Ҡатындар саҡ ҡына аулаҡ ҡалһа нимә хаҡында һөйләшә инде? “Мин бала тапҡанда...” йәки “Мин ауырлы саҡта...” тип башлана ла китә уларҙың осо-ҡырыйы булмаған хәбәрҙәре. Әйтерһең, донъяла иң беренсе ул йөклө булған да, тәүге бәпесте ул тапҡан. Нисек кенә булғанда ла, ҡатын-ҡыҙ ошо хикәйәтенән ялҡмай. Иғтибар итегеҙ әле, хатта теше төшөп бөткән әбейҙәрҙең дә: “Мин бала тапҡанда...” тип башланған тарихы бар. Һәм, әлбиттә, минеке лә бар. Күп улар, әллә нисә төрлө. Шатлыҡлыһы ла, ғибрәтлеһе лә етәрлек. Шуларҙың бер ғибрәтлеһен иҫләтер хәл булды әле бөгөн. Хатта ки гонаһлы, тип тә әйтергә була.
... Мин ауырлы саҡта... Ирем менән низағ сыҡты. Мин уны хыянатта ғәйепләнем. Хәбәр еткергән кеше бөтөн дәлилдәрен әйтеп бирҙе, күҙҙәремде асты – беҙҙең өйҙә дауыл ҡупты. Был дауылдың һуңғы һәм иң ҙур емереү нөктәһе шул булды – мин абортҡа киттем.
Беҙҙең участок табибы булмай сыҡты, икенсе участок врачына мөрәжәғәт итергә тура килде. Ниәтемде әйткәс, ул “Үҙегеҙ хәл итәһегеҙ, һеҙҙең эш” тине лә, йүнәлтмә тотторҙо. Бер-нисә көн йөрөп анализ һәм башҡа тәртиптәрен үтеп бөткәс, мисәт ҡуйҙыртыуға тағы ла табипҡа киттем. Был юлы үҙемдең табип эшкә сыҡҡан ине. Инеп ҡаршыһына ултырғайным, ул алдына һалған ҡағыҙға күҙ йүгерткәс, аптырап миңә күтәрелеп ҡараны:
— Һеҙ бала табырға уйлай инегеҙ бит?
— Эйе лә... – тип тотлоғам, — хәлдәр үҙгәреп китте.
— Нисек үҙгәреп китте? Нимә булды? – урта йәштәрҙәге табип ҡатын миңә бик уҫал итеп төбәлдеме, әллә тауышы үтә ҡырҡыу сыҡтымы, ошо көндәрҙә амазонка һуғышсыһы торошонда йөрөгән мин ҡаушай төштөм.
— Ҙурайып бөткән ауырыңды төшөртөргә килеүгә нимә сәбәпсе булды ул тиклем? Ә?! Һуғыш сыҡтымы әллә? Әллә күк ҡолап төштөмө?!
Бындай һөжүмдән бөтөнләй бәлтерәнем һәм түгелеп илап хәлемде һөйләп бирҙем. Тик табип мине йәлләмәне. Киреһенсә ҡыҙғандан-ҡыҙа барып туҙҙырҙы ғына:
— Ир өсөн бала табаһыңмы ни? Әсәй кеше баланы иң беренсе үҙе өсөн таба! Кәрәктә теләйем, кәрәкмәгәндә теләмәйем тип хәл итергә уйынсыҡмы ул һиңә? Аптырарһың был ҡатындарға, ҡайһыларында мал инстинкты ла юҡ...
Тағы ла әллә нимәләр тип оҙаҡ ҡына әрләне мине был апай. Мин иһә табиптың былай туҙынғанына хайран ҡалып ултырам.
— Бар ҡайт. “Аборт” тип ауыҙыңды асаһы булма! Мин һине учетҡа алғанмын – все!
Урамға сығып атлағас ҡына эстә ишетелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе башыма барып етте һәм мин үҙемдең ҡылығымдан оялып, ишетелгәндәрҙән ғәрләнеп, ҡорһағымдағы баламдан ғәфү үтенә-үтенә түгелеп илап ҡайтып киттем.
Бөгөн бер апай китап эҙләп килеп инде. “Зөлхизә апайға” тип автограф яҙҙырҙы. Ул миңә бик таныш тойолдо, әммә үҙе мине тәүгә күрәм, тине. Апай сығып киткәс, ҡылт итеп күҙ алдыма теге асыулы табип ҡатындың йөҙө килде һәм китап алыусының артынан йүгереп сыҡтым:
— Эйе, - апай һораулы төбәлеп туҡтап ҡалды.
— Хәтерләмәйһегеҙме... һеҙ мине ҡыуып сығарғайнығыҙ?
— Аллаҡайым... ниңә икән? – апайым бөтөнләй хайран.
— Ауырлы сағымда... абортҡа тип килгәндә...
— Шунан? Ул бала тыуҙымы?
— Тыуҙы! Ун ете йәш инде! Мин был хикәйәтте һәр саҡ ҡатындарға һөйләйем. Шул апайға рәхмәт инде, тип...
Ишек төбөндә һөйләшеп-көлөшөп торҙоҡ. Был ҡатын, моғайын, минең баламды һаҡлай торған фәрештә булғандыр. Ә ул саҡта оялышымдан ҡабат уға бармағайным, аҙаҡ ул да күсеп киткән икән. Оҙаҡ йылдарҙан һуң осраҡлы ғына тап итеп, ниһайәт, бына, рәхмәтемде еткереүгә форсат тыуҙы. Был донъяла бер нәмә лә бушҡа ғына эшләнмәй, һәр нәмәнең сәбәбе һәм шул сәбәпте ҡылдырыр йәндәре була икән.