Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2019, 02:00

САҠ ҠЫНА ДӨРӨҪ ЭШЛӘМӘҺӘҢ... (юмористик хикәйә)

Йәшәгән ти бер ғаилә. Ситтә түгел, үҙебеҙҙә. Дөрөҫөрәге, баш ҡалаға яҡын ғына ҡасабала. Уларҙың бер генә бөртөк улдары булған. Исеме – Дәүләт. Һәр бер кешенеке кеүек уның да хыялдары булған. Кемдер тракторсы йә осоусы, һатыусы, уҡытыусы, кемдер ғалим йә табип, сәйәхәтсе, сәйәсмән.

Йәшәгән ти бер ғаилә. Ситтә түгел, үҙебеҙҙә. Дөрөҫөрәге, баш ҡалаға яҡын ғына ҡасабала. Уларҙың бер генә бөртөк улдары булған. Исеме – Дәүләт. Һәр бер кешенеке кеүек уның да хыялдары булған. Кемдер тракторсы йә осоусы, һатыусы, уҡытыусы, кемдер ғалим йә табип, сәйәхәтсе, сәйәсмән.
Ә бына Дәүләт һәр ваҡыт беренсе булырға һәм тарихта ҡалырға хыялланды. Уның күҙаллауы буйынса, “беренсе” тигән һүҙ ул начальник, министрға тиң. Тиҙ генә ул дәрәжәгә етеп булмағанлыҡты, бының өсөн эш күрһәтергә (һис юғы үҙеңде), халыҡтың ышанысын аҡларға кәрәклеген ата-әсәһе гел ҡабатлап торҙо. Ә Дәүләт күптән “элеп киптерҙе”. Әллә ни уҡыуы булмаһа ла, “формаль рәүештә” активистҡа әйләнде. Пионер сағында байраҡсы булды, шул иҫәптән ҡулдарынан борғо, барабан төшмәне. Комсомол йәшенә еткәс – вожатый, ячейка секретары ярҙамсыһы. Ҙур өмөттәр бағланылар үҙенә. Дөйөм алғанда, тәртипле, тыңлаусан булды. Класташтары уның ике йөҙлө холҡон өнәп бөтмәне. Йыш ҡына уҡыуҙан, сара-кисәләрҙән ҡайтҡанда “әпәй шүрлегенә” менеп төшәләр ине (аҡылға ултырталар, йәнәһе).

Йыл да үтә торҙо, Советтар Союзы менән бергә коммунистик идеологиялар ҙа тарҡалды. Дәүләт һис кенә лә борсолманы. Күпселек ватандаштары, таныштары кеүек коммерсант булып китте. (Кем әйтмешләй, хеҙмәт юлын, “пирожковоз” машинаһы менән башланы). Шулай ҙа бала саҡтың “изге” принциптарынан тайпылырға тәләмәне: хәҙерге чиновниктар (ҡайһы берәүҙәре) кеүек: “Үҙеңдән түбәнде – тип, ә юғарыны – үп” тезисы менән йәшәне. Ошо ваҡытҡа ул юғары белем алғайны. Тора-бара демократҡа әүерелде һәм юғары даирәгә үрмәләй, карьера баҫҡыстарынан атлай башланы.

Ниһайәт, Дәүләттең йондоҙло сәғәте һуҡты. Үҙенең кандидатураһын депутатлыҡҡа күрһәтте. Коллегалары, дәү, йыуан ағайҙар, һайлау алды программаларына, дебаттарға, осрашыуҙарға аҡса йәлләмәне. Уны үткәрҙеләр. Йәш, тыңлаусан, лояль булғаны өсөн. Урман, экология, тәбиғәт мәсьәләләре буйынса яуап тотто. Артабан илле дүрт райондың береһенә хакимиәт башлығы булып һайланды. Бик матур ғына эшләп китте ошо вазифала.

Бәлә көтмәгәндә килә, тиҙәр. Гел дөрөҫлөктө, яҡшылыҡты яҡлаған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре уның ҡара эштәрен “соҡоп” сығарҙы һәм йәмәғәт ҡарамағына тикшерергә ҡуйҙы. Ҙур-ҙур, дәрәжәле ағай-апайҙар “һелкенергә” уйланылар, ахырыһы, хөкүмәт тә ҡуша бит. Тикшереү менән килделәр. Республика вәкилдәре алдында үҙен бала-саға һымаҡ хис итте Дәүләт, ауыҙын асып, башын күтәреп һүҙ ҙә әйтә алманы. (Ә планеркаларҙа, район сессияһында нисек екеренә ине!)

Эшләнгән эштәрҙе, программаларҙы барлай башланылар. Ҡунаҡтарға үҙәк дауахананы күрһәттеләр. Унда белгестәр етмәүенә зарландылар. Үҙәк стадионда футбол майҙансығы бар, хоккей уйнарға “тартма” эшләнгән, боҙ туңдырылған, бөхтәлек ине. Бала-сағаларҙың сыр-сыу тауыштары ишетелде. Тик ҡоймалары буялмаған, яҡтыртыу ҡоролмалары юҡ ине.

Бюджет аҡсаларының район файҙаһына тотонолоуын тикшерергә килгән аудиторҙар күп кенә етешһеҙлектәр тапты. Хөкүмәт бүлгән финанстар “һул”ға ла осҡолағанын һиҙҙеләр. Законһыҙ урман ҡырҡыу факттары, етемдәргә, һуғыш ветерандарына торлаҡ бүлеү мәсьәләләре, газ үткәреү, ауылдарҙы төҙөкләндереү, төҙөлөш эштәре тейешенсә үтәлмәгән ине.

Йәмәғәтселек үҙидаранан тәртип булыуын, аныҡ маҡсаттар менән эш итеүҙәрен талап итте. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡайһы берҙәре былтыр уҡ эшләнеп бөтәһе булған объекттар икән. “Эшләйһегеҙ килмәгәс, ниңә урын биләйһегеҙ, бюджет аҡсаларын “ашарғамы”, “кеҫә ҡалынайтырғамы”? Кисекмәҫтән бөтөрөргә тейешһегеҙ етешһеҙлектәрҙе, бар яҡлап та, һеҙгә ике ай срок. Аҡсаларҙы теләһә ҡайҙан табығыҙ, һуңынан үкенерлек булмаһын. Хөкүмәт бүлгән мөмкинлектән халыҡ файҙалана алмаған. Әгәр киреһе булһа, улар зар илар инеме ни? Хакимиәт башлығы менән депутаттар – яуаплы механизмдар!” – тип тәнҡитләп ташланы комиссия вәкиле.

Икенсе көнгә үк Дәүләт фотоотчет ебәрҙе, иң беренсеһе балалар майҙансығы ине. Унда коммунальщиктар һәм электроүҙәк эшсәндәре тиҙ арала тәртип ойошторҙолар. Урман хужалығының төп бинаһы алдына семәрләп, буралы беседкалар эшләтеп ҡуйҙырҙы. Бер нисә учреждениеға ремонт үткәреп маташтылар. Вакансиялар йәрминкәһе лә ойошторҙолар, ойошмаларға яңы ҡоралдар, приборҙарға заказ бирҙеләр. Төҙөлөш эштәренә ғаризалар яҙҙы... Был ғына ярҙам итмәне.

Өҫтәгеләр Дәүләттең әйтемен күптән белә ине. Улар ҙа шул принципта эш итте. Юғарыларҙы – үп, түбәндәгеләрҙе – тип... Дәүләт юғарыла ултырғандарҙан түбәнерәк ине шул... Етмәһә нисәлер миллион һум “сәпәп”, шартлы рәүештә хөкөм иттереп, эшенән бушаттылар.
Илбарис Сәлимхан.

Тирмән ауылы.






Фото: интернет.




Читайте нас: