Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2019, 02:00

Алты айлыҡ бәпес юғалған

Ишембай ҡалаһында 43 йәшлек Ләйсән Мифтахова менән уның алты айлыҡ улы Илнур юғалған. Ҡатын балаһы менән 15 апрелдә иртән Губкин урамындағы йортонан сыҡҡан һәм ғәйеп булған.

Ишембай ҡалаһында 43 йәшлек Ләйсән Мифтахова менән уның алты айлыҡ улы Илнур юғалған. Ҡатын балаһы менән 15 апрелдә иртән Губкин урамындағы йортонан сыҡҡан һәм ғәйеп булған.


Уларҙың ҡайҙалығы әлегә тиклем билдәле түгел. Ирекмәндәр социаль селтәрҙәрҙә улар тураһында мәғлүмәт биргән. Ләйсәндең билдәләре: буйы 165 сантиметр, буй-һыны уртаса, сәстәре ҡара, күҙҙәре көрән. Ул һоро баш кейеме, фирүзә төҫлө куртка һәм оҙон ҡуныслы ҡара итек кейгән.


Илнурҙың билдәләре: ҡарауға алты айлыҡ бәпес, ҙур һоро күҙле. Ул шәмәхә төҫөндәге сәскәле баш кейемендә, айыу һүрәте төшөрөлгән ҡыҙыл комбинезонда. Уларҙың ҡайҙалығын белгәндәрҙән 8−987−106−06−01 йәки 02 номерына шылтыратыуҙы һорайҙар.




Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА



Фото: интернет.



Читайте нас: