Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2019, 02:00

Контрактҡа ҡул ҡуйылды

Ишембай районы муниципаль районы Советының утыҙынсы ултырышында депутаттар бер тауыштан район хакимиәте башлығы вазифаһына Азамат Фәрит улы АБДРАХМАНОВТЫ һайлағайны.

Ишембай районы муниципаль районы Советының утыҙынсы ултырышында депутаттар бер тауыштан район хакимиәте башлығы вазифаһына Азамат Фәрит улы АБДРАХМАНОВТЫ һайлағайны. Уҙған аҙна йәнә бер тантаналы ваҡиға менән иҫтәлекле булды - район Советы рәйесе Олег Агафонов менән район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов контрактҡа ҡул ҡуйҙы.
Олег Михайлович Азамат Фәрит улын ҡотлап, уға уңыштар теләне, районыбыҙ үҫеше, унда йәшәүселәрҙең именлеге өсөн барлыҡ көсөн, белемен, оҫталығын һалып эшләренә ышанысын белдерҙе.
- Ауыр ҙа, яуаплы ла бурыс йөкмәтелеүен аңлайым. Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың тыуған районы булыуы менән ул икеләтә яуаплы, - тип Азамат Абдрахманов депутаттарҙы берҙәм эшләргә саҡырҙы.
Фото: автор.
Читайте нас: