Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2019, 02:00

Операция үҙебеҙҙә эшләнә

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының төп офтальмохирургтары февраль айында беҙҙең ҡалала күҙ сирҙәренән яфаланыусы пациенттарға 128 бушлай операция яһаны.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының төп офтальмохирургтары февраль айында беҙҙең ҡалала күҙ сирҙәренән яфаланыусы пациенттарға 128 бушлай операция яһаны.
Хирургия ярҙамы катаракта сиренә юлығыусыларға күрһәтелде. Өфөнән килтерелгән заманса йыһазландырылған ҡоролмалар операцияны тиҙ, сифатлы башҡарып сығыу мөмкинлеген бирҙе. Пациенттар операция өҫтәлендә ни бары 5-10 минут ятып, 5-6 сәғәттән һуң өйҙәренә ҡайтарылды. Операцияны медицина фәндәре докторы, юғары категориялы күҙ табибы Айгөл Бикбулатова менән медицина фәндәре кандидаты Ольга Оренбуркина эшләне.
Беҙҙең гәзит биттәрендә ошо операция тураһында мәҡәлә сыҡҡас, редакцияға ла, район үҙәк дауаханаһының күҙ микрохирургияһы табиптарына ла ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙән генә түгел, республика ҡалаларынан да төрлө һорауҙар менән шылтыратыуҙар, интернет селтәре аша ҡыҙыҡһынғандар күп булды. Ни эшләптер, бик күптәр операция түләүлелер, уны ҡайҙан буш эшләһендәр, тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Беҙ был һорауҙы Ишембай районы үҙәк дауаханаһының күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире Дилә АРЫҪЛАНОВАға йүнәлттек.
- Ысынлап та, катарактаға операциялар бушлай эшләнде һәм бик уңышлы үтте. Март айында поликлиника табиптары райондың иң алыҫ ауылдары Ҡолғона, Ҡалыу-Айры, Иҫке Һәйеткә юлланды, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе, 90 кешенең күҙҙәрен тикшерҙе, шуларҙың ун бише 1 апрелдән операцияға киләсәк. Исемлектә әлегә барлығы 135 кеше тора. Был юлы операцияны Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының юғары категориялы күҙ табибы Юлай Борханов эшләйәсәк.
Редакция Юлай Кәшиф улы менән дә бәйләнешкә сыҡты.
- Эш тәжрибәм ҙур ғына. Пациенттарымдың бөтәһе лә операциянан ҡәнәғәт. Кемдәр сиратҡа яҙылған, килегеҙ, ҡурҡмағыҙ, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, - тине ул.
Ошондай табиптарҙың кешеләргә күҙ
нурҙарын ҡайтанан бүләк итеүе, йәшәр өсөн
йән өрөүе, дәрт биреүе һоҡландыра. Райондың
оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы
социаль стационар хеҙмәтләндереү бүлегендә
йәшәүсе Анатолий Куприянов та хәҙер яҡты
донъяны күрә алыуына шатланып бөтә алмай.
6 йыл буйы тома һуҡыр килеш йәшәгән ағайға
февралдә бер күҙенә операция эшләнгән,
икенсе күҙенә апрелдә яһаласаҡ.
Читайте нас: