Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2019, 02:00

Һағыҙаҡ балы (хикәйә)

Кем генә бал яратмай икән? Ып-ысын, кәрәҙлеһен? Минең кисә бесәндә тәмләгәненән дә шәберәген әлегә татып ҡарағаным юҡ. Һәр хәлдә телде йоторлоҡ ине. Марат менән Әсләмдең булмауына ғына эсем бошоп ҡуйҙы.


Күңелле бит ул бесән ваҡыты. Ғәҙәттә беҙ трактор менән эшләп алабыҙ. Әммә ошо сабынлыҡты быҙауҙарға, бәрәстәргә тип ҡул менән сабалар. Танһыҡҡа, ти атайым. Мин әлегә салғы тота белмәйем, әммә ҡарап торорға яратам. Ҡоштар кеүек бер-бер артлы теҙелешеп алалар ҙа, “выжт-выжт” итеп китеп тик баралар. Йәнә бесәндә сәй эсергә яратам. Әсәйем бесәнселәргә тип иң яҡшы сәйҙәр алып бара – эсеп туйғыһыҙ! Ергә һуҙылып ятып алаһың да ҡырҙы, урмандарҙы, болоттарҙы күҙәтә-күҙәтә һемерә бирәһең.


Кисә бесәнгә атай, әсәй, Рауза апай менән Басир ағай барҙыҡ. Сәрелдәк Әминәне лә алдыҡ. Ул ситтә ҡала буламы һуң?!


Төшкө аштан һуң әсәйемдәр яңынан сабырға китте. Мин, болоттарҙың төрлө ҡиәфәткә инә-инә күскәнен күҙәтеп ятып ҡалдым.


Ҡапыл әсәйем ҡото осоп:


- Уй, һағыҙаҡ! Ҡас, Рауза! – тип ҡысҡырып ебәрҙе лә, салғыһын ташлап, ситкә йүгерҙе.


- Әсәкәйе-ем! – Сәр-р итеп ҡалды Рауза апай ҙа.


Һикереп тороп, улар яғына саптым. Ни булды икән?


- Туҡта, алйот, ҡайҙа бараһың?! – тип ҡысҡырҙы миңә Рауза апай. – һағыҙаҡтан сағылаһың бит!


Мин шып туҡтаным.


- Иңкеш был, - тип асыҡланы атайым. Баҡ тиһәң, әсәйем барған юлда иңкеш ояһы булған. Әсәйем, белмәйенсә, туҙҙырып ебәргән. Был һары ҡорттар, ысынлап та, сағып ҡуйһа? Битте тешләһә, шунан шешеп, күҙем йомолһа?


Шул саҡ ҡурҡып ҡарап торған Әминә күҙемә салынды. “Һе, егет тиһәм, ҡурҡаҡ, имеш...” Һеңлемдең шулай көләсәген күҙ алдыма килтереп, алға атланым. Ояһы туҙыуға асыуланған һарыҡайҙар мәж килеп оса.


- Туҡта, Искәндәр, барма, - тип туҡтатты мине атайым. – Хәҙер тәмлекәсен ашарһығыҙ.


Үҙе салғы осо менән генә туп кеүек йомро бер нәмәне ситкә алып ырғытты. Һарыҡайҙар быны һиҙмәне лә. Мин атайыма йүгереп барҙым. Был туп кеүек тигәнем иңкештең ояһы булып сыҡты. Тышы ҡағыҙға оҡшаған, эсендә бал ҡортоноҡо кеүек ысын кәрәҙ.


- Ура, бал! – тип ҡыуаныстан һикерәндәргә тотондом. Уның бер яғында һары ғына бал кеүек шыйыҡса ялтырай, икенсе яғында аҡ ҡына әллә нәмәләр.


- Уларынан яңы иңкештәр барлыҡҡа киләсәк, - тип аңлатты атайым. Ә һары шыйыҡса уларҙың ризығы икән, бер ҙә бал түгел.


Атайым иңкештең ризығын Әминә менән икебеҙгә бүлеп бирҙе. Ялап ҡарау менән:


- Атай, яңылышҡанһың, был – ысын бал! – тинем.


- Юҡ, улым, бал ҡортоноң ғына балы була, ә был ни бары иңкештең аҙығы.


Мин барыбер ышанманым. Уның бал булыуына минең тамсы ла шигем юҡ ине. Иңкештеке хатта тәмлерәк тойолдо. Атайымдың беҙҙе алдаштырырға маташыуына үпкәмде белдерергә иткәйнем дә, кире уйланым.


Ҡайтҡас, малайҙарға ла һөйләп бирҙем. Мине тыңлап ултырып, уларҙың да иңкеш балы ашағыһы килде. Кис буйына һүҙ шул турала ғына барҙы.


***


Бөгөн мин дә, Әминә лә өйҙә ҡалдыҡ. Сәрелдәкте ҡарап йөрөтөү тағы миңә тейҙе. Мин:


- Ярай, ярай, - тип нимә әйтһәләр ҙә баш һелкеп ултырһам да, үҙемә эйәртергә һис уйламай инем. Өлкәндәргә ҡаршы “юҡ” тип әйтеп ҡара! Хәҙер аҡыл өйрәтергә тотонасаҡтар! Имеш, мин инде үҫкән, ағай кеше, атай менән әсәйҙең ярҙамсыһы. Әминә әле бәләкәй, ҡарап йөрөтөргә кәрәк, имеш. Ярай, Әминә аҙаҡ ошаҡлаша башлаһа, берәй яуап табырмын әле.


- Һин себештәргә ярма һал, һыу ултырт. Мин бәпкәләрҙе йөҙҙөрә торам... – тип уға эш ҡуштым да шылырға ниәтләнем. Әммә Әминә ҡаш аҫтынан уҫал текләп ҡаршыма килеп баҫты.


- Минән ҡасырға уйланыңмы?! – “Барыһын да әсәйемдәргә һөйләйем!” ти ине уның күҙҙәре.


- Юҡсы, ни эшләп ҡасайым ти?.. – Мин мөмкин тиклем яғымлыраҡ өндәшергә тырыштым. – Аҙаҡ һин дә килерһең, бергәләп йөҙҙөрөрбөҙ. Үҙеңә һыу инергә лә рөхсәт итермен...


Һуңғы һүҙҙәремдән һуң Әминә йылмайып ебәрҙе. Бөтә нәмәгә тиҙ генә ышанып бара шул ул.


Мин, бәпкәләрҙе йылғаға төшөрөп, һыу ингәндәрен аҙ ғына ҡарап торҙом да, яр ситендәге ҙур япма эсенә индереп яптым. Бикле торғандарын әсәйем белеп ҡалһа әлбиттә эләгәсәк, әммә минең ул турала уйлағым килмәне. Йәһәт кенә картуф баҡсаһы аша Мараттарға һыҙҙым. Ул арала ах-ух итеп Әсләм килеп етте.


- Малайҙар! Мин һағыҙаҡ ояһы таптым! – тип ҡысҡырҙы ул алыҫтан уҡ.


- Ҡайҙа?! – Беҙ дүрт күҙ менән уға төбәлдек.


- Баҡсалағы тиҙәклектә. Тик әсәйем унда яҡын барырға ҡушманы, һағыҙаҡ сағып ҡуйыр, тине.


Әммә беҙ уның һуңғы һүҙҙәрен ишетмәнек тә, ҡолаҡтарҙа “бал” һүҙе генә яңғырай.


- Әйҙәгеҙ, балын ашайбыҙ? Иңкештеке булғас, быныҡы ла барҙыр әле, - Марат менән мин Әсләмгә инәлдек. Дуҫыбыҙ бер аҙ икеләнеп торҙо ла, ярай һуң, тип риза икәнен белдерҙе. Беҙ сағылмайынса ғына нисек бал алыу хаҡында баш вата башланыҡ.


- Мөслим бабайҙың умартанан бал алғанын ҡарап торғаным бар. Ул өҫтөнә ап-аҡ халат, башына селтәрле аҡ эшләпә кейә, - тине Әсләм.


- Шулай шул! – Мин дә уның менән килештем. – Нисек күрә тороп ялан баш, ялан ҡул ҡорт араһына барып инәһең?


- Беҙҙең кейем юҡ бит әле... – тип уфтанды Марат. – Ҡайһылай итәбеҙ инде?


- Үҙебеҙ эшләйбеҙ уны! – тинем уйлап та тормай.


Һөйләштек, килештек тә, мине кейендерергә булдылар. Ни тиһәң дә, иңкештең балын мин беренсе булып тәмләгәнмен. Малайҙарға ла беренсе булып мин һөйләнем.


Ҡайтып, шорты тышынан трико, ойоҡбаш кейҙем, әсәйемдең аҡ кофтаһын алдым. Марат ҙур аҡ пакет, олатаһының байрамдарҙа ғына кейә торған эшләпәһен, Әсләм ике полиэтилен тоҡсай һәм тәҙрә селтәре тотоп килде.


Аҡ пакетты башыма кейҙем. Марат күҙ, танау тирәләрен уйып алды. Әсләм, пакет өйөрөлөп тормаһын тип, муйын тәңгәленән бау


менән нығытып бәйләне. Ҡулдарға аҡ тоҡсайҙарҙы кейҙем. Әммә эшләпә менән трико ҡара ине, ни эшләргә? Әсләм ҡапыл:


- Таптым! Хәҙер! – тине лә өйҙәренән эзбиз һалынған биҙрә һәм бумала алып килде. Биҙрәгә көсө лә етмәй ине, күтәрергә беҙ ярҙамлаштыҡ.


- Бер көндө өйҙө ағартҡайныҡ, хәҙер шуның менән һине буяйбыҙ, - тине Әсләм ҡыуанып. Улар бик тырышып миңә буяу һөрттө.


- Бер ҡара ерең дә ҡалманы, - тигәстәре, тулыһынса әҙер булыуымды тойҙом. Хәҙер миңә бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел ине!


Мараттар тороп ҡалды, мин Әсләм күрһәткән ергә – тиҙәклеккә атланым. Һағыҙаҡтарҙы әйтәм, тапҡандар оялар урын! Ҡайһылай хәйләкәрҙәр, белмәҫтәр, күрмәҫтәр тинеләрме икән? Миңә бүтән берәй нәмәне тиҙәклектән алырға ҡушһалар, шунда уҡ: “Ю-уҡ!” – тиер инем. Әле бал тәмләү теләге шул тиклем көслө, бар ҡыйыулыҡты йыйып, тиҙәкте таяҡ менән болғатып ебәрҙем. Болғатып та ебәрҙем, һары хужалар мыжғып килеп тә сыҡты. Мин атайым кеүек ҡатып ҡалдым. Тынысланһындар ҙа, шунан таяҡ менән әкрен генә ситкә алып ташлармын тиһәм, күмәкләп миңә ябырылмаһынмы тегеләр?! Унан да, бынан да семетеп алалар, түҙ генә!


- А-а-а, әсә-ә-әй! – тип йән көскә аҡырып тыпырсынырға тотондом.


Барыһын да ситтән күҙәтеп торған Әсләм менән Марат быны күреү менән:


- Һағыҙаҡ! Һағыҙаҡ! - тип ҡысҡырҙылар ҙа табандары ғына ялтырап ҡалды.


Мин илай-илай бер улай сабам, бер былай. Тегеләр – минең арттан. Нисек шул яуыздарҙан ҡотолорға белмәйем. Тауышты ишетеп, Әминә йүгереп килеп етте. Минең ҡиәфәтте күҙ алдығыҙға килтергәнһегеҙҙер инде: башта аҡ эшләпә, аҡ пакет, пакет өҫтөнән селтәр һәлберәп тора, ҡулдарҙа аҡ тоҡсай, аҡ трико... Әминә, бер аҙ аптырап та, ҡурҡып та ҡарап торғандан һуң, һыны ҡатып көлөргә тотондо. Үҙем илайым, үҙем ғәрлегемдән:


- Көлкөңдө яңыртырмын әле бына! – тип уға йоҙроҡ күрһәтәм.


Эштең хөрт икәнен аңлаған Әминә көлөүҙән туҡтаны ла йүгереп барып баҡсаның ишеген асты.


- Ағай, һыуға сум! Һыуға! – тип ҡысҡырҙы.


Мин сәбәләнеп:


- Һин әйтмәһәң дә беләм! – тип, башымдағы, ҡулымдағы моҡсайҙарҙы йолҡҡослай-йолҡҡослай һикерәндәп барып мискәләге һыуға төшөп ултырҙым. Был – йәшелсәләргә һибә торған һыу. Һәр ваҡыт алыштырып тормағанлыҡтан, төбөнә йыйылған батҡаҡ өҫкә ҡалҡты, һыу бып-бысраҡ булды. Болғансыҡ мискәлә күпмелер тын алмай ултырам да, башты ғына сығарып, һауа һулап алам. Унан йәнә һыуға сумам. Үҙем эстән генә Әминәгә рәхмәт әйтәм. Мин уны ҡурҡаҡ, сәрелдәк тип гел әрләгән булам, ә ул ана ниндәй батыр! Марат менән Әсләмгә асыуландым: ысын дуҫтар шулай була тиме икән?..


Әминә:


- Ағай, һағыҙаҡтар китеп бөттө, сыҡ, - тип өндәшкәс кенә һыуҙан айырылырға батырсылыҡ иттем.


Кисен атайым, бесәндән ҡайтҡас, әрләмәне лә, көлмәне лә. Уның ҡарауы, һағыҙаҡ, иңкеш, бал ҡортоноң нимә менән айырылыуы, уларҙың ҡайҙа, нисек йәшәүе тураһында ентекләп һөйләне. Баҡтиһәң, һағыҙаҡ үҙенә бөтөнләй аҙыҡ йыймай булып сыҡты...





Фото: интернет.




Читайте нас: