Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2019, 02:00

Милиция көткәндә (хикәйә)

Һеҙҙең ваҡыт үткәрә алмай йонсоғанығыҙ бармы? Ундай саҡта сәғәттең минуты ла йылдай тойола. Әле Марат менән беҙҙең тап шундай мәл. Иртән үк балыҡҡа барырға һөйләшкәйнек, Әсләм дуҫты әсәһе өләсәләренә йомошҡа ебәрҙе.

Һеҙҙең ваҡыт үткәрә алмай йонсоғанығыҙ бармы? Ундай саҡта сәғәттең минуты ла йылдай тойола. Әле Марат менән беҙҙең тап шундай мәл. Иртән үк балыҡҡа барырға һөйләшкәйнек, Әсләм дуҫты әсәһе өләсәләренә йомошҡа ебәрҙе.


- Мине көтөгөҙ. Хәҙер ҡайтып етәм, - тип китте лә батты. Инде төш ауҙы, һаман юҡ. Көтәбеҙ тип ҡалғас, Әсләмһеҙ китке килмәне.


Әминә әхирәттәре менән баҡсала уйнай. Өйҙән әле бер уйынсығын, әле икенсеһен алып сыға. Үткән-һүткән һайын беҙгә теймәй үтмәй. Етмәһә, баҡса ҡапҡаһына барып етә лә үсекләп телен күрһәтә.


- Ҡыҙҙар нисек уйнай икән? Әйҙә барып ҡарайбыҙ? – тип Марат мине баҡсаға әйҙәне.


- Эй, нимәһен ҡарайһың уның! Шул ҡурсаҡ-мурсаҡ инде, - тинем ризаһыҙ ғына. – Әле табип булып уйнайҙар. Күрмәйһеңме ни, Әминә ингән һайын әле уйынсыҡ шприц, әле аҡ халатын, әле ҡурсаҡтарын алып сыға.


- Әйҙә инде, ҡыҙыҡ бит. – Марат һаман ныҡышты.


Ҡыҙҙар баҡсаның бер мөйөшөн дауахана иткән. Тимер һауытта энәһеҙ шприцтар ята, түмәр өҫтөндә төрлө буш дарыу шешәләре, ҡумталар теҙелгән. Тыңлай торған әйберҙәре лә бар хатта. Таҡтанан карауат эшләгәндәр. Әминә, аҡ халатын кейеп, табип булып йөрөй. Ҡалған ҡыҙҙар ҡурсаҡтарын дауаларға алып килгән.


Марат менән мин:


- Беҙ ҙә дауаланырға килдек, - тип “дауахана”ға индек. Һорауһыҙ дарыу алып ҡапҡан булабыҙ, градусник ҡуябыҙ, витамин һорайбыҙ...


- Ағай, ҡамасауламағыҙ әле беҙгә!


Беҙ, Әминәнең һүҙҙәрен ҡолаҡҡа элмәй, буталыуыбыҙҙы белдек. Ахырҙа һеңлем:


- Әсәйемә әйтәм хәҙер! – тип янаны.


Марат шул ваҡыт:


- Искәндәр, әйҙә беҙ тракторсы булып уйнайыҡ, - тине лә, “дауахана”нан сығып, “тр-р-р, тр-р-р” тип тырылдап йөрөй ҙә башланы. Мин уға ҡушылдым. Марат: “Минең тормоз тотмай икән ти”, - тип тегеләрҙең “дарыу”ҙары торған түмәрҙе ҡолатып ебәрҙе. Буш һауыттар төрлөһө төрлө яҡҡа тәгәрәне. Әминә, уға ҡушылып башҡа ҡыҙҙар сыр-сыу килеп беҙҙе ҡыуа, әсәйҙәрен саҡыра башланы.


- Минең дә тормозым боҙолған, - тип мин шпирцтарын ауҙара төрттөм.


Шунан, әсәй кеше килеп сыҡмаһын тип, баҡсанан сығып шылдыҡ. Беҙҙең өй аша урынлашҡан медпункт урамына ҡастыҡ. Аулаҡ ер табып ятып алғас, нисә тапҡыр ауырыуыбыҙ, укол һалдырыуыбыҙ хаҡында һөйләшә башланыҡ. Маратҡа күберәк тәтегән икән ундай “бәхет”.


- Ышанаһыңмы-юҡмы, теүәл бер ай дауаханала яттым, - тип һөйләне ул. – Аҡ халатлы апайҙар палатаға килеп инһә, ҡасырға маташам, аҡырам, илайым... Тик ҡотолоп буламы!..


- Бигерәк ыҙалатҡандар икән шул, - тим, дуҫымды йәлләп.


- Шуға хәҙер яратмайым табиптарҙы! – Марат һикереп торҙо ла, ерҙә ятҡан ҙур ғына ташты алып, асыу менән медпункттың ишегенә бәрҙе. Таш тирә-яҡты яңғыратып “шаҡ!” итеп барып тейҙе. Ҡурҡыштан ҡойма артына ҡасҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.


Фельдшер Нәзирә апай сығып ҡараны ла кире инеп китте. Беҙгә был уйын оҡшап ҡалды. Мараттың аҡ халатлыларға тотҡан үсен икәүләп ҡайтарырға булдыҡ. Таштар йыйып алып килдек тә тотондоҡ ишекте дөмбәҫләргә. Нәзирә апай уҡтай атылып сығыуға ҡойма артына боҫабыҙ.


Икенсегә таш йыйҙыҡ. Тик быныһында йәшеренеп өлгөрә алмай ҡалдыҡ. Тәүге таш ишеккә тейеүгә үк күренде апайыбыҙ. Көтөп кенә торған, ахырыһы. Беҙҙе күргәс, ярһып китте:


- Вәт уйын таптылар! Хәҙер укол һалам мин һеҙгә! Йә милиция саҡыртам!..


Уны тыңлап бөтмәнек. Әсләмдәрҙең ҡапҡаһы асыҡ тора ине, шунда инеп ҡастыҡ. Үҙебеҙҙең шуҡлыҡтан үҙебеҙ көлөп ултырғанда, Әсләм ҡайтып инде.


- Малайҙар! – тип һөрән һалды беҙҙе күргәс тә. – Ауылға ып-ысын милиционерҙар килде. Әйҙәгеҙ, барып ҡарайбыҙ. Пистолеттарын тотоп ҡарарға бирмәҫтәрме икән?


“Милиция”, “пистолет” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, икебеҙҙең дә ҡот табанға төштө.


- Ә?! – Беҙ бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. – Милиционерҙар тиһеңме?


Шунда уҡ Марат Әсләмдәрҙең һарай башына үрмәләне. Мин – уның артынан. Бер ни аңламаған Әсләм дә беҙгә эйәрҙе.


- Әсләм, һин ысын дуҫмы? – тип һораныҡ унан, ҡыйыҡ эсенә ингәс.


- Ысын! – Әсләм икебеҙгә алмаш-тилмәш аптырап ҡараны.


- Улайһа, беҙҙе һатмаҫһыңмы?


- Нисек? Кемгә?


- Юҡ, иң тәүҙә әйт, беҙҙең турала бер кемгә бер ни һөйләмәҫһеңме?


- Юҡ инде!


- Ант итәһеңме?


- Ант!


Әллә нисә тапҡыр ант иттергәндән һуң ғына Әсләмгә хәлде һөйләп бирҙек.


- Һин ҡарап йөрө лә беҙгә барыһын да еткереп тор, - тинек. Әсләм ризалашты.


- Хәҙер ҡыйыҡтың ишеген ҡапларға таҡталар мендер, - тип бойорҙо Марат. – Йә күреп ҡалырҙар...


Әсләм, тыш-быш килеп, ҡыйыҡҡа таҡталар ташыны. Беҙ, ишекте ҡаплап, ярыҡтан урамды күҙәтә башланыҡ.


Ауыл хакимиәте, китапхана, медпункт оҙон бер йортта урынлашҡан. Хакимиәт менән китапхана ишеге урам яғына ҡарай. Милиция машинаһы юл буйында, Әсләмдәргә яҡын ғына ултыра. Төш ваҡыты булғас, урамда кеше лә юҡ.


- Дүрт милиционер, - тип һананы Марат.


- Әгәр беҙҙе тапһалар? – Мине ҡурҡыу алды. Әсәй, атай, хатта Әминә күҙ алдына килде. Күҙгә йәш төйөлдө. Төрмәгә алып китһәләр, уларһыҙ нисек йәшәрмен? Марат ыңғайына Нәзирә апайҙың йәненә тейгәнемә үкенеп бөтә алманым. Табиптарҙың ни зыяны тейгәндер миңә?


- Эттәре юҡмы икән?


Беҙ тағы ярыҡтан оло юлға текәлдек. Эт ишараты күренмәгәс, күңелгә әҙерәк йылы йүгерҙе. Бына милиционерҙар, машинаға тейәлеп, үрге осҡа йүнәлде.


Марат та үҙенең ҡылығына үкенә икән. Сер итеп кенә: “Әгәр теге ваҡытта укол һалмаған булһалар, һауыҡмаҫ инем. Улар бит мине ауыр сирҙән алып ҡалды”, - тине.


Бер ваҡыт кемдер шатыр-шотор баҫҡыс буйлап менә башланы. Тиҙ генә бесән араһына боҫтоҡ. Әсләм икән.


- Малайҙар, был – мин. Ашарға алып килдем.


Тамаҡ ҡайғыһымы ни!


- Йә, нимә эшләйҙәр унда? – тип ҡыҙыҡһындыҡ. – Китмәнеләрме әле?


- Юҡ. Улар кемделер эҙләй. Өй беренсә йөрөйҙәр.


- Эш харап! – тинек бер тауыштан. – Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде?


- Шым ғына ултырығыҙ. Эт менән эҙләһәләр ҙә бынан һеҙҙе тапмаҫтар.


Беҙ шуға өмөтләндек. Кис етте. Көтөү ҡайтты. Мин быҙауҙар өсөн көйҙөм. Кем барып алды икән? Әминәне ебәрһәләр, танырмы? Алып ҡайта алырмы? Әсләм дә бүтәнсә беҙҙең янға менмәне. Сөнки әсәһе менән атаһы һарай тирәһендә мал менән мәшғүл.


Урамда тауыш-тын баҫылғанын көтөп ята торғас, йоҡлап киткәнбеҙ. Ҡапыл тыштағы шау-шыуға күҙҙе астым, Марат та уянған икән.


- Бөттө! Беҙҙең арттан килделәр! – тип бер-беребеҙгә һыйынышып ултырҙыҡ. Милиционерҙарҙы көтәбеҙ. Ҡайҙа алып китһәләр ҙә бергә булырға, бер-беребеҙҙе һатмаҫҡа ант иттек.


Әсәйемдең, Мараттың атаһының, Әсләмдең әсәһенең тауыштарын танып ҡалдым. Әсләм үҙе лә улар араһында.


- Әйт ҡайҙа икәндәрен! Бәлки, бер-бер хәл булғандыр? – тип көйҙө әсәһе.


- Юҡ, әйтмәйем. – Һүҙендә ныҡ торҙо Әсләм. – Әтеү уларҙы төрмәгә алып китәләр.


- Кем алып китә? Ниндәй төрмә?! – Әсәйем “аһ” итте.


- Әсләм, һин ҙур бит инде, үҙең бәләкәстәр кеүек ҡыланаһың. Күреп тораһың, бөтәбеҙ ҙә уларҙы юғалтып борсолабыҙ. Әйт, ҡайҙа улар? – ти Мараттың атаһы.


- Милиция киттеме һуң?


Оҙаҡ әйтмәне дуҫ беҙҙең ҡайҙа икәнде. Бер аҙҙан тауыш-тын баҫылды. Икеләнде, шикелле. Ахырҙа шым ғына:


- Һарай башында ултыралар, - тип серҙе систе, биргән антын боҙҙо.


- Их, һатлыҡ! – Беҙҙең йән көйҙө. Ҡыйыҡ ауыҙында Мараттың атаһының башы күренде.


- Төшөгөҙ әле! – Ҡаты ғына өндәште ул. Беҙ ҡурҡа-ҡурҡа ергә төштөк.


Ниңә унда йәшенеп ятҡанды һөйләгәс, иланылар ҙа, көлдөләр ҙә.


- Милицияның һеҙҙән башҡа ҡайғыһы юҡ, тиһеңме?! Үҙ эше менән йөрөнө бит улар!


- Әсәй, Нәзирә апай милиция саҡыртмаҫмы икән?


- Иртәгә барып ғәфү үтенһәгеҙ, саҡыртмаҫ.


- Укол да һалмаҫмы?


- Ысын күңелдән һораһағыҙ – юҡ, - тине әсәйем йылмайып.




Фото: интернет.




Читайте нас: