Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2019, 02:00

Шәмбе өмәлә осрашайыҡ!

Район һәм ҡала биләмәһендә яҙғы санитар таҙартыу айлығы иғлан ителде. 6 апрелдән 27 апрелгә тиклем һәммәбеҙ был эшкә ҡушылырға бурыслы – ихата тирәбеҙҙе тиҙ арала йыйыштырып ҡуябыҙмы, әллә ауылың урамын, үҙебеҙҙе хеҙмәтләндергән төрлө учреждениелар тирәһен таҙартыуға ҡушылаһыңмы – уныһы тәрбиәңдән, әүҙемлегеңдән.

Район һәм ҡала биләмәһендә яҙғы санитар таҙартыу айлығы иғлан ителде. 6 апрелдән 27 апрелгә тиклем һәммәбеҙ был эшкә ҡушылырға бурыслы – ихата тирәбеҙҙе тиҙ арала йыйыштырып ҡуябыҙмы, әллә ауылың урамын, үҙебеҙҙе хеҙмәтләндергән төрлө учреждениелар тирәһен таҙартыуға ҡушылаһыңмы – уныһы тәрбиәңдән, әүҙемлегеңдән.
Уҙған шәмбе үк байтаҡ коллективтар, ауыл халҡы был эште башлап ебәрҙе. Иремәй ятҡан бысраҡ ҡар өйөмдәрен таратыр, ҡыштан һуң ҡалҡып сыҡҡан сүпсарҙы йыйыр өсөн, әлбиттә, айлыҡ иғлан ителгәнен көтөргә кәрәкмәй ҙә ине. Рәсми рәүештә өмәгә күмәк сығыу ошо шәмбегә билдәләнгән. Көрәк, тырма, һеперткеләр күптән әҙерҙер, тип ышанабыҙ. Төрлө ойошма, предприятие, учреждениелар коллективтары үҙҙәренә беркетелгән территорияларҙа тырышасаҡ. 1-2 сәғәтлек эш һәм... донъя яҡтырып ҡалғандай була! Ҡала урамдарынан тоҡтарға йыйылған сүп-сарҙы ҡаты хужалыҡ ҡалдыҡтары полигонына сығарыу торлаҡкоммуналь хужалыҡ тармағында эшләүселәр иңендә.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә ихаталарын йыйыштырыуға үҙ өлөшөн индерә ала. Ҡыш буйы балкон аҫтарында йыйылған бысраҡ әле бигерәк күҙ көйөгө булып ята. Ситтән килеп берәү ҙә сүпләмәгән – үҙебеҙҙең арттан йыйыштырыу ғына һорала. Идарасы компаниялар, фатир хужаларын өмәгә саҡырып, подъезд төптәренә күптән иғландар элгән. Торлаҡ-файҙаланыу участкаларынан эш өсөн кәрәк-ярағын – көрәк, тырма фәләнен биреп торорға ла әҙерҙәр, ярҙамлашырға теләгегеҙ генә булһын.


Ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәренә административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протоколдар төҙөү эшен көсәйтергә ҡушылды. Территорияларҙың санитар торошо буйынса ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән, сүплектәр ойошторған, төҙөлөш ҡалдыҡтарын йорт тирәһендә өйгәндәргә ҡағыла был.


Санитар айлыҡ аҙағында беҙҙе ағас ултыртыу буйынса “Йәшел Башҡортостан” акцияһы ла көтә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы, был эште ойоштороуға ла хәҙер башҡасараҡ талап. Ағас үҫентеләренең ергә берегеп китеү күрһәткесе бик түбән, тырышлыҡ, түгелгән аҡсалар бушҡа китә тигән һүҙ. Шуға күрә хәҙер үҫентеләрҙең ҙурырағын, көслөрәген ултыртыу маҡсаты ҡуйылды. Быйыл яҙ иртә килә. 27 апрелгә билдәләнгән ағас ултыртыу өмәһенә тиклем тирә-яҡты таҙартып өлгөрһәк, май байрамдарын таҙалыҡта, бөхтәлектә ҡаршылаясаҡбыҙ, шулай бит, яҡташтар? Шәмбе өмәлә осрашайыҡ!



Читайте нас: