Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2019, 02:00

Берәүҙәр “атай”, икенселәр “әпәй” тип йәшәне...

Бөгөнгө быуынға терәк-таяныс, өлгө булған инәйбабайҙарыбыҙ хаҡында яҙмаларҙы уҡыйһың да, үҙеңдең ниндәй иркен, рәхәт тормошта йәшәүеңде нығыраҡ аңлайһың. Улар өлгөһө тап имен донъяларға шөкөр итер, ғүмерҙең ҡәҙерен аңлар өсөн кәрәк. Әрмет ауылының аҡһаҡалы Зинур Хафиз улы ҠУНАФИН хаҡында мәҡәләмде яҙғанда ла күҙ алдымда бер-бер артлы тарих биттәре асылғандай булды.

Бөгөнгө быуынға терәк-таяныс, өлгө булған инәйбабайҙарыбыҙ хаҡында яҙмаларҙы уҡыйһың да, үҙеңдең ниндәй иркен, рәхәт тормошта йәшәүеңде нығыраҡ аңлайһың. Улар өлгөһө тап имен донъяларға шөкөр итер, ғүмерҙең ҡәҙерен аңлар өсөн кәрәк. Әрмет ауылының аҡһаҡалы Зинур Хафиз улы ҠУНАФИН хаҡында мәҡәләмде яҙғанда ла күҙ алдымда бер-бер артлы тарих биттәре асылғандай булды.
Аталары Хафиз Зариф улы һуғыштың беренсе көндәренән үк фронтҡа алына. 1942 йылдың йәйендә яраланып ауылға ҡайта. Һауыҡҡас, йәнә һуғышҡа китә. 1943 йылда һеңлеһе Райхана донъяға килә. Үкенескә ҡаршы, аталары балаларын ҡабат күрә алмай - һуғыш тамамланыуға өс көн ҡалғанда һәләк була. Польша ерендә ерләнгән.
Ҡартатайҙары Ғилуан бабай ҡыҙын 5 балаһы менән ат арбаһына ултыртып, Ямаштан Әрметкә үҙҙәренә күсереп алып ҡайта. Торараҡ, өй һатып алып, ҡыҙы менән ейәндәрен мөйөшлө итә.
Атаһыҙ бала – арҡаһыҙ, бәләкәй генә көйө ауырлыҡтарҙы сыҙам күтәрергә өйрәнә Зинур. Оло туғандары менән әсәһенә мөмкин тиклем таяныс булырға тырыша. Тамаҡ туйҙырыр өсөн күршеләргә ярҙам итешәләр, ялан-ҡырҙа эшләгән үҫмерҙәр колхоз ашханаһына ла өмөт итә ала...
- Берәүҙәр “атай”, икенселәр – беҙҙең кеүек аталары һуғыштан ҡайтмаған балалар “әпәй” тип йәшәгән ваҡыттар әле булһа иҫкә төшә, - ти Зинур ағай. – Ауыл мәктәбендә 7 класс бөттөм, колхозда ниндәй эш бар, шунда тырыштыҡ. 8-се класты киске уҡыуҙа тамамланым.
1960 йылда егет хәрби хеҙмәткә алына. Калининград өлкәһендә уҡыуҙарҙан һуң, өс эшелон йәш егеттәр Польшаға ебәрелә. Танк командиры була, өлкән сержант дәрәжәһендә өс йылдан тыуған яғына ҡайта.
Ауыл өсөн иң кәрәкле һөнәргә уҡып сыға егет. Стәрлетамаҡтағы училищела киң профилле тракторист-машинист һөнәрен үҙләштереп, “Әрмет” колхозында эш башлай. Һуңғараҡ уңған, тырыш механизаторҙы бригадирлыҡ курсына ла ебәрәләр.
1965 йыл – Ҡунафиндар ғаиләһе тарихының тәүге бите яҙыла. Әрмет ауылы һылыуы Хәлиҙә Әбделхай ҡыҙына өйләнә Зариф. Хәлиҙә лә колхоз эшендә тырыша, бесән әҙерләүҙәр, йәшелсә баҡсаһы, сөгөлдөр яландары – күпме эш үтә ауыл ҡатындары ҡулынан! Мөхәббәт емештәре булып балалары Дилара, Дамир тыуа. Бөгөн иһә бәхетле пар 7 ейән-ейәнсәр, 3 бүләһенә олатай-өләсәй. Бергә йәшәүҙәренең 55 йыллығына ҡулға-ҡул тотоношоп атлайҙар!
Хаҡлы ялға сыҡҡансы Зинур ағай колхозда йөкмәтелгән һәр эште намыҫлы башҡарҙы. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, өсөнсө дәрәжә Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнеүе лә янып-көйөп эшләгән дәүер иҫтәлеге. Ауылдаштары уны төрлө йылдарҙа ауыл, район Советына депутат итеп һайлай.
Зинур Хафиз улы кеше менән аңлашып эшләй белә, ойоштороу һәләте көслө. Ауылда мәсет төҙөү мәсьәләһен дә ул күтәреп сыҡты. Халыҡ теләктәшлеге, ауыл Советы хакимиәте менән берлектә 2009 йылда мәсетле булдыҡ. Һәр йома ауылыбыҙҙы аҙан тауышы нурға күмә. Мәсеттә бөтә дини йолалар атҡарыла, байрамдар күп халыҡ ҡатнашлығында үтә, балаларға исем ҡушыла, никах уҡыла. Ун йыл дауамында Зинур Хафиз улы, имам-хатибыбыҙ булараҡ, был эште бар күңелен биреп башҡара, мәсеткә ауылдаштар тартылып тора. Зинур ағай оҙаҡ йылдар ауылда ветерандар советы рәйесе булып та эшләне. Ауылдаштары тормошона, йәмәғәт эшенә битараф була алмаған аҡһаҡалыбыҙ мәсетте ҙурайтыу, зыяратта кәрәк-яраҡ өсөн хужалыҡ йортон төҙөү эштәрен хәстәрләп, ойоштороп йөрөй. Әрметтең хөрмәтле кешеһе, хеҙмәт ветераны, һәр ерҙә өлгөр, дәртле Зинур Хафиз улы күптән түгел 80 йәшен билдәләне. Ауылдаштар рәхмәтен, иң изге теләктәребеҙҙе ҡабул итеп ал, аҡһаҡал!
Йәмилә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, Түбәнге Әрмет ауылы ветерандар советы рәйесе.
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: