Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2019, 02:00

Һорауҙар һауала эленеп ҡалмаҫ

Үткән шәмбе Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, төрлө тармаҡ, хеҙмәт белгестәре менән берлектә, Ишәй ауылында халыҡ менән сираттағы осрашыу уҙғарҙы.

Үткән шәмбе Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, төрлө тармаҡ, хеҙмәт белгестәре менән берлектә, Ишәй ауылында халыҡ менән сираттағы осрашыу уҙғарҙы. Ғәҙәттәгесә, башта халыҡ белгестәргә шәхси рәүештә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе, һуңынан осрашыу тамашасы залында дөйөм йыйылышта дауам итте.
Белгестәргә туранан-тура мөрәжәғәт итеү күптәргә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына тулы яуап алырға мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, Ишәйҙән хаҡлы ялдағы уҡытыусы Айрат Иҫәнбаев сүп-сар сығарыу буйынса түләүҙәргә ҡағылышлы һорауын асыҡланы, шул уҡ ваҡытта сүпсарҙы йыйып алып китеүҙә уңайлы булһын өсөн ауылда бер нисә урынға контейнер ҡуйыу тәҡдимен индерҙе. Һаулыҡ һаҡлау буйынса ла мәсьәлә күтәрҙе ветеран уҡытыусы. “Маршрут автобусы менән ҡалала баҙарҙа төшөп, аҙаҡ Көньяҡ биҫтәһендәге поликлиникаға йөрөү халыҡта күп уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, шуға ауылдыҡыларҙы баҙар эргәһендәге поликлиникаға беркетһендәр ине”, - тине ул. Әлбиттә, был мәсьәләне ишәйҙәр генә күтәрмәй. Дөйөм йыйылышта ла уны хәл итеү буйынса эш алып барылыуы әйтелде.
Осрашыуға Яңы Ауылдан килеүселәрҙең күплеге лә күҙгә ташланды. Юлдың насар булыуы уларҙың үҙәгенә үткән проблемаларҙың береһе булһа, урамдарҙы яҡтыртыу, һыу үткәреү ҙә күптән өлгөргән мәсьәлә. Район хакимиәте башлығы быларҙың барыһына ла асыҡлыҡ индереү маҡсатында комиссия йүнәлтеләсәген әйтте. Йыйылышта һорауҙарҙың төрлөһө яуып ҡына торҙо. Берәүҙәренә шунда уҡ яуап табылды, икенселәрен хәл итеү өсөн ваҡыт, мөмкинселек талап ителә.
Әлбиттә, ишәйҙәр быға тиклем дә үҙҙәренең борсоған һорауҙары менән мөрәжәғәт иткән булған. Уларҙың ҡайһы берҙәре буйынса ыңғай яңылыҡтар бар – Ишәй ауылы мәҙәниәт йортона ремонт, ауылда һыу үткәргестәрҙе төҙөкләү өсөн аҡса бүленеүе хаҡында әйтелде. Тимәк, мәсьәлә асыҡ ҡалмай, яйлап ҡына үҙ сираты менән хәл ителә бара. Әлбиттә, барлыҡ етешһеҙлектәрҙе лә бер юлы бөтөрөп булмай. Шулай ҙа уларҙың береһенең дә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясағын белдерҙе район хакимиәте башлығы. Халыҡтың тауышын ишетеү өсөн, район хакимиәтендә уҙғарылған ҙур кәңәшмәләрҙә һәр ауыл биләмәһенән халыҡ араһынан бер вәкил ҡатнашыуын да алға маҡсат итеп ҡуйҙы.
Һорауҙар төрлө темаларға ҡағылды - районда ҡош киҙеүе буйынса хәл менән дә ҡыҙыҡһындылар. Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһының ветеринария станцияһы начальнигы Ғайзулла Дәүләтов, был йәһәттән әле хәл тыныс булһа ла, халыҡҡа үҙенә лә уяу булырға, ҡош-ҡорт, себеш һатып алғанда уларҙың ветеринар документтарын һорарға саҡырҙы.
Эскелек мәсьәләһенә берәү ҙә битараф ҡалманы. Ялған алкоголь һатыусыларға ҡаршы ныҡлы көрәш асыласағы иҫкәртелде. Эскелек арҡаһында йәштәрҙең яҡты донъянан китеүенә, балаларҙың етем ҡалыуына юл ҡуйырға ярамағанлығын, контрафакт алкоголь һатып, ауылдаштарын ағыулаусыларға ҡарата аяуһыҙ булырға кәрәклеген һәр кем аңлай һәм хуплай.
- Эскегә үҙебеҙ “юҡ!” тип әйтә белергә, балаларға өлгө була белергә тейешбеҙ. Байрамдарҙа бер бүлмәлә ололар сәкәштереп эсә, икенсе бүлмәлә өҫтәлдә алкоголһеҙ эсемлекте балалар фужерҙарға ҡоя икән, тимәк, йәш быуынды ошо насар ғәҙәткә үҙебеҙ яйлап ылыҡтырабыҙ булып килеп сыға. Ҡартайған көндә эскән балаларҙан интегәбеҙ икән, был үҙебеҙҙең тәрбиә емеше, - тигән фекер белдерҙе Сүриә Раҡаева.
Ишәйҙәге осрашыуҙа төрлө матур фекерҙәр ҙә яңғыраны. Ҡоролтай кеүек ҙур йыйындарҙа ир-егеттәр күберәк булһын ине, тигән тәҡдим дә урынлы булды. Халыҡ яҙмышы, көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә торған ҙур ҡорҙарҙа, йыйылыштарҙа көслө заттарҙың һүҙенә, ныҡлы ҡарарына, ысынлап та, йәмғиәтебеҙ һыуһаған бөгөн.

Фото: автор.
Читайте нас: