Әгәр ҙә йорт хужаһы быға тиклем төбәк операторына төҙәтеү өсөн мәғлүмәт ебәрмәгән булһа, паспортын, ғаилә составы йәки ваҡытлыса теркәлеү тураһында белешмәһен (был документтарҙы идарасы компания йәки ауыл Советы хакимиәте бирә) фотоға төшөрөп, йә сканерлап, беҙгә
[email protected] электрон почтаһы аша ебәрергә тейеш. Хатта адресығыҙҙы, исем-шәрифегеҙҙе һәм квитанцияла ниндәй мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәүен күрһәтергә онотмағыҙ. Әгәр ҙә электрон почта менән ҡулланыу мөмкинлеге юҡ икән, хатты ҡәҙимге почта аша
453124 индексы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 18-се йорт, 4-6 бүлмә адресына ебәрегеҙ. Беҙгә ошо адрес буйынса үҙегеҙ килеп тә һорауҙарығыҙҙы аныҡлай алаһығыҙ.