Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2019, 02:00

Һуғанды нисек дөрөҫ итеп сәсергә?

Һуғанды сәсер алдынан бер аҙна самаһы 20-25 градуста йылыла тоторға кәрәк.

Һуғанды сәсер алдынан бер аҙна самаһы 20-25 градуста йылыла тоторға кәрәк.

Түтәлгә ултыртыр алдынан бер сәғәт тоҙло һыуҙа тоторға кәңәш ителә. Бының өсөн бер литр йылы һыуға бер аш ҡалағы тоҙ етә. Тоҙло һыуҙы сайып төшөрөп, артабан һуғанды ике сәғәткә маргонцовка эретмәһенә һалығыҙ. Был төрлө микробтарҙы һәм ауырыуҙарҙы юҡҡа сығарыу өсөн мөһим.


Марганцовканан һуң йылы һыу менән сайҡатып, бер аҙ киптергәс, дымлы түтәлгә ултыртығыҙ. Өҫтөнә ҡом һибергә онотмағыҙ.




Фото: pixabay.com


Читайте нас: