Йәйге селләләрҙә бешеп, һалҡындарҙа туңып эшләгән, ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмаған быуынға беҙ ҙур хөрмәт менән бағабыҙ. Уларҙың сыҙамлығына, күңел тәрәнлегенә, рух ныҡлығына һоҡланабыҙ.
Ҡанаҡай ауылында ғүмер иткән һәм ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләгән Басир Ғөзәйер улы ҠОТЛОЕВ та ауылдың ихтирамлы аҡһаҡалдарының береһе. Ҡартлығында ғүмер буйы йәнәш килгән ҡатыны Зөбәйҙә Әбделғәлим ҡыҙының булыуы менән дә бәхетле ул. Әйткәндәй, быйыл уларҙың бергә тормош ҡороуҙарына 65 йыл тула.
- 90 йәшкә етермен, тип уйламағайным да. Шулай ҙа беҙҙең нәҫелдә оҙаҡ йәшәүселәр бар. Әсәйемдең бер һеңлеһе 112 йәшкә етте, икенсе һеңлеһе лә 100 йәштәргә тиклем ғүмер итте, - тип ихлас һүҙ башланы Басир ағай.
Ордендары – тырыш хеҙмәт билдәһе
Ул Ҡанаҡайҙа донъяға килә һәм тыуған еренән бер ҡайҙа ла китмәй. Атаһы һуғышта һәләк була, 17 йәшлек сағында әсәһе лә был донъянан китеп бара. Шуға тормош уны бик иртә үҙ аллылыҡҡа өйрәтә. Үҫмер сағынан көтөүсе, ат ҡараусы булып эшләй. Шулай ҙа күңеле менән тракторға тартылған егеттең тиҙҙән хыялы тормошҡа аша. Механизаторҙар курсында уҡып ҡайтып, “Өлкәр” колхозында хеҙмәт юлын башлай. Әйткәндәй, үҙ яртыһын - Зөбәйҙә апайҙы ла тап шунда осрата. Иген һуҡҡанда ул осорҙа ҡатын-ҡыҙҙар көсө менән дә күп эш башҡарыла. Шунда егеттең күҙе сибәр Зөбәйҙәгә төшә лә инде. 1954 йылда йәштәр өйләнешә.
Йылдар үткән һайын колхоз исеме үҙгәртелеп тора, Басир ағай ғына тракторсылыҡ эшен ташламай. Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн данлыҡлы “Коммунизм” колхозына хеҙмәт итеүгә арнай.
Зөбәйҙә апай ҙа колхозда алдынғылар рәтендә була.
- Тәүҙә һәр кешегә 2-3-әр гектар сөгөлдөр бүлеп бирә торғайнылар. Шуны ҡул менән утайбыҙ, таҙартабыҙ, тейәп оҙатабыҙ. Шул саҡтарҙа ла гектарынан 300-400 центнер уңыш ала торғайныҡ, - тип һөйләне ул.
Аҙаҡ звеноларға бүлеп эшләү башлана. Басир ағай звеньевой була, бында ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр. “Бөтә Рәсәй социалистик ярыш еңеүсеһенә”, “Шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса райондың иң яҡшы звеноһына – социалистик ярыш еңеүсеһенә” тигән вымпелдар бөгөн дә Ҡотлоевтар йортоноң иң түрендә ҡәҙерле иҫтәлек булып эленеп тора.
Юғары күрһәткестәр нигеҙендә – тынғыһыҙ хеҙмәт ята. Сменалап эшләгән саҡтарын, төндәр буйы ер һөргән ваҡыттарын хәҙер иҫләргә генә ҡалған. Алдынғы тракторсының фотоһы Мәскәүҙә ВДНХ-ла ла маҡтау таҡтаһына эленә, Өфөгә йыйылыштарҙы асыу сараларына ла йыш саҡыралар. Ҡанаҡай тракторсыһының хеҙмәте “Почет Билдәһе”, “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ” ордендары менән баһаланған. Бөгөн дә Басир ағай уларҙы ҙур ғорурлыҡ менән таға. Тырыш хеҙмәте өсөн телевизор менән генә лә дүрт тапҡыр бүләкләнә.
Юлын дауам итер улдары бар
Эштә лә намыҫлы хеҙмәт итә, өйҙә лә бер төптән егелеп донъя көтә Ҡотлоевтар. Үҙ ғүмерҙәрендә өс йорт төҙөп сыға улар. Шуға ла бөгөн үткән ғүмерҙәрен ҙур ҡәнәғәтлек менән иҫкә алалар.
- Таңдан эштәрҙе бөтөрөп, балаларҙы мәктәпкә оҙатып, иртәнге 8-ҙә яланда була инек инде. Нисек өлгөрҙөк икән, тип аптырайым хәҙер. Ҡарлы бурандарҙа сөгөлдөр тейәгән мәлдәр ҙә булды. Эштән ҡурҡып торманыҡ. Өйҙә лә татыу булдыҡ, бер ауыр һүҙ ишетмәнем иремдән. Нимә әйтһәм, тыңланы. Күпме аҡса эшләһә, миңә ҡайтарып бирҙе. Ғаилә, балалар тип өҙөлөп торҙо, - тип ҡәнәғәт йылмая Зөбәйҙә апай.
Алты балалары – алты һөйөнөс булып үҫә. Өс ҡыҙҙары, өс улдары матур ғаиләләр ҡорған, ата-әсәйҙәренең таянысы бөгөн. Улдары – Минеғол, Миҙхәт, Мәрхәм өсөһө лә ауылда төпләнгән, өсөһө лә, атайҙарының юлын дауам итеп, тракторсы һөнәрен һайлаған. Әйткәндәй, Мәрхәмдең улы Марсель да әле Стәрлетамаҡта механизаторлыҡҡа уҡый.
Басир ағайҙың Радмир исемле бүләһенең дә техникаға ҡыҙыҡһыныуы ҙур булыуын белдек. Минеғол олатаһы тракторға ултырһа, эргәһенән китмәй икән. “Мин тракторсы булам, ауылға ҡайтып тракторҙа эшләйәсәкмен”, - тип хыяллана 2-се класта белем алыусы малай. Бына шулай, тракторсы, механизатор булыу элек-электән ир-егет өсөн яҡшы һөнәр һаналған, бөгөн дә ул үҙенең бәҫен юғалтмай. Ҡотлоевтарҙың тракторсылар династияһы быуынданбыуынға күсә килә.
Балалары, 14 ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәре менән дә бәхетле был оло пар. Беҙ барғанда эргәләрендә килендәре Рәзилә менән ҡыҙҙары Гөлгөнәне тап иттек.
- Килен булып төшөүемә 39 йыл. Ҡәйнәм менән ҡайным һәр ваҡыт терәк булды, йорт та һалыштылар, балаларҙы ла үҫтерештеләр. Уларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Әле лә үрнәк алып, кәңәштәрен тыңлап йәшәйбеҙ. Ейәнейәнсәрҙәребеҙ ҡаланан ҡайтып төшһә лә, “ҡартәсәй, ҡартатай” тип, улар янына ашҡына, - ти Рәзилә Ғәйзулла ҡыҙы.
Ололар менән һөйләшкән һайын һүҙ бөтмәй. Уларҙың әйткәне, тормош ҡағиҙәһе һымаҡ, күңелгә һеңә бара. Күңел тәрәнлеге лә, ихласлыҡ та тәбиғәттән һалынған үҙҙәренә. Яңы ғына танышһаҡ та, иң яҡын кешеләре менән хушлашҡандай, әллә күпме изге теләктәрен теләп оҙатып ҡалды Басир ағай менән Зөбәйҙә апай.