Этҡол ауылында ғүмер итеүсе Минебай Ноғман улы ЗӨЛҠӘРНӘЕВ 90-сы йәшен артмаҡлай.
Бар ғүмерен төҙөлөш эшенә арнаған кеше ул. Салауат комбинатында эшләгән йылдарында өлгөлө хеҙмәте өсөн участка начальнигы дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Һуңынан Салауат, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларында йорттар төҙөй. Тыуған ауылы Этҡолға күсеп ҡайтҡас, мәктәп, клуб, икмәк бешереү пекарняһын һалыуҙа ҡатнаша. Район ауылдары буйлап социаль объекттар төҙөү ҙә уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
- Мин 14 йәшемдә эшләй башланым: ат менән һабан һөрҙөм, һыйыр егеп ер тырматтым, бесән саптым, көндөҙ иген урһам, кисен ат көттөм, - үткәндәрен ғорурлыҡ менән һөйләне Минебай ағай. - Ике смена туҡтамай эшләгәс, көнөнә бер стакан он бирә торғайнылар. Яҙ етһә, йыуа, балтырған йыйҙыҡ, йыла ағасының ҡайырын ҡайырып алып, уны онтаҡлап, бешереп ашай торғайныҡ. Ағайым 1941 йылда һуғышҡа китте, күп тә тормай, үле хәбәре килде, еңгәм ике балаһы менән генә тороп ҡалды, уларға ла ярҙам иттем. 50-се йылда колхозда бригадир итеп ҡуйҙылар. Шул йылды ныҡ уңыш уңды. Ҡарлар ауылының иң сибәр ҡыҙын, Миңникамал апайығыҙҙы, етәкләп алдым да ҡайттым. Уға мәңге рәхмәтлемен, 3 ул табып бирҙе, үҙе уҡымаһа уҡыманы, мине ғүмер буйы уҡытты...
Уларҙың бергәләп тормош көтөүҙәренә лә 70 йылға яҡын. Миникамал Ғәйфулла ҡыҙы ла йылдар шауҡымына бер ҙә бирешмәгән, йәшлек сибәрлеген һаман да ташламаған. Тормош үҙе сыныҡтырған уларҙы.
Минебай ағай ҙур бер төргәк килтереп сығарҙы ла өҫтәлгә тиҫтәләгән рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары теҙеп һалды. Уларҙың һәр береһе эскерһеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәт тураһында һөйләй.
Үҙе һалған йорттар янынан үткәндә ниндәй уйтойғолар биләп ала икән ҡарт төҙөүсене?.. Ғорурлыҡ тойғоһолор, моғайын. Тигеҙ рәт булып ятҡан кирбестәрҙә уның да ҡул йылыһы ҡалған бит.