Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2019, 02:00

"Яуап тотоу" (хикәйә)

Әллә ниндәй төн булды был - тотош ауылды аңлайышһыҙ шом баҫты. Көслө ел мөрйәләргә инеп олоно, ара-тирә рашҡы тәҙрәләрҙе һылап китте. Төн уртаһы уҙғас, дөһөрләгән, гөптөрләгән тауыштар килде.

Ауылдың үръяҡ осонда йәшәгән Фәхерниса ҡарсыҡтың йоҡосо ҡарт бесәйе ишекле-түрле мыраулап йөрөнө лә һуңынан ишекте тырнай башланы. Ҡортҡа, ҡурҡышынан үҙе йәш килен саҡта һырыған алама ҡорама юрғанына нығыраҡ уранып, белгән доғаларын уҡыны.

Уға ҡаршы йәшәгән ир уртаһы Миңлехан айғырының сарбайлап кешнәүенә уянды. Таштан буралған һарайға бикләнгән Аҡъял ҡаты тояҡтары менән ҡалын ишекте сапҡылай, донъя йыртып кешнәй бирҙе.

- Мәхлүк, ишекте ярып сыҡмаһын. Унан булыр ҙа,- ир шулай уйлап та бөтмәне, шомло гөрһөлдәү зиһенен шаңҡытты.

Күкме күкрәне, ерме - айырырлыҡ түгел. Күк тиер инең, ҡыш етеп килә.

Ҡапыл бар донъяны тынлыҡ баҫты. Олоп-олоп өрөшкән ауыл эттәре шым ҡалды. Айғыр ҙа шашыуынан туҡтаны, уның йыш-йыш тын алғаны ғына ишетелде. Хужа өйөнә ыңғайланы. Аҡбай, ғәйепле шыңшып, уның аяғына уралды.

- Сөбә, әле генә ҡойроғоңдо ҡыҫа инең. Төндөң был яғында булһа ла йоҡлап алырға кәрәк. Иртәгә байрам түгел дә баһа. Ҡәһәрең, йә ҡары ер өҫтөн япмай йөҙәтә. Аръяҡ төбәктәге бесәнде һаман ташып булмай.

Миңлехан, эсе бошоуын ҡалай ҙа баҫырға тырышып, өйөнә йүнәлде.

Йоҡоһо үтә ҡаты булды, артыҡ тынысланып киткәнме, таңды үткәреп ебәргән. Юғиһә иртәнге аҙанға тиклем мал-тыуарын тәрбиәләп, мәсеткә намаҙға китә торғайны. Көн аяҙға оҡшай, тәҙрәләрҙән иртәнге алһыу яҡтылыҡ сағыла. Урамда йәнә тауыш ҡупты. Ирҙәрҙең борсоулы геүләшеүенә ҡатындарҙың илауы ҡушылғандай.

- Ни булған тағы? Әллә һуғыш ҡупҡанмы? – Ир ашығып кейенеп бөтөүгә, тыны бөтөп, ҡатыны килеп инде. Хәлһеҙләнеп, артһыҙ бүкәнгә сүкте, һығылып илап ебәрҙе.

- Хәйретдиндең йортон ер упҡан, - ҡатын күҙ йәше аралаш шундай хәбәр һалды.

- Нимә, нимә, йүнләп аңлат. Нимә булған, тиһең?

- Хәйрүштәрҙе ер йотҡан, тим дәһә, тағы ҡалай аңлатайым,- Fәлимә йәнә күҙ йәшенә төйөлдө. Иларлыҡ та шул. Хәйретдиндең ҡатыны Сания Fәлимәгә ылыға, уны яҡын күрә ине.

Хәйретдин, ауылса әйтһәк, Хәйрүш улар осонда йәшәй. Йорто ауылдан бер аҙ айырым, Бурлытау аҫтында ултыра. Донъяһы сынъяһау, мунса, мал һарайҙары, лапаҫ ише ҡаралтылар ҡойоп ҡуйғандай. Һыуын да йылғанан ташымай, үҙ ҡоҙоғо бар. Яҙғы ташҡында һыу алырға теләүселәрҙе ҡапҡанан индермәй. Ихатаһы таш ҡойма менән уратылған. Бурлытауҙа ташҡа ҡытлыҡ юҡ. Кешеләр менән арлашмай, йомошҡа йөрөмәй. Булмаған нәмәһе юҡ. Башҡаларға ла йомошон бирмәй. Кешеләр ҙә уға бармай. Бына шул Хәйретдиндең йортон ер упҡан булып сыға. Миңлехан, уйланып, ҡапҡаһынан сыҡты, Бурлытау аҫтына күҙ һалды. Хәйрүштең ғорур күкрәк киреп торған йорто, ысынлап та, юҡҡа сыҡҡан. Таш ҡойма ғына етемһерәп тороп ҡалған.

Йыйылып киткән кешеләр тауышы иртәнге саф һауала яңғырап тора. Кемдер ҡойма аша төшөп, урыҫ ҡапҡаны шар асып ебәргән.

«Йә, Хоҙайҙың хикмәте, кисә шундай гонаһ шомлоғон күрәһең, тиһәләр, валлаһи, ышанмаҫ инем», - Миңлехан тәүбә итте. Хәйретдиндең алты мөйөшлө йорто ике яҡлап ҡыйыҡлап, кәрниздәре селтәрләп, ҡушылып ябылғайны. Шул йорттан һерәйеп торған торба, ҡыйыҡтың һырты ғына тороп ҡалған. Мөрйәнән ҡатын-ҡыҙҙың хәлһеҙ генә буҙлашҡаны ишетелә. Хужа мейес ауыҙына килде, буғай. Ҡалтыранған, ялыныслы тауыш менән:

- Йәмәғәт! – тип өндәште. – Тауыштарығыҙ ишетелеп ҡала. Зинһар, тим, Алла хаҡы өсөн ярҙам итегеҙ! Изгелегегеҙҙе мәңге онотмам, һаҡалым менән ер һеперермен. Тик сығарығыҙ ғына.

Лом, балта, һоҫҡос көрәк, арҡан менән ҡоралланған ир-ат ҡурҡыбыраҡ тора. Ҡыйыҡ башына баҫып тупраҡ ырғыта башлау менән тағы ла тәрәнерәккә убылып китеүҙән шөрләйҙәр.

- Йә, йәмәғәт, былай ҡарап тороп булмай, - Миңлехан шулай һүҙ башланы. – Һауа ла етмәй башлар.

- Бөхилдең Аллаһы иҫенә төшкән,- тип ҡуйҙы тексәйеп торған Кашаф. - Йотлоҡ йылды бер ус онон ҡыҙғанды. Шул арҡала берҙән-бер улымдан яҙҙым.

- Эйе, он, тиһең. Ҡыш көнө бер көрәк ҡар бирмәҫ ине, һорап барһаң.

- Һанай китһәң…Гонаһтары баҫҡандыр.

- Беҙ генә белеп бөтөрөрлөкмө?

- Бар доньяһы күктән төшкән кеүек булды бит.

- Осон осҡа ғына ялғап йәшә лә кинәт байып кит, имеш.

- Эшләп кенә байып булһа, Дауыт әллә ҡасан сереп байыр ине.

Миңлехан, кешеләрҙең тағы әллә нәмә соҡоп сығарасаҡтарын һиҙеп, көр тауыш менән:

- Йә, Аллаға тапшырҙыҡ, – тине лә көрәге менән соҡорға һикерҙе.

Уның артынан еткән егеттәр Баязит менән Әлмөхәмәт төштө.

- Башлайбыҙ, көт! – Миңлехан торба тишегенә шулай хәбәр һалды.

Аҫта илашҡан-сеңләшкән тауыштар баҫылып ҡалғандай. Көтәләрҙер.

Йәш, көслө ир-аттарҙың дәррәү эшенән ҡыйыҡ асыла барҙы. Бына оҙаҡламай таҡталарҙы аҡтарып түбәгә төшөрҙәр. Унан инде өй түбәһен асыу ҡыйын түгел. Йорт менән бергә тағы ла төпкәрәк китеү хәүефен оноттолар.

- Туҡтағыҙ, Аллаһтың ҡаты ҡәһәр төшмәҫ борон туҡтағыҙ! -

Ауыл яғынан аҡ кәзә һаҡалын елгә йәлпелдәтеп, оҙон ҡаҡ күҙәһен текә тотоп ашығып килеүсе Мөхәмәтшәриф мулла күренде. Хәҙрәт ныҡ ашыҡҡан, күрәһең, ғыжлап тын ала, күҙҙәре йәмһеҙ аларып киткән.

- Һорау юҡ, өндәшеү юҡ, рөхсәт алыу юҡ. Был ниндәй баш-баштаҡлыҡ? Үҙегеҙҙе ер йотмаҫ элгәре туҡтағыҙ, тим дә дәһә.

- Хәҙрәт абзый, шулай күрәләтә харап итәйекме ни?

Эш дауам итте.

- Бәддоға, бәддоға һеҙгә! – Хәҙрәт ҡулдарының һыртын өҫкә ҡуйып, күккә күтәрҙе.- Хәйретдинде Хоҙай тәғәлә тиккә орған тип уйлайһығыҙмы? Гонаһтары ер күтәрмәҫлек булғанға упҡынға осҡан бит. Шуны аңламай ҡырталашаһығыҙмы? Уның менән бергә йәһәннәмгә олағығыҙ, әйҙә, - хәҙрәт ҡәһәрле доғаларын уҡый башланы. Халыҡ, ҡото алынып, өнһөҙ ҡалды. Мулланың ҡарғау доғаларынан да ҡурҡыныс нәмә юҡ һымаҡ.

- Хәҙрәт, туҡтап тороғоҙ! Сығабыҙ хәҙер.

Кешеләр инде тәрәнәйеп киткән соҡорҙан арҡанға йәбешеп ашыҡ-бошоҡ сыға башланы. Берәү ҙә өндәшмәй. Мулла ла, доғаһын уҡып бөтмәй, туҡтап ҡалды. Халыҡты илай-илай сыйнап ҡаршы алған, уларҙың ығы-зығыһын түҙемлелек менән ояһынан күҙәтеп ятҡан ҙур ҡара эт Ҡашҡар кинәт олоп ебәрҙе. Әсенеп олоған тауыш күптәрҙең йөрәгенә ҡапты. Өндәшмәй генә таралыша башланылар.

- Һине Fазраил ҡосағына ташлап киттек, - тип әйтергә кем баҙнат итһен?

- Ҡылған гонаһтарыңдан тәүбә ит, иманыңды уҡы, - ишетерҙәрме, юҡмы, мулла шулай әйтеүҙе кәрәк тапты. Ҡәһәрле ерҙе ташлап киттеләр.

Торбанан сабырһыҙ тауыш:

- Ни эшләп туҡтап ҡалдығыҙ, туғанҡайҙар? – Ниңә өндәшмәйһегеҙ?- тип ҡат-ҡат һораны. Яуап юҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙың өмөтһөҙлөккә, ғажизлыҡҡа бирелеп илап ебәреүе ҡайһы бер һаҡ ҡолаҡтарға ишетелмәй ҡалманы.

Был фажиғәнән һуң күпме ир-ат төн уртаһында йөрәге дөпөлдәп шыбыр тиргә батып, күпме йәш ҡатын-ҡыҙ ҡото осоп баҫлығып уянасаҡ әле.


* * *

Йорт ҡыйығында күмәк аяҡтарҙың тыптырлауы, көрәк тыҡырлаған тауыштар тынып ҡалды. Хәйретдиндең ҡатыны менән әсәһе Мәрғүбәнең, оло ҡыҙының туҡтауһыҙ илауынан йәне көйҙө, үрһәләнде. Дөм ҡараңғыла аптырап бүрәнәне төйҙө.

- Өнөгөҙҙө тығығыҙ, исмаһам. Былай ҙа шартлап барыла,- ул гел дә өйҙәгеләргә шулай тупаҫ, уҫал булды. Шул хәлгә төшөп тә, һаман яуыз булыуынан ояла төшөп:

- Илауҙан фәтүә юҡ, - тип өҫтәне. – Шул ғына ҡотортоп алып китте халыҡты. Ҡарт кәзә тәкәһе, һаҫыҡ. «Бер осрағанда түбәһенә һуғып ҡуймағас.»

Мулла менән Хәйретдиндең араһы үҙҙәрен белә башлағаны бирле киҫкен. Береһе: «Иманһыҙ, хәйерһеҙ бәндә, тамуҡ киҫәүе», - тип уның бар булмышын күреп торған төҫлө булһа, икенсеһе: « Ҡарт ишәк, барһыны ла томшоғон тыға, ҡарт ҡоҙғон», - тип күрә алмай ине.

Бәләкәйерәк балалар илап арыны, хәлдән тайып йоҡлап киттеләр, бәлки, һауа ла етмәй, иҫтән яҙғандарҙыр. Әсәй ҡарсыҡ та яҙмышына күндеме, әкрен генә белгән доғаларын уҡыны. Ҡатыны ғына килешергә теләмәй, тауышһыҙ ғына илай бирә. Бына ул, бар көсөн йыйып, тәүге һәм һуңғы тапҡыр баш күтәрҙе:

- Ниңә һинең яуызлыҡтарың өсөн мине, балаларҙы язалай икән һуң Алла? - тип ҡуйҙы. – Эйе, беҙ ҙә гонаһлы шул. Харам йортта йәшәнек, харам ашаныҡ. Ни эшләй ала инек һуң?

-Ах, бисура, мә, ал! - ир бар көсөнә һелтәнһә лә, тейҙерә алманы. Ҡатын урынынан шылып өлгөргәйне.

Һуңғы сәғәттәрҙе лә шулай дошман булып үткәреп ебәрәләр бит. Сания балалары араһына инеп ятты, әлегә йып-йылыҡай ғына кесе ҡыҙын ҡосаҡланы. Бала йыш-йыш һулап йоҡлай, йөрәге һүнеп барған шәм кеүек леберҙәп кенә тибә. Ҡарсыҡ та арып, тынды. Ул үҙе яратҡан оло ейәнсәре эргәһендә. Тындылар.

Дөм ҡараңғыла, һике ситендә Хәйретдин генә убыр кеүек һерәйеп ултырыуын белә, теш шығырлата. Инде бер нәмә лә эшләй алмай. Кешеләр көрәп асҡан ҡыйыҡ өҫтөн яңынан гөптөрләп тупраҡ баҫты. Торба осо ғына күмелгәндер әлегә. Әҙ-мәҙ һауа килеп тора. Мейес һыуынды, өй эсе ҡара һалҡын.

Эйе, тереләй гүргә инде Хәйретдин. Бөтә ғаиләһе менән. Ниндәй гонаһтары өсөн? Уларҙың иҫәбе-һаны бармы икән?

Атаһы Хәйретдин тип исем ҡушһа ла, бик хәйерле кеше булманы шул. Ана ул ун-ун бер йәштәр тирәһендәге малай. Үҙенең шул ваҡыттарын бик яҡшы хәтерләй. Ташып торған көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәй үрһәләнә. Үҙенән бәләкәйерәктәрҙе ҡыйырһытырға тиһәң, уны ҡуш. Ата-әсәле балалар бирешмәй. «Атайыма әйтәм», - тип ҡайтып китәләр. Биш-алты йәшлек сағынан етем ҡалған Дауытҡа өлөш ныҡ төшә. Былай ҙа онотҡанда бер генә уйнарға сыҡҡан малай туҡмаҡ ашап ҡайтып китә. Үкһеҙ етемде Мөхәмәтшәриф мулла үҙенә малайлыҡҡа алған. Уның көнө мал-тыуар ҡарап үтә, кисен мал өйөнә инеп йоҡлай. Fаилә өҫтәленән ҡалған аҙыҡ-түлекте ашай, мулла малайҙары туҙҙырған кейемде кейә.

Дауыт алты йәшенән ун алты йәшенә етте. Бер көн күрше ауыл муллаһы Мөхәмәтшәрифкә ҡунаҡҡа килгәндә юлда үлгән хәйерсе Шаҡайҙы таба. Исеме Шаһғәле булһа ла, хәйер һорап көн иткән һуҡыр кешене кем тулы исеме менән атаһын? Уны етәкләп йөрөткән етем ҡыҙ Ниса өшөп-ҡатып илап ултыра. Тере йән эйәһе бит, санаға ултыртып алалар. Мал өйөнә индереп йылытып, ашатҡандан һуң оло абыстай күрә: ҡыҙ арыу ғына, хәйерселектә йөрөһә лә, төйөрөм генә. Ҡыҙҙы мунса индертә, бетен таҙарттыра. Мулланың кесе ҡатынында йәш сағындағы әйберҙәре була. Кейендергәс, ап-аруҡ ҡыҙ килеп сыға.

Гөлсафа абыстай ғаиләлә иренән ҡала баш, күп мәсьәләләрҙе үҙе хәл итә. «Теш һындырып килеп ингән малды әрәм итеп булмай, - тип уйлай. – Ана, Дауыт буй еткән, тәртипле егет.» Ун ике йәшлек Нисаны ун алты йәшлек үҫмергә никахлаштырып ҡуялар. Ике етем шулай йәшәп китә. Көндөҙ икәүләп мулла йортонда хеҙмәт итәләр. Үҫеп етеп, бала тапҡандан һуң, Ниса ғәләмәт һылыу ҡатынға әйләнде. Берәй аҫыл зат нәҫелдән булғандыр, ауылдағы берәүгә лә оҡшамағайны ул.

Ерән шайтан Хәйретдин ҡара һылыу Нисаны күреп, шаҡ ҡатты, үлеп ғашиҡ булды. Үрле-ҡырлы һикерер хәлгә етте. Ни эшләһен, ике ғаилә лә никахлы, шәриғәт хөкөмө ҡаты. Ниса бик әҙәпле ҡатын, кем миңә күҙ һала, тип аңдып йөрөмәй. Түлле лә булып сыҡты. Дауыт өйөндә тубырҙашып ҡара тубырсыҡ малайҙар үҫә. Хәйретдиндең ерән баштары тик ҡыҙҙар ғына.

Дауыт менән Ниса, бала үҫтерәбеҙ, тип яҙын ҡошсоҡтарына ем ташыған ҡоштар кеүек бәргеләнә. Ниса кешеләргә киндер һуға, көнө-төнө орсоҡ иләй, етеш ғаиләләргә йорт йыуа. Йәй, емеш мәлендә, көйәнтәләп емеш йыйып, урыҫ ауылы Ямашҡа алып барып һата. Емешкә яңғыҙ йөрөй. Башҡа ҡатындар кеүек һағыҙ сәйнәп, ғәйбәт һөйләп, бер көтөү булып еләккә йөрөр самаһы юҡ уның.

Хәйретдин уның шул ваҡытын самаланы. Салғыяғулда баш күтәрмәй еләк йыйғанда барып баҫты. Меҫкен ҡатын ни эшләһен, йәнемде генә ҡыймаһын тип ҡурҡты. Был ваҡиға тауышһыҙ үтте. Туғыҙ ай үтеүгә Ниса йәнә бер малай тыпылдатты. Кендек инәһе Фәхерниса: «Әстәғәфирулла, был балаң баҡыр башлы бит», - тип ҡысҡырып ебәргән, имеш. Ерән баш Заһир Дауыттың ҡара сәүкәләре араһында ғәләмәт сая, уҫал, баш булып йөрөп үҫеп килә ине.

Хәйретдин күрә йөрөй: малай уныҡы. Уртын ҡыҫа, тешен шығырлата, Хоҙай ир баланы унан йәлләне, уның орлоғон ҡыутомшоҡ Дауыт ояһына алып барып һалды. Урлап алып ҡайтып булмай, ҡәһәр һуҡҡыры!..

Ул көн Хәйрүш Йүкәле төбәктән бесән алып ҡайтып бара ине. Ҡарамалы ташлығында малайҙар һыу инә. Ҡараһа, Дауыттың ташбаштары. Муйылға килгәндәрҙер инде.

Был урында Әй ғәйәт мәкерле. Һай ғына булып алдандырып алып бара ла, кинәт упҡын хасил була. Түбәнгә, урғылып ятҡан өйөрөлмәккә ҡаҙалып бараһың да төшәһең. Сыр-сыу килгән малайҙар кинәт шып-шым булып ҡалды. Ул арала сар-сор килеп илаша ла башланылар.

- Заһир ҡаҙанлыҡҡа барып төштө.

Хәйретдин ишетә, эш шәптән түгел. Йөк башынан һикереп төшөп, һыуға сумып, малайҙы ҡотҡарыу уның кеүек көслө ир өсөн бер ни ҙә тормай. «Миңә булмағас, уларға ла булмаһын, ҡаҙалһын, әйҙә! Йәнемде көйҙөрөп, күргән һайын йөрәкте ашап йөрөй ине». Ул ишетмәмешкә һалышып, атын ашыҡтырҙы.

«Атай, атай, тим, - еп-ерән сәсле, ҡыҙғылт йөҙлө һипкелле малай уны тартҡылай, - ниңә мине ҡотҡармайһың? Минең үлгем килмәй ине лә».

«Уф, өнмө, төшмө был? Эйе, ул һаташа. Һаташырһың да, шундай көнгә төшһәң. Ләә илаһи, иллә аллаһ, ләә иләһи иллә аллаһ. Fәфү ит, балам! Fәфү ит, Ниса! Булып үткән ваҡиғанан һуң һин яңғыҙың йөрөмәҫ булдың. Ҡурҡып ҡалдың, иҫең әйле-шәйле булған ваҡыттарың да булып алғас, Фәхерниса ҡарсыҡ ҡот ҡойоп ҡына йүнәтеп алған.»

«Һуң инде, һуң. Һуңланың. Әҙерәк кенә алдараҡ тәүбә итеү кәрәк ине. Хәҙер мең ҡат үкенһәң дә, уҡынһаң да, ғәфү ителмәҫһең.» Быныһы кем тағы?..

Ана ул етеҙ аты Ҡоҙғондо егеп, ҡоро ҡарама тейәп ҡайтып бара. Ҡыш башы, ҡырпаҡ ҡар төшкән. Унан алда китеп барған яҡшы кейемле, ҡупшы кәүҙәле йәш кеше юл ситенә сыҡты, туҡтап сәләм бирҙе. Бәй, был Фәхернисаның бер бөртөгө Нурислам да баһа. Ҡайҙалыр алтын сыҡҡан яҡтарҙа зимагурлыҡта йөрөй тиҙәр ине. Ҡара һин уны, ҡупшы хәлфәме ни? Буҫтау бишмәт, күн итек кейеп ебәргән. Башында - ситтәренә ҡама тотолған ҡырпыу бүрек. Нурислам тимәҫһең, бай улы.

- Йөк ауыр түгел, утын ҡоро, ултыр, әйҙә, - Хәйрүштең ҡыҙыҡһыныуы еңә. – Байыныңмы әллә, елле күренәһең?

Егет ҡәнәғәт йылмайҙы, былай ҙа сибәр йөҙө яҡтырып китте. Эсендәге шатлығы әтәс булып ҡысҡыра, кем менән уртаҡлашырға белмәгәндә, ауылдашы осрап ҡуйҙы.

- Алтын приискыһында эшләй инем бит инде. Хыялланғаным берәй самородок табыу ине. Теләгәнем ҡабул булды бит, әй. Өйгә ҡайтып инерҙән алда, муллаға хәйер бирергә ниәт.

- Алтын таптыңмы ни?

- Таптым, тип әйтһәм, аҙ булыр. Йоҙороҡтай самородок! Хужа минән былай шатланды. Үҙ ҡулы менән сумырып аҡсаһын тотторҙо! Алла бойорһа, бик яҡшы ат алырға, арба-сана йүнәтергә кәрәк. Йорт һалып инермен. Әсәй ҡарсыҡ олоғайған көнөндә рәхәт сигеп ҡалһын.

Был хәбәрҙе ишетеп, Хәйрүштең күҙе тонғандай булды, башы шаулап ките. Әлегә тиклем эсендә шым ғына ултырған шайтаны ҡотороп баш күтәрҙе. « Форсатты ысҡындырһаң, шыр тиле булырһың. Ана, балтаң утын араһына ҡыҫтырылған, үрелеп кенә ал да, аңшайып, ауыҙын йырып килгән Нурисламдың түбәһенә төшөрәһең. Бөттө-китте, вәссәләм. Кем белә, кем күрә?!» Күҙе аҡайып киткән егет: « Ағай, ни…» - тип тә әйтеп бөтөрә алмай ҡалды, йөк өҫтөнә әйләнеп барып та төштө. Хәйретдин был ваҡыт Әрҙәнәғул йырынына еткәйне, атын яра-яра шунда керҙе лә китте. Яҙын тауҙан шаулап ағып төшкән ҡар һыуҙары тәрән соҡорҙар хасил иткән, эре таштар ҡуптарып сығарған. Енәйәтсе төпкөлгә инде, тәрән соҡорҙо һайланы. Яҡшы бишмәт менән күн итектәрҙе һалдырҙы. Эстәге кәзекәйгә тейеп торманы. Егетте соҡорға төртөп төшөрөп, таштар менән баҫырҙы. Ҡоҙғон соҡорлоҡ, һыу ағыҙырлыҡ булмаһын, тип ныҡлап тырышты.

Аҡса бишмәт сабыуҙарына, арҡа, күкрәк тәңгәлдәренә эслек аҫтына һалынып, яҡшылап һырып тегелгәйне. Хәйрүштең ҡомһоҙлоғонан йөрәге дөпөлдәне, былай уҡ булыр, тип уйламағайны. Ҡан аҡҡан утындарҙы таҙартты, сананы ҡырыштырҙы. Көҙгө эңерҙә генә ҡайтып керҙе. Ҡарсыҡтың ҡарт көнөндәге берҙән-бер өмөткенәһен ҡыйҙы.

Шул аҡсаға алты мөйөшлө йорт, урыҫ ҡапҡа, өр-яңы ҡаралты-ҡура теҙҙе. Дыуан баҙарына барып, ажғырып торған нәҫел айғыры һатып алды.

Эйе, һәр нәмә, һәр ҡылығың өсөн яуап бирергә тура килә икән. Бынан бер аҙна элек кенә берәйһе Хәйрүшкә шулай тип әйтһә, хахылдап көлөп кенә ебәрер ҙә, берәй һүҙ өндәшеүҙе кәрәкһеҙ һанар ине.

Харам аҡсаға һалынған йорт уның ҡәберенә әйләнде. Бер үҙе генә түгел бит әле: балаларының, ҡатынының ни ғәйебе бар? Санияһы бер һүҙ әйтмәй ҡурҡып ҡына йәшәне.

«Ағай, ағай! Теге ваҡыт ниңә генә мине үлтерә һуҡманың икән? Баш һөйәге үтә ҡалын булғанмы, һин ашыҡҡанһыңмы, балта тирене генә яралаған. Мин бит ҡабат-ҡабат иҫемә килдем.

«Ағай, ағай! Теге ваҡыт ниңә генә мине үлтерә һуҡманың икән? Баш һөйәге үтә ҡалын булғанмы, һин ашыҡҡанһыңмы, балта тирене генә яралаған. Мин бит ҡабат-ҡабат иҫемә килдем. Ташты ныҡ өйгәйнең, һис ярып сығырлыҡ булманы, хәл дә бөткәйне. Алтын соҡоғанда таш баҫмаһын тип ҡурҡа инем, барыбер, тереләй күмелдем.Хәҙер үҙең дә минең хәлемдәһеңме инде?» - Нурислам уны быуа башланы. Юҡ, ул түгел, буғай, яланғас баш һөйәге, тештәре ыржайған. Fазраил бит. Хәйретдиндең йөрәгенә үткер хәнйәр ҡаҙалғандай булды, ул һуңғы тапҡыр тартышты ла тынып ҡалды.

Ҡыш үтте, тағы гөрләп яҙ килде. Ауылда ғибрәтле хәлдәр булып, йәнә халыҡты хайран итте.

Миңлехандың ҡатыны күңелендә һаҡлап йөрөткән серен иренә лә, бүтән күрше-күләнгә лә һөйләне. Хәретдиндең ҡурҡып ҡына көн иткән ҡатыны ире утынға, бесәнгә китһә, ашығып ҡына Миңлехан ҡатынына килеп китә торған булған. Серҙәре береккән. Шул Сания бер килгәнендә бышылдап ҡына шундай хәбәр һөйләгән: «Эңер ҡуйырғас ҡына утындан ҡайтты, ҡайһы бер ағастарға ҡан йәбешеп туңғайны. Ул утындарҙы тиҙ үк бысып өйҙөк. Бер көн баҙға төшһәм, шығырҙап торған өр-яңы күн итек ята. Тотоп ҡараһам, эсе тулы эре аҡса. Толоп аҫтына әллә ниндәй яҡшы бишмәт йәшереп ҡуйған. Ул кейемдәрҙе үҙе кейеп торманы, ҡайҙалыр алып барып һатты», - тигән.

Тимәк, Хәйретдин кеше үлтереп, аҡсаһын алған. Ул ғына нимә!?

Матур май айында Миңлехан уҫаҡ ағасынан кәртәлек йыҡмаҡсы булып, Әрҙәнәғулға бара. Үлән оҙонаймаған, һыу юлы, эре-эре таштар шөйлә күренеп ята. Элек соҡор булған урында кесерәк күбә дәүмәле итеп таш өйөлгән. Тирә-яҡты баш бармағы кеүек белеп-күреп йөрөгән Миңлехан аптырап китә. Таш күбәне аҡтарып ташлай. Ҡараһа – кеше һөлдәһе. Баш һөйәгендә теҙелеп торған ап-аҡ тештәренә ҡарап үлектең йәп-йәш кеше булыуын тоҫмаллай. Туҡта, иң алдағы ике теш шул тиклем таныш: бер теш икенсеһен ҡаплай биреп үҫкән. Миңлехандың күҙ алдынан уға йылмайып ҡарап торған малай йөҙө сағылып үтә. Белмәй буламы, күрше генә үҫкән егет – Нурислам башы бит был!

Һуңлап булһа ла, йыназа уҡып, бисараның һөлдәһен яңынан ер ҡуйынына һала. Сереп бөткән кейем ярпылары араһынан алтын ялатылған ҡуш көмөш сулпы, бик затлы беләҙек, алҡа, йөҙөк килеп сыға.

Инде ҡайтып етеп, тыуған тупһаға аяҡ баҫырға насип булмаған меҫкен егеткә. Миңлехан Нурисламдың бүләктәрен әсәһенә алып бара. Фәхерниса ҡарсыҡ аптырамаған, илар йәштәрен илап, яҙмышына күнегеп бөткән инде. «Ат башындай алтын табып, яуыз кеше ҡулынан үтеүе төшөмә әллә нисә инде, - тигән. – Мосолманса күмеүеңә рәхмәт», - тип әйтеп йөҙөк менән һырғаны кире ҡайтарған. Ҡуш сулпы менән беләҙектең дә хужаһын тапҡан. Ул күрше ауылға кейәүгә сығып, инде ике бала үҫтереп ятҡан Һандуғас булған.

Ауыл халҡы Хәйретдингә йәнә ҡәһәр уҡыны.




Фото: интернет.




Читайте нас: