Барлыҡ республика халҡы менән бергә яҙғы өмәгә Ишембай районының Этҡол ауылы халҡы ла дәррәү сыҡты. Уртаҡ эш иртә таңдан башланып, төшкә тиклем дауам итте.
– Этҡол, Ураҙбай һәм Аҙнай ауылдарынан өмәгә 272 кеше сыҡты, уларҙың 115-е мәктәптән. Шуныһы ҡыуандыра, бюджет өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр генә түгел, ауыл халҡы ла үҙ теләге менән ҡушылды өмәбеҙгә. Көн дауамында ауылдарҙа дәртле музыка уйнап торҙо, һәр кемдең дә кәйефе бик күтәренке булды, – тине Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Бергәләп тотонғас, эш тә бик ырамлы шул. Йыйылған сүп-сарҙы тоҡтарға тултырып әҙерләп ҡуйғандар. Йәмғеһе 200 тоҡтан ашыу сүп йыйылған, уны ошо көндәрҙә “Эко-сити” компанияһы килеп, бушлай алып китәсәк икән.
– Эш бөткәс, күмәкләшеп сәй эстек. Иң мөһиме – ауылдарыбыҙ йәмләнеп, ҡупшыланып ҡалды. Артабан да уҙасаҡ өмәләрҙә ҡатнашып, йәшәгән урыныбыҙҙы тағы ла матурыраҡ, таҙараҡ итәсәкбеҙ, – ти Нәсимә Ғайса ҡыҙы.