Их, бөгөн иртәрәк ысҡынып булманы! Иртәнге сәйҙе эсеп бөтөүгә әсәйем:
- Улым, Шәүрә инәйең баҙарҙан урап ҡайтҡансы, бәпкәләрен ҡарап торсо, - тине лә ҡуйҙы.
Танауҙы һәлберәтеп, күршеләргә киттем. Әминәһе лә тыңламаған була: “Һиңә әйттеләр бит, миңә түгел”, - тип кенә ебәрә.
Ана үҙҙәре: бәләкәс кенә, матур ғына һары бәпкәләр. “Бип-бип-бип” тип хәбәр һөйләп, йүгерешеп йөрөйҙәр. Минең йәнем көйә. Кешенең күпме ваҡытын ала хәстрүштәр!
Ҡыш та, йәй ҙә мауығып уйнаған уйындарыбыҙ күп беҙҙең. Бөгөн “милиция-уғры” уйыны уйнарға килешкәйнек. Штаб Суҡҡайын буйында урынлашҡан. “Енәйәтселәр” айырым ерҙә тотола. Ағас башында – күҙәтеү пункты. Окоптар ҙа ҡаҙылған.
Бөгөн беҙҙең түбәнге яҡ – уғрылар, ә үрге ос малайҙары – милиция. Уйындың ҡағиҙәләре бар. Ҡараҡтар кемдеңдер һарайынан тауыҡ йомортҡаһы сәлдерә. Милиция хеҙмәткәрҙәре бурҙарҙың эҙенә төшөргә, ҡулға алырға тейеш. Әгәр йомортҡаларҙы имен-аман штабыңа алып барып еткерһәң, һин – еңеүсе. Эләкһәң инде, еңеү – милиция яғында. Был юлы, уйын тамамланғас, йыйылған йомортҡаларҙы туңдырмаға алмаштырырға һөйләштек.
Бына хәҙер, ҡыҙыҡ уйын мәлендә, ултыр инде бәпкә ҡарауыллап! “Әллә китәйем дә барайыммы икән? Нимә булыр тиһең был ҡаҙҙарға?” – тигәнерәк уй башыма килде. Әммә, нисектер, ҡыйыулыҡ етмәне. Күҙем – бәпкәләрҙә, үҙем Марат, Әсләмдәр янында. Был юлы кем һарайына инделәр икән? Тотолманылармы?
Туҡта, Шәүрә инәйҙең тауыҡтары йомортҡа һалмағанмы? Мин йәһәт кенә һарай эсен байҡап сыҡтым. Оя-маҙар күренмәгәс, ҡыйыҡҡа үрмәләнем. Һарай иҫке генә, япмаһы ла сереп бөткән. Аяҡ аҫтыңа ҡарап ҡына баҫмаһаң, осоп төшөүеңде көт тә тор. Ә-һә, ана, бесән араһында икән тауыҡ оялары. “Фи-иү! – Ҡыуаныстан хатта һыҙғырып ебәрҙем. – Бында ни байтаҡ йомортҡа ята ла баһа!” Шәүрә инәй, күрәһең, белмәй ҙә йөрөй.
Инәйҙең ҡапҡанан күренеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Һөйөнөслө хәбәрҙе малайҙарға тиҙерәк еткерә һалыр кәрәк. Әбейҙең рәхмәт уҡый-уҡый тотторған туңдырмаһын ялап, Суҡҡайын буйына һыпырттым.
Малайҙар аптырашып ултыра. Бөгөнгө милиция ла уяу, етмәһә, үс иткәндәй, табыш та юҡ. Кемгә барырға, ҡайҙан табырға, тип баш ватыуҙары.
Тиҙ генә план ҡорҙоҡ. Мин, Маратты эйәртеп, кәртә буйынан йәшенә-йәшенә, Шәүрә инәйҙәргә яңынан киттем. Әсләм менән Айсыуаҡ штабта ҡарауылда ҡалды.
Марат ҡойма артына баҫты. Берәйһе күренә ҡалһа, һыҙғырып хәбәр итергә тейеш. Мин тейен етеҙлегендә һарай башына үрмәләнем. Бына йомортҡалар беҙҙең ҡулда! Инде дошман күҙенә салынмайынса штабҡа барып етһәм...
Шул саҡ аяҡ аҫтындағы таҡта “шырт” итеп ҡалды. Аяҡты алһам, ышаныслы баҫыр ер юҡ. Һынһа нимә эшләрмен? Һыңар аяҡта ҡатып ҡалдым шулай.
Мараттың һыҙғырыуы ишетелде. Ҡурҡыштан, әлеге таҡтаға нисек баҫҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым: их, аяҡ ҡыҫылды! Уны алайым тигәнсә, нисек килеп сыҡҡанын аңламай ҙа ҡалдым, баштүбән эленеп торҙом. Ергә ҡул теймәй, кире ҡалҡынырға көс етмәй, тотонорға урын юҡ. Йомортҡаларым ерҙә селпәрәмә килеп ята. Ҡысҡырмайым, сөнки Шәүрә инәйҙең килеп сығыуынан шөрләйем. Марат һыҙғыра ла һыҙғыра. “Милиция” эҙгә төшкән, тимәк. Мин, хәлдән килгәнсә тыпырсынып, ысҡынырға маташам.
Шәүрә инәй килеп инмәһә, был хәл күпме дауам итер ине икән, белмәйем.
- Аһ-аһ! – тип ҡото осто инәйемдең. Мине танығас:
- Ен икән тип торам, - тип миңә ярҙамға ташланды. Әбейҙең үҙенең генә көсө етмәгәс, урамға сығып йүгерҙе. Һәм, үрге ос малайҙарын эйәртеп, ҡабат инде. “Милиция” мине төшөргәнсе һуҡранды инәй:
- Ай аллам, ниңә генә мендең унда?!
Уның ҡарауы, үрге остарҙың ҡолаҡтары ауыҙына еткәйне: “уғры” шәп килеп ҡапты! Ғәрлегемдән илағым килә. Шәүрә инәй алдында ныҡ оят. Минең турала нимә уйлай инде? Әсәйемдәргә лә һөйләмәй ҡалмаҫ...
Һарайҙан сыҡҡас, былар ҡулымды артҡа шаҡарып бәйләне. Йылға буйындағы “төрмә”гә барып еткәнсе рәхәтләнеп көлдөләр, төрлөсә мәрәкәләнеләр. Шулай ҙа ғәрләнеүемде һиҙҙермәҫкә, үҙемде егеттәрсә тоторға тырышам.
Хөкөмдөң ҡатыһын сығарҙы “милиция”.
- Тәк, - тине башлыҡтары Хәким. – Һин беҙҙе туңдырмаһыҙ ҡалдырҙың бит әле. Күпме йомортҡаны әрәм иткәнһең! Шуның өсөн язаһын да тейешенсә бирәсәкбеҙ...
Улар ҡул-аяҡтарымды нығытып бәйләне, ауыҙымды скотч менән йәбештереп ҡуйҙы. Мин, аҡланыр өсөн, иң ауыр язаны ла күтәрергә риза инем. Шуға күрә бик ҡаршылашманым, яҙмышыма буйһондом. Ярты сәғәтләп ултырғандан нимә була? Уйындың тәртибе шундай. Әммә ярты сәғәт кенә түгел, әллә күпме ваҡыт үте, “милиция” ла килмәне, “уғры” дуҫтарым да ҡотҡарманы.
Минең хәлде үҙе кисергән кеше генә аңлайҙыр: ҡысҡырып, ярҙам һорап та, китеп тә булмай. Һыуһаным, асыҡтым. Бер ҡиәфәттә ултырыуға бөтә тәнем ауырта. Иң ҡыйыны серәкәй, себен талауы, ҡырмыҫҡаларҙың тешләүе булды.
Был мәхшәрҙән, кис еткәс, әсәйем менән Марат ҡотҡарҙы. Баҡһаң, уйын менән мауығып, минең турала бөтөнләй онотҡандар. Туңдырма эләкмәгәнгә танауҙары төшкән малайҙар, уйынды иртәгә дауам итергә һөйләшеп, таралышҡан...
- Уйындан уймаҡ сығара яҙғанһығыҙ! – тип икебеҙгә лә асыуланды әсәйем.
- Ғәфү ит, Искәндәр! Ғәфү итегеҙ, апай! Беҙ, ысынлап та, Искәндәрҙе онотоп ҡайтып киткәнбеҙ...
Бергә уйнаған дуҫҡа оҙаҡ үпкәләп йөрөмәйһең икән, ғәфү иттем.
- Был язаны нимә өсөн алғаныңды аңлайһыңмы? – тине әсәйем. – Бынан һуң ҡолағыңа был һүҙҙәрҙе алҡа итеп таҡ: кешенең төймәһенә тейһәң дә, дөйәһен алып сыҡһаң да – оло урлашыу. Һеҙҙең был уйынығыҙ бер ҙә шәп түгел...
Ҡыҫҡаһы, минең өсөн йомортҡаға алыштырып ашаған туңдырмалар “ҡайнар” булып сыҡты.