Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2019, 02:00

Ике эштә лә өлгөрә

Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһы ветеринария станцияһының тәүге профсоюз ойошмаһы рәйесе, “Шатлыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы ветеринария-санитария экспертиза лабораторияһының ветеринар табибы Илдус АБДУЛЛАЕВ Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан профсоюз ойошмаһынан Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

- Бындай баһа көтмәгәйнем, шулай ҙа бик ҡыуаныслы. Хеҙмәтемде күрә белгәндәре өсөн рәхмәт, - тине ул.

Илдус Шәүҡәт улы үҙенең хеҙмәт юлын 20 йыл элек башлай. Йәшләй генә уға яуаплы бурыстар ҙа йөкмәтелә. “Нефтсе” совхозында эшләгән сағында 24 йәшлек егетте ферма мөдире вазифаһына тәғәйенләйҙәр. “Ял тимәй, көн-төн тимәй эшләгән ваҡыттар тәжрибә тупларға ярҙам итте, кешеләрҙе ойошторорға өйрәтте”, – тип хәтергә алды шул осорҙо Илдус Абдуллаев.

Әлеге эшендә лә яуаплылыҡ ҙур. Малсылыҡ, үҫемлекселек продукцияһының хәүефһеҙлеге һағында тора ул. Талаптар ҙа көсәйә, хәҙер электрон документтар менән эш итә белеү ҙә мөһим. Төп һөнәренән тыш хәҙер инде биш йыллап Илдус Шәүҡәт улы профсоюз эшен алып бара. Хеҙмәткәрҙәрҙе, уларҙың балаларын һауыҡтырыуға һуңғы йылдарҙа айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Профсоюз ойошмаһы рәйесе хәстәре менән ветстанция хеҙмәткәрҙәре республика шифаханаларында, профилакторийҙарында ял итә. Былтыр, мәҫәлән, өс кеше ошо рәүешле һаулыҡтарын нығытҡан. Был Илдус Абдуллаев алып барған эштәрҙең бер өлөшө генә.

Үҙ эшен дә яуаплы башҡарырға, хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәтен дә хәстәрләргә өлгөргән ветеринар табипҡа артабан да хеҙмәт ҡаҙаныштары теләйбеҙ.

Фото: автор.
Читайте нас: