Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2019, 02:00

АУЫЛДАШТАР ИСЕМЕН АҠЛАРҒА КӘРӘК

Ауыл советтары биләмәләрендә район хакимиәте ҡатнашлығында халыҡ йыйылыштары дауам итә. Шишәмбе көн район етәкселеге һәм төрлө өлкәгә яуап биреүсе белгестәр Ҡолғонаға сыҡты.

Ауыл советтары биләмәләрендә район хакимиәте ҡатнашлығында халыҡ йыйылыштары дауам итә. Шишәмбе көн район етәкселеге һәм төрлө өлкәгә яуап биреүсе белгестәр Ҡолғонаға сыҡты.
Ауылдың күркәм социаль-мәҙәни үҙәгенә бик күп кеше йыйылғайны. Биләмәгә ҡараған Яңы Һәйет, Иҫке Һәйет, Ялтран, Ҡалыу-Айры, Кәбәс ауылдары халҡы исеменән дә мөрәжәғәттәр булды. Һорауҙарҙың төрлөһө күтәрелде. Әлеге көндә республика етәкселеге тарафынан киҫкен ҡуйылған проблема - ауылдарҙа законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыу - был тарафта йәшәүселәрҙе лә бөлдөргән хәл. 600-ләп халыҡ йәшәгән Ҡолғонала ғына 18 "нөктә", өҫтәүенә ике магазинда ла эске һатыла. Ишембай мөслимәләре ойошмаһын етәкләүсе Зөлфиә Ғүмәрова ауылдаштар үҙҙәре төҙөп биргән эске һатыусылар исемлеген уҡып ишеттерергә мәжбүр булды.
Район хакимиәте башлығығы Азамат Абдрахманов яҡташтарына әрнеп тә, үтенеп тә мөрәжәғәт итте. "Үпкәләштән булмаһын, ошолай аңлашып һөйләшеүҙән һуң да тыйылмаһағыҙ, саралар ҡаты буласаҡ. Бер районда эске менән көрәштең шундай юлын күрҙем - ағыулы суррогат эсеп үлгән кешеләрҙең портреттарын яҡындары шул эскене һатҡан әҙәмдәрҙең ҡапҡаһына элеп ҡуйған. Бөгөн байығам тип уйлайһығыҙ икән, иртәгә был ҡылығығыҙ ғаиләгеҙгәме, донъяғыҙғамы ҡаза булып килеүсән", -тине Азамат Фәрит улы.



Тулы мәҡәләне киләһе шишәмбе һанында уҡығыҙ.



Фото: автор.
Читайте нас: