Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2019, 02:00

Иң элек - халыҡ мәнфәғәте

Ауылдарҙағы сираттағы йыйылыш үткән шаршамбы Маҡарҙа уҙҙы. Осрашыуға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ЙыйылышыҠоролтай депутаты Илдар Тимерғәлин да килде. Һәм был төрлө юҫыҡтағы проблемаларҙы күтәрергә мөмкинлек бирҙе.

Ауылдарҙағы сираттағы йыйылыш үткән шаршамбы Маҡарҙа уҙҙы. Осрашыуға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ЙыйылышыҠоролтай депутаты Илдар Тимерғәлин да килде. Һәм был төрлө юҫыҡтағы проблемаларҙы күтәрергә мөмкинлек бирҙе.
- Күпселек мөрәжәғәттәр төҙөкләндереүгә ҡағылды, юлдарҙы рәтләү, күперҙәр төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу, газ үткәреү буйынса һорауҙар яңғыраны. Барыһын да яҙып алдым, артабан уларҙы хәл итеү йүнәлешендә эшләйәсәкмен, - тине депутат ҡабул итеү аҙағында.
Халыҡ, райондың төрлө тармаҡ белгестәренә айырым мөрәжәғәт итеп тә, борсоған һорауҙарына яуап алды. Кемдер үҙенә ҡағылышлы мәсьәләне күтәрһә, күптәрҙе ауыл өсөн дөйөм проблемалар ҡыҙыҡһындырҙы. Һарғайҙан ауыл Советы депутаты, “Һарғай” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Фәрүр Вәлитов Һарғай, Ибрай, Иҫәкәй ауылдарына газ үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе.
- Бынан тыш, Һарғайҙа һыу, интернет үтмәгән, ФАП, клуб юҡ. Йыйылыштарҙы мәсеттә үткәрергә тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауылды күтәрергә тырышабыҙ, халыҡ берҙәм. 2010 йылдан башлап төҙөкләндереү буйынса конкурста бәләкәй ауылдар араһында алдынғы урындарҙы алып киләбеҙ, - тип уға башҡа ауылдаштары ла ҡушылды.
43 йыл урмансылыҡта эшләүсе хеҙмәт ветераны Әмир Әминев та йыйылышҡа үҙ тәҡдимдәре, һорауҙары менән килгәйне. “Малдарҙы прививкалау буйынса ауылда матур эшләйҙәр, шуға ҡәнәғәт булыуымды белдерҙем. Шулай уҡ бәйһеҙ йөрөгән эттәр буйынса үҙемдең һорауымды бирҙем”, - тине оло йәштәге ағай.
Дөйөм йыйылыш та бик йәнле үтте, халыҡ байтаҡ йыйылғайны.
Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Абдрахманов, барыһын да сәләмләп, битараф ҡалмай осрашыуға килеүселәргә рәхмәтен белдерҙе.
- Бергәләп һөйләшәйек, кәңәшләшәйек, күберәк проблемаларығыҙҙы әйтегеҙ, – тине ул һәм һүҙҙең башында уҡ эскелек мәсьәләһенә иғтибарын йүнәлтте. Ялған алкоголь һатыу буйынса шөғөлдәрен туҡтатмаусыларға ҡаршы ҡаты көрәш асыласағын әйтте.
Осрашыуҙа Юлай хәҙрәт Йомағужиндың ҡатнашыуы ла файҙаға булды.
- Хәмер эсеү – ул харам. Байрамдарҙы бер ниндәй эскеһеҙ ҙә бына тигән итеп үткәреп була. “Донъяны үҙгәртергә теләһәң, үҙеңдән башла” тигән бик матур әйтем бар халыҡта. Эсмәһәк, уны һатыусыларҙың да эше туҡталасаҡ, – тигән һүҙҙәре бик тә урынлы яңғыраны.
Фаяз Ғазалиев, эскелек менән көрәштә һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе - эш урындарын булдырыу, тигән фекерен белдерҙе.
Йыйылышта ауыл өсөн әһәмиәтле булған тағы ла әллә күпме башҡа мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Мәҫәлән, Иманғол ағай Дәүләтшин Маҡар участка дауаханаһына ашығыс ярҙам машинаһы алыныуына ҡыуанысын белдерҙе, шул уҡ ваҡытта, борсоған проблемаларын да атап, тәүлек әйләнәһенә дауаланыу өсөн стационар кәрәклеген әйтте. “Участка дауаханаһы беҙҙең ауылды ғына хеҙмәтләндермәй. Оло кешеләр ҙә бик күп. Халыҡ бөгөн тәүлек әйләнәһенә эшләй торған стационарға мохтаж”, - тине ул.
Фәүзиә Аҡҡолова ла күңелен өйкәгән проблеманы күтәрҙе.
- Билдәле шәхестәребеҙҙе ҡәҙерләү, ололау тураһында онотоп ебәрәбеҙ. Әҡсән Мөхәмәтҡоловтың музейы янғанға бер нисә йыл үтте, уны тергеҙеү кәрәк. Был музей киләсәк быуын өсөн эшләргә тейеш. Ауыл урамдарының береһенә уның исемен биреү хаҡында ла хәстәрлек күреү мөһим, - тип теләк-тәнҡиттәрен әйтте.
Башҡа ауылдыҡылар ҙа район хакимиәте етәкселегенә үҙҙәрен борсоған мәсьәләне әйтеп ҡалырға ашыҡты. Зигановканан килеүселәр газдың булмауына зарланды, урам яҡтыртҡыстары кәрәк булыуы ла асыҡланды. Шулай уҡ был ауылдыҡылар Егән йылғаһының яры йылдан-йыл юлға ҡарай ашала барыуына борсолоуын белдерҙе.
Мәсьәләләр аҙ түгел. Ҡайҙалыр туҡталыш кәрәк, ҡайҙалыр юлдар насар, сүп-сар сығарыу буйынса ла һорауҙар етерлек әле... Һорауҙарҙың ҡайһы берҙәренә Азамат Абдрахманов шунда уҡ яуап бирҙе, икенселәрен ҡарау өсөн күпмелер ваҡыт талап ителеүен әйтте. Ниндәйҙер проблеманы асыҡлау өсөн шул урынға барып ҡарау кәрәклеген дә атаны. Күп кенә һорауҙарға Маҡар ауыл хакимиәте башлығы Әлфир Әлмөхәмәтов асыҡлыҡ индерҙе, алда башҡарыласаҡ эштәр менән дә таныштырҙы.
Азамат Фәрит улы ауыл хакимиәте башлыҡтарына ауылдар буйынса паспорттар әҙерләү бурысы билдәләнеүен, унда барлыҡ проблемаларҙың күренергә тейешлеген дә әйтеп үтте. Шул уҡ ваҡытта урындағы етәкселәргә эштә етди талаптар ҙа ҡуйҙы:
- Ауыл хакимиәте башлыҡтары алдында иң элек халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу бурысы тора. Улар үҙҙәрен эштәре менән күрһәтергә тейеш, - тине.
Халыҡ менән көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшә торған осрашыуҙар һирәк күренеш булмаҫ, бындай сараларҙы йыш ҡына уҙғарып тороу ниәтен дә белдерҙе район етәксеһе.

Фото: автор.
Читайте нас: