Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2019, 02:00

УПҠЫН КҮҘЛЕ ҠЫҘ (хикәйә)

– Зиннур, тор тим, тор! Эй, илаһым, кис булһа, ята белмәй, иртән булһа, тора алмай был бала. – Әсә соланда йоҡлаған улын уятты–уятты ла китеп барҙы.

Бер аҙҙан сепарат геүелдәй башланы. Зиннур һыңар күҙен генә асып алды ла ҡабат йома һалды,сөнки әсәһенең аяҡ тауыштары йәнә уға табан ыңғайланы.

– Кит,йүнһеҙ,һаман ятасы?! – Әсә ысынлап тороп асыулана башланы.– Мин һөттө айырып бөтәм дә эшкә китәм. Йәйләүҙән бәләкәс быҙау килтереп киткәндәр. Ыуыҙын эсерергә кәрәк. Ә һин үҙебеҙҙең быҙауға һөт эсер ҙә үләнлеккә ҡыу.

Үҫмер иренеп кенә тороп ултырҙы, шунан күҙен ыуа–ыуа йыуынғыс янына китте. Ул арала әсәһе икмәк туралған ике биҙрә һөттө ишек алдына сығарып та ултыртты.

– Эй, исмаһам, сәй эсергә лә ирек юҡ, – тип мығырҙаны малай. Әсә эшенә китешләй:

– Йә, һуҙылма инде, йәһәтерәк, – тине лә сығып китте.

Зиннур башта ашыҡмай ғына сәй эсте. Быҙауҙарҙы кәртәнән сығарҙы ла һөт эсереп, ауыл осондағы тауға ҡыуҙы. Үҙенең тоғро юлдашы – магнитрфонын да онотманы. Ана ул магнитофондан ағылған көйгә һелкенгеләп атлай. Уның был ғәҙәтенә әсәһе лә, атаһы ла асыулана. Ә Зиннурға шул магнитофон көйө тормаһа, ашағаны – аш, эше эш төҫлө тойолмай. Мөмкин булһа, дәрестә лә уйнатып ҡуйыр ине. Мәктәптә эш башҡа шул.

Быҙауҙар иренеп кенә үлән семсенә башланы. Хәҙер ҡайтып китергә лә мөмкин. Ләкин ни өсөндөр Зиннурҙы тау түбәһе тартты.

Сейәлетау – яҫы түбәле бейек кенә тау. Тау башын ҡаты ҡылған ҡаплаған. Һирәк–һаяҡ ҡына тәлгәш ҡайындар үҫә. Был тау ҡасандыр сейә ҡыуаҡтары менән ҡапланған булған, хәҙер уларҙың бөтөүенә бер нисә тиҫтә йыл инде.

Зиннурҙың өләсәһе ҡыҙ саҡта күнәкләп–күнәкләп ташыған сейәне. Әсәһенә инде һирәк–һаяҡ сейәләрҙе генә тәмләп ҡарарға тура килгән. Ә Зиннурға бөртөгө лә ҡалмаған. Тау башы еләҫ. Ҡарт ҡайындың япраҡтары ҡыштырҙай. Күктә талғын болоттар аға. Рәхәт! Магнитофон таҫмаһынан Газманов шашына:

Ты – морячка, я – моряк,

Ты – рыбачка, я – рыбак.

Ты на суше, я на море

Нам не встретиться никак…

Ошо юлдарҙан һуң Зиннурҙың күҙ алдына гел бер ҡыҙ килеп баҫа. Йыр ритмына бейегән төҫлө нескә генә кәүҙәле, ҡалын ҡара сәсле, ҙур ҡара күҙле ҡыҙ уға мыҫҡыллап ҡына йылмая. Уның ҙур күҙҙәрендә, башын артҡа ташлап еңел генә йөрөүендә болан балаһына оҡшашлыҡ бар. Ул – Дилбәр исемле синыфташы. Дилбәр менән Зиннур араһында айырма ер менән күк араһы, әлбиттә. Уҡыу алдынғыһы, ҡул эше оҫтаһы, мәктәптә генә түгел, күрше ауылдарҙа ла бейеүсе булып танылған ҡыҙ менән уҡыуҙа көскә “өскә” һөйрәлгән Зиннур араһында ниндәй уртаҡлыҡ булырға мөмкин.

Малай ауыр көрһөндө. Мөғжизәләр хаҡында телевизорҙан һөйләйҙәр, гәзиттәргә яҙалар. Ә ниңә шул мөғжизәле көстәр Зиннурға бер ҙә файҙа эшләп китмәй икән? Бигерәк тә ихтыяр көсө юҡ шул егеттең. Кистән әллә ниндәй ниәттәр ҡорһа ла, иртән торғас, эшләйһе эштәрен тағы иртәгә ҡалдыра.

Шулай итә торғас, уҡыу йылы үтеп тә китә, йәй етә. Йәйен инде ихтыяр көсө тәрбиәләү хаҡында онотола ла ҡуя. Был турала уйлау Зиннурҙың үҙ ғүмерендә уйлаған иң оҙон уйы булғандыр. Хатта башы әйләнгәндәй булып тороп уҡ ултырҙы. Бәй, был ни хәл?! Анау ҡарт ҡайын төбөндә күм–күк томан ҡуйырып тора. Ап–аяҙ көндә, яңғыҙ ағас төбө ни эшләп улай булып тора һуң? Малай күҙҙәрен ыуып та ҡарай, ә томан бөтмәй. Томан тигәне кеше һыны булып китте. Атаҡ–атаҡ, кеше тигәнең Дилбәр булып, уға ҡаршы килә түгелме?!

Зиннур тороп баҫты. Ҡыҙ менән күҙ текләшеп тора башланылар. Бер ҡараһаң, төптө Дилбәр түгел. Ҡара сәстәре Дилбәрҙекенән ҡарараҡ, хатта ҡарға ҡанаты төҫлө күкшелләнеп тора. Матур һөрмәле күҙҙәре утлы күмер төҫлө көйрәп яна. Йөҙөнә таң шәфәғе һирпелгән.

– Дилбәр, һинме?– тине малай, аптырағас. Ҡыҙ көлөп ебәрҙе. Аҡ тештәре күҙҙе ҡамаштырҙы, ваҡ ҡына көмөш ҡыңғырауҙар сыңлағандай булды.

– Дилбәр, – тине ҡыҙ, нисектер килешһеҙ итеп. – Нишләп йөрөйһөң тауҙа?

– Һине күргем килде.

Зиннурҙың йөрәге ашҡынып сапҡан ат төҫлө тулап китте. Әллә теләктәре тормошҡа аша инде!

– Ниндәй һәйбәт уйҙар уйлайһың, Зиннур?

– Минең эсемә кереп сыҡтыңмы әллә? – тип мығырҙаны малай.

– Эйе, мин һинең уйыңды беләм, – тип егетте аптыратыуын дауам итте ҡыҙ.– Теләһәң, мин һиңә ярҙам итергә әҙермен.

– Бик кәрәгең бар ине.

– Зиннур, һин бит бер төрлө уйлайһың, икенсе төрлө һөйләйһең. Һеҙҙең халыҡ шулай шул. Бер яҡтан яҡшы һымаҡ, насар яҡтары ла күп. Миңә ҡара әле.

Малай ҡыҙҙың күҙҙәренә ҡараны һәм төпһөҙ ҡойоға сумғандай булды. Дилбәрҙең һүҙҙәре ҡолағына шаңдау һымаҡ алыҫтан яңғырап ишетелә:

– Һин иртәгә иртүк торорһоң, зарядка яһап, һалҡын һыу менән ҡойонорһоң, бөтә өй эштәрен башҡарырһың. Юҡһа, әсәйең бик интегә бит.

“Шулай булған, ти”,– тип әйтергә уйлай малай. Тик өндәшергә теле әйләнмәй. Яҡшылап ҡараһа, бер ниндәй ҙә Дилбәр юҡ. Япа–яңғыҙ Сейәлетау башында ята. Әлеге күренешкә аптырап, ҡайтырға сыҡты.

”Төш күрҙем, буғай, серем итеп алдым”,– тип уйланы. Был көн әллә ниндәй иҫәңгерәп йөрөү менән уҙҙы. Киноға ла бармай, ятып йоҡланы. Иртән уянып, сәғәткә күҙ һалһа – сәғәт алты, һис кенә лә ятҡыһы килмәй. Һикереп торҙо, ҡойо янындағы силәк менән һыу ҡойондо. Тәне ҡыҙғансы гимнастика яһаны. Шунан һыйыр һауырға ултырҙы. Әйтерһең, ғүмер буйы һауған.Һөттө сепаратҡа һалып, үткәреп тә алды.

Ферма быҙауҙарын ашатып–эсереп әсәһе ҡайтып инде лә ашығып һыйыр һауырға сығып китте. Бер аҙҙан аптырап өйгә килеп инде.

– Һыйыр әллә нимә эшләгән, – тине ул шомло– хәүефле итеп, – тамсы ла һөтө юҡ.

– Әсәй, бер нәмә лә эшләмәгән, мин һауҙым инде уны.

– И, илаһым, юҡты һөйләмә, ғүмерҙә һыйыр елененә тотонмаған ҡулың менән нисек һауырһың икән?

– Әсәй, ышанмаһаң, ышанма, ә мин һөттө үткәреп тә ҡуйҙым инде.

– Булмаҫтайҙы һөйләмә.

– Ысын, әсәй!

Әсә ышанмай ғына тикшереп ҡарай башланы: ҡаймаҡ һыуытҡыста ултыра, сепарат һөтө эскән быҙауҙар уйнаҡлап йөрөй. Мәрфуға апай, сит кешегә ҡараған төҫлө, улына ҡарап алды, ниңәлер көрһөндө, уйға ҡалды.

Ә Зиннур инде быҙауҙарҙы тауға ҡыуа ине. Тиҙерәк шунда барып еткеһе килә уның.

Түбәгә күҙ һалыу менән, ҡайын төбөндәге күкшел томанды күрҙе. Бына ағас эргәһенән нәҙекәй кәүҙә айырылды ла йөҙөп килгән төҫлө Зиннурға ҡаршы килә. Үҫмер уның аяҡтары аҫтында үләндәрҙең бөгөлмәй ҡалыуын шәйләне.

– Һаумы, Зиннур!

Егет тағы әллә ни эшләп китте. Үҙенә үҙе сит кеүек тойола. Ә ҡыҙ күҙ сағылдырып йылмая, Зиннурға бәләкәй ҡулын һуҙа. Уның ҡулы шундай еңел, йомшаҡ.

– Зиннур, тәүге уңыштарың менән ҡотлайым. Әле былай ғына ла булмаҫһың. Әйтсе, үҙең нисек булырға теләйһең?

Егеттең ятһыныуы юҡҡа сыҡты.

– Дилбәр, әйт әле, һин ысын Дилбәр түгел бит. Ҡайҙан килдең һуң?

– Мин, ысынлап та, Дилбәр түгелмен. Әлбиттә һинең менән оҙаҡ уйнағым килә. Тик минең ваҡытым юҡ. Һин күңелең менән мөғжизә теләй инең. Теләгең, күккә ашып, миңә килеп юлыҡты. Минең кем икәнлекте белгең килә, эйеме?

Үҫмер нимә лә әйтә алмай ҡарап ҡатты. Кисәге һымаҡ упҡын күҙҙәр уны үҙенә йотто.

– Килә, бик килә, Дилбәр. Һин минең нәмәләр теләүемде һораның. Минең ҡорос ихтыярлы, изге күңелле булғым килә. Тик ундай була алмайым. Башҡалар ҙа улай түгел. Мин отличник була алыр инем, үҙемде еңә алмайым. Спортсы булыр инем – тағы шул уҡ хәл. Әсәйемдең аҡыллы улы булыу өсөн дә үҙемдең ялҡаулығымды еңә алмайым.

– Быны аңлағас, һин эштең яртыһын эшләгәнһең. Күңелең һуҡыр түгел һинең. Тик бөтә үҫмерҙәр ҙә һиңә оҡшамаған. Ундайҙарға мин ярҙам итә алмайым. Ихтыярлы булыу ҡыйын түгел. Нимә теләйһең, бер секундҡа ла кисектермәй тормошҡа ашыра башларға кәрәк. Унан, яҡшыны ямандан айырыуы ҡыйын түгел.Борон уҡыусылар, остаздарының һүҙҙәрен уйланып та тормай тормошҡа ашыралар ине. Остаз һүҙе – ҡанун. Ә һеҙ дәрестә бар тырышлығығыҙҙы уҡытыусыға ҡамасау итеү өсөн файҙаланһығыҙ.

– Һин кем, Дилбәр?

– Хәҙер аңларһың. Күңелең саф, теләктәрең изге булһа, мин һиңә гел ярҙам итермен. Әгәр насар кешеләр менән юлдаш булып, боҙоҡ юлға баҫһаң, мин һине ташлап китермен. Әлегә хуш! Мин башҡаларға ярҙамға ашығам. Мине сағырған ауаздар ишетелә.

Ҡуйы зәңгәр томан шыйығая барып, юҡҡа сыҡты.

– Һин изге фәрештәме әллә?

– Эйе. Хуш!

Ауаз ағастарға бәрелде лә тымды.

…Шул көндән бирле үҫмер бик уйсанланды. Өйҙәге эштәрҙе сәғәт теүәллеге менән башҡарҙы. Ата–әсәһе хафаға төшһә лә, аҙаҡ өйрәнде. Иптәштәре уға тәбиғи булмаған күренешкә ҡараған кеүек ҡарай инеләр, улар ҙа күнекте. Икенсе уҡыу йылында Зиннур отличник, саңғы буйынса беренсе разрядлы спортсы ине инде.

Класташы Дилбәр уға мыҫҡыл менән түгел, ә наҙлы йылмая.

Зиннур ғына уйсанлығынан айный алмай, упҡын күҙле ҡыҙ һаман күҙ алдында…





Фото: pixabay.com




Читайте нас: