Ҡыяр яҡшы үҫеп сыҡһын өсөн, апрель аҙағында - май башында орлоҡтарын йомортҡа ҡабығына ултыртығыҙ.
йомортҡа һатылған һауыты йәки икенсе бер һауыт
1. Йомортҡа ҡабығын киптереп, әҙерәк ер һалаһығыҙ. Эсенә 2-3 орлоҡ һалып, 1-2 см ер менән ҡаплап ҡуяһығыҙ.
2. Йомортҡаларҙы һауытҡа урынлаштыраһығыҙ ҙа, һыу ҡойоп, шыптыр менән ҡаплайһығыҙ. Ҡарап тороғоҙ, ер гел йеүеш булырға тейеш.
3. 5-се көндә, ҡыяр япраҡтары күренә башлағас, шыптырын сисәһегеҙ. Һыу ҡойоп торорға онотмағыҙ! 2 аҙна тирәһе тәҙрә төбөндә тотоғоҙ ҙа, йылы көндә тышҡа алып сығығыҙ.
4. Ҡыярҙы ергә сәскән ваҡытта йомортҡанан сығармағыҙ. Ҡабығын ярып, ҡуша ултыртығыҙ.
Ҡыяр ҙурыраҡ һәм тәмлерәк була!