Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2019, 02:00

ҠОРОЛТАЙҘА “ЯБЫҠ” ТЕМАЛАР БУЛМАНЫ

Уҙған аҙна Ишембайҙа V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау буйынса урындағы ҡоролтай ултырышы үтте.

Уҙған аҙна Ишембайҙа V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау буйынса урындағы ҡоролтай ултырышы үтте.
Уның бәҫле, рухлы һәм эшлекле үтеүе, әлбиттә, башҡарма комитет тырышлығынан да, ә унан бигерәк һәр биләмәнән килгән делегаттарҙың әүҙемлегенән, конференция эшендә күңел талабы менән ҡатнашыуынан торҙо.
Редакцияға конференцияла ҡатнашыусыларҙан килгән бер нисә хат та, шылтыратыуҙар ҙа ошо хаҡта һөйләй – яҡташтар бөгөн халҡыбыҙҙы борсоған проблемаларға битараф түгел, киләһе ун йыллыҡҡа милләт үҫеше стратегияһы хәл ителгәндә үҙебеҙҙең ерлеккә ҡағылышлы эшлекле, ҡыйыу тәҡдимдәр булырға тейешлеген аңлай.
Үҙемә ҡалһа, сараның башында уҡ уға рухлы йүнәлеште бөгөнгө йәштәр, бәләкәйҙән милли мөхитте тойоп, һеңдереп үҫкән балалар бирҙе. Ишембай нефть колледжының ҡурайсылар ансамбле сығышы, ошо кис ишембайҙарҙы концерты менән ҡыуандырырға тейеш йәш сәхнә оҫтаһы Зәйнетдин менән бергә 2-се башҡорт гимназия-интернатының “Алтынай” ансамбле балалары бейеүе, “Берғамыт”тарҙың йөрәктәрҙе елкендереүе үҙе бер тәрбиә, йоҡлаған ҡылдарҙы уятыусы көс! Милләт хаҡында һөйләүселәр бар, һәм, үҙе лә һиҙмәй, уның хаҡына тыныс ҡына эшләүселәр бар. “Алтынай” менән “Берғамыт”ты етәкләүсе, өс бала атаһы Артур Мөхәмәтйәнов һымаҡтар, мәҫәлән. Ә тәбиғәтебеҙҙе яҡлаусы, шихандар, Торатау, Бүжәтау тип янып-көйгән яҡташтар, өҫтән яуған үҙгәрештәр баҫымы аҫтында ла мәктәптәрҙә телебеҙҙе яҡлай, һаҡлай белгән ябай уҡытыусылар һуң? Бындай егет-ҡыҙҙарҙы күрә, баһалай белһәк, урындағы етәкселек алдында ла кемгәлер ярау һорауы тормаһа, ә ер-һыу именлеге, аҫаба халыҡ мәнфәғәте, үҙебеҙҙән һуң ҡалырға тейеш нәмәләр кеүек юғарыраҡ уйҙар менән йәшәһәк, бәлки, бөгөн ошондай йыйылыштарҙа күтәрелгән бик күп һорауҙарға урын да ҡалмаҫ ине. Конференцияла ҡатнашыусы бик күптәребеҙ ошо хаҡта әйтергә теләгәндер, тип уйлайым.
Ҡоролтай тәртибенә, шартына ярашлы барҙы. Башҡарма комитеты рәйесе Әлфис Фәйзуллиндың, Торатау һаҡсыһы Абдрахман ағай Вәлитовтың, Юрматы ырыуы ҡор башы Риф Иҫәновтың сығыштарынан залдағылар күп нәмә алғандыр, тип ышанғы килә. Ишембай районы имам-мөхтәсибе Илшат Хафизов ҡалала күптән ниәт ителгән тағы бер мәсет төҙөү эшенең ниңә тотҡарланып килеүенә асыҡлыҡ индерҙе. Тейешле тәртип, ҡануниәт буйынса ер бүленгән, төҙөлөш урыны кәртәләнеп алынған, тотҡарлыҡ - мәсет проектының күп тапҡырҙар үҙгәртелеүендә. Илшат хәҙрәт, бар документ эштәренең халыҡ саҙаҡаларына башҡарылыуын, ниндәйҙер ҙур бағымсы булмауын билдәләп, был изге ниәткә хәләл көстәренән ҡушылыусыларға тәрән рәхмәтен әйтте. Башланған эш – бөткән эш, берҙәм булһаҡ, Ишембай уртаһында ла балҡып торған иман йорто ҡалҡыр.
Республика “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева, яҡташтарын ихлас сәләмләп, республиканың 100 йыллығы айҡанлы Башҡортостан автоно-мияһы өсөн милли көрәштә әүҙем ҡатнашыусы шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса районда байтаҡ саралар үтеүен, таҡтаташтар асылыуын ҙур эш тип баһаланы. Конференцияла илһөйәр, телһөйәр, халыҡ араһында тәрбиә-ағартыу эшен алып барған бер төркөм яҡташтарыбыҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм муниципаль район хакимиәтенең рәхмәт ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнде.
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика конкурсында - Гран-при, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, шулай уҡ Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәндәре буйынса олимпиадаларҙа - 1 урын, башҡорт йәштәренең «Аҫылташ» республика дебаттар конкурсында ла еңеү яулаған Ә.Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия уҡыусыһы Шәрипова Гөлсәсәктең район хакимиәт тарафынан ноутбук менән бүләкләнеүе - телһөйәр, рухлы балаларҙы дәртләндереү генә түгел, уларҙың мәртәбәһен күтәреү ҙә булды.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәр ерҙә әҙерлек барғанда, ишембайҙарҙан унда эшлекле, үҙ һүҙен аҡыллы еткерә белгән йәштәр ҡатнашырға тейеш тигән фекерҙе лә хупланы Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың “Торатау” геопаркын булдырыу указы бигерәк тә ошо изге тауыбыҙ тирәһендә урынлашҡан ауылдар халҡына үҙ ҡарашын асыҡ ишеттереү форсаты бирҙе. Залдан әйтелгән фекерҙәр хәҙер “ябыҡ” темалар юҡлығына ишара булды.
- Кисә Торатау хаҡында һүҙ әйтергә лә ҡыймағандар, Торатау итәгендә Роберт Юлдашев һынлы абруйлы шәхестәр ҡатнашлығында ойошторолған йыйындар, этнофестивалдәргә аяғын да юллатмаған ҡайһы берәүҙәрҙең хәҙер тау һаҡсылары булып сығыш яһауын ҡабул итеп булмай. Беҙҙә ерҙәребеҙгә хужа булыу, экология, халыҡ һаулығы мәсьәләләрен ҡаты ҡуйырға кәрәк, - тине Ҡарайған ауылынан Таһир Йосопов. Уның фекеренә “Башҡорт” йәмәғәт ойошмаһы егеттәре, “Бүжәтау” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы булып ойошҡан ғүмәрҙәр ҡушылды. Халҡым тигән ир – алтын. Ҡоролтай ултырышында ҡатнашыусылар араһында йәштәр теләген дә, аҡһаҡалдар һүҙен дә, ил инәләре әйтергә хаҡлы уй-нәсихәтте лә еткереүселәр булды. Теләк бер – хакимиәт, урындағы ҡоролтай һәм йәмәғәтселек бер-береһен аңлап эшләһен, уртаға һалып һөйләшә алмаған уңайһыҙ һорауҙар булмаһын.
Район ҡоролтайы башҡарма комитетына ағзалыҡҡа һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегатлыҡҡа һайлауҙар башланыр алдынан йыйында ҡатнашыусылар шундай талап ҡуйҙы: исемлек йыйынға килгән халыҡ тәҡдиме һәм тауыш биреү һөҙөмтәһендә төҙөлһөн. Шулай итеп, район һәм ҡаланан сарала ҡатнашыусы 211 делегат тарафынан июнь айында үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп Рифат Әйүпов, Юлай Аралбаев, Абдрахман Вәлидов, Фәрүр Вәлитов, Илнур Ғиниәтуллин, Гөлсөм Мәмбәтҡолова, Илнур Мөхйәнов, Әлфис Фәйзуллин һәм Илшат Хафизов һайланды. Рәсми делегация составына шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов һәм район ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Мәрйәм Солтанова индерелде.
Һәр йүнәлештә маҡсаттар асыҡ, билдәле. Бөгөн уларға өлгәшеү юлдарын табыу мөһим. Милләт киләсәге, яҙмышы тигән төшөнсәне тәрәнерәк аңлаһаҡ, башҡорт башҡортҡа терәк һәм үрнәк булһа, халҡыбыҙға хас һәләттәрҙе, кәсептәрҙе үҫтерә белһәк – барыһы ла яҡшы булыр.

Фото: автор.
Читайте нас: