Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2019, 02:00

Депутаттар район башлығын һайланы

Ишембай районы муниципаль районы Советыныңутыҙынсы ултырышыүтте. Унда БашҡортостанРеспубликаһы ер һәм милекмөнәсәбәттәре министрывазифаһын башҡарыусы ОлегПолстовалов, БашҡортостанРеспубликаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары Әмир Ишемғолов,Александр Работяев, ИлдарТимерғәлин да ҡатнашты.

Ишембай районы муниципаль районы Советының утыҙынсы ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары Әмир Ишемғолов, Александр Работяев, Илдар Тимерғәлин да ҡатнашты.


Ултырыштағы төп мәсьәлә Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында булды. Был вазифаны биләүгә конкурс комиссияһы тарафынан өс кандидат күрһәтелде: Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Абдрахманов, район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш, сәнәғәт һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Юрий Дегтярев, Салауат механика-төҙөлөш колледжы директоры Рәмил Абдуллин. Депутаттар бер тауыштан был вазифаға Азамат Фәрит улы АБДРАХМАНОВты һайланы.


Конкурс комиссияһы рәйесе Олег Полстовалов, был сараның Ишембай өсөн ҙур ваҡиға икәнлеген билдәләп, ҡала һәм райондың һәр ваҡыт алдынғылыҡта булыуын, артабан да уңышлы үҫешеүен теләне. Ишембайҙарҙың яңы етәксегә таяныс булыуҙарына ла ышаныс белдерҙе.


Әлбиттә, ҡала һәм районға етәкселек итеү ҙур яуаплылыҡ. “Үҙем дә эшләйәсәкмен, башҡаларҙан да шуны талап итәсәкмен”, - тине Азамат Фәрит улы күрһәтелгән ышанысҡа рәхмәт белдереп.


Ишембай муниципаль районы яңы башлыҡ етәкселегендә яңы тарих битен аса. Уның уңыштарға бай булыуын теләйек.





Фото: автор.
Читайте нас: