Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2019, 02:00

БӨЙӨК ШӘХЕСТӘРЕБЕҘ ФАТИХАҺЫНДА

Ишембай районы муниципаль районы башҡорттары ҡоролтайға йыйылды. Был сара иҫтәлекле ваҡиға менән тарихта ҡалды – Әхмәр ауылында Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше, башҡорт милли азатлығы өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашыусы офицер Шаһибәк Үзбәков иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Ишембай районы муниципаль районы башҡорттары ҡоролтайға йыйылды. Был сара иҫтәлекле ваҡиға менән тарихта ҡалды – Әхмәр ауылында Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше, башҡорт милли азатлығы өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашыусы офицер Шаһибәк Үзбәков иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан, Башҡортостандың 100 шәхесе исемлегенә Әхмәрҙең бөйөк улы, Башҡортостан Республикаһын ойоштороуға үҙ өлөшөн индергән Шаһибәк Үзбәковтың исеме лә индерелгән. Таҡтаташ асыу сараһында уның тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр әйтелде. Яҡташтары менән ғорурланыу ҙа, йәш быуынды Шаһибәк Үзбәков кеүек шәхестәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләү маҡсаты ла сағылды уларҙа. Район өсөн генә түгел Башҡортостан өсөн дә әһәмиәтле булған был ваҡиғала Өфөнән ҡунаҡтар - “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, республика “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Гөлфиә Янбаева, Юрматы ырыуының ҡор башлығы Риф Иҫәнов та ҡатнашты.
- Тарихыбыҙҙы белеү шул тиклем кәрәк, бигерәк тә балаларыбыҙ, йәштәребеҙ өсөн. Атабабаларыбыҙ менән ғорурланыу маҡсатында ла бындай саралар бик мөһим, - тип Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы әхмәрҙәрҙе яҡташтары менән ғорурланырға саҡырҙы, балаларҙы тарихты өйрәнергә өндәне.
Таҡтаташ асыу тантанаһында Шаһибәк Үзбәковтың бер туған ҡустыһының улы Әхтәм Әнүрбәк улы Үзбәков күңел тәьҫораттары менән бүлеште:
- Шаһибәк Исмәғил улының исемен мәңгеләштереп таҡтаташ асылыуы өсөн ауыл, район хакимиәтенә, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайына барлыҡ туғандар исеменән ҙур рәхмәтемде белдерәм. Шаһибәк Үзбәковтың нәҫеле ауылда йәшәй, уға лайыҡлы булып матур донъя көтәләр, - тине ул.
Халҡыбыҙ ғорурлығы булған шәхестәребеҙ аҙ түгел. Уларҙың барыһының да исемдәрен мәңгеләштерергә, киләсәктә ҡалғандарына ла таҡтаташ асырға кәрәк тигән изге маҡсат билдәләнде Әхмәрҙәге сарала.
Ошо уҡ көндө ҡалабыҙҙың Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге скверҙа бөйөк шәхесебеҙ һәйкәленә лә сәскәләр һалынды.

Ҡоролтайҙан тулы репортажды киләһе һанда уҡығыҙ.

Фото: автор.
Читайте нас: