Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2019, 02:00

"Ҡалала ғына ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты"

Республикалағы дөйөм экологик өмә барышы хаҡында урындағы етәкселәр социаль селтәр аша әүҙем хәбәр итә.

Республикалағы дөйөм экологик өмә барышы хаҡында урындағы етәкселәр социаль селтәр аша әүҙем хәбәр итә.


Мәҫәлән, Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә шулай тип белдерҙе:


“Был көндәрҙә тотош республика халҡы үҙҙәренең ҡалаларын, райондарын ҡыштан һуң тәртипкә килтереү менән дәррәү шөғөлләнә. Ишембайҙар ҙа был бурыстан ситтә ҡалманы.

Үткән төндә үк Асфальт-бетон заводы хеҙмәткәрҙәре махсус техникалар ярҙамында ҡала урамдарын саңдан, юл ситтәрендәге сүп-сарҙан таҙартты. Был машина штурвалдарында – ысын һөнәр эйәләре. Уларҙың еңел булмаған хеҙмәте арҡаһында Ишембай урамдары таҙара”.


Артабан Азамат Абдрахманов өмә барышын сағылдырған фотоһүрәттәрҙе ҡуйып, “Бөгөн ҡала буйынса ғына берҙәм сарала ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты”, – тип хәбәр итте.








И. ҠОРМАНОВА.



Фото: район етәксеһе А. Абдрахмановтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.



Читайте нас: