Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2019, 02:00

Ауылыбыҙ йәме Вәлит бабай

Этҡол ауылының оло хөрмәткә лайыҡ аҡһаҡалы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вәлит Хөбөтдин улы МӨХӘМӘТОВҡа ошо көндәрҙә 95 йәш тулды.

Этҡол ауылының оло хөрмәткә лайыҡ аҡһаҡалы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вәлит Хөбөтдин улы МӨХӘМӘТОВҡа ошо көндәрҙә 95 йәш тулды.
Оҙон тормош юлы үткән ветераныбыҙҙың хәтирәләре ҙур күләмле китапҡа һыйырлыҡ. Этҡол ауылында 7 класс белем алғас, артабан уҡыуын Стәрлетамаҡ ҡалаһында дауам итергә уйлаған үҫмер малайға кире ауылға ҡайтырға тура килә. Сөнки атаһы, “кулак” мөһөрө тағылып, Себер тарафтарына оҙатыла. Вәлит ололар менән бер рәттән колхоз эшенә ҡушылып, хеҙмәт юлын башлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта Ағиҙелдә һал ағыҙыу эшендә йөрөгән була. Бергә эшләгән иптәштәрен берәм-берәм һуғышҡа ала башлағас, “миңә лә сират етер” тип, ауылына ҡайтып китә.
1942 йылдың август айында егет армияға алына. Алкинда хәрби әҙерлек үткәс, ике вагон һалдаттарҙы Алыҫ Көнсығышҡа, Тымыҡ океан флотына оҙаталар. Полк мәктәбен тамамлағас, диңгеҙ һуғышы өсөн тәғәйенләнгән батареяла отделение командиры булып хеҙмәт итә. Биш йыл буйы япондарҙың һөжүменә ҡаршы торорлоҡ ғәскәр составында Көнсығышта ил сиген һаҡлап, Тыуған ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәй.
Этҡолға ҡайтҡас, колхоз эшенә егелә. Төҙөлөш бригадаһын етәкләй. Көс-ҡеүәте ташып торған, яу яланынан ҡайтҡан ираттар ауылды төҙөкләндереү эшенә тотона. Ун кешенән торған бригада һыйыр, һарыҡ, быҙау фермалары, келәт, магазин, ауылға килгән йәш белгестәр өсөн фатирҙар төҙөй. Артабан Вәлит Хөбөтдин улы хеҙмәт юлын ферма мөдире вазифаһында дауам итә. Уның был эшенең ни рәүешле намыҫ менән башҡарылыуын тиҫтәләрсә маҡтау грамоталары, 1966 йылда бирелгән “РСФСР-ҙың ауыл хужалығы социалистик ярыш отличнигы” билдәһе һөйләй.
Ғаиләһенән дә, ҡатынынан да уңа Вәлит бабай. Миңлегөл инәй менән 70 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер итәләр. Әлеге көндә балаларының, ейәндәренең ҡәҙерхөрмәтендә йәшәйҙәр. Вәлит бабай әле лә ауылдаштарының хәл-тороштарын, илкөн яңылыҡтарын белешеп ултыра. Мәктәп уҡыусылары ла даими килеп, хәлдәрен белеп тора. Китапхана тарафынан уның тураһында “Тере китап” тигән видео ла төшөрөлдө. Ҡәҙерле олатай менән өләсәйгә бүләһенең ошо көндәрҙә генә тыуған икенсе улын да күрергә насип булды. Бер-береһенә тәрән хөрмәт, хәстәрлек күргәндәр генә ошондай оҙаҡ парлы ғүмер кисерәлер. Ауылыбыҙҙың йәме булған һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Вәлит бабайыбыҙға оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, артабан да балаларының һөйөүен, хөрмәтен тойоп йәшәргә яҙһын.

Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: