Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2019, 02:00

БЕРГӘЛӘП ТОТОНҺАҠ, ҺӨҘӨМТӘ БУЛАСАҠ

Халҡыбыҙ быйыл ҙур ҡорға әҙерләнә - 28-29 июндә Ҡоролтай Өфөлә һәм Ишембай районында Торатау итәгендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән милләттәштәребеҙҙе йыя.

Халҡыбыҙ быйыл ҙур ҡорға әҙерләнә - 28-29 июндә Ҡоролтай Өфөлә һәм Ишембай районында Торатау итәгендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән милләттәштәребеҙҙе йыя. Унда бөтәһе 750 делегат һәм ҡунаҡ ҡатнашыуы көтөлә. Әлеге мәлдә район һәм ҡалаларҙа ошо ҙур сараға әҙерлек һәм Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығы сиктәрендә урындағы ҡоролтай ултырыштары үтә, башҡорт халҡының киләсәге, үҫеш стратегияһы билдәләнгән мәлдә үҙ һүҙен әйтергә тейешле делегаттар һайлана. “Был юлы ҡатнашыусылар составы күпкә йәшерәк. Был үҙенә күрә йәш, заманса, эшлекле ҡоролтай буласаҡ”, – тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. Башҡарма комитеттың, атамаһына ҙур мәғәнә һалып, 2019-2050 йылдарға иҫәпләнгән “Халыҡ көсөн – халыҡ өсөн!” башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын әҙерләү тәҡдиме лә һәр кимәлдә хуплау тапты. Милләт үҫеше кеүек глобаль мәсьәлә һәр беребеҙҙең уға үҙ өлөшөн индерергә әҙер булыуына нигеҙләнә – ҡулыбыҙҙан, һәләтебеҙҙән, тәрбиәбеҙҙән килгәнсе. Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әлфис ФӘЙЗУЛЛИНдың конференция алдынан уртаҡлашҡан уйҙары ла ошо юҫыҡта. 4 апрель, кесе йома, 14.00 сәғәттә ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк муниципаль район башҡорттары ҡоролтайы конференцияһында ул күтәргән мәсьәләләр һәм башҡа йүнәлештәр буйынса тәрән, файҙалы һөйләшеү булыр, тип ышанабыҙ.



КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ? ҮҘЕБЕҘ!


Һуңғы ике йылда бик күп ваҡиғалар булды, һөйөндөргәне лә, көйөндөргәне лә. Ҡоролтайҙы мин иң тәүҙә башҡортто үҫтерергә, яҡларға, тап милли юҫыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә эшләргә тейеш ойошма тип күрәм. Ер-һыуыбыҙҙы һаҡлау, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, иманыбыҙҙы һәм рухыбыҙҙы нығытыу бөгөн дә көнүҙәк мәсьәләләр. Шул уҡ ваҡытта туған телебеҙҙең киләсәген хәстәрләү мәсьәләһе киҫкен тора. Һәр кем үҙе яҡшы белгән, тәжрибә уртаҡлаша алған даирәлә файҙалы булһын. Беҙҙе ситкә алып китеүсе, тарҡатырға теләүсе көстәр бик күп. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын етәкләүсе булараҡ, мин нәҡ мәғариф, тәрбиә өлкәһенән сығып, милләт үҫеше өсөн аяҡ салған, системалы ҡарарға кәрәк мәсьәләләрҙең ныҡ аҡһаған ерҙәрен күрһәтергә тейешмен тип уйлайым. Башҡорт телен уҡытыуҙа килеп сығып торған проблемалар, бигерәк тә ғаиләлә туған тел тәрбиәһе алмау, башҡорт телендә аралашыусы йәштәр, балалар һанының геометрик прогрессияла кәмеүе, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәренең әҙ, ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙа юҡ кимәлдә булыуы халҡыбыҙ киләсәгенә ҡурҡыныс менән янай. Был проблемаларҙа кем ғәйепле? Бөтәбеҙ ҙә. Үҙебеҙҙән талап ителгәнде, башҡортлоҡ ҡануны тип ҡабул ителергә тейеш нәмәләрҙе үтәмәйбеҙ. Башҡорт гәзит-журналдарын күмәкләп алдырабыҙмы? Балабыҙ балалар баҡсаһында, мәктәптә туған тел мөхитендә тәрбиә алһын, уҡыһын өсөн шарттар булдырабыҙ, талап итәбеҙме? Элекке кеүек республика вузына уҡырға ингәндә башҡорт теленән сығарылыш имтиханы билдәһе иҫәпкә алыныуын төш һымаҡ ҡына хәтерләйбеҙме? Баҡсала башҡорт төркөмө асыла - балалар туплап булмай, сөнки атаәсәләр араһында бала русса тәрбиә алмаһа нимәнәндер мәхрүм ҡала тигән хаталы фекер йөрөтөү бар, рухһыҙлыҡ көслө. Беҙгә балаһын беренсе класҡа биреүсе башҡорт ата-әсәләр араһында үткәргән социологик һорау алыу һөҙөмтәләре проблеманы асыҡтанасыҡ ярып һала. Башҡортса һөйләшеү түгел, туған телде хатта бөтөнләй аңламаған йәш парҙар, балалар артҡандан-арта. Телебеҙҙе өйрәнеүгә булған мөмкинлектәрҙе ҡулланмайбыҙ. Мәктәпкәсә тәрбиә биреү усаҡтарында башҡорт телен тейешле кимәлдә белгән кадрҙар етмәүе үҙе бер ҙур проблема. Конференцияла ошо мәсьәләне лә күтәрергә ине – республика вуздарында башҡорт телле ”начфак”тар юҡ хәҙер. Башҡорт мәктәптәренә, ауыл еренә кем уҡытырға барыр? Ауыл мәктәптәрендә ғөмүмән уҡытыу сифаты аҡһауы арҡаһында ла беҙ күп нәмәне юғалттыҡ.


Һуңғы ике йылда туған тел уҡытыу проблемалары бигерәк тә киҫкенләште. 2017 йылдың 20 июлендә, Йошкар-Ола ҡалаһында, ил башлығы В.В.Путиндың,туған телдәр һәм республикаларҙың телдәре халыҡтарҙың үҙ ирке менән уҡытылырға тейеш тигән сығышынан һуң республикабыҙҙа башҡорт телен уҡытыу яңынан үлеп терелеү хәлен кисерҙе, тип әйтһәк тә яҙыҡ булмаҫ. Сөнки Президенттың талабы үтәлешен тикшереүгә прокуратура, обрнадзор хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренсә тотондо. Улар ата-әсәләр йыйылыштарында, теләмәһәгеҙ, республика телен уҡымағыҙ, тип сығыштар яһаны, ҡайһы бер мәктәп етәкселәренә ҡаршы ғаризалар йыйҙы. Беҙҙең мәктәптәрҙә лә ундай осрашыуҙар булды, надзор ойошмалары хеҙмәткәрҙәре йыйылышҡа барып етә алмаған хәлдә, мәктәптәрҙән, ата-әсәләрҙең телефон номерҙарын алып, үҙҙәренә күрә “аңғартыу эше” алып барҙы. Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был саралар күп кенә осраҡта маҡсатына иреште. Бик күп райондар һәм ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу сәғәттәре кәмене. Башҡорт гимназияһында бындай хәлгә төшмәнек, беҙҙең тәжрибә күп уҡыу йорттарына терәк булды.



ТОТОШ БЕР БЫУЫНДЫ ЮҒАЛТЫУЫБЫҘ БАР


2018 йылдың авгусында ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законына индерелгән үҙгәрештәр шул уҡ компанияның дауамы булып торҙо. “РФ-ның мәғариф тураһындағы” 273-сө законының 14-се статьяһына, “свободный выбор языка образования”, “изучение языка осуществляется по заявлениям родителей” тигән һүҙҙәр өҫтәлде. “Свободный выбор языка” – был тәртип быға тиклем дә булды, атаәсәләр теге йәки был телле мәктәпте үҙҙәре һайлай ине, бигерәк тә ҡала ерендә. Ауыл ерендәге мәктәптәрҙәге уҡытыу телен уҡыу йортон булдырыусы (учредитель) билдәләй ине. Хәҙер был ата-әсәләр теләге буйынса атҡарыласаҡ. Ләкин бөгөн ата-әсәләрҙең күбеһе баланың киләсәге тураһында ОГЭ, ЕГЭ-нан уҙып уйлай алмай. Туған телдән яҙҙырыуҙың эҙемтәләрен күптәр күҙ алдына ла килтермәй. Беҙҙең бурыс - ошоно аңлатыу. Сөнки бөгөн башҡорт ауылы мәктәптәрендә урыҫ телендә уҡытыуға күскән осраҡтар бар.


2018 йылдың 31 ғинуарында Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан раҫланған “Туған урыҫ теленең” программаһы донъя күрҙе. Авторҙарҙың әйтеүенсә, “Туған урыҫ теле” предметы башҡа милләттән булған уҡыусыларҙың хоҡуғын сикләмәйәсәк. Шуға күрә, туған урыҫ телен өйрәнеү өсөн бирелгән сәғәттәр “Урыҫ теле” предметын тәрәнәйтеп өйрәнеү өсөн ҡулланылырға тейеш түгел. Урыҫ теленән ЕГЭ-ны яҡшы бирәм тип, мәктәптә тик урыҫ телен генә уҡыһаң да 100 балл йыйыуың икеле. Быға дәлил итеп беҙҙең гимназия уҡыусыларының һөҙөмтәләрен килтерергә була. Уҡыу планына ярашлы, беҙҙең уҡыусылар ҡала мәктәптәре уҡыусыларына ҡарағанда урыҫ телен 1,5 тапҡыр әҙерәк уҡый. Ә урыҫ теленән дәүләт имтиханында алған урта балдары урыҫ мәктәптәре күрһәткесенән юғарыраҡ. Беҙгә бергәләшеп, “туған урыҫ телен” уҡыһаң - БДИ-ны яҡшы бирәсәкһең, тигән һәм дә (!) башҡорт теле тейешле кимәлдә уҡытылғанда рус теленән белемдәре аҡһаясаҡ тигән стереотиптан арынырға кәрәк. Әгәр ата-әсәләр бер-береһенә эйәреп, ялған мәғлүмәттәргә ышанып, яңылыш юлдан китһә, был тотош бер быуынды юғалтыуға алып килеүе мөмкин. Беҙҙең илгә хас тағы бер нәмә бар: булғанды емерәбеҙ, һуңынан шул емереклектәрҙе ҙур бер энтузиазм менән төҙәтергә тотонабыҙ.


Әле, уҡыу процесын 5 көнлөккә күсереү осоронда ла, башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметының сәғәттәрен гимназия-интернатта ҡыҫҡартыуға юл ҡуйманыҡ. Ишембай мәктәптәрендә лә шулайҙыр, тип уйлайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙҙың ҡайһы бер башҡорт мәктәптәре башҡорт телен өйрәнеүҙә 3 сәғәтлек программаларға күсте. Был хәлдәр тағы ла шул үҙебеҙҙең ҡул менән - мәктәп етәкселәре, атаәсәләрҙең битарафлығы арҡаһында - башҡарыла.


Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың әйткән һүҙҙәренә ярашлы, Мәғариф министрлығының 2019 йылдың 28 февралендә методик хаты донъя күрҙе. Унда уҡыу-уҡытыу барышын 5 көнлөк режимға күсереү осоронда, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һәм туған тел булараҡ уҡытыу күләме һәм башҡорт теле уҡытыусыларының уҡытыу сәғәттәре күләме кәмергә тейеш түгел, тип билдәләнгән. Был хаҡта беҙ һәр ергә һөрән һалып, белгертеп йөрөргә бурыслы. Улай ғына түгел, башҡорт теле уҡытыусылары һәр береһе үҙ мәктәптәрендә телде һаҡлаусы ҙур көс тупларға тейеш. Телдең кәрәклеген аңлаған ата-әсәләргә, кәрәк булһа, йәмәғәт ойошмалары ағзаларына таянып, мәғариф бүлеге менән берлектә 5 көнлөккә күсеүҙе телебеҙ өсөн юғалтыуһыҙ үтергә тейешбеҙ.



ЙӘШТӘРГӘ ӨМӨТ ҘУР


Туған башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн, башҡорт телен үҫтереү буйынса Ишембай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары тарафынан бер нисә бик яуаплы эш башҡарылды. 2016 йылдың көҙөндә Мәғариф министрлығы 7-8- се синыфтар өсөн Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән булған олимпиаданың муниципаль этабын үткәреүҙән баш тартты. Был эштең ярамағанлығын аңлап, 2017, 2018 йылдарҙа Ишембай ҡалаһында 7-8-се синыф уҡыусылары өсөн башҡорт теленән Республика олимпиадаһы үткәрҙек. Ике йыл эсендә был олимпиадала республикабыҙҙың 32 ҡала һәм районынан 200- ләп уҡыусы ҡатнашты. Быйылғы уҡыу йылында Мәғариф министрлығы олимпиаданы 8-11-се класс уҡыусылары өсөн үткәргәс, беҙҙән был бурыс төштө.


Әммә уҙған уҡыу йылында беҙ икенсе проектҡа ҡушылдыҡ. Ишембай районы мәғариф бүлеге етәкселеге ярҙамы менән, беҙ республикала танылыу тапҡан Ю.А.Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиадалар исемлегенә 5-8-се синыфтар өсөн башҡорт телен дә индереүгә өлгәштек, олимпиада һорауҙарын үҙебеҙҙең уҡытыусылар төҙөнө. Беренсе тапҡыр ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, ете меңдән ашыу бала башҡорт телен һайлап, олимпиадала ҡатнашты.


Быйыл гимназияла 23-сө тапҡыр Вәлиди уҡыуҙары ойошторолдо. Унда йыл һайын республикабыҙҙың 30- лап ҡала һәм районынан килгән 100-ҙән ашыу уҡыусы үҙенең эҙләнеү эше менән сығыш яһай.


Гимназия-интернаттың педагогик коллективы, үҙенең эшендә балаларға белем генә биреп ҡалмай, уларҙы милли мәҙәниәт, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә рухлы илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләргә тырыша.


Быйыл гимназистарҙың һаны, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән иҫәпләгәндә 1000 балаға етте. Уҡыусыларыбыҙ һаны үҫеүе ҡала балалары арҡаһында булыуы ҡыуаныслы.


2014-2015 уҡыу йылынан башҡорт гимназия-интернатында ғаиләләрендә урыҫ телендә телдәре асылған, урыҫ телендә тәрбиә алған, башҡорт телендә һөйләшергә, белем алырға теләк белдергән ата-әсәләрҙең балаларын бер класҡа йыйып уҡытыу ойошторолдо. Урыҫлашҡан балаларҙы милли асылына ҡайтарыу эшендә ыңғай һөҙөмтәләр күрәбеҙ.


Шул уҡ йүнәлештә эшләү өсөн, Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты быйылғы уҡыу йылында башҡорт телен үҫтереү буйынса иғлан ителгән Республика Башлығы Грантында ҡатнашты. Был проекттың төп маҡсаты - башҡорттар күпләп йәшәгән күрше өлкәләрҙән уҡыусыларҙы Ишембай ҡалаһына бер аҙналыҡ башҡорт лагерына саҡырыу, туған тел, мәҙәниәтебеҙ мөхитенә сумдырыу.


2017 йылдың майында Ишембайҙа бөтә юрматыларҙың йыйыны үткәрелде. Шул уҡ ваҡытта ул изге тауыбыҙ Торатауҙы һаҡлаусы бер сара булып та торҙо. Бөгөн беҙҙең ҡыуанысыбыҙ үтә лә ҙур. Сөнки, тиҫтә йыл барған Торатау өсөн көрәш бер сигенә иреште. Был ҙур шатлыҡ. Хәҙер ошо еңеүҙе нығытырға кәрәк. Торатау буйынса айырым һөйләшеү өсөн Абдрахман ағай Вәлидовҡа һүҙ биреү конференцияның көн тәртибендә тора.


Ләкин бөгөн мин тағы ла бер көрәш, үҙебеҙҙең башҡорт матбуғат баҫмаһы, ул да булһа район гәзите “Торатау” өсөн көрәш иғлан итер инем. Матбуғат агентлығының коллегияһында рентабелле булмаған гәзиттәрҙең хәлен билдәләү өсөн эш төркөмө төҙөлөүе хаҡында хәбәр ителде. Уның артынан теге йәки был райондарҙа күп кенә башҡорт гәзиттәренең электрон йәки дубляж версияларына ҡалыуы тураһында ишетелә башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районыбыҙҙа республика башҡорт гәзит-журналдарына яҙылыу йылдан-йыл кәмей.


Бөгөн 2400 тирәһе алдырыусыһы булған “Торатау” гәзите киләсәген, әлбиттә, райондаштар билдәләй. Конференцияла гәзиткә яҙылыу ҙа ойоштормаҡсыбыҙ.


Йәштәрҙең рухлы, әүҙем, илһөйәр булып үҫеүе беҙҙән тора. Районыбыҙҙа төрлө конкурстар, осрашыуҙар үткәреү ҙә ошо йүнәлештә алып барылған сараларҙың береһе. Билдәле, уңыш ҡаҙанған һәм шул уҡ ваҡытта башҡорт мәҙәниәтен үҫтергән шәхестәрҙең йәш быуын өсөн әһәмиәтен билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, Радик Юлъяҡшиндың, Зәйнетдиндың, РНТ, “Арғымаҡ”, “Бүреләр” төркөмдәренең ижадтары, йәштәрҙең башҡорт теленә иғтибарын йәлеп итеүен күҙ уңында тотоп, йәш таланттарға бөтә яҡлап та ярҙам итергә, концерттарын ойошторошорға кәрәк.

ВӘЛИДИ РУХЫН РӘНЙЕТЕРГӘ ХАҠЫБЫҘ ЮҠ!
Беҙҙең конференция Башҡортостан хөкүмәте менән Совет Рәсәйе төҙөгән килешеүгә, йәки Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам иткән көндәрҙә үтә. Башҡортостан халҡы ирекле һәм бай, ғорур һәм рухлы булһын өсөн Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның арҡаҙаштары ғүмерҙәрен аямаған. Шуға ла беҙ бөгөнгө сараны, Рәсәй Федерализмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлаясаҡбыҙ. Әлбиттә, халыҡ үҙ геройҙарын белергә һәм уларға рәхмәтле булырға тейеш. Әхмәр ауылында автономия өсөн көрәшеүсе яугир Шәһибәк Үзбәковҡа таҡтаташ асасаҡбыҙ. 2017 йылдың көҙөндә, шундай уҡ таҡтаташтар Тирмән-Йылға ауылында, Башҡортостан Республикаһы мәғариф комиссариатының халыҡ комиссары Һиҙиәтулла Сәғәҙиевҡа һәм Кинйәбулат ауылында, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының халыҡ комиссары урынбаҫары Әүхәҙи Ишмырҙинға ҡуйылды. Шулай уҡ, ағалы-ҡустылы Ҡарамышевтарҙың исемдәрен мәңгеләштереү дауам итә.
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың исемдәре, уларҙың рухи ныҡлығы өлгөһөндә балаларыбыҙҙы тәрбиәләргә тейешбеҙ. Кәрәк саҡта үҙ һүҙен әйтә белгән, үҙ фекере булған, маҡсат ҡуйып, уға ирешә белеүсе йәш быуын тәрбиәләү - беҙҙең бурыс.
Шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге премияны булдырыу һаман да кисектерелеп килә. Башҡорт халҡына йәнен-тәнен аямай хеҙмәт итеүсе шәхестәрҙе баһалау өсөн данлыҡлы ғалим, сәйәсмән, Рәсәй Федерализмына нигеҙ һалыусы халҡыбыҙҙың бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге премия мотлаҡ Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (конгресы) тарафынан булдырылырға тейеш тип, уйымды Өфөлә үткән Ҡоролтай ултырышында ла әйттем һәм әле лә ҡабатлайым.
2019 йылдың 19 мартында ошо залда рухлы, әүҙем ишембайҙар менән бергә “Беренсе Республика” нәфис фильмын ҡарағандан һуң, Әхмәтзәки Вәлиди хаҡында ла кино төшөрөлөргә тейеш тигән фекер нығынды. Бөйөк яҡташыбыҙ, ғалимыбыҙ быға тәүгеләрҙән лайыҡ. Халҡыбыҙҙы уңышлы иткән, алға этәргән, ҙур маҡсаттарға өлгәштерә алған эштәргә бергәләп тотонғанда ғына һөҙөмтә буласаҡ.
Читайте нас: