… Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе яҡты, нурлы! Ниндәйҙер бик йылы, моңло көй ыңғайына яй ғына бәүелгән дә һымаҡ… Орлоҡбикә тирә-яғын байҡаны. Ҡараһа, бөтәһе лә һап-һары сәсле икән бында. “Эй, һарыбаш!” – тип берәүһенә өндәшһә, теге сыңғырлатып көлөп ебәрҙе: “Ә һин үҙең кем һуң? Һарыбаш булмай?” О, улар шундай күмәк икән! Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә ҡолаҡ һалды.
- Беҙҙең өйөбөҙ ниндәй матур!
- Ул – Сәскә! – тиешәләр икән дә һә, ҡыуанышып…
Тирә-яҡтан уларҙың өйөн ҡаймалап торған сағыу ҡыҙыл ҡоймалар - Сәскәнең таждары икән. Таждар бик һылыуҙар, нәзәкәтлеләр. Ҡояш нурҙарын һибә башлауы була, улар, көтөп кенә торған кеүек, яҡтыға борола, һонола. Тап шундай мәлдә Сәскә өйө балҡып, нурланып китә лә инде! Ә кистәрен таждар, һөйләшкән кеүек, йомола. Аҙаҡ аңланы Орлоҡбикә: көндөҙгө йылыны һаҡлап шулай итә икән улар.
Бер ваҡыт таждар йомолдо ла, Сәскә өйө дер һелкенә башланы. Орлоҡбикә әхирәттәре менән бик ҡурҡты. Етмәһә, донъяны һыу баҫты, лысма булдылар инде. Һуңынан, ҡапыл бөтәһе лә яҡтырып киткәс, таждар айырыуса тантаналы төҫтә асылды. Күрегеҙ, йәнәһе, беҙ ниндәй батыр! Маҡтанырлыҡтары ла бар ине шул! Һалҡынса саф һауа орлоҡтарҙың тынын киңәйтеп ебәрҙе. Бына шулай улар ямғырҙың да нимә була икәнен белде.
Йәй буйына рәхәтләнеп көн күрҙеләр. Сәскә өйөнән ҡунаҡ өҙөлмәне: бер-бер артлы йә бөрсәһе, йә ҡуңыҙы, йә бал ҡорто менән иңкеше тәмле һут эсергә килеп кенә торҙо…
Орлоҡбикә күҙҙәрен йомдо. Әле күргәндәре төш кенә булып сыҡты инде әллә? Һалҡын, шыҡһыҙ көҙҙәр еткәс, Сәскә өйө, кибеп, ергә ҡойолдо шул…
Оҙаҡ, бик оҙаҡ ятты ул ер ҡуйынында. Ҡышҡы бурандарҙың “выж”лауына ойоно. Яҙғы гөрләүектәрҙең селтер-селтер тауышына елкенде.
Ә бөгөн уны сағыу нур уятты. Йылы, рәхәт. Уянды ла уяныуын, тыныслығын тағы юғалтты шул Орлоҡбикә.
— Эй, эй! Мин бында бар әле, мин! — тигән сәрелдәк кенә тауыш ишетте ул.
Ҡайҙан килә был тауыш? Орлоҡбикәнең ҡуйынын ҡытыҡлап, нимә унда ҡуҙғалып-ҡуҙғалып ҡуя? Үҙе сәрелдәй, үҙе ҙурайғандан-ҙурая бара.
НравитсяПоказать список оценившихОтветить
БАЛАЛАР ДОНЪЯҺЫ (КЕСКӘЙ БАШҠОРТ)
БАЛАЛАР ДОНЪЯҺЫ (КЕСКӘЙ БАШҠОРТ) 5 июн 2016 в 18:54
— Бына ҡыҙыҡ, кем булайым мин! Мин — һин инде ул!
— Һин бик ҡыйыуһың. Шуға һиңә Ҡыяҡ тип исем ҡушам.
Орлоҡбикә ҡасандыр бик күптән үҙенең дә шундай исем йөрөткәнен, нәҙек кенә ҡыяҡ булып шытып сыҡҡанын хәтеренә төшөрҙө. Эйе шул!
Яңы һулыш алды Орлоҡбикә. Хәҙер улар икәүләп тупраҡты тишерҙәр ҙә Ҡояшҡа табан үрелерҙәр…
Баҡһаң, бик еңелдән түгел икән был! Ҡара тупраҡ улай тиҙ генә бирешергә теләмәне.
- Ямғыр яумайынса, юл бирмәйем! – тине ул ҡәтғи генә. – Орлоҡбикә, ҡайҙа бараһығыҙ мине ташлап? Ятығыҙ тик кенә үҙ урынығыҙҙа!
Ләкин Ҡыяҡты тыйып тотоп буламы ни?! Тынғылығын юғалтты, манма тиргә батты, ағарҙы, күгәрҙе – һаман кәҫле ерҙе быраулауын дауам итте.
— Ер ҡыртышы бик ҡаты. Көсөм етмәй, — тип иламһыраны бер саҡ нәфис Ҡыяҡ.
— Еңергә кәрәк уны. Һин быны булдыраһың. Ҡара әле, унда Яҡты нур менән Ямғыр тамсыһы һиңә юл күрһәтә, — тип, Орлоҡбикә Ҡыяҡты тағы дәртләндереп ебәрҙе.
Бик ныҡ тырыша торғас, ҡараңғы ер аҫты яҡтырып киткәндәй булды.
- Эй, кем бар унда? Әйҙә, тырыш, тырыш! Был мин, Яҡты нур, һине көтәм! – тине берәү.
- Ә мин, Ямғыр тамсыһы, һиңә һут булып тамдым! Тупраҡ йомшарыр ул, үҙең бирешмә! – тине икенсеһе.
Бына Орлоҡбикәгә өр-яңы донъя ҡоласын асты.
“Һаумы, талғын ел. Һаумы, саф тамсы,”– тип башын эйҙе Орлоҡбикә, ҡыяҡ осонда эленеп торған көйө.
Яҡты нур ҙа, Ямғыр тамсыһы ла, оло донъя ла уны күрмәне. Бөтәһенең дә иғтибар үҙәгендә кескәй Ҡыяҡ ине. Бар тәбиғәт, уны алҡышлап:
— Ер йөҙөнә яңы Сәскә тыуҙы! – тине.
Орлоҡбикә ҡыяҡ осонан ергә һикереп төштө. Шатлыҡтан күҙҙәрен йомоп:
— Был донъяла бөтә нәмә лә ҡабатлана, — тип ҡуйҙы ул. Шулай итеп Орлоҡбикә һуңғы һулышын алды.