнлек үлтергәндә кейеккә, дөрөҫөрәге, уның йәненә, ни өсөн быны эшләүен аңлата ине. “Мин һине ҡәбиләмде туйындырыр өсөн аттым”, – тип әйтә ине ул. Әле Усман да шул йоланы башҡарҙы: “Мин һине арыҫланды ашатыу өсөн үлтерҙем, ғәфү ит, зинһар...” – тип шыбырланы. Болан йәненән бигерәк, үҙ йәненә кәрәк ине был аңлатма.
Ҡарап торғанда нәфис кенә күренһә лә, һөйрәүгә ауыр булып сыҡты болан. Мәмерйә уйымына алып килеп еткергәс тә, уйымға һыйҙыра алманы. Йәһәт кенә ағас бысағын эшкә ҡушты. Ҡанға буялып, арманһыҙ булып, түшкәне өс киҫәккә бүлеп, аҫҡа төшөрҙө. Унда иһә арыҫлан түҙемһеҙләнеп ары-бире йөрөнө, ҡәнәғәтлектән асыуһыҙ ғына ырылданы.
– Артыҡ мәскәйләнмә, – тине уға Усман, ҡустыһына аҡыл өйрәткән ағайҙай булып. – Мин хәҙер өс-дүрт көнһөҙ килә лә алмам, шуғаса еткер.
Хәҙер инде тыныс күңел менән юлға сыҡты егет. Уның дуҫы бында туҡ буласаҡ, килгәс, тағы берәй нәмә уйлар.
Бер туғандар ҙа күпкә алға китеп өлгөргән. Төн уҙғарып, саҡ барып юлыҡты үҙҙәренә. Ауыр кәүҙәләрен етеҙ ҡыймылдатып, текәргәндән-текәрә барған тауға үрмәләйҙәр генә. Бер уйлаһаң, бынау бүрәнәләй аяҡтар, йыуан ағас олонондай бил, ул мускулдар арыу беләме икән? Ирекһеҙҙән дошмандарын һоҡланып күҙәтте Усман. Беҙҙең заманға тура килһәләр, шәп спортсылар сығыр ине быларҙан, уларҙан көслө кеше табылмаҫ ине тип, уйланы. Тик был яҡты уйҙарын сәсрәтә һуғып, эргәһенә генә баш ҙурлыҡ таш килеп төштө! Ни булғанын аңлап өлгөргәнсе, аяғының осондағы ғына – икенсеһе! Өсөнсөһөнән саҡ ялтарып ҡалды. Бөттө! Тегеләр уның эйәреп килгәнен белеп, тап ошо текә урынды һайлаған, тимәк.
Тағы ла бер нисә “бомбанан” шулай ялтарып ҡалды. Әммә былайтып тере ҡалыуға ышаныс юҡ. Йәшеренер урын да табырлыҡ түгел, улар – өҫтә, һин – аҫта, ус төбөндә йөрөгән кеүекһең. Таштар араһында бер ек тә аңғармағас, ҡолай-тәгәрәй кире аҫҡа ҡасыуҙан башҡа сараһы ҡалманы Усмандың. Тегеләрҙең һелтәгәне килеп етмәй башлағас, ултырып, ял итеп алды. Унан йәндәренә тейә бирмәксе булып, тороп баҫты ла устарын ауыҙына ҡуйып һөрәнләне:
– Э-эй! Ҡырағайҙа-ар! Эй, Ҡаһи! Деби-ил!
Өҫтәгеләр шаңдау булып килеп еткән һүҙҙәрҙе, бөтөнләй аңламаһа ла, тыңлап торҙо.
– Йә, ташлағыҙ! Йә! Мин һеҙҙән ҡурҡмайым!
Таштар тағы ла яуҙы, әммә килеп етмәне.
– Эһе-һей!!! Эшкинмәгәндәр! Ҡайҙа һеҙҙең көс? Нығыраҡ ырғытығыҙ!
Ҡаһи, енләнеп, аҫҡа ыңғайламаҡсы булып ынтылғайны, ағаларының береһе тотто. Унан мөһимерәк эш бар, тигәндер. Ә Усмандың йөрәге “йылп” итеп төшөп китә яҙҙы. Кем белә, тауҙан түбән сапҡанда ул, бәлки, ҡыуып та етер һәм күрһәтер ине шунда һиңә “дебил”ды.
Бер туғандар юлдарын дауам итте. Шулай ҙа, Ҡаһи, әленән-әле, артына боролоп, ҡарап-ҡарап ала ине. Улар тамам алыҫайып, ҡара нөктәләр булып ҡына ҡалғас, Усман да ҡуҙғалырға йөрьәт итте. Төндә бөтөнләй икенсе тарафҡа тарта биреп, ҡырғараҡ китеп йоҡланы. Хәҙер уға икеләтә, бишләтә һаҡ булырға кәрәк. Ҡаһиның теләһә ниндәй мәлдә килеп баҫыуы бар.
Тағы ла... икенсе бер ҡурҡыныс та тойола. Ҡайһы көндәре, үҙе артылып йөрөгән тау, аяҡ аҫтында бәүелә биреп ҡуйғандай. Әйтерһең, аҫта кемдер бар һәм ул ҡыбырлап әйләнеп ята. Хатта ҡай саҡ һелкенә, уйламаҫтан эре-эре таштар ысҡынып, аҫҡа тәгәрәй, ялтырап торған ҡаяларҙа сытырлап уйымдар барлыҡҡа килә. Теге мәхлүк арыҫланды ла тәгәрәп киткән таштарҙың ошондай береһе япҡандыр, күрәһең. Шундай мәлдә, тау ер аҫтына төшөп китмәһен йәки эсендәге вулканы урғылып ҡуймаһын тип, шөбһәләнә егет. Ул саҡта бер ҡайҙа ла ҡасып ҡотолоп булмаҫ.
Түбәгә етәрәк, аяҡ аҫтындағы таштар ҡул тигеҙерлек булмай башланы. Эҫе инеләр. Ярай әле аяҡ кейеме бар. Теге мәхлүктәр ҡалайта икән? Барараҡ, төтөн ҡатыш томан араһына инеп китте. Тын алыуы ауырлашты. Күҙҙәре әсетте. Алдағыларҙы юғалтты. Хәҙер барып өҫтәренә менһә лә, аптырарлыҡ түгел. Һәм шулай була яҙҙы ла. Яҡында ғына һөйләшкәнден ишеткәс, саҡ ҡына шул яҡҡа ыңғайлағайны, алпауыттарҙың мөңгөр-мөңгөр килеп кәңәш ҡороп ултырыуын шәйләне. Бына, улар, нимәлер хәл итеп алғас, алда ҡалҡан ише баҫҡан ҡаяларҙың бер ярығына инеп юғалды. Усман шул тәңгәлгә килде. Алда, ысынлап та, юл юҡ ине. Башын күпме генә ҡайырып ҡараһа ла, ҡаяның осон күрә алманы. Уның түбәһе томан эсенә инеп юғала. Тимәк, вулкан ошо ҡая эсендә һәм уға бары тик ярыҡтар буйлап ҡына етеп була. Тик, әлеге мәлдә, тегеләр артынан эйәреп инеү – үлемгә ынтылыу, буласаҡ. Көтөүҙән башҡа сара юҡ.
Усман ситкәрәк китеп, ҡапылда күҙгә салынмаҫтай ергә сүгәләне лә ҡырағайҙарҙың сығыуын көтә башланы. Көтә торғас, аяҡтары талып, ятып алды. Яйлап көн кискә һарҡыны. Ята-ята ялҡты, арыуы ла еттеме, ойоп киткән. Төн йөҙөндә ниндәйҙер тауыштарға уянып китһә, факел тотҡан бер туғандар мәмерйә ярығынан сығып килә, имеш. Ут яҡтыһынан ҡасып, ятҡан еренә нығыраҡ һеңде Усман. Бәхеткә ҡаршы, ут алыуҙарына һөйөнгән ҡырағайҙар, әллә уны онотто, әллә төнгөлөккә урынлашыуға ҡабаланды, көлөшә-көлөшә гәпләшеп, аҫҡа ыңғайланы. Улар киткәс, ҡая ярығына ул йомолдо.
Ярыҡ тигәне иркен генә мәмерйә каналы булып сыҡты. Көкөрт еҫенә тонсоғоп сәсәй-сәсәй, ҡараңғыла һәрмәләнеп, әллә күпме барҙы ла барҙы. Ниһайәт, алда ҡыҙыл яҡтылыҡ шәйләнде. Уға яҡынайған һайын эҫерәк була барҙы. Шыбыр тиргә төштө. Мунсала ла бындай ҡорошторор пар булмаҫ. Танауын ҡаплап барырҙай сепрәге лә ҡалмаған шул өҫтөндә. Инде трикоһын да сисеп йыртһа, һуңғы кейем ишаратынан яҙасаҡ. “Кейем ишараты” ти, сөнки уныһы ла инде тетелеп бөттө. Тубыҡтары, ултырыштары тишелеп, теткеләнеп, оят ерен ябырлыҡ ҡына булып эленеп торалар.
Мәмерйә төбөндәге ҡайнап ятҡан ҡыҙыл бутҡа шикелле лаваға килеп еткәс, янып барыуын да онотоп, бер килке һушы китеп торҙо. Бына нисек була икән ул вулкан!.. Ҙур булмаған түңәрәк күлде хәтерләткән был ут шыйыҡсаһы оло тауҙың йөрәге кеүек булып туҡтауһыҙ хәрәкәтләнеп тора. Шул саҡ, кинәт, үҙенең Уралда, дөрөҫөрәге, Урал тауының эсендә баҫып торғанын хәтерләне. Урал... Урал батыр! Тимәк... Был Урал батырҙың йөрәге. Ул Урал батыр йөрәгенән ут алырға килгән. Ул! Әллә нисә быуаттар аша йәшәгән Усман, Урал батыр йөрәгенең тере сағын, бөтөн эргә-тирә тауҙарҙы һелкетеп һуғып торған мәлен күрҙе. Күрҙе генә түгел... ут... туҡта, нисек итеп ут ала һуң әле ул? Хистәренән башы әйләнеп торғанда, кинәт был уйы айнытып ебәрҙе. Ут алыу өсөн факел әҙерләмәгән дә һуң. Тегеләрҙең ҡулындағы факелдар нимәнән эшләнгән булды икән?
Кире сығырға тура килде Усманға. Тышта яҡтырған, әммә шул уҡ ҡуйы томан. Утты күсереп йөрөтөү өсөн, берәй кейек тотоп, шуның сей тиреһенә йәнлектең эс майын төрөп бәйләргә икәнде белә һунарсы. Заоның шулай иткәнен күп тапҡырҙар күргәне булды. Шунлыҡтан, кейек эҙләп, аҫҡараҡ төшөп әйләнмәксе булды. Был һаҫыҡ төтөн араһында тере йән тапмаҫ.
Аҫтараҡ, усаҡ тирәләй ултырышҡан бер туғандарҙы, ут төтөндәренән әллә ҡайҙан уҡ аңғарҙы Усман. Үҙенең дә хәҙер иғтибарлы ла, һиҙгер ҙә була барғанын аңлап, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы. Бына бит, ул да ҡырағай һунарсыға әйләнеп бара.
Ял итеүселәрҙе ситтәнерәк урап үтеп, тау шишмәһен юллап китте. Һыулауҙа мотлаҡ берәй йән буласаҡ. Һәм шулай булды ла. Таштар араһынан ашығып йүгергән шишмә ярына бер яҡтан –ул, икенсе яҡтан – һоро йәнлек, икеһе бер юлы ғына килеп сыҡты ла ҡапыл-ғара юғалып ҡалдылар. Усман, был һоро йөн тубаламаһын, башта, айыу балаһы микән тип, шөбһәләнеп, унан аша йылға аръяғындағы шырлыҡҡа ҡараш ташланы. Әсәһе бармы? Кейек иһә, үҙ сиратында, ҡамасаулаусыны ҡурҡытмаҡсы булып, һырт йөнөн ҡабартып, ыҫылдаған-пыхылдаған тауыштар сығарҙы ла торған урынында үлән тапап әйләнгеләне. Шунда һунарсы уның айыу түгел, уҫлаптай бурһыҡ йәки шуға оҡшаған нимәлер икәнлеген аңлап ҡалып, алға ынтылды. Януар ҡасманы, киреһенсә, яһилланып ҡаршы һикергәйне, таҫыллы һелтәнгән суҡмар уны һауала уҡ йәнһеҙ итеп, һыу ағымына ташланы. Ялтыр шишмә шул тәңгәлдән ал төҫкә әйләнде.
Табышын ҡойроғонан һөйрәп, уңайлыраҡ урынға алып барғас, инде оҫтарған ҡулдары менән йәһәт-йәһәт тиреһен тунап алды егет. Унан тирене ҙур булмаған киҫәктәргә ҡырҡҡылап, эсенә кейектең эс майын һылап, нәҙек йәш олондар менән ағас тотҡаларға нығытып бәйләне. Шундай факелдарҙы көсө етәрҙәй итеп туплағас, бөтәһен бергә нығытып, арҡаһына аҫып алды. Йылы итте ҡапҡылағанда, тегендә, аҫта ҡалған арыҫланды уйланы. Асыҡты микән бахыр?..
Кире күтәрелгәндә дошмандарын осратманы. Улар, күрәһең, уны тау аҫтында көтөрҙәр. Был тау-таш араһында уның кеүек еңел йөрөүсе һәм шәп йүгереүсене тота алырҙарына икеләнәләрҙер. Был хаҡта әле уйлап алырға кәрәк буласаҡ Усманға.
Мәмерйәгә инеп, ҡайнар күл ситендәге ҡыҙған таштарға яланғас тән менән һуҙылып ятып, ут алыуы ла еңелдән булманы. Яр ярайһы бейек, ә янартау ҡайнатмаһы аҫта булып сыҡты. Шыуышып йөрөп эсен, беләктәрен бешереп бөттө. Ниһайәт, факелының осо барып етә яҙған ерҙә, лава уны йәлләп киткәндәй, ҡыҙыл телен һуҙып ебәреп, тире осон “ялап” алды ла, ут тоҡанып китте. “Гөлт” иткәндән тертләп, үҙе саҡ осоп төшмәне был ҡаҙанға. Ҡалҡынып, ҡурҡынысыһыҙыраҡ ергә шыуышҡас ҡына, ошо халәтен аңлап, нимә булырға мөмкин икәнлеге башына барып етеп, ҡалтыранып ултырҙы. Унан, бер аҙ тынысланғас, күл ситенә кире килеп, усын ярға терәне лә:
– Рәхмәт һиңә, Урал батыр. Изгелегеңде онотмам, – тип шыбырланы. Һәм был һүҙҙәрҙе ул бындағы ҡанундарға эйәреп кенә түгел, ә ысын йөрәктән, күңеле ҡушҡандан әйтте.
Факелдарын алмаштыра-алмаштыра эңергәсә һарҡыуға атланы ла бер ышыҡ урында усаҡ тоҡандырып, ут йылыһында бер аҙ рәхәтләнеп ултырғас, тамаҡ хәстәрләргә булды. Усағына ҡоро-һары өҫтәп, һөңгө менән генә еңелләтә ҡуҙғалды. Оҙаҡ та барманы, тауҙың урман һыҙатына тартым яғына килеп сығыуы булды, йәш ағас үҫентеләре араһынан сел кеүек ҡоштар тубы пырылдашып килеп тә сыҡты. Уларҙы эстән нимәлер өркөтөп сығарҙы, күрәһең. Усман да юғалып ҡалманы, артҡа янтая биреп, киҙәнеп һелтәне лә, “һә” тигәнсе, ҡыр тауыҡтарының береһен ергә ҡуша ҡаҙаҡлап та ҡуйҙы. Ҡош һуйыр ҙурлығы барҙыр, көҙгә ҡарай һимереп ауырайған да. Эх, күптән бешкән аҙыҡ ашаған юҡ!
Усағын юллап кире килгәндә бер нисә бәшмәк тапты, ҡурыр өсөн таяҡсалар әҙерләне. Унан ҡоштоң эсен соҡоп алғас, усаҡ аҫтына күмеп тороуға сабырлығы етмәй, дүрт-биш киҫәккә бүлгеләп, шештәргә теҙҙе лә, көйгән еҫ таралыу менән үк, ашай ҙа башланы. Тәүге киҫәкте шулай сейле-бешле сәйнәп йотҡас, бер аҙ асығыуы баҫылғас, ҡалғандарын йомшарта, ҡура биреп алды. Бәшмәктәрен дә утта тотоп, ялмап ҡуйҙы. Унан шишмәгә барып һыуһынын ҡандырғас, усағына тағы утын өҫтәне лә был урынын ҡалдырып китте. Бында төнгә ҡалырға ярамай. Уны, мотлаҡ, утына ҡарап, юллап киләсәктәр. Факелына ут алып, тауҙың асыҡ битен ҡалдырып, урман шырлығынараҡ үтте. Таштарҙан усаҡҡа бура бурағас, уртаһына ут тоҡандырып, ул ҡуҙланғансы көттө лә өҫтөн баҫырғас, ситтәрәк торған меңйәшәр имәндең йыуан ботағына үрмәләп менеп, һуҙылып ятты.
Ятҡас та, һәр көндәгесә, ҡапылда йоҡлап китә алмай, уйҙары менән әллә нисә быуат, әллә тулы бер донъя аша артҡа китеп, хәтирәләренә бирелде. Унда әсәһе... бахыр әсәһе нисек кенә кисерҙе икән уның юғалыуын? Сәстәре ағарҙы инде. Ҡустыһының иң яуаплы мәлендә, уҡырға инә торған сағында... Бөтөн хыялдары селпәрәмә килдеме икән?.. Эх, әллә нишләп кенә инде шул мәл мәмерйәгә... Шул еңмешлеге арҡаһында булды барыһы ла. Элек булһа, үҙендәге еңмешлекте бер ҙә танымаҫ ине Усман, әле ул берәү алдында ла аҡлана ла, яуап тота ла алмай. Шуға намыҫы менән дә асыҡтан-асыҡ һөйләшә. Бында әрләр ҙә, ғәйепләр ҙә кеше юҡ. Ул хәҙер еңмешлеген дә, артыҡ ғорур булып, күп нәмәне һындыра тотоп эшләргә яратыуын да таный. Үкенә, әммә бер нәмәне лә кире ҡайтара алмай. Әгәр был ғүмерҙә ҡабаттан әсәһен күрә, уның устарына башын ҡуйып ултыра алһа, барыһы-барыһы өсөн дә ғәфү үтенер, күңелендә булған, әммә бер ваҡытта ла тышҡа сыҡмаған иң ҡәҙерле, иң йылы һүҙҙәрен әйтер, ҡабаттан уның яурындарына бер генә лә хәсрәт төшөрмәҫ ине. Әгәр шулай мөмкин булһа... Кирегә бора алһа был ваҡыт сәғәтен...
Ошо уйҙар менән йоҡлап киткән егеттең, йомоҡ күҙ ситтәренән һарҡып сыҡҡан һаран йәштәре, дымлы юлаҡ булып, һуңғы айҙарҙа ялдай ялбырап үҫеп киткән сәс араларына йүгерҙе. Мәле етһә, батырҙар ҙа илай икән.
Таңға ниндәйҙер дәһшәтле һелкенеүҙән уянды ла, аңын-тоңон аңлап өлгөргәнсе, осоп та төштө. Төшөү менән һикереп тороп, алан-йолан килеп, һөжүм итеүсене эҙләне, әммә тағы бер һелкенеүҙән тертләп ағас олонона йәбеште. Йә, Хоҙай – ер тетрәй! Вулкан атыламы әллә? Егеттең был уйын нығыраҡ дәлилләргә теләгәндәй, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй килгән илек тубы уның янынан ғына сабышып уҙҙы. Усағына яҡынламаҡсы булып, бер-ике аҙым да эшләп өлгөрмәне, үрҙән туп-тура уның тәңгәленә төшөп килгән башмаҡ дәүмәллек инә бүре менән уға һырығып, сыйылдашып йүгерешкән өс балаһын күреп, шаҡ ҡатты. Эргәһендә бер ҡоралы юҡ, уғы-яны ла, һөңгөһө менән суҡмары ла өҫтә, ағас ботағына бәйләгән ерҙә ҡалған. Бүре лә уны аңғарҙы, әммә юлынан тайпылманы, күҙҙәрен яндырып, елкә йөндәрен ҡабартып килә бирҙе. Саҡ айнып киткән Усман, артына тибеп ебәрелгәндәй, ауа-түнә усағына ырғыны, ҡулдары менән эҫе таштарҙы туҙҙырып ебәреп, шунда һалған факел башын ҡуҙ араһына тыҡты. Шыжлай-сытырлай биреп, инәлтеп кенә ут тоҡанды. Ул мәлгә бүре лә бер ынтылыштай ғына ерҙә ине. Һунарсы уға ҡаршы донъялағы иң көслө нәмәләрҙең береһен – утты ҡаршы ҡуйҙы. Ыржайып килгән кейек шып туҡтаны. Ул әҙәм ҡулындағы ҡыҙыл сәскәнең ни икәнен белә, был – афәт. Шуға ырғып ҡына боғаҙларға баҙнаты етмәй. Унан килеп, аяҡ аҫтынан, ерҙән, төптән килгән шом был сәскәнән дә, ике аяҡлы, сәйер еҫле әҙәмдән дә ҡурҡынысыраҡ. Уға балаларын ҡотҡарырға, был дәһшәтле урындан ҡырғараҡ алып китергә кәрәк.
Күҙенә туп-тура ҡарап, нисектер тынысланған, хатта уйланып торған кеүек булған кейектең, нимәлер иҫенә төшкәндәй, ҡапыл түбәнгә сабып китеүен ғәжәп итеп ҡарап ҡалды Усман. Күк бүре, ошо тауҙар торошон, йылғалар ағышын, ер-һыу ятышын үҙгәртер замандар аръяғында үҙ артынан эйәртер ҡәүеменең ҡанын тойҙомо, әллә ҡаршыһындағының тонйорап тура ҡараған күҙ алмаларынан үҙе кеүек үк, Үлем тигәнгә ҡурҡыуһыҙ ҡаршы торасағын уҡынымы – теймәне. Ул алыҫайғас, Усман да уның артынан эйәрҙе.
Асыҡҡансы атланы ла атланы һарҡыуға. Артыҡ көс һалырға түгел, аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре алға әйҙәй. Әйҙәй, әлбиттә, ваҡыты-ваҡыты менән армыт-армыт булып күгәреп киткән тауҙарҙың әле был, әле теге яғында сатыр-сотор итеп тау-таш ярылғанды күреп, ер аҫты мәмерйәләренән самауыр ҡолағынан атылған пар кеүек саң-туҙанлы ҡайнар һауа бөркөлөп киткәне ишетелеп ҡала. Туҡтауһыҙ таштар тәгәрәй. Ашыға Усман, әммә шул уҡ ваҡытта нимәлер булһа, ҡасып ҡотола алмаҫын да аңлай. Шунлыҡтан яҙмышын ошо донъя ҡанундарына тапшырып килеүе. Ысынлап та, бында юлығып, йәшәү өсөн көрәшеп көн итә башлаған ваҡыттан, ниндәйҙер фәлсәфәгә эйә булды бит. Хәҙер ул бер ергә лә ашыҡмай, уға бер нәмә лә кәрәкмәй. Үҙ ғүмере өсөн бөтөнләй борсолмай, сөнки уның был дәһшәтле һәм хозур донъяла бер ни хаҡҡа тормағанлығын белә. Ул был Йыһанда бары бер саң бөртөгө генә. Һәм, нимәһе тағы ла сәйерерәк, үлемдән дә ҡурҡмай ул. Үлем тигән нәмәнең көн һайын, минут һайын янында ғына йөрөгәненә лә өйрәнде. Әгәр бөгөн һәм ошо мәлдә икән үлеме, тимәк – шулай яҙған.
Эргәһенә генә килеп ҡаҙалған һөңгө уның үлем хаҡындағы уйҙарының ысынбарлығы булды шикелле. Егет үҙ ҡоралын йәтешләп тотоп, дошмандарын ҡаршы алырға әҙерләнде. “Тимәк, бөгөн һәм хәҙер... ярай. Бары тик һуңғы һулышҡа тиклем алышырға!” – тип, рингка сығыр алдынан булғандағы кеүек, үҙен ярһытты, хатта тештәрен ыржайтып, ҡарайып ҡатҡан тос йоҙроҡтары менән яланғас күкрәген тыңҡылдатып бәргеләп алды, саяланып, арыҫлан ялындай ялбыраған башын сайҡаны.
Һөжүм итеүсе өҫтәрәк сусайып сыҡҡан түңәрәк таш башында торған икән. Ҡаһилдың уртансы ағаһы. Бына ул ашыҡмай ғына төшөп ҡаршы килә. Дошманының ярһыуы уға ла күсә, тамаҡ төбө менән ғырҡылдап көлөп ебәрә. Алыш ҡомары бөтөн нәмәнән дә өҫтөн, хатта изге булған мәл.
Усман, башҡалары ҡайһы тәңгәлдән килеп сығырға мөмкин тип, күҙ ҡырыйы менән ян-яғын да самалай. Тик әлегә улары юҡ. Был һунарға юлланған буғанмы, әллә таралышып эҙләйҙәрме уны?
Көскә генә ышанып алышҡанда, был амбал шунда уҡ сәсрәтә һуғасаҡ. Суҡмар алышы шуны күрһәтте лә. Беренсе бәрелеште үткәрһә лә, икенсе тапҡыр төшкән суҡмар уның ҡулындағы ҡоралын бәреп төшөрҙө. Былай бармай! Усман, йәһәт кенә йыйынып, бокс алымына торҙо. Алпамыша йөҙөндәге иҫәрҙәрсә ирәбе йылмайыу алҡымынан алды. Хәҙер көлкөңдө яңыртам мин һинең! Өсөнсө һәм һуңғы тапҡыр тип, ышаныслы һелтәнгән һунарсы, суҡмарының ни ғиллә менәндер бушлыҡҡа юлығып, үҙенең салҡан әйләнеүен аңламай ҡалды. Шунда ла йылдам кире ҡалҡынды, тондоролған эйәген һелккеләне. Бер ситтә ятҡан ҡоралына, бер һаман тере килеш ҡаршыһында торған егеткә ҡараны. Унан ни булғанын төшөнә биреп, суҡмарына ынтылғайны, ҡаршыһындағы тағы осоп ҡунды. Был юлы ҡабырғаһына һәм танауына эләкте.
Алпауыт, енләнеп тороп, Усманды тотоп алмаҡсы булып, баҫтыра башланы. Ҡасыуҙан башҡа сара юҡ. Ҡулына эләккәндә ысҡындырмаясаҡ, бер усы менән генә лә муйынды һындыра тотасаҡ. Эргәләге таш артына йңгерҙе лә, артынан төшкәнде урап ҡыуып етеп, ул боролғансы, тағы ике тапҡыр битенә ултыртты. Йөҙө ҡанға туҙып, яралы януар хәленә ингән һунарсы, асыуынан шартлар хәлгә етеп, һаҡланыуҙы ла онотоп, ҡыуыуға күсте. Усман таштар араһында ҡаса бирҙе лә, аңғармаҫтан ҡаршы тороп, теге шашынғандың йә бөйөрөн, йә башын төйҙө һәм, тырмалай ҡулдары менән ҡармап өлгөргәнсе, ситкә янтайҙы. Теге, тотам тип, ҡосаҡтарын йәйгәндә, ҡапыл сүкте йә ситкә тайшанды ла тағы бәргеләне. Сигенде лә ҡабаттан һөжүм итте. Ҡаса бирҙе лә кире килде. Амбалды тирәләп, хас рингтағыса, һикерәнләп өйөрөлдө, уны нисек тә суҡмарына яҡын ебәрмәҫкә итте.
Күпме һуғышҡандарҙыр улар, өс көн, өс төнмө, әллә бер мәл арауығы ғынамы, икеһе лә арыны, ҡанға туҙҙы. Инде тамам туҡмалып ялҡҡан ҡырағай, нисек тә ҡоралын ҡулына төшөрмәксе булып, төйгөләүҙәргә һис ҡарамаҫтан, суҡмарына ынтылды. Бер-ике һикереүҙә барып етеп, алырға эйелгәйне генә, Усман арттан беләге менән уның муйынынан алды. Тик алпауыт артыҡ көсәнмәй генә лә егетте түңкәреп ташланы. Китте суҡмарға талаш! Тик бындай алымда көстәр тигеҙ түгел. Алпауыт ҡоралын ҡулына төшөрөп, тороп баҫты. Усман артҡа һикерҙе, һәм үксәһенең ергә теймәүен шәйләп, һыртына күҙ атты. Артта –упҡын! Сигенеүгә урын юҡ! Быны яҡшы күреп торған ҡырағай, хәҙер инде зәһәр көлөп, йән көскә суҡмары менән һелтәнде һәм ҡаршыһындағы сәсрәп китергә тейешленең ел шикелле ҡултыҡ аҫтынан йәлпелдәп үтеүен шәйләмәй, үгеҙ башындай оло суҡмары ауырлығына эйәреп алға ынтылды ла... упҡынға осто.
Ҡая ситендә бер аҙ аһылдап ултырғас, егет ипләп кенә аҫҡа ынтылып ҡараны. Унда, күпкә түбәндә, таштар араһында, аяҡ-ҡулдарын ибәтәйһеҙ һелтәп, йәнселгән алпауыт кәүҙәһе ята ине. Усман уға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо, хәҙер инде ҡалғандарының уны һис шикһеҙ табасағына, үс аласағына инанды.
Артабан хәрәкәт иткәндә йәшеренмәне, киреһенсә, үҙе тегеләрҙе күҙләне. Бәрелештең ҡотолғоһоҙлоғо билдәле, ниңә уны һуҙырға тип, уйланы. Тик тегеләр, ҡарышҡан шикелле, осраманы. Эҙҙәре лә юҡ. Ҡайҙалыр алғараҡ китеп көтөп торалармы, әллә юлдары аймылыш булып киләме?
Эҙләнеп килә торғас, таныш мәмерйәгә килеп юлыҡты. Тик бында үҙгәрештәр. Мәмерйә ауыҙын томалап торған таш юҡ, уның аҫҡа ары тәгәрәгән юлы ла ята. Көндән-көн нығыраҡ ҡуҙғый, терелә барған тауҙың туҡтауһыҙ һелкенеүҙәре был ташты ла хәрәкәткә индергән, күрәһең. Ә арыҫлан? Усман ян-яғын байҡап алды. Был уның өңө... Арыҫлан үҙен ишетеп ҡалыр тигәндәй, сүгә биреп, кире артына сигә башланы. Тәпәйҙәренә эләкмәҫ борон, тайыр кәрәк был тәңгәлдән.
Тик тайып өлгөрмәне. Һыпыртмаҡсы булып боролғайны ғына, таш шикелле түшкә төкөлдө. Ул арала ҡыпһыуыр ҡулдар, муйынынан ҡыҫып тотоп, өҫкә күтәрҙе – аяҡтары ерҙән айырылды. Һығылып тора торғас хәле бөтөп, ҡулындағы уты төшөп китте. Унан уны, сепрәк ҡурсаҡтай итеп, әллә күпмегә артҡа аттылар. Барып төшкән еренән тырмашып тороп маташҡанда, факелын Ҡаһиның арттараҡ торған өлкән ағаһы тапап һүндереп маташҡанын шәйләне. Юу-уҡ! Утты бирмәйәсәк! Эйелгән килеш йүгереп килеп, ни булырын аңлап өлгөрмәгән Ҡаһиның эсенә башы менән төкөнө. Тегеһе “гөрҫ” итеп артҡа ҡоланы. Шул ҡыҙыулыҡ менән утын тапалаусының әпәй шүрлегенә лә менеп төштө. Тик ҡолаусы, шундуҡ тороп, суҡмары менән һелтәнде. Усманға кире мәмерйә ауыҙына ҡасыуҙан башҡа сара ҡалманы. Таш өй ауыҙына килеп еткәс туҡтаны, үтергәме эскә – юҡмы. Арыҫлан эстә булһа, бығаса әллә ҡайҙан килгәнендә үк һиҙер һәм тотоп йотҡан да булыр ине. Тик уның булмауы ла артыҡ еңеллек бирмәй, ҡалай ҙа – бер үлем.
Усман ипләп кенә артҡа сигенде, дошмандары ла ашыҡмай ғына баҫып килде. Ҡулдарындағы суҡмарҙары бер устан икенсеһенә күсте. Һүнгән факелы меҫкен хәлдә төтәп ята. Уға ҡарап, йәне әсене. Ут булмағас, хәҙер үҙ йәнең өсөн көрәштең ни ҙә, көрәшмәнең ни...
Шул мәл һөжүм итеүселәре туҡтап ҡалды. Туҡтап ҡына түгел, ҡатып ҡалған ине улар. Ҡараштары ҡайҙалыр унан өҫкә, мәмерйә башына төбәлгән. Усман артҡа боролоп ҡарап та өлгөрмәне, таш-ҡаяларҙы һелкетер үкереүҙән ҡолаҡтары тондо: арыҫлан! Торған түбәһенән этелеп, бер һикереүҙә урталарында ла булды януар. Шул ерендә аяҡ аҫтындағы йәйенке таштарҙы тырнағы менән сыя тырнап, һоро ялдарын ғәйрәтле сайҡап, арандай ауыҙын күккә күтәреп, тағы бер ҡат үкерҙе. Был тауыштан тамырҙарҙағы ҡан һыуынды, аяҡ быуындары тотмаҫ булды, күҙ алдары ҡараңғыланды. Тик ҡырағай һунарсыларҙыҡы түгел... Ҡаһиның ажғырыуы ла арыҫландыҡынан кәм сыҡманы, ул көслө аяҡтарын киреп баҫып, һис ҡурҡыуһыҙ суҡмарын күтәрҙе. Ағаһы ла алышҡа әҙерләнде. Арыҫлан, ҡойроғон янбаштарына һуға-һуға, уларға ҡарай китте. Секунд эсендә булды барыһы ла. Күҙ бәбәктәре бер-береһенә ҡағылып айырылған арала. Януар бер ынтылыуҙа Ҡаһины ергә йыҡты. Йыҡҡанға тиклем үк боғаҙлап, башын йолҡоп алып өлгөргәйне. Батырҙың кәүҙәһе, һаман суҡмарын ҡыҫып тотҡан хәлдә, һәленеп төштө. Был хәлде күргән ағаһы, яман һелтәнеп, үлтереүсегә ташланды, хатта уның биленә эләктереп тә өлгөрҙө, әммә ҡоралын икенсегә күтәрә алманы. Арыҫлан уны аунатып йөрөтөп талап, ботон-ботса, ҡулын-ҡулса өҙгөләп бөтөрҙө. Унан, ҡанлы ауыҙ-моронон, суҡмар төшкән һыртын ҡайырылып ялап алғас, муйынын алға һуҙып, йомшаҡ баҫып, Усманға юлланды. Күҙҙәрен сытырлатып йомдо Усман. Йөрәге “Тиҙерәк! Тиҙерәк! Тиҙерәк!” тип дөпөлдәне. Хатта быны тиҙләтеү өсөн башын күтәрә төштө. Алһын әйҙә алҡымынан!
Әммә ҡаҙау тешле януар, ҡыҙыу килгән еренән ҡапыл туҡтап, башта һауаны, унан ынтылып, егеттең битен, ҡулдарын еҫкәне. Ырылдай бирҙе лә тағы еҫкәнде. Был хәлгә аптыраған Усман да, күҙҙәрен ярым асып, аларған ҡараштарын тап танауы тәңгәлендәге аҙау тештәр, ҡанлы морон, мискәләй баш буйлап йүгертте. Януар уның битенә әскелт йылы тынын өрә. Уның берсә киң асылып, берсә һағайып ҡыҫылып баҙлаған күҙҙәрендәге һап-һары алмаларҙа үҙенең сағылышын күрҙе. Һәм был ҡараштан үҙенең... дошман түгеллеген аңланы.
– Яҡшы... яҡшы... Шәп арыҫлан... Һин шәп арыҫлан... маладис... маладис... – тип, туҡтауһыҙ мығырлағанын ул, әлбиттә, белмәй ине.
Арыҫлан, еҫкәнеп ялҡҡас, моронон ғорур сөйөп, тағы бер ҡат асыуһыҙ ғына ырылданы ла ситкә янтайҙы һәм, эре-эре һикереп, бая төшкән тау түбәһенә менеп тә китте. Ул күҙҙән юғалғас та, ҡуҙғала алмай ултырҙы Усман... Ултыра! Ҡалай ғәрлек, ултыра төшкән икән. Ҡаһилар алышҡа ташланғанда, ул ултыра төшкән...
Аҙау тешле арыҫлан уға теймәне... Бынан ике аҙна самаһы элек үҙен үлемдән алып ҡалғанын, ашатып йөрөгәнен аңлай йәки иҫләйме?.. Әллә еҫен таный ғынамы? Был хаҡта баш ватҡан һайын нығыраҡ аптыраны Усман. Шул януар изгелекте белә тиң? Ул был ҡырағай кешеләрҙе аңһыҙ тип иҫәпләгәндә, бында кейектәр ҙә зиһенле түгелме? Нимә был? Ниндәй донъя? Тереклектең әле бер Аллаға ла табынмай, бер нәмәнән дә ҡурҡмай, бары изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләренә генә нигеҙләнеп, аң кимәлендә шулар идараһы менән генә йәшәүеме? Өләсәһе һөйләгән “Урал батыр”ҙағыса, үлем һәм йәшәү, изгелек-яуызлыҡ, көн менән төн, ҡара һәм аҡ ҡына... Башҡа көс юҡ...
...Китер алдынан Ҡаһиның башһыҙ кәүҙәһе эргәһенә барып, ҡулынан суҡмарын ысҡындырып алып, күкрәгенә һалды. Был арыҫлан йөрәкле батырҙы, нисек кенә булғанда ла, хөрмәт итмәү мөмкин түгел ине, уның фекеренсә. Бындай ҡыйыулыҡты, саялыҡты уның әлегә күргәне юҡ һәм осратыуы ла икеле. Ҡаһи менән шулай хушлашты Усман.
Утһыҙ ҡалды. Утһыҙ ҡәбиләгә ҡайтыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. Бына-бына ҡыш башланырға тора. Унда бит ут көтәләр. Көтәләр... Май көтә... Ҡыҙ уның уңышһыҙлығына нисек ҡараясаҡ? Зао ни әйтер? Таши?..Тауға кире үрмәләүҙән башҡа сара юҡ!
Һуңғы көндәре тауҙың һелкенеүе лә кәмегән кеүек. Ул әллә тыныслана төштө, әллә ҡалҡынып урғыр алдынан ғына шымды? Нисек булһа ла була инде. Усмандың был хаҡта уйлар ҙа, икенсе юл табыр ҙа әмәле юҡ. Уның бары бер маҡсат менән генә алға ынтылыуы.
Юлда саҡта бер нисә тапҡыр аҙау тешле арыҫландың яҡын-тирәлә булыуын тойҙо. Ул, тимәк, был тирәнең хужаһы һәм еренә аяҡ баҫҡан кешене оҙата килә. Бына ниңә бынан ут алыу мөмкин булмаған икән. Утлы тауҙы аҙау тешле арыҫлан һаҡлаған. Һәм шул януар уға теймәй. Ҡыҙыҡ! Һөйләһәң, берәү ҙә ышанмаҫ.
Килеүе бушҡа булды, ахыры. Мәмерйәне таш күмгән. Ул, бөтөнләй булмаған кеүек ҡапланған да ҡуйған. Хатта тау түбәһендәге томан да шыйыҡлана төшкән. Мәмерйә ауыҙын соҡоп аҙапланыу ошо тауҙы ҡайҙалыр күсереп маташыуға тиң. Ҡаяларҙы бер нисә көн буйына урап йөрөп, эскә үтер бер генә булһа ла ек эҙләне. Булғандарына һыйып үтерлек түгел, уларынан да ҡаршы барғыһыҙ эҫе пар бөркөлә. Ҡаяға үрмәләп тә ҡараны, бәлки, уның башында берәй юл булыр? Тик күпме генә тырмашмаһын, ел-ямғырға йыуылып-һуғылып, быуаттар буйына шымарған таштар өҫкә күтәрелер форсат бирмәне – шыуҙы ла төштө, шыуҙы ла төштө.
Сараһыҙлыҡтың сигендә, былай ғына бирелмәҫкә булып, ҡая төбөндәге ҙур сәхнәләй тигеҙлеккә аҫылташтарҙай һибелешеп ятҡан төрлө төҫтәге таштарҙы ентекләп ҡарарға кереште. Һәр береһен алып, икенсе төрлөһөнә һуғып, сыйып ҡараны. Шулай ярты көн аҙапланғас, гәлсәр кеүек үтә ялтыр аҡ таштарҙың, бер-береһенә бәргәндә, осҡон сәскәнен аңғарҙы. Тимәк! Шул таштарҙы йыйып алып, тау өйөп ташланы. Ҡарағайҙарҙың ҡоро мүген йыйҙы, йүкәләрҙең ҡылланып-таралып торған урындарын умырҙы, ҡайын туҙҙарын, серегән урындарын алды. Унан бөтөн был байлығын алып килеп, таштан буралған ҡаҙан эсенә һалды ла, шулар өҫтөндә таш сүкергә кереште.
– Саңҡ-саңҡ-саңҡ! Сүк-сүк! Туҡ-туҡ-туҡ! Сүк-сүк-саңҡ!
Тау түбәһе тимерлеккә әйләнде. Ярылған-ватылған таштар ситкә осто. Ҡайһылары, енләнеп атылыуҙан, бик алыҫҡа китте. Эргә-тирәләге ҡаялар яңғырауыҡтан шаңҡып бөттө. Устар ҡатты, бармаҡ биттәре шәмәреп, күперсеп сыҡты. Ирендәр сәйнәлеп, ярылып ҡатты ла йән асыуға ҡысҡырған ыңғайы, йыртылып, ҡанап китте. Күҙҙәр арыны. Арҡа талды. Әммә әҙәм тынғылыҡ белмәне. Ул сүкене лә сүкене, сүкене лә сүкене. Арып ҡолап китте лә, күпмелер йоҡлап алғас, кире тороп, шул уҡ кәсебенә тотондо:
– Сыҡ-сыҡ! Туҡ-туҡ-туҡ!
Аҙау тешле арыҫлан тау һырттарындағы урман араһынан уның был ҡыланышын күҙәтә-күҙәтә ялҡып китте, һунарға йөрөп, тамаҡ туйҙырып килде. Туҡ ашҡаҙанының рәхәт ғырлағанын тыңлап, ләззәтләнеп ҡарағай ылыҫы түшәлгән ерҙә аунап алды, унан моронон алғы тәпәйҙәренә төртөп кенә ятып ойоно, унан тағы ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ә тегендәге таш туҡманы ла таш туҡманы.
Һәм бер көн килеп күктәр уны йәлләне! Таштарҙан ысҡынған сираттағы осҡон, йүкәнән тетелгән өлпәккә төшөп һүнгәндәй булғайны ла, ни мөғжизә менәндер, елп-елп итеп, тоҡанып китте. Кескәй утсыҡтың бәләкәс теле, башта, ҡыйыуһыҙ ғына, эргәһендәге йоҡа туҙ ҡағыҙын яланы. Һәм китте!
– Ура-а!! Ура!!! А-а-а!!!
Был тауыштан ағастар араһында ойоп ятҡан арыҫлан, һиҫкәнеп, башын күтәрҙе һәм ҡыҙыл сәскә тирәләй маймылдай булып һикерәнләгән, аяҡ аҫтындағы таштарҙы алып күккә сөйгән, шул арала туҡтауһыҙ аңлайышһыҙ ауаздар сығарған ике аяҡлыға хайран булып ҡарап ятты. Аңлашылмай ине уға был хәл. Уның аңындағы нәмәләр түгел.
Ҡайтыу юлы, нисек кенә дәртле атлаһа ла, самалағанынан оҙағыраҡҡа һуҙылды. Бер нисә көн аҙашып та йөрөнө. Шул көндәре тәүге ҡар ҙа төштө. Атып алған илек тиреһен тунап, йөнлө яғын эскә ҡаратып ябынып алды, башына бөтөн килеш һыҙырылған ҡуян тиреһен кейҙе. Шул килеш үҙ сағылышын күл һыуында күреп, йә көлөргә, йә иларға белмәй торҙо. Был төҫөндә ул Заонан йәки башҡа ҡырағайҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай ине.
Көҙгө ҡыҫҡа көн эңергә тартып, аяҡ аҫтындағы ҡырпаҡ ҡар туңып ҡыртылдай башлаған мәлдә килеп етте һунарсы ҡәбилә еренә. Уны башта ҡабаттан йылға ярына төшөп урынлашҡан ырыуҙаштары аңғарҙы. Башта һағайып ҡарай биреп торҙолар, танығас, таныуҙан бигерәк ҡулында баҙырап килгән йәшәү сығанағын күргәс, “Рау ҙа Рау!” – тип, ҡысҡырышып, ҡаршы йүгерҙеләр. Был шау-шыулы төркөмгә һәр торлаҡтан сығып ҡушыла торҙолар, ир-егеттәр һөңгөләрен өҫкә сөйөп сәләмләне, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға Рауҙың ҡулбашына, арҡаһына ҡағылып тәбрик итте.
Ут тотоп килгәндең ике күҙе тау битендәге мәмерйә ауыҙында. Бына, унан бер-бер артлы игеҙәктәр, улар артынан Май сығып баҫты. Малайҙар бер-береһенә ырғып аунаштылар ҙа ҡаршы тороп саптылар. Май, усын маңлайына ҡуйып, баҫҡан урынында тороп ҡалды.
Рау утын тотоп, ҡәбилә башлығы торлағына түгел, ә туп-тура Май торған ергә атланы. Килеп еткәс, бөтөн ҡәбилә алдында факелды уға һуҙҙы. Һағыш ғазабы эҙ һалып өлгөргән моңло ҡарашынан бәхетле нур бөркөлдө ҡыҙҙың. Ул башта утҡа баш эйҙе, унан эскә алып инде. Ике айҙан ашыу ялҡын көткән усаҡ уйымындағы ағастарға тоҡандырҙы. Мәмерйә эсе шундуҡ яҡтырып, балҡып китте. Быны күргән тыштағылар тағы дәртләнеп һөрәнләште. Май факелды ырыуҙаштарының береһенә тотторҙо. Халыҡ, геүләшеп, утты ары алып китте.
Рау мәмерйәләге үҙ урынына үтеп ултырҙы. Ниһайәт, ул тыныслана аласаҡ. Усаҡ тирәләй ултырған ике малай ауыҙҙарын йыйып ала алмай уға текәлгән, ғорурланыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан. Май, әүәлгесә, таш уйымынан ит киҫәктәре сығарҙы. Малайҙар кемуҙарҙан уны шештәргә кейҙереп, утҡа теҙеп ташланы. Был хәлде күреп, күңеле күтәрелде Рау-Усмандың. Улар бит уға ярау, уны хөрмәтләү өсөн шулай итә. Үҙҙәре бит бешкән итте мөрхәтһенмәй. Иттәрҙе теҙеп ҡуйғас та һаман уға тексәйешеп ултыралар ине, мәмерйә төбөнән ыңғырашҡан тауыш ишетелде. Май шундуҡ һикереп тороп шунда йүгерҙе. Кем унда? Ни булған? Заоға бер-бер хәл булғанмы әллә? Рау Май артынан эйәрҙе. Барһа, унда тиреләр менән бөркәнгән ҡыҙ ята икән. Бәй, был бит Заоның кәләше.
– Ни булды? – тип, телгә килде Рау.
– Таки ауырый. Ут булмағас, бында бик күп балалар, ҡатын-ҡыҙар мәңгелек йоҡоға китте.
– Ә Зао? Зао ҡайҙа?
– Һунарҙа.
– Һыуыҡ тейгәндер Такиға, хәҙер беҙ уны йылыға алып барабыҙ, – Рау Такиның оҙайлы ауырыуҙан еңел генә булып ҡалған кәүҙәһен йәлпелдәтеп күтәреп алып, ут ҡаршыһына алып килде. Таки хәлһеҙ ҡулдарын йәшәү сығанағы буған ҡыҙыл сәскәгә һуҙҙы, уның йылыһына сикәләрен ҡуйып иркәләнде. Ап-аҡ булып ҡобараһы осҡан йөҙөнән, күгәргән ирендәренән йылмайыу ишараты үтте. Ундағы был үҙгәреште күреп Май һөйөндө. Унан, кинәт ынтылып, Рауҙың һыңар ҡулын алып, уға йөҙөн терәне. Рәхмәте шулай сағылдымы?.. Рау уның битен, сәстәрен һыйпаны ла, эйелеп, маңлайынан үпте. Бындай хоҡуҡҡа эйә ине ул.
Ут булғас, ҡәбиләлә тормошо күҙ алдында йәмләнде. Һәр тау тишегендә, һәр торлаҡта хәҙер ғаилә йыйылып ултырыр, йылыныр, кәңәшкә тупланыр урын бар. Бер нисә көндән аҫтағы аҡланда ут һәм Рау хөрмәтенә йыйын йыйылды. Оло усаҡ янында барлыҡ ғәм тупланып, Рауҙың ут алып ҡайтыу тарихын һөйләттеләр. Тартынманы Рау-Усман. Ул бит хәҙер ошо ҡәбиләнең бер ағзаһы, ошо донъя, ошо йәшәйештең өлөшө. Ишеткән-күргәндәрен, кисергән-үткәндәрен белгәнен теле менән һөйләп, белмәгәндә хәрәкәттәре менән күрһәтеп, алыш-бәрелештәрен уйнап-ҡабатлап, тотош бер тамаша ҡорҙо. Йыйылғандар бирелеп тыңланы, уның менән ҡуша ҡайнашты, хуплап ҡысҡырышты, ҡуша “һуғышты”, аунап-тәгәрәп йөрөнө. Ҡаһи менән уның ағайҙарының ҡатын-ҡыҙы, балалары башта ситтә генә ҡурҡышып тора ине, алпауыттарҙың яҙмышы һөйләнгәс, теремекләнеп, утҡа яҡынланы, үҙҙәренең ул тирандар баҫҡынсылығынан ҡотолоуҙарына ышана алмай, йыуаш йылмайышып торҙо. Бары тик араларындағы иң оло бала – егет ҡорона инеп барғаны ғына бындағыларҙың барыһына ла ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарай бирҙе. Ул – бер туған алпауыттарҙың олоһоноң улы Дар ине. Атаһы кеүек үк ҙур кәүҙәле, ғәййәр булып үҫеп килгән малайҙың йөрәге лә, унан күсереп ҡуйылғандай, йәлләү белмәҫ, ҡанһыҙ булған. Әле үк, ошо йәшендә лә ғаиләһендәге туғандарын ҡурҡытып тота. Ҡасандыр, ҡайҙандыр атаһы тарафынан урлап алып киленгән һары сәсле, аҡ йөҙлө әсәһе, улының ҡылыҡтарында иренең вәхшилеген күреп, йәне әрнене. Тик үҙе лә туҡтауһыҙ туҡмалыуҙан ҡурҡып баҫылған, рухы иҙелгән ҡатын, был тәңгәлдә сараһыҙ ине.
Рау һөйләгәндәрҙән халыҡ хайран булды. Бығаса аҡбуҙатты ла, аҙау тешле арыҫланды ла күргәндәр тере ҡала алмаған. Ә баш һөйәктәре тупырлап ятҡан мәмерйәгә бөтөнләй яҡын бармайҙар икән. Ул урындан ҡалтырап төшөп ҡурҡалар. Был ғәжәп хәлдәр менән һуңынан ҡыҙыҡһынасаҡ әле Усман. Әлегә улар байрам итә, тамаҡ төбөнән сыҡҡан ритмлы ауаздарға эйәреп, ут тирәләй ритуал бейеүҙәрен башҡара, киҫәк-киҫәк иттәр менән һыйлана. Рауға Май уларҙы ҡурып алып килде һәм һәр ваҡыт артында ғына ултырҙы. Егет ҡайһы яҡҡа башын борһа ла, күҙ ҡырыйы менән уның һынын аңғарҙы. Был уға әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек бирҙе.
Аҙаҡ, күк ҡабағында йондоҙҙар ҡалҡып, ҡыйырсыҡ ай салҡан төшөп ятҡас, барыһы ла утҡа яҡынлашып, Ташиның ауыҙына төбәлде. Ниндәйҙер үтә лә мөһим һәм ҡиммәтле мәғлүмәт көттө улар. Бына, Таши ҡарт, аяҡ салып ултырған еренән яйлап һелкенә, кәүҙәһенең өҫкө өлөшө менән түңәрәк яһап бәүелә һәм шул ыңғайға көйләгән һымағыраҡ итеп нимәлер һөйләй башланы. Һөйләгән ыңғайы үҙе төрлө төҫкә, сүрәткә инде. Әле ҡаштары өҫкә сөйөлөп, йөҙө яҡтырҙы, ауыҙынан яғымлы өндәр ағылды. Әле төҫөн емереп, үкереп ебәрҙе, ауыҙҙарын ҡыйшайтып, ысын йәштәрен субырлатып, илап алып китте. Ҡурҡып, башын йәшерҙе, кемдәндер һаҡланды, ҡасты. Унан тағы ярһып ябырылды... тағы иланы... иркәләп йәүкәләне... һоҡланып маҡтаны... һамаҡлап данланы...
Ташиның был ҡыланыштарынан уның трансҡа ингәнен һәм шул хәлдә ниндәйҙер күренештәрҙе һүрәтләгәнен аңланы Усман. Уға ҡушылып, ҡәбиләләге күптәр шул халәткә инде. Берсә көлдөләр, берсә иланылар, ярһынылар, хуплап шаулаштылар... Ураған һайын Ташиға ҡушылып “Ура” һүҙен ҡабатлап ҡысҡырҙылар.
Тыңлап-күҙәтеп ултыра торғас, Ташиның һөйләгәндәрен төшөнә башланы Усман. Ул бит хәҙер бындағы һөйләшеүҙе аңлай тигәндәй. Әленән-әле ишетелгән “Ура” һүҙенән, һөйләгән һәм һүрәтләгәндәрҙән “Урал батыр” эпосын таныны. Был бит ул белгән эпос! “Ура” – Урал батыр! Шул уҡ Ураның кешелекте яуыз көстәрҙән ҡурсалап көрәшкәне бәйнә-бәйнә итеп ағыла ине Таши ауыҙынан. Һәм ул үҙе шуларҙы кисерә лә буғай, бер мәлендә хатта, ул һөйләгән персонажды быуар йылан быуҙы ла, ул иҫһеҙ ятып алды. Унан, уянып ултырып, кире дауам итте. Был тамаша, төн уҙып, таң атҡансы барҙы. Ахыр тамам үҙе лә арбалған Усман ваҡыт үтеүен һиҙмәне лә. Тиша менән бергә күҙ-ҡашын, йөҙ-төҫөн үҙгәртеп, ярһып-көйөп тарихтың эсендә йөрөнө. Ахырҙа, ҡарт һөйләп бөтөп, хәлдән тайып йығылғас, башҡалар ҙа уянышып шаңҡып ҡалдылар. Унан ике һунарсы Ташины күтәреп, мәмерйәһенә алып китте. Халыҡ яйлап таралышты.
Ҡайтып ятҡас та, уйҙарының осо-ҡырыйына сыға алманы Усман. Тимәк, уның заманында әкиәт итеп ҡаралған эпос асылда тәү кешеләргә үк бирелгән аҡыл. Донъяның, йыһандың һәм бар тереклектең барлыҡҡа килеүе тураһындағы сер – код. Был уларға ниндәйҙер юғары Аң тарафынан төшөрөлгән, һәм улар уны тел йәки интеллектуаль үҫеш кимәлендә түгел, ә мейегә һалынған мәғлүмәт кимәлендә тоя. Шул тойоу аша телгә күсереп һөйләй. Уның заманында, быуатында йәки уның донъяһында был тойомлау кешеләр аңында ҡалмаған инде, уны башҡа мәғлүмәттәр ҡыҫырыҡлап сығарған йәки ул бик төпкә төшөп йәшеренгән. Бер ҡырғыҙ сәсәненең шулай трансҡа инеп эпос һөйләгәнен күргәйне бит ниндәйҙер сарала. Ышанмағайны, фәстерәлер, әртисләнәлер, тигәйне. Әле килеп, шул уҡты Таши һәм ҡәбиләләге тағы ла бер нисә кеше ҡабатланы. Тимәк, заманында был код күптәргә аңлайышлы булһа, уның көндәрендә бары тик бик һирәк һайланма кешеләргә генә төшөрөлә йәки улар аша ғына килеп етә ала. Бер ғалим хатта, эпоста Аллаһ тураһында һүҙ юҡ, Совет власы замандарында ул хаҡтағы фекерҙәр алып ташланып, әҫәр тулыһынса таҙартылып бөткән тип, яҙғайны. Төптө хата уйлаған икән. Был мәлдә һәм был мәлгә тиклем әллә күпмегә алдараҡтыр әле, халыҡтың Аллаһы булмаған. Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә – булған, тик ул Алла һәр кемдең үҙ күңелендә, рухында булған. Улар бары тик ике көскә – изгелеккә һәм яуызлыҡҡа ғына буйһонған. Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы был ике ҡөҙрәт донъяны туҡтауһыҙ хәрәкәт иттергән, көрәш барышында нимәләрҙер барлыҡҡа килгән, яралған, күк, ер һәм аҫҡы донъя бар булған. Эпоста шулай тиелә бит. Заманалар алмашыныу, яңы быуындар, яңы кешеләр килеү менән, был донъя яралыуы тураһындағы мәғлүмәт яңы кешеләр телендә һөйләнелгән һәм, тап ошо ерлеккә төшөрөлөүе арҡаһында, ошо урында һаҡланып ҡалған да. Ә был ерҙәрҙә уның милләте – башҡорттар йәшәгән.
Төшөндә лә ишеткәндәре эсендә ҡайнаны, көрәште Усман. Ура тип данланған изгелек һаҡсыһының урынында үҙен күрҙе, Хама тип һүрәтләнгән ҡыҙҙа Майҙы таныны...
Таки яйлап һауығыуға китте. Уның өсөн борсолоп, үҙе лә ашауҙан яҙған Зао, балаларса бер ҡатлы ҡарашын кәләшенең алһыулана барған йөҙөнән айыра алманы. Дуҫының, дәү кәүҙәһе менән ҡырҡҡа бөкләнеп ултырып, тупаҫланып ҡатҡан көрәктәй устарында ҡатынының бәләкәс кенә ҡулдарын өрөп йылытыуы, итте таш менән төйөп йомшартып ҡаптырыуы, усаҡ эргәһенә ятыр урын әтмәләп мәшәҡәтләнеүе, бер яҡтан, Усманға көлкө лә, икенсе яҡтан, һоҡланғыс та ине. Ни арала, ниндәй көс менән, ошо, төртһәң ҡолап китерҙәй генә нескә ҡыҙ, тупаҫ бәһлеүәнде улай әүрәтеп ала алғандыр? Май кеүек сәләмәтлеге урғылып, уйнап-көлөп торһа икән? Әле ул киткәндә генә, күҙҙәрен түңәрәкләндереп, мәмерйә төбөндә ҡасып ултыра, ҡырағай бесәй шикелле ыҫылдап-сыйылдап, дуҫының ҡарашын да күтәрә алмай ине. Тыштан ғына шулай ҡаты күренә, тимәк, Зао. Уның дәү кәүҙәһе эсендә, ул күргән мәғрүр тауҙың төбөндә ҡайнаған утлы күл кеүек йылылыҡ, ихласлыҡ бар. Шуны тойған, күрәһең, тотҡоно ла, йылыға, наҙға эйәләгән.
Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, бер көн Зао уға үтә лә ҡыҙыҡлы хәбәр ысҡындырҙы. “Тиҙҙән, ошо тирәнән Дауҙар үтәсәк, беҙ шуларҙы көтәбеҙ”, – тине ул.
– Ниндәй Дауҙар? – Рау-Усман аңламаны. Ул белмәгән ниндәй “Дау” бар тағы был тирәлә.
– Дау – ҙур ит. Улар был ерҙән бары тик ҡар ятҡанда ғына үтәләр. Беҙ был мәлде көтөп алабыҙ. Бер нисә Дауҙы алып ҡалғанда, ҡәбилә ҡышты асыҡмайса сыға ала.
– Нисек ул Дау? Һин миңә уны күрһәтә алаһыңмы?
Башҡа аңлатыр һүҙ тапмаған Зао, усаҡ ситендәге һүнгән күмерҙе алып, өҫтәл ролен үтәгән ташҡа килешһеҙ генә хәрәкәттәр менән һыҙғылай башланы. Уның “ижадын” ҡыҙыҡһынып күҙәтеп ултырған Рау, ахыр сиктә, таштағы һыҙмаларҙың мамонтҡа оҡшағанын аңғарып, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:
– Мамонтмы? Мамонттар бар тимәксеһеңме, Зао?
Зао уға ҡарап, күҙҙәрен генә сипылдатты. Онотолоп, тағы башҡортсаға күскән икән. Ахырҙа, үҙе икенсе күмер алып, мәмерйә стенаһына мамонт һүрәтен яһап ҡуйҙы. Зао менән менән малайҙар был һүрәтте “ах-ух” килешеп ҡараны, баштарын сайҡап, аптырауын белдерҙе. Малайҙарҙың береһе мамонттың муйыны тәңгәленә һөңгө “ҡаҙаны”. Уға ҡыҙығып, Рау-Усман тағы бер-ике мамонт, эргәһенә һөжүм итеүсе һунарсылар төшөрҙө. Уның бөтөн был һүрәттәре үҙ заманындағы китаптарҙа күргәндәр ине.
Майҙың да килеп, хайран булып тороуын аңғарғас, Рау, ситкәрәк күсеп, ҡыҙ башын эшләп ҡуйҙы. Май һүрәткә үтә яҡын килеп бик ентекле текләне, бармаҡ остары менән уның йөҙөнә, сәстәренә ҡағылып ҡараны. Тора торғас, ҡашы емерелде, ирене бүлтәйҙе лә ҡапыл, усы менән һүрәтте һыпырып юйып ташланы һәм тышҡа йүгерҙе. Ир-егеттәр уның был ҡылығын аңлай алмай ҡалды. Асылда, ҡатын-ҡыҙҙың көнләшеү тойғоһо ине был. Әле үҙе аңламаһа ла, был тойғоно кисерә һәм тоя ине инде әҙәм. Бигерәк тә Май. Ул һүрәттәге ят ҡыҙ йөҙөндә Рауҙың йөрәгенә дәғүәләшер көндәш күрҙе. Ҡырағай, ҡурҡыныс ине уның был хисе. Хатта үҙен дә ҡурҡытты. Сығып киткән ерендә урман-тауҙар гиҙеп оҙаҡ йөрөнө йәш ҡыҙ. Ул уйланды, хисләнде, һағышланыуының сәбәбен эҙләне. Ә күҙ алдында бары тик Рауҙың йөҙө генә торҙо. Бөтөн был хәсрәттәренең сәбәпсеһе Рау – ҡайҙандыр килеп сыҡҡан сәйер һунарсы икәнлеген аңланы шул мәл тәүтормоштоң ҡырағай ҡыҙы. Тик мөхәббәтең ни икәнлеген генә белмәй ине ул.
Донъяның аҡланған, пакланған сағы килде. Тауҙар-урмандар, ялан-туғайҙар, йылға-күл өҫтәре – барыһы ла мамыҡ юрғанға уранып, йоҡоға талды. Тирә-яҡты иҫ киткес һиллек ҡаплап алды. Ҡайһы яҡҡа ғына ҡарама, бөтөн ерҙә лә – аҡлыҡ. Был сафлыҡ ерҙе күккә тоташтырған, тау-яландарҙы тигеҙләгән кеүек. Был сафлыҡ хатта кешеләр күңеленә лә күсә, уйҙарҙы таҙараҡ, хистәрҙе пагыраҡ, ҡылыҡтарҙы юғарыраҡ итә һымаҡ. Йәй һәм көҙ сағыулығынан һуң, ҡыш ул күҙгә лә, күңелгә лә ял бирер, тынысландырыр, уйҙарҙы тәрәнәйтер мәлдер.
Тау башынан тирә-яҡты күҙәткәндә ошолар хаҡында уйлай Усман. Унан ҡалтағайҙарында эйеп төшөп китеп, икенсе киртләскә үрмәләй ҙә, шулай уҡ һоҡланып ҡарап, ҡанатлы уйҙары ҡосағында тирбәлә. Ысынлап матур шул, тыуған яҡтары! Башҡортостаны!.. Башҡортостаны тип, ну... ысынында шулай ҙа, уларҙың ерҙәре бит инде.
Ҡыш нығынғандан алып ҡәбилә ир-егеттәре, ошолай ер-һыу гиҙеп, Дауҙарҙың килгәнен көтә. Ҡар күбәйгәс улар бынан үтәсәк, тиҙәр. Был күренештең нисек буласағын күҙ алдына килтерә алмаһа ла, ышана уларға Усман. Үтәләр тигәс, тимәк, үтәләр. Көтөргә генә кәрәк.
Һәүетемсә көнитмеш менән ҡыш бауырына инеп баралар. Наҡыҫ булһа ла, ашарҙарына бар. Һунар итеү ауырлашты, әммә улар бер ғаиләгә ике һунарсы, игеҙәктәр ҙә оҫтарып бара. Көн дә үк булмаһа ла, табышһыҙ ҙа йөрөмәйҙәр. Тик улар, йәш, ғәйрәтле һунарсылар, үҙҙәре һәм үҙ ғаиләләре өсөн генә яуаплы түгел. Улар ҡәбиләнең ҡараусыһыҙ ағзаларын да ашатырға бурыслы. Был ҡанун ырыуҙа һәм, ғөмүмән, кешелек донъяһында, ҡасандан йәшәп киләлер – билгеһеҙ. Һунар итер көсө булғандар табышының яртыһын Ташиға тапшыра, ә башлыҡ ризыҡты, үҙ сиратында, һунарсыһыҙ ғаиләләргә таратып бирә. Был талаптан бығаса берәүҙең дә баш тартҡаны юҡ. Улай тиһәң, Ҡаһилар һанламай ине, хәҙер шуларҙың ғәҙәтен уландары Дар тота – ярҙам итмәй ҡәбиләгә.
Һиллек менән ләззәтләнеп килгән Рау, Заоның ҡаршы тау түбәһенән ҡар борҡотоп ҡолай-тәгәрәй төшөп килгән аңғарып, уға ҡаршы китте. Күренеп тора, дуҫы ашыға, тик тәрән көрт уға йүгерегә ирек бирмәй. Айыуҙай кәүҙәһе менән билдән батып, тирләп-бешеп килә. Рау ҡалтағайҙарға баҫтыра алманы уны тәки, бар ҡәбиләлә был уңайлыҡ менән игеҙәктәрҙән башҡа берәү ҙә файҙаланманы, ахыры.
– Нимә бар? – һунарҙа йөрөгәндә ҡысҡырып һөйләшмәҫкә, бушҡа-юҡҡа тауыш сығармаҫҡа икәнде яҡшы төшөнгән хәҙер Рау-Усман да, шуға килеүсе тамам яҡынлашҡас ҡына өндәшә.
Заоның былай күҙҙәре янғанын күргәне булмағандыр Рауҙың.
– Теге үркәс үҙәгенән Дауҙар күренде!..
– Дауҙар?
–Эйе, әйҙә, йүнәлештәрен самалайыҡ та, ҡайтып, һунарсыларҙы алып киләйек.
“Һә” тигәнсе тау түбәһендә булдылар. Һәм Рау алдында был донъяның тағы ла бер ҡабатланмаҫ мөғжизәле күренеше асылды – буйҙан-буйға күгәреп һуҙылған икһеҙ-сикһеҙ тауҙар араһындағы тар үҙән асыҡлығына мамонттар карауаны сығып килә ине. Әлегә алыҫ, улар бары һоро йоморсоҡтар ғына булып күренә, әммә йоморо кәүҙәләрен, талғын һелтәп килгән томшоҡтарын, эреле-ваҡлы булыуҙарын аңғарырға була. Хәрәкәт итеүҙәре лә бик яй, күрәһең, күҙҙәре талғансы ҡарағанда ла, улар артыҡ яҡынлашманы.
– Ярай, әйҙә, ҡайта һалайыҡ. Уларҙы ошо тауҙар араһында ғына алырға була. Ары тауҙар аръяғына, иркенгә сығарһаҡ – көс етмәйәсәк, – тип ашыҡтырҙы дуҫын Зао.
Алдан төшөп елгәндә лә, күргәндәренән һаман арына алманы Рау. Улар ҡайтып әйтеүгә, ике айҙан ашыу ошо мәлгә әҙерләнгән ҡәбилә һунарсылары, оҙаҡ көттөрмәй генә йыйынды ла, утыҙға яҡын ир-егет, оҙон һаплы һөңгө, ауыр суҡмарҙар менән ҡоралланып, юлға ла сыҡты. Унлап кеше, тау һырттары буйлап мамонттарға ҡаршы китеп, уларҙы урап, арттарына төшкәс, тау-таш ҡуптарып, тауыш күтәреп, өркөтөп ебәрҙе. Алдараҡ торған бер нисә кеше хәҙер инде көтөүҙе үҙәндән тарлауыҡҡа ҡайырҙы. Тарлауыҡҡа индереп алғас, өҫтән һөжүм итеп, былай ҙа ҡурҡыныс барын һиҙеп ҡуҙғыған көтөүҙе, бер нисә юлдан ебәреп, бүлгеләү ниәте менән ҡыуалай төштөләр. Мәхлүк малдар, өҫтәренә тәгәрәгән таштарҙан ҡасып, алға ашыҡты. Тик алда юл тар, оло кәүҙәләр һыйыша алмай. Арттағыларҙың бер нисәһе икенсе үҙәккә төшөп китте. Ошоно ғына көткән һунарсылар шуларын эҙәрлекләүгә күсте. Айырылған дүрт башты үҙәк буйлап төпкәрәк үткәрҙеләр. Унан, тегеләр тамам арып туҡтағас, алдан да, арттан да юлдарына таштар тәгәрәп төшә башланы. Холоҡтары менән тыныс һәм баҫалҡы булған был бәһлеүән януарҙар, яҙмыштарына буйһоноп, һыйынышып тик торҙо. Уларҙы шулай ҡамағас, һунарсылар тау үрҙәренән төшөп, яҡындан һөжүм башланы. Тиҫтәләп һөңгө осто малҡайҙарға. Тегеләр таш ҡәлғә эсендә үрәпсеште, бер-береһен этеп-төртөп ҡасыр, йәшенер урын эҙләне. Был күренештән үҙен бөтөнләй вәхши итеп тойҙо Усман. Уның һаман һөңгөһөн һелтәй алмай аҙапланғанын аңғарған Заоға шыбырланы:
–Миңә был һунар оҡшамай...
– Оҡшамай?
– Йәл миңә Дауҙар.
Зао бер уға, бер таш араһындағы мамонттарға ҡараны.
–Ҙур итһеҙ ҡәбиләнең күптәре ҡышты сыға алмаясаҡ. Дауҙар был яҡҡа беҙҙе ҡотҡарыу өсөн килә.
Шул саҡ мамонттарҙың иң ҙуры, ни ғиллә менәндер, алдындағы таштар өйөмөн маңлайы менән гөрөп алып китте лә, юлды асып, йән-фарманға тороп сапты. Уның артынан тағы ла берәүһе эйәрҙе. Ҡалған икәүҙең ҡасырлыҡ хәле ҡалмағайны, күрәһең. Табыштарын юғалтыуҙан ҡурҡҡан һунарсылар ҙа ҡыҙыу тотондо. Был икәүгә төрлө яҡтан һөңгө, суҡмарҙар яуҙырып, аяҡтан йыҡтылар. Малдарҙың ергә ҡолауы булды, ҡырағайҙар ҡырмыҫҡалар һымаҡ уларҙы һырып алды ла, кеме таш, кеме ағас бысаҡтары менән тегеләрҙең йән ерҙәрен ҡырҡып-киҫеп тә өлгөрҙө. Мамонттар туламай-шауламай ғына йән бирҙе. Уларҙың был сабыр күндәмлегенә, үҙҙәрен ҡаршылыҡһыҙ ҡорбан итеүҙәренә ҡарап, әллә Заоның әйткәндәре дөрөҫкә сығамы, мамонттар ысынлап бындағыларға аҙыҡ булыу өсөн киләме тип, уйланы Усман.
Уңышлы һунарҙан дәртләнгән кешеләр, күҙ йомоп асҡансы мамонттарҙың тиреләрен һыҙырып, быу бөркөп ятҡан тауҙай түшкәләрҙе эреле-ваҡлы киҫәктәргә тураҡлап, тиреләргә һалып ташый ҙа башланы. Зао менән Усман бер ҙур ғына киҫәкте һөйрәтеп китте. Уны алып ҡайтып ҡалдырғас тағы ике ҡабат килеп уранылар. Ташылған иттәрҙе ҡатын-ҡыҙ тау үрендәрәк булған таш ҡыуышына урынлаштырҙы. Таши менән олораҡтар ризыҡты бүлеү, таратып биреү менән мәшғүл булды.Иртәгәһенә мамонттарҙы оҙата киткән эҙәрмәндәр тағы ла бер һөйөнөслө хәбәр менән ҡайтты. Кисә яраланған малдарҙың берәүһе көтөүгә эйәрә алмай ҡалған икән. Бара һалып, уныһын да ботарлап алып килделәр. Шулай итеп, был ике көндә ҡәбилә ҡышлыҡ аҙыҡлы булып, Дайҙарға рәхмәт уҡып, ут тирәләй бейеһә, Усман был онотолмаҫ хәлдәр шаһиты, шаһиты ғына түгел, шул ваҡиғаларҙы кисереүсе булып, тәьҫирләнеп, хатта ниндәйҙер кимәлдә эсе бошоп та йөрөнө. Ундағы был кисерештәрҙе, әлбиттә, Май һиҙмәй ҡалманы. Ул егеттең күҙ ҡарашындағы саҡ ҡына үҙгәреште, кәйефендәге бер генә зыңлаған ҡыл тирбәлешен дә тоя.
–Рауға һунар тыныслыҡ алып килмәнеме? – усаҡ янында мәшәҡәтләнгән ҡыҙ, уға ҡарамай ғына, шундай һорау бирҙе.
Рау-Усман һүренке генә йылмайҙы. Ул күңелендәге кисерештәрен был ҡыҙға һөйләп аңлата аламы ни? Тыуған ерҙәрендә йөрөп тә, ерен һағыныуын. Илендә йөрөп тә, илен юҡһыныуын? Ошо мәл йәшәү ҡәҙерен, тел ҡәҙерен, туған ҡәҙерен аңлауын, аңлауын да уны белдерер яҡындары булмауын? Хатта әлегеләй аҙыҡ байрамы ла, кешеләрҙең үҙ ғүмерҙәре өсөн йән аямай көрәшеүе һәм тағы ла әллә күпме бығаса иҫенә төшөп тә сыҡмаған нәмәләр хаҡында уйлана. Уның заманында инде кеше үҙ ғүмерен улай һаҡлауҙы, яҡлай белеүҙе онотҡан. Ул, киреһенсә, эсә, тарта, төрлө фажиғәләр сығара, үҙ-үҙенә ҡул һала. Усман кеүек хәүефле спорт төрҙәренә ылығыу ҙа шул Аллаһ биргән йәнде аямау, ғүмерҙе һанламау түгелме ни? Шулай уйлай ҙа, эсе боша Усмандың. Һәм ул ҡаршыһындағы, уның замандаштары күңелен ҡаплаған ҡаралыҡтың әлегә бер тамсыһы менән дә буялмаған ҡыҙға бағып, әсенеп йылмайыуҙан башҡа сара тапмай.
Яҙ ниндәй заманда ла яҙ инде! Ул күкрәп килә лә бар донъяны терелтеп, уятып ебәрә. Тәбиғәтте лә, кешеләрҙе лә, хистәрҙе лә. Бигерәк тә бер-береһенә өнһөҙ ғашиҡ тотҡандарҙы иләҫләндерә, хыялыйландыра икән ул.
Йылғалар ташып кире ярына ҡайтҡас, ҡәбилә халҡы, эҫеләрҙе лә көтмәй, унда төшөп йыуына уҡ башланы. Майҙың да был мәлде көтөп алғанлығын аңлаған Усман, уның бөгәренә төшөп торған көрән-ҡыҙғылт сәс ҡойроғоноң ат ялындай сырмалып-сыуалып бөткәнлеген дә аңғарып, ҡыҙыҡайҙы ҡыуандырмаҡсы булды. Иртәнсәктән урманға китеп тараҡ эшләгәйне кисә. Шуны бүләк итмәксе. Тарағы, әлбиттә, магаиндан алғандай уҡ түгел, ысынында эре-торо тешле, килбәтһеҙ генә. Әммә үҙ тәғәйенләнешен башҡара алырлыҡ тип, уйлай егет.
Ярҙа сәс киптергән Май янына килеп ултырҙы Усман. Тегеһе ҡыуанысын йәшерә алмай йылмайҙы ла. Усман тарағын һондо. Ҡыҙ уны ҡулына алды ла ни эшләтергә икәнде белмәне. Тегеләй-былай әйләндереп ҡарап, һораулы ҡарашын күтәрҙе. Егет үҙенең сәсенә төртөп күрһәтте, йәнәһе – тарарға. Юҡ, барыбер аңламай икән. Ахырҙа, ул тараҡты алып, ипләп кенә ҡыҙҙың сәстәренән йөрөтә башланы. Шулай тырыша торғас бер уҡмашҡан сәс тәлгәшен яҙып алды. Таралған өлөштөң йомшарып, ҡабарып киткәнен күргән ҡыҙ ҡысҡырып көлөп үк ебәрҙе һәм, тарауға уңайлыраҡ булһын өсөн, егеткә арҡаһын ҡуйып ултырып алды. Усман, һаҡ булырға тырышып, уның йылдар буйына себәлеп ойошҡан сәстәрен тағатырға кереште. Май әленән-әле “сай-сой” итте, башына йәбеште, әммә егетте шөғөлөнән туҡтатманы. Күпмелер ваҡыттан эре тешле ағас тараҡ сәстәрҙән тотҡарлыҡһыҙ үтә, ә улар аҫтындағы көрән болот ҡабарғандан-ҡабара барҙы. Унан инде тамам был эш шауҡымына инеп киткән оҫта, әсәһенән күргәнсә, сәсте уртаға ярып, ике яҡлап шыҡырлатып үреп ҡуйҙы. Өстән ишеүҙе генә белә лә инде. Был хәлгә шаҡ ҡатҡан ҡыҙ, үҙенең йылғалағы сағылышына оҙаҡ ҡарап торҙо, бер толомдарын, бер ҡулындағы тарағын һыйпаны.
Был һоҡланғыс күренеште тағы ла камиллаштырып, яр тултырып үҫкән үгәй инә сәскәләрен өҙөп, толомдарға ҡаҙаны ла, түҙмәй, был толомдар эйәһенең башта танауынан, унан ирендәренән үпте егет. Серле яҡынлыҡ шауҡымына бирелеп, йыуашайып, күндәмләнеп ҡалған был һуғышсан ҡырағай ҡыҙ, әлеге наҙҙы ла ҡабул итте. Нәфис муйынын һуҙып, йондоҙ күҙҙәрен балҡытып ҡарап тик торҙо. Ҡарашында шундай ышаныс, һөйөү, тоғролоҡ ине. Үҙ теләктәренән, үҙ хистәренән ҡурҡты шул саҡ Усман. Уға бында ҡалырға, был ҡыҙға ҡағылырға ярамай. Саҡырып, убып алып барған төпһөҙ күл кеүек был күҙҙәр арбауынан ҡасырға кәрәк.
Егеттең уйламағанда ҡапыл боролоп китеп барыуын аңлай алмай ҡалды ҡыҙ. Ҡояш нурҙарындай илаһилыҡҡа ҡойоноп, рәхәтлеккә иҙерәп тора биргеһе килгәйне. Аңлайышһыҙ хис солғанышынан арына алмай, ул ҡағылған ирененә бармаҡ остарын тигеҙеп ҡараны, берсә йылмайҙы, берсә моңайҙы. Ошо халәтендә йылға буръяғына сумғыһы ла, ҡыйғыр ҡоштар кәйелгән зәңгәрлеккә атылғыһы ла, йәшел келәм булып ҡалҡып килгән хәтфә үләнгә тәгәрәп ятып илағыһы ла килде. Һәм был теләктәрҙең барыһы бергә ҡушылып, ҡыҙҙы албырғатты.
Яҙ ине был, яр тишеп ҡалҡҡан үгәй инә сәскәләре кеүек кенә тәүге ыуыҙ һөйөү ине.
Ошо хәлдән һуң, Усман менән Май бер-береһенән ҡаса башланы. Осрашҡанда ла бер-береһен ситтән генә күҙәтте улар. Ҡараштары киҫешкәндә лә, борола һалып киттеләр, яҡшылап аралашманылар ҙа тигәндәй. Әйтерһең, араларынан ҡара бесәй үткән.
– Ни булды быларға? – тине бер көн Заоның ҡатыны. – Икеһе лә өйҙә тормай, һөйләшмәйҙәр ҙә.
– Берәй нәмәгә сыйышҡандарҙыр, икеһе лә ҡыҙыл сәскә кеүек ҡайнар, ярашырҙар әле, – тип кенә ҡул һелтәне Зао.
Тик Таки ҡатын-ҡыҙ күңеле менән бында икенсе сер барлығын һиҙҙе.
Үҙ хәлен үҙе төшөнә алмай, хистәренә иҫереп, урман-тауҙар гиҙгән мәлдә ҡолағына бер моң салынғандай булды Усмандың. Ҡош-ҡорт тауышы түгел был, ә ниндәйҙер икенсе нәмә. Һағайып тыңлап торҙо. Һыҙғырыу тағы салынды. Шул яҡҡа тәңгәлләп китте. Егет һөҙәк тау итәгендә тора, теге нескә өн дә янында ғына сыға, тик инешен таба алмай. Башы әйләнгәнсе өйөрөлдө шул тәңгәлдә. Ситкәрәк китһә – алыҫая, килһә – янда ғына, тик үҙе юҡ. Ергә ятып тыңлап ҡараны, күкте һөҙҙө – ҡайҙан? Аптырап, салҡан төшөп ятты. Шул саҡ... эргәһендәге үләндең ел иҫкән ыңғайға ғәҙәти булмаған тауыш сығарыуын аңлап ҡалды. Ҡарап ята торғас – таныны! Был бит... көпшә... ҡурай!!!
Шул саҡ әллә нимә булды уға. Тик торғанда йомшарҙы, күҙҙәрен әсеттереп йәштәре тулышты. Атаһын, уның янында уҙған бала сағын, тыуған йортон, бар үткәндәрен хәтерләтте ошо ҡорт тишкән көпшә һыҙғырыуы. Атаһының ҡулында бәләкәстән күреп, моңона ҡойоноп үҫеп тә, бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһынмаған да, ҡулына ла алмаған ҡурайҙы был донъяла килеп табырмын һәм тауышына зар-интизар булырмын тип, кем уйлаған. Башына инеп сығыр инеме икән уның бындай уйҙар башҡа ваҡытта? Бер Хоҙай ғына белә...
Усман үләнде һаҡ ҡына ҡырҡып алып, хәтерләй-хәтерләй тишектәрен өңдө. Атаһы бит уға әллә нисә тапҡыр эшләп тә, һыҙғырып та күрһәткән. Нисек тә уны ошо шөғөлгә ылыҡтырырға, әүрәтергә маташа ине. Ә ул, ҡырҡа ғына баш тармаһа ла, күңел һалманы.
Әле был ҡәҙерле көпшәне ирененә терәгәс, һаман тыңлауһыҙ булып аҡҡан күҙ йәштәренең тынысланғанын көтөп, бер тәрән итеп тын алды ла, һыҙғыртып ебәрҙе. Ҡурай осонан ағылған ауаз, көй үк булмаһа ла, илһам күбәләгенә әйләнеп, тау итәге булып йәйелгән сәскәле болон өҫтөнән осто. Тора-бара ул көйгә оҡшап китте, ҡайһылыр урындарында бары һыҙғырҙы ғына. Ә ҡурайсы әҫәрләнеп, өнө-тыны һығылғансы өрҙө лә өрҙө.
Был хәлдән ары, Заоның ут күләгәләре уйнаған мәмерйә кистәре ҡурай моңона күмелде. Был мөғжизәне башҡалар ҙа килеп тыңланы. Таши ла йыш ҡына үҙенә саҡыртып алып, ошо моң аҫтында әллә ниндәй уйҙарға сумып ятыр булды. Тик Май өсөн генә айырым уйнаманы ул. Ҡыҙ һорарға, ул тәҡдим итергә ҡыйманы.
Йәй башының тәүге емештәре өлгөрҙө. Ҡәбилә халҡының торлаҡтарында тормай торған сағы. Бала-сағаларға тиклем ниндәйҙер татлы ризыҡ көҫәп эргәләге тау-ҡырҙарҙы гиҙә. Икенселәре, йылға ярын шау-шыуға күмеп, һыу төшә, балыҡ тота. Ололар бөтөн был ирәбелекте күҙәтеп, ҡояш йылыһында иреп ултыра. Кистәрен усаҡ янында улар ырыуҙаштарына бынан киткән быуындарҙан ҡалған тарихтарҙы һөйләй.
Шундай байманһыҙ көндәрҙең береһендә, Усман Заоға уны ҡәбилә башлығы саҡырыуын әйтте. Усман Ташины эҙләп тапты. Ҡышты ауыр сыҡҡан ҡарт ҡыуыш күләгәһендә генә ята. Ныҡ ҡына биреште ул һуңғы айҙарҙа, тире лә һөйәк кенә булып ҡалды.
– Инергә яраймы? – тип һораны, эскә үтһә лә.
Таши, ризалыҡ белдереп баш ҡаҡты. Янында йөрөгән ҡатыны тауыш-тынһыҙ ғына сығып китте.
Усман ҡарт янына уңайлап ултырҙы, уның сытырайған йөҙөнә ҡарап, һыҙлана, ахыры, тип уйланы.
– Һинең мәмерйәгә инеп йөрөгәнеңде беләм...
– Мәмерйәгә? – егет бер мәлгә генә юғалып ҡалды. – Эйе.
– Һин беҙҙә ул мәмерйәгә инеү, инеү генә түгел, яҡын барыу тыйылғанды белмәйһеңме ни?
Усманға был тәңгәлдә алдашыу ярамай ине, ғөмүмән, был халыҡ алдаша йәки ялағайлана белмәй. Улар тура әйтеп, уртаға ярып ҡына аңлашып өйрәнгән.
– Беләм, тик мин унан ҡурҡыр сәбәп тапмайым.
Башлыҡ, уны ишетмәгәндәй, күпмелер ваҡыт өндәшмәй ятты ла, тағы һорау бирҙе:
– Һин мәмерйәнәнме?
– Нисек... мәмерйәнәнме?
–Ҡабан соҡорға төшкән көн беҙҙең һунарсылар һинең мәмерйәнән сыҡҡаныңды күргәндәр.
Ошо һүҙҙәренән һуң башлыҡ төбәлеп уның күҙҙәренә ҡараны. Ҡарашына әллә ниндәй әйтеп аңлатҡыһыҙ моң һәм аҡыл йәшерелгән ошо Ташиның. Үтә ҡарай, бар уйҙарыңды ла уҡып белә кеүек.
– Эй-йе... Ул көн мин мәмерйәнән сыҡтым... Тик унан сыҡҡанға тиклем үк ошо уҡ ерҙә йәшәнем, бына ошо тәңгәлдә беҙ йәшәгән йорт торҙо, ошо йылғала һыу индем... Ышанаһыңмы?..
Ҡарт өнһөҙ генә күҙ бәбәген төшөрҙө.
– Бында ниңә килдең?
– Белмәйем... Мәмерйәлә тайып ҡоланым да, сыҡҡас һеҙҙең донъяға юлыҡтым. Мин белгәндәр шул ғына.
– Унда инергә ярамай тип, юҡҡа әйтелмәй, элек тә мәмерйә янында юғалғандар булған, уларҙы бер ваҡытта ла тапмағандар, - Таши ауыр көрһөндө.
– Ҡайҙа була улар? Минең кеүек үк икенсе тарафтарға, донъяларға сығып китәләрме икән әллә?
Ҡарт ҡалҡына бирҙе, Усман ынтылып уға ярҙамлашты.
– Минең ата-бабаларым да, уларҙы уларҙың ата-бабалары ла мәмерйә, уның янындағы күл һәм башҡа урындарҙа йөрөүҙе тыйған. Сөнки... ул ерҙәр икенсе донъяларға алып сығыусы ҡапҡа булып тора. Ҡапҡа аша йөрөй белеүселәр... беҙгә аңлайышһыҙ, уларҙан ҡурҡабыҙ.
– Ә кемдәр килгәне бар?
– Күлдән төрлө аждаһалар, йыландар килгән. Уларҙың ҙурлығы тау дәүмәле, оҙонлоғо йылға ҡәҙәрем булған. Бер мәл урғылып аттар сыҡҡан... Һиңә осраған ғәйрәтле ат та күл һәм мәмерйә үтә йөрөй ала. Беҙгә, шулай тип, һөйләп ҡалдырғандар.
– Мәмерйәнән? Мәмерйәнән сыҡҡандар булғанмы бығаса?
– Мин һине шуға саҡырҙым да.
– Миңә ата-бабам, уларға уларҙың ата-бабалары ҡалдырған ҡарһүҙҙәр буйынса, ун ике ҡышҡа бер тапҡыр мәмерйәнән үлемһеҙҙәр сыға.
– Ни эшләргә килә һуң улар? Ниндәйҙер маҡсаты барҙыр бит килеүселәрҙең?
Ҡарт яурындарын һикертте генә, унан өҫтәп ҡуйҙы:
– Улар ҡорбан ала. Беҙ ҡорбанға ун ике ҡыҙ бирәбеҙ. Һәр ҡәбилә үҙ ҡыҙын алып килеп тапшыра.
– Ҡ-ҡорбан?..
– Эйе.
– Ашайҙармы? Нимә эшләтәләр ҡорбандарҙы?
– Әйтә алмайым... Алып китәләрҙер тип, уйлайым.
– Юҡтыр, алып китмәйҙәрҙер, – егет белгәнен әйтте, –мәмерйә баштар менән тулып ята. Ҡыҙҙарҙы үлтерәләр...
Икеһе лә өнһөҙ ултырып алды, был ниндәй башҡа һыймаҫ эш һуң ул?
– Нисә кеше килә? Күптәрме ни?
– Мин үҙем ошолайҙы күрҙем, – аҡһаҡал ике ус бармағын өс ҡат яҙып күрһәтә.
– Шул ғына дошманға ҡаршы тора алмайһығыҙмы? Һеҙ бит күп, башҡа ҡәбиләләр ҙә бар.
– Ҡасандыр беҙҙекеләр ҡаршы тороп ҡараған, тик улар үлемһеҙ, улар мәңгелек йоҡоға китмәй, тиҙәр. Етмәһә, улар алыҫтан тороп та йәнде осора ала.
Уйға ҡалды Усман. Ҡарттың һөйләгәндәре ысын була торған булһа... бында икенсе цивилизация вәкилдәре килеп йөрөй. Аңлауынса, улар быларҙан күпкә алға киткән.
– Тиҙҙән мәмерйә беҙҙән ҡорбан һораясаҡ, мәле етте.
Егет һикереп үк торҙо:
– Ҡасан?
– Ошо көндәрҙә. Ут бағанаһы хәбәр итер. Көтәбеҙ.
Ниндәй ут бағанаһы? Нисек хәбәр итер? Аңламаҫһың...
Был һөйләшеүҙән һуң йоҡоһо ҡасты, аштан яҙҙы Усман. Хәҙер ул шул мәмерйә янынан китешмәне. Әлбиттә, бында унан башҡа төрлө ҡәбилә шымсылары ла күп ине, әммә уның кеүек ҡыйыу инеп-сығып йөрөй алырлығы юҡ. Күрәһең, был тирә улар өсөн ысынлап яҡын килмәй торған ер – табу.
Аҡһаҡалдың “ошо көндәрҙә” тигәне ай тирәһенән генә килеп етте. Бер мәл, мәмерйә алдындағы йылғаға мурҙа ҡуйып, балыҡ ингәнен көтөп, тын ғына ҡурай һыҙғыртып ятҡан егеттең күҙ алдында эстән кешеләр пәйҙә булды. Ысынлап ер аҫтынан килеп сыҡҡандай булып. Бейек үлән араһына лыпын ятты, бер килке башын да ҡалҡытырға ҡыйманы. Унан ипләп кенә күҙәтә башланы.
Килеүселәрҙе мотлаҡ ниндәйҙер алдынғы цивилизация кешеләрелер тип, көткәйне Усман. Хатта фантастик киноларҙағы сит планета вәкилдәрен дә күҙ алдына килтергәйне. Улар скафандрҙарҙа булырҙар, лазер ҡоралдары тоторҙар, әллә ниндәй аппараттар менән эш итерҙәр тип, уйлай ине. Ә былар... һинд ҡатын-ҡыҙҙарындай булып, сепрәк-сапраҡҡа төрөнгән, халат кейгән кешеләр төркөмө. Иң алда килгәндәре, һаҡал ебәрһә лә, йәш икәнлеге хәрәкәттәренән аңғарылып торғаны, оҙон таяҡҡа таянған. Шул башлыҡтыр күрәһең, уның алдында кеселекле баш эйеп, йүгерешеп йөрөйҙәр. Бына улар мәмерйәнең ҡояш яҡтылығына тейенгән генә ерендә туҡтап, башлыҡтарының ҡулдарын күтәреп, аңлайышһыҙ телдә нимәләрҙер һөйләгәнен тыңлап торҙо. Улар артынан тағы ла бер, торараҡ икенсе төркөм сыҡты. Һынап ҡараһа, йәмғеһе утыҙ кеше булған.
Бик ентекле күҙәтергә тырышты уларҙы Усман. Кемдәр булырға мөмкин? Ни өсөн уларға был ерҙән ҡорбан кәрәк? Ниндәй маҡсат менән киләләр? Билдәле ваҡытта ҡаршылыҡһыҙ килеү мөмкинлектәре булғас, улар, тимәк, был портал менән идара итә лә ала. Тик нисек?..
Көн шул яңылыҡ менән үтһә, төн бөтөнләй мөғжизә тыуҙырҙы. Бер мәл, ҡараңғылыҡты йыртып, мәмерйә алдында ғына бейек ут бағанаһы күтәрелде. Ойоп барған егет, һаҡлыҡты ла онотоп, ҡалҡынған килеш ҡатып ҡалды. Был утты теге һаҡаллы әҙәм сығара ине! Ул ҡулдарын болғай-болғай ниндәйҙер һүҙҙәр ҡысҡыра, ә бағана, үҫкәндән-үҫеп, күккә олғаша яҙҙы. Бына ниндәй ут бағанаһы хаҡында һөйләгән икән Таши! Тимәк, был ҡунаҡтарҙың үҙҙәренең килеүе һәм ҡорбандар көтөүе хаҡында хәбәр итеүе. Бындай ут бағанаһын, әлбиттә, һәр тарафтан күрәсәктәр.
Сәйер әҙәмдәрҙең серен белеү өсөн теләһә ниндәй аҙымға ла әҙер ине хәҙер Усман. Ул мәмерйәнең өҫкө яғынан төшә алырҙай юлдар эҙләп, тау түбәһенең һәр еген, һәр ярығын тикшерергә кереште. Ҡәбиләләгеләрҙе ярҙамға саҡырыу фәтеүә бирмәне. Улар ҡурҡыуҙан зомби хәленә инеп, килеүселәр нимәләрен һораһа, шуларын бирерлек хәлдәләр. Был, әлбиттә, магия, тип уйлай Усман. Ул бындағыларға сикһеҙ ҡурҡыу һала. Әммә, ни ғиллә менәндер, уның күңелен генә биләй алмай.
Ике көнлөк эҙләнеүҙәре бушҡа китмәне, йөрөй торғас, бер ек табып, шунан ҡыҫылып инеп китте. Ҡайһы урынын шыуышып, ҡайһы ерҙәрен дүрт аяҡлап ярты көндәй тау ҡорто булып йөрөй торғас, ҡапыл аҫтындағы юл юғалып, аҫҡа осто. Тик ҡурҡып та өлгөрмәне, һыуға сумды. Һыу тигәне лә тәрән генә булды, ахыры, байтаҡ түбәнгә сөңгөп, кире ҡалҡты. Башын өҫкә сығарҙы ла, тирә-яғына күҙ һалып, хайран ҡалды. Түбәнең яҡтылыҡ ҡына һыйып инерҙәй бер-ике ярығынан төшкән нурҙан был мәмерйә эсендәге күл йәшкелт-күгелйем батмус ише булып ялтырап ята ине. Һыу өҫтөндәге ваҡ тулҡындар яһаған нур бөртөктәре, мәмерйә түбәһендә уйнап, был сихрилыҡты бөтөнләй ғәжәйеп күренешкә әүерелдерә. Хозурлыҡҡа солғанып, үҙенең бында ниндәй маҡсат менән килеп төшкәнен дә онотто һунарсы. Һыу һалҡындан тештәре тешкә теймәй шаҡылдай башлағас ҡына, иҫенә килеп, ярға ҡарай йөҙөп китте.
Таныны ул был күлде. Бында резина кәмәлә йөҙөп йөрөнөләр. Ул саҡта инде түбәнән килгән был тишкетәр юлдар юҡ ине, ваҡыт уларҙы бөтәштереп, ҡаплап бөткән булғандыр. Күл дә бындай уҡ тәрән һәм матур түгел. Рәүеф Насирович ошо күлгә бәйле әллә нимәләр һөйләй ҙә ине. Тыңламаған икән. Шунда ҡолаҡ һалған булһа, хет бер нәмә белер ине. Ярай әле, аҫҡа төшөр юлды хәтерләй.
Ҡараңғыла һәрмәләнеп бара торғас, түбәнгә ыңғайлаған бер тәңгәлдә ҡулдары һалабаш арҡан кеүек нәмәгә юлыҡты. Тотҡолап-тартҡылап ҡараһа, ысынлап та хәрәкәт итеүгә ҡулайлаштырылған бау. Текә урындарҙа уға тотоноп шыуып төшөп тә була. Таши әйтеүенсә, серле килеүселәр бында әллә нисә быуаттар буйы пәйҙә булыр булғас, әлбиттә, мәмерйә эсендә аҫтан-өҫкә йөрөй алыр ҡулайламалар булдырғандарҙыр. Ике-өс урында шулай һәрмәләнеп оҙаҡ ҡына мәшәҡәтләнһә лә, баулы тәңгәлде табып ала алды Усман. Һуңғы ҡатта аҫтағыларҙың тауышы ишетелә башланы. Ваҡытында үҙе инеп юғалған залдың балкон кеүек бер уйымындағы таштар араһына ышыҡланып, аҫта ут яҡтыһында нимә менәндер булғандарҙы ҡарап ултыра башланы. Уртаға пирамида формаһында итеп таш өйәләр. Берәүҙәре тәрән булмаған канау ҡаҙып, уның төбөн күкһел балсыҡ кеүек иҙелмә менән һылай. Был канау уртанан бер яҡ стенаға тиклем һуҙыла. Теге һаҡаллы бер алғы залға сығып китә, бер был яҡҡа кире инеп, ҡулындағы оло китап буйынса өйрәтеп йөрөй. Тимәк, улар был йолалары хаҡында хатта китап яҙған. Йәки мәмерйә ҡапҡалары аша йөрөтә торған сихырсылар китабы бар. Ҡыҙыҡ! Бик ҡыҙыҡ! Тик күпме генә күҙәтһә лә, уларҙың ни ҡыланыуын төшөнә алманы Усман. Әммә бер нәмәне аңланы: былар ябай кешеләр. Ташилар уйлағанса, ғәйрәтле лә, үлемһеҙ ҙә, ҡурҡыныс та түгелдәр. Һәм бындағыларҙы шөргә һалған магияға ла, күрәһең, улар араһынан шул башлыҡтары ғына эйә. Башҡалар уның бер ҡарашынан теҙ сүгә, алдында йөҙтүбән ергә ҡолай. Тимәк, улар ҙа уның ҡулындағы ҡолдар, бары фарман үтәүселәр генә. Башлыҡтары иһә... сихырсы микән? Нишләпте, “сихырсы” тигәндән Усмандың көлкөһө генә килде. Ундайҙы әкиәт итеп кенә ҡабул иткәс, шуғамы, күҙ алдындағыларға ла етди ҡарай алманы.
Ҡәбиләлә уның һөйләгәндәренә ышанманылар. Хатта тыңламай, ҡасып уҡ китте ҡайһылары. Бары Таши менән Зао ғына баш баҫып ултырып ҡалды. Зао дуҫына хөрмәт йөҙөнән ҡалһа, Таши, күрәһең, нимәлер белгәнгә ҡалды.
– Етәр, Рау, – тип тыйҙы уны Зао, башлыҡтың асыуынан ҡурсаларға теләп.
Таши, “һөйләһен” тигәнде аңғартып, ҡул һелтәне.
– Шул. Улар шул уҡ ашай, йоҡлай, хатта мәмерйәнән сығып йөрөргә ҡурҡалар. Ҡулдарында йүнле ҡоралдары ла юҡ.
– Ни өсөн беҙ уларҙан улай ҡурҡабыҙ икән? – аҡһаҡал тарамыш бармаҡтары менән ябыҡ йөҙөн һыпырып ала.
– Уларҙың башлыҡтары маг йәки сихырсы... йәки... кем тип теләһәгеҙ, шулай атағыҙ. Ул күп нәмә менән идара итә ала.
– Нисек ул?
– Мәҫәлән, йылғаны ҡайната, ут сығара, дауыл ҡуптара ала.
Таши бер нөктәгә ҡарап уйлана бирҙе лә, шым ғына әйтеп ҡуйҙы:
– Эйе. Ҡорбан бирмәгәндә улар ҙур бәләләр килтергән, кешеләр өҫтөнә тауҙар ишелгән, күлдән аждаһалар сығып ташланған, һыуҙар ҡайнаған. Ә һин уларҙы еңеп була, тиһең...
Усман да бер аҙ тынып торҙо ла иң ҡыйыу фекерен әйтеп һалды:
– Була! Сихырсыларын үлтергәндә!
Зао менән Таши тертләп китте.
– Был магия, был ниндәйҙер белем, мөғжизә менән идара итеү. Шул көс булмағанда, ул бары ябай кеше генә. Тимәк, уны үлтергәндә, уның был көсө лә бергә китә. Улар был яҡҡа шул көс аша ғына сыҡҡан.
Һөйләүсе тыңлаусыларының бер ни аңламағанын күреп торһа ла, уларҙан бигерәк, үҙе өсөн уйҙарын теҙеп һала.
– Йәғни портал аша алып сығыу магияһын белеүсене юҡ иткәндә, башҡалары был юл менән башҡаса йөрөй алмаясаҡ. Һәм минең иманым камил, был белем уларҙа бары тик ошоноң кеүек һайланма кешеләргә генә өйрәтелеп ҡалдырыла.
Усман ҡыҙып китеп итеп һөйләне лә һөйләне:
– Был маг йәки сихырсы ҡарап тороуға йәш. Тимәк, ул был һөнәрен әле кемгәлер өйрәтеп өлгөрмәгән, сөнки үҙе яңы көс йыйған. Тимәк... был сихырсыны юҡ иткәндә, портал аша йөрөп, ҡорбан эҙләүселәр сылбырын өҙөргә лә була...
Зао менән Таши тағы оҙаҡ ҡына тыңланы әле уның, улар иҫәпләгәнсә бөтөнләй башҡа һыймаҫ фараздарын. Тик икеһе лә өндәшмәне. Сөнки, өндәшер һүҙҙәре юҡ ине.
Ҡәбилә ун алты-ун ете йәштәрҙәге бер ҡыҙҙы ҡорбанға әҙерләне. Уны ҡатын-ҡыҙҙар йылғаға төшөрөп йыуҙы. Унан ниңәлер балсыҡҡа май ҡушылған шыйыҡса менән буянылар. Әллә илаулап, әллә йырлап ялан буйлатып алып йөрөнөләр. Былай ҡыҙ артыҡ бәлшәйеп төшмәгәйне. Үҙен тыныс, хатта ғорур тотто. Юғиһә Усман уны ер тырнап аҡырып илар, ҡарышыр, тотоп бәйләп алып барырҙар тип, шөбһәләнгәйне.
Ҡыҙҙы алып барып бирә торған көндө һаман шул килеүселәрҙе аңдып йөрөп ҡайтһа, Зао: “Майҙы күрмәнеңме?” - тип ҡаршы алды.
– Юҡ. Ҡайҙа китһен ул, ошондалыр, – һуңғы көндәрҙә Майға иғтибар бирмәйерәк йөрөгән Усмандың әле лә артыҡ иҫе китмәне.
– Беҙ торғанда уҡ юҡ ине. Улай оҙаҡҡа юғалырға тейеш түгел, – булды Заоның яуабы.
Усман, үтеп китә биргәс, уға боролоп ҡарап алды һәм бәһлеүән дуҫының ҡарашында ниндәйҙер йәшерен ҡурҡыу һиҙҙе.
– Нимә булырға мөмкин... тип, уйлайһың, ә?
Зао ялбыр көрән ҡаштары аҫтынан һөҙә ҡарап тора бирҙе лә, эйәге менән тау аҫтынан һыҙылған үҙәк яғына ымлағандай итте. Был уның яҡынса самалауы, һиҙемләүе генә ине.
– Һин нимә... Зао?
Ҡапыл егеттең йөрәген әйтеп аңлатҡыһыҙ ауыр шом сорнаны, сорнаны ла ауырттырып ҡыҫып алды. Аяҡ быуындары йомшарғандай булды.
– Зао! Мин уны үлтерәм!
Торҙо ла йүгерҙе егет йырын яғына. Зао – уның артынан. Уларға игеҙәк малайҙар эйәрҙе. Улар шулай сабышып барып етте Ҡаһи һәм уның ағайҙарының ғаиләләре йәшәгән урынға. Ғаилә башлығы вазифаһын үтәгән, теге атаһы кеүек көмөрөрәк әзмәүер егет, быларҙың килерен көтөп торған – суҡмар тотоп ҡаршыланы.
– Ҡайҙа Май? – тип килеп етер-етмәҫтән һөйрәнләне Усман-Рау.
Дар өндәшмәҫтән алыш көтә. Уның былай ғына ҡыуышына яҡын ебәрмәҫе лә, әйтмәҫе лә көн кеүек асыҡ. Алыштан ҡасып ҡотолорлоҡ түгел. Улар табыш өсөн һуғышасаҡтар. Йәғни икәүҙән-икәү. Башҡалар, былар ҡануны буйынса, ҡыҫыла алмай.
Усман, өҫтөндәге тире япмаһын ҡайырып ташлап, суҡмарлы һуғышсыға ҡаршы сығып баҫты. Уның ҡояшта ҡарайып янған киң яурынбаштарында, беләктәрендә мускул тарамыштары тартышты. Көсөргәнештән муйын тамырҙары бүртеп сыҡты. Бәйгегә сығырын һиҙенгән айғырҙыҡылай булып, танау тишеге киңәйҙе, ҡараштары ауырайҙы. Тегеһе шундуҡ һөжүмгә күсте. Күҙ асып йомғансы, оло суҡмар ҡолаҡ тәңгәленән һөжләп үтте. Усманға ялтарып-ҡасып йөрөүҙән башҡа сара юҡ ине әлегә. Дошманы үҙе кеүек үк йәш һәм көслө. Ул да, был ҡәбилә һунарсылары кеүек, йылғырлыҡтың ни икәнен белмәй, әммә суҡмар менән оҫта эш итеүе менән алдыра. Әллә нисә тапҡыр иҙгес аҫтында ҡала яҙҙы Усман. Шулай ҙа ике-өс тапҡыр тегенең томшоғона йоҙороҡ ултыртып өлгөрҙө.
Дошманын арыта төшкәс, үҙе һөжүмгә күсте. Ҡоралын күтәргән мәленән генә файҙаланып, ашҡаҙан өҫтөнә төртөп, бөйөрөнә тубығы менән тибеп алды. Ауыртыуҙан бөгөлә биреп киткәнендә лә буш ҡалманы, һикереп китеп, терһәге менән умыртҡа һөйәгенә ултыртты. Бында ла ҡоламаны ҡырағай, көскә булһа ла ҡалҡынып, тағы суҡмарын һелтәне. Хәҙер инде һуғыш менән идара итеүҙе үҙ ҡулына алды Усман. Теге яҙа һелтәнгән һайын, аңғармаҫтан йә биленә, йә былай ҙа ҡанға туҙған ауыҙ-моронона ултыртты. Дар, асыуҙан ярһып, тағы ынтылды һәм тағы һауаны ҡосоп барып төштө. Иң ахыр, һикереп килеп күкрәгенә тибелеүән салҡан ҡолап, шунда ятып ҡалды. Һынып эскә ингән ҡабырғалары тын алғыһыҙ итеп түшен ҡыҫты. Ул арала еңеүсе, арттан килеп, беләге менә муйынынан алды:
– Ҡайҙа Май?.. Әйт!
Дар ғырылданы. Муйыны тағы ла нығыраҡ ҡыҫылды.
– Әйт! Быуам!
– Юҡ... ул... бында... – ҡырағай һуғышсы һаман ҡарышты.
– Ҡайҙа? Ҡайҙа ул? – Усман аҡылдан яҙғандай булып ҡысҡырҙы.
– Ул-лар...ға... бирҙем...
– Ниндәй уларға? Кемдәргә?
– Мә... мер-йә... йәлә-геләргә... Ат-тайым... өс... – ары һөйләй алманы ул, йыуан муйыны шытырлап боролдо ла, кәүҙәһе һәленеп төштө. Усман, был хәбәрҙе ишетеүҙән ҡото алынып ҡатып ҡалған Заоның ҡулындағы һөңгөнө тартып алып, йән-фарман урманға ҡарай йүгерҙе. Иҫтәренә килгән башҡалар ҙа уның артынан эйәрҙе. Тик мәмерйәгә етәрәк тороп ҡалдылар. Нисек кенә ярҙам итергә теләһәләр ҙә, был тыйыу йолаһы уларҙан көслөрәк ине. Хафаланып ҡарашып ҡалыуҙан башҡа саралары булманы.
Усман бар көсөнә тау үренә сапты. Мәмерйәгә тура барып инеү мөмкин түгел. Унда һаҡ бар. Ә ул йәшерен инеү юлын белә. Шул ҡыҙыулыҡ менән барып тоннелгә сумды ла, һөңгөһөн алдан этеп, шыуышып китте. Нисек күлгә сумып сығыуын да, теге йәшеренер урынына барып етеүен дә хәтерләмәне. Мәмерйә залының һәр мөйөшөнә ут яғып, урталағы пирамида өҫтөндә ултырған баяғы сихырсы тирәләй әйләнешкән халыҡты күргәс кенә, һыуына төшөп, бер аҙ уйлай алыу халәтенә ҡайтты. Үҙе ҡарашы менән ҡабаланып ҡыҙҙы эҙләне. Һәм тапты ла. Мөйөштә ултыра ине ике ҡыҙ. Бына уның береһен елтерәтеп торғоҙҙолар ҙа, уны-быны уйлап өлгөргәнсе, артта торғаны башына нимә менәндер һуғып иҫәңгерәткәс, йәлпелдәтеп алып барып, таш өйөмөндәге сихырсы алдына һалдылар. Уныһы йыртҡыс таҫыллығы менән бер һелтәүҙә ҡыҙҙың башын өҙә сапты. Баш убанан тәгәрәп төшөп, аҫтағы, шундай уҡ, кисәле-бөгөнлө сабылып, ҡәҙерһеҙ булып ятҡан башҡалары янында туҡталды. Таш өҫтөндәге, башһыҙ еңел кәүҙәне ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып алып, сабылған муйындан һарҡҡан ҡанды уба үренә тиклем һуҙылған канауға тоҫҡаны. Ҡара ҡан, канау буйлап ағып, мәмерйәнең стенаһына барып һылашты ла, шул тәңгәлдә таралып, ялтырап ятып ҡалды. Тимәк... портал аша йөрөү, был ҡапҡаларҙы астырыу өсөн гонаһһыҙ ҡыҙҙарҙың ҡаны кәрәк. Йә, Хоҙай!..
Күргәндәренән уҡшп ебәрҙе Усман. Нимә уйлағанда ла, бындайҙы уҡ көтмәгәйне бит. Бер мәлгә юғалып ҡалғандай булғайны ла, Майҙы урынынан тартып торғоҙғандарын күргәс, үҙ-үҙен онотоп ҡысҡырҙы ла ебәрҙе:
– Теймәгеҙ!!! Теймәгеҙ уға! – шул һүҙҙәренән һуң ултырған урынынан аҫҡа ырғыны ла, эре таштар өҫтөнә төшөп, тәгәрәп тә китте. Егеттең тауышын таныған Май, бер генә ҡат асырғанып: “Рау!” – тип әйтеп өлгөрҙө лә, түбәһенә һуғылыуҙан иҫен дә юйҙы.
Ҡаршы тороусыларҙың артыҡ таҫыллы һуғышсы түгеллеген бығаса уҡ самалаған Усман, килгән ҡыҙыулығы менән беренсеһен шундуҡ һөңгө һабы менән тәгәрәтә һуҡһа, икенсеһе ҡылыс менән һелтәнгәс, аҙыраҡ тотҡарланып, башта ҡулынан ҡоралын ҡайырып алды, унан шул уҡ ҡылысты хужаһының үҙенә ҡаҙаны.
Башын ҡалҡытһа, сихырсы Майҙың кәүҙәһе өҫтөндә балтаһын күтәргән! Ах! Май!.. Май!! Ю-уҡ!!!
Арыҫландай ыржайған ҡырағай һуғышсының ҡот осҡос булып атылып килеүенән ҡотолоу юҡлығын аңлаған сихырсы уға ҡаршы, һыңар ҡулын һуҙып, йәшен уты осорҙо. Ә был ваҡыт, Усман, бар көсөнә киҙәнеп, һөңгөһөн атҡайны. Балта аҫҡа уҡталды. Был өс көс, өс үлем, тәғәйенләнгән ерҙәренә тап бер мәлдә, бер секундта барып етте... Һөңгө зыңлап килеп, таш өҫтөндәге сихырсыны үтә кейҙереп, түбән осорҙо... Ут тубы Усмандың күкрәгенә килеп бәрелде лә, ҡауырһындай итеп әллә ҡайҙа алып атты... Майҙың ҡупшы башы, көс еткеһеҙ ауыр толомдарын саҡ һөйрәп, аҫҡа тәгәрәне лә, мәк сәскәһендәй ал ҡан, канауҙан ағып китеп, әлеге ерҙе һуғарҙы. Былар барыһы ла керпек елпер бер арауыҡта, төш кеүек кенә булды... Әммә булды... Булды...
... Әллә һөйәккә үтер таш һалҡынынан, әллә йөҙөнә туҡтауһыҙ тамып торған тамсы тыпылдауынан иҫенә килде ул. Күҙҙәрен асҡас та, ҡайҙалығын аңлай алмай ятты. Соңҡаһының емерелеп килгәндәй булып ауыртыуынан, башы менән бәрелгәндер. Һәрмәп ҡараһа, ҡанай икән. Ҡан... Ҡан!
Һикереп тороп, аяғына баҫты егет. Тауышы ҡараңғылыҡты йыртты:
– Май! Ма-а-ай!!!
Юлындағы таштарға эләгә-тәгәрәй, яҡтылыҡ һыҙылған яҡҡа тәнтерәкләне:
– Май-й! Ҡайҙа һин? Ма-ай!!
Тәпәш ишек аша эйелеп үтте, Оло зал һуҡмағы буйлап бәүелә-бәүелә ашыҡты. Мәмерйә стеналары уны эләкләне:
– Ма-ай! Тауыш бир! Май!!
Саҡ беленеп килгән йәйге таң. Әҙәм әҫәре юҡ. Эстән сыҡҡан ярым яланғас яралы, башын тотоп, мәмерйә ауыҙында ултыра. Ул зиһененең быуаттар араһында аҙашып ҡалғанын аңламай әле. Әммә йөрәге юғалғанын белә. Иламай. Ирендәре генә шыбырлап һаман бер үкте ҡабатлай:
– Май... ҡәҙерлем... Ҡайҙа һин?.. Май... Һаҡлай алманым... ғәфү ит... Май...
Шүлгәнташ ҡурсаулығы һаҡсылары уны ошо хәлдә килеп таба. Үткән төн юғалған студентты тәүлек буйы туҡтамай эҙләгәндәр.
Күптән түгел билдәле тарихсы, археолог, мәмерйә эштәре белгесе, тиҫтәләгән баҫмалар авторы Усман Ҡансуриндың кабинетында булырға тура килде. Уның сираттағы асышы хаҡында гәзиткә интервью эшләнем. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Кабинетында һаҡланған мәмерйә табылдыҡтарын күрһәтте. Минең өсөн иң ҡыҙығы, аҡ сепрәккә төрөп кескәй сумаҙанда һаҡланған ҡупшы ғына баш һөйәге булды. Ҡыҙ баланың башы икән, ҡасандыр, бик боронғо замандарҙа, хатта ҡырағай кешеләр быуатында, был ҡыҙҙы ҡорбан иткәндәр, ти. Был хаҡта һөйләгәндә археолог бер мәлгә генә тотлоҡҡандай, тамағына килеп тығылған төйөрҙө көскә йотоп ебәргәндәй булды. Бәлки, тойолғандыр ғына. Беҙ бит, журналист халҡы, фантазияға бай.

Фото: интернет.
Читайте нас: