Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2019, 02:00

Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша

Үҙәк көйөүҙән ни бары 5 – 6 йөҙөм ашау ғына кәрәк. Тәүҙә йөҙөмдө һәр саҡ үҙең менән алып йөрөргә тура килһә, һуңынан кәрәге ҡалмаясаҡ, ауырыу яйлап үтер.

- Йөрәгегеҙ ауыртыуға зарланаһығыҙ икән, иртәнсәк бер көнгә етерлек дарыу әҙерләп ҡуйығыҙ. Бәләкәй генә киҫәк икмәкте дүрт өлөшкә бүлеп, һәр береһенә бер нисә тамсы бесәй үләне төнәтмәһе тамыҙығыҙ. Һәр 4 сәғәт һайын икмәк киҫәген ауыҙығыҙға ҡабып, яҡшы итеп сәйнәп йотоғоҙ.

- Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн ҡырғыстан үткәрелгән кишергә йөҙөм йәиһә әстерхан сәтләүеге ҡушып әҙерләнгән салат ашағыҙ. Майонез урынына ҡаймаҡ һалына. Бындай салатты даими ашағанда, мейе күҙәнәктәре яңыра һәм ҡан әйләнеше яҡшыра.


- Ангинанан ҡотолоу өсөн теш таҙартҡан ваҡытта ауыҙығыҙҙы сайҡатҡанда тәүгеһендә һыуҙы төкөрөгөҙ, икенсе ҡат сайҡатҡанда тамағығыҙҙы ла сайҡатырға онотмағыҙ. Быны ғәҙәткә индерһәгеҙ, тамаҡ ауыртыуының нимә икәнен бик тиҙ оноторһоғоҙ.


- Ашҡаҙан сей яраһынан, эсәктәр ауыртҡанда тауыҡ йомортҡаһын бер ҡалаҡ он менән бутап, ас ҡарынға эсегеҙ. Дауаланыу курсы – 10 көн. Был рецепт күп тапҡыр һыналған.


- Үҙәк көйөүҙән ни бары 5 – 6 йөҙөм ашау ғына кәрәк. Тәүҙә йөҙөмдө һәр саҡ үҙең менән алып йөрөргә тура килһә, һуңынан кәрәге ҡалмаясаҡ, ауырыу яйлап үтер.


Фото: Т. Аманов


Читайте нас: