Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2019, 02:00

ҺЫНАУ

Бер ир Хоҙайға ялбара:

– Йә, Раббым, мин көн һайын таң тишегенән тороп эшкә китәм, унан эт булып арып ҡайтам, ә был ваҡытта ҡатыным тыныс ҡына өйҙә ултыра. Уның йәнен – минекенә, ә минекен уның кәүҙәһенә күсерә алмаҫһыңмы икән? Исмаһам, минең хәлдәремде бер аҙ аңлар, ҡәҙерем арта төшөр ине тип әйтеүем...
Был ирҙең теләге ҡабул була һәм ул икенсе көндө иртән ҡатыны ҡиәфәтендә уяна. Был көндө ул түбәндәге эштәрҙе башҡара:
– ғаиләгә ашарға әҙерләй;
– балаларҙы уята;
– уларҙы кейендерә;
– көсләп ашата;
– мәктәпкә илтеп ҡуя;
– ҡайтышлай коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн банкка һуғылып, сәләмәтлеген ҡаҡшатып сыға;
– баҙарға инеп, аҙыҡ-түлек йыйып, тейәнеп ҡайта;
– ҡайтҡас, ул ризыҡтарҙы урынлаштыра;
– өйҙө йыйыштыра;
– ун минут эсендә ҡапҡылап алғас, һауыт-һаба йыуа, иҙәндәрҙе һөртөп сығара;
– унан мәктәпкә барып, балаларҙы алып ҡайта. Уларҙы ашата-эсерә, дәрестәрен әҙерләргә ултырта;
– кер үтекләй;
– кискелеккә ашарға бешерергә ҡуя, картуф әрсей, салат яһай, бәлеш бешерә;
– кис менән ғаиләне ашата;
– һауыт-һаба йыуа;
– ғаилә ағзаларының аяҡ аҫтында туҙып ятҡан кейемдәрен йыйып йыуа;
– балаларҙы йыуындыра, йоҡларға һала;
– хәлдән тайып, диванға ауа, иренең теләген ҡәнәғәтләндерә.
Икенсе көндө ҡатыны ҡиәфәтендә йоҡоһонан уянған ир йәнә Хоҙайға ялбара:
– Йә, Раббым! Ҡатыным рәхәттә йәшәй тип уйлап мин бик ныҡ яңылышҡанмын икән! Зинһар, мине кире үҙ кәүҙәмә ҡайтар, бөтөнөһө лә элеккесә ҡалһын!
Хоҙай Тәғәлә уға яуап бирә:
– Һин яҡшы һабаҡ алдың, ләкин тағы бер һынау аша уҙаһың бар. Һинең теләгеңде хәҙер үк үтәр инем, тик кисә төндә һин ҡорһаҡҡа уҙҙың, шуға күрә, туғыҙ ай түҙергә тура килер...



Фото: интернет.



Читайте нас: